
25 мартта Салауат башҡорт дәүләт драма театры Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның "Һөйөү көсө" спектакле менән Өфөгә "Театр яҙы" фестиваленә килә.
Пьесаның төп геройҙары - төрлө һынауҙарға дусар булған ике ғашиҡ йөрәк: Беренсе донъя һуғышында немецтарға әсирлеккә эләккән башҡорт егете Сәйфетдин һәм уның һөйгәне, немец ҡыҙы Франциска. Егет ҡыҙға Башҡортостанда Германиялағы кеүек матур тормош көтмәүен аңлатырға тырышһа ла, мөхәббәттән күҙҙәре томаланған Франциска быны ишетергә лә теләмәй. Ләкин аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән төбәктә йәшәй башлау менән ул хаталанғанын аңлай, ғазаптарға дусар була, тыуған яғын, атаһын һағына. Тормош ҡапма-ҡаршылыҡтары, менталитет төрлөлөгө, социаль тигеҙһеҙлек конфликттарҙы ҡуйырта. Тик ысын мөхәббәт кенә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Спектакль күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә, илата ла, көлдөрә лә. Тамашала театрҙың күп артистары йәлеп ителгән, тиерлек. Төп ролдәрҙә: Сәйфетдин - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафаэль Ғәйнуллин, Франциска - актриса Гөлкәй Хәсәнова, Сәйфетдиндең әсәһе Хәлимә - Башҡортостандың халыҡ артисы Нәүфилә Яҡупова.
- Пьеса ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға таянып яҙылды. Эш барышында төп геройҙарҙың ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре менән аралаштым. Хатта Францисканың ҡыҙы менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе. Әңгәмәләшкән ваҡытта ул ғүмер буйы әсәһенең тыуған яғына барып ҡайтыу хыялы менән яныуын әйтте. Сәхнәлә донъя күргән был әҫәрем өсөн Салауат театрына сикһеҙ рәхмәтлемен. Режиссер Зиннур Сөләймәновтың, актерҙарҙың сәхнәгә, сәнғәткә бирелгәнлеге, таланты һоҡландырҙы. Уларҙың оҫталығы менән ысын мөхәббәттең ниндәй көскә эйә булыуы иҫбат ителде, - тип уртаҡлашты пьеса авторы, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙина.
Салауат театры сәхнәһендә үткән премьераға төп геройҙарҙың ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре, туғандары килеүе айырыуса тулҡынландырғыс булды. Зал ҡунаҡтарҙы аяғүрә баҫып алҡышланы. Улар йыраҡ араларҙы яҡынайтып республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән, хатта Ҡаҙағстандан килеп еткәйне.
- Пьесала яҙылған тетрәндергес тарихтың сәхнәлә донья күреүен оҙаҡ көттөк. Ниһайәт, хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Көлгән ерҙә көлдөк, илап та алдыҡ. Өләсәйле-олатайлы ваҡыттар йәнә күҙ алдынан уҙҙы, шул тиклем тулҡынланып ҡарап ултырҙыҡ. Пьеса авторына, режиссерға, артистарға ҙур рәхмәт, - тине улар сәхнәгә сығып телмәр тотҡанда.
- Өләсәйемде яҡшы хәтерләйем, - тип һөйләп китте Францисканың Салауат ҡалаһында йәшәүсе ейәнсәре Нажия Кәримова.- Бәләкәй буйлы ине, бик талапсан булды. Сәйфетдин олатай менән улар дүрт балаға: бер ҡыҙ һәм өс малайға ғүмер биргән. Мин - уртансы улдары Ғизетдиндең ҡыҙы. Өләсәйемдең яҙмышы ябайҙан булмай. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамайынса, ул Башҡортостан ерендә берегеп, башҡорт халҡының телен, динен, йолаларын ҡабул итеп, үҙ кешеһе булып китә. Был, ысынлап та, сихри һөйөү көсөлөр. Ул яҡты донъяларҙан киткәндә миңә 8 йәш ине. Йөрәк өҙгөс тарихты сәхнәләштергәне өсөн Салауат театрына рәхмәтлебеҙ. Спектакль бер тынала ҡаралды, актерҙар шәп уйнаны, - ти Нажия апай.
Әйткәндәй, спектакль 25 март киске сәғәт 7-лә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә уйналасаҡ. 12+
Динә БӘШИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА