«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ИНЖЕНЕРҘАР ОШОНДА ТӘРБИӘЛӘНӘ, ЙӘКИ ҺҮҘ РЕСПУБЛИКА ИНЖЕНЕР ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТЫ ТУРАҺЫНДА
+  - 


Сираттағы әңгәмәбеҙ Республика инженер лицей-интернатының инновацион эшмәкәрлек буйынса директор урынбаҫары Айнур Зиннур улы Әмирханов, лицейҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Фәнүр Тайып улы Йәһүҙин менән. Алдынғы был урта белем биреү учреждениһының бөгөнгө хәле нисек? Унда кемдәр уҡый һәм улар ниндәй шарттарҙа йәшәй? Һөйләшеү ошолар хаҡында һәм өлгәшкән уңыштары тураһында барҙы.

Һеҙҙең мәғариф учреждениеһының исеме үҙгәртелә-үҙгәртелә килеп, бөгөн Республика инженер лицей-интернаты тип атала бит инде. Яңы атама менән уҡыу процесында нимәләр үҙгәрҙе, хәҙер ниндәй бурыс-йүнәлештәргә көйләнде икән һеҙҙең эшмәкәрлек?

Айнур Зиннур улы:
Республика инженер лицей-интернаты - инновацион белем биреү учреждениеһы. Беҙҙә физика-математика, химия-технология һәм социаль-иҡтисади дисциплиналарҙы тәрән өйрәнеү нигеҙендә уҡытыу 5-11-се синыфтарҙа алып барыла. Бөгөнгө статусында 2016 йылдан алып эшләй һәм йәшәй. Республика Башҡорт лицей-интернатын һәм республика Иҡтисад лицей-интернатын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде ул. Шулай итеп, быйыл 16 мартта мәктәбебеҙгә ун йыл булды. 2018 йылдан беҙ Өфө дәүләт нефть техник университетының предуниверсарийы булып торабыҙ. Башҡортсалап уны, лицей базаһында эшләгән университет алды мәктәбе, тип атарға булалыр. Йәғни, беҙ сығарылыш уҡыусыларын, ғөмүмән алғанда, атап үткән престижлы юғары уҡыу йортона инергә әҙерләйбеҙ. Икенсе яҡтан, был эшмәкәрлек өлкән синыф уҡыусыларын тыуған Башҡортостаныбыҙҙа ҡалдырыу маҡсатын да тота. Ул республика етәкселеге алып барған кадрҙар һәм халыҡтың ситкә китеүен кәметеү сәйәсәтенә тап килә.
Университет алды мәктәбен ойоштороуға бәйле йүнәлеште республикала тәүгеләрҙән булып башланыҡ. Тәүҙә бер генә класс аҙнаһына бер тапҡыр Өфө нефть техник университетында шөғөлләнһә, хәҙер барлыҡ унынсылар аҙнаһына ике тапҡыр унда йөрөй. Егет һәм ҡыҙҙар студент тормошон хәҙерҙән эстән күреп белә. Был киләсәктә уларға ныҡ ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, сығарылыш уҡыусыларының илле процентҡа яҡыны ошо уҡыу йортона уҡырға инә лә инде.
Башта факультеттар менән танышалар һәм темалар һайлайҙар. Сентябрҙән апрель аҙағына тиклем ошо темалар буйынса махсус проекттар өҫтөндә эшләйҙәр, уларҙы тамамлағас, яҡлауға сығалар. Ҡуйылған балл уҡырға ингәндә иҫәпкә алына. Лициестарыбыҙҙың иң яҡшы эштәре шулай уҡ яҙ мәлендә үткәрелгән халыҡ-ара конференцияға ла сығарыла. Был да өҫтәмә балл бирә. Уҡыусыларыбыҙ университеттың аспиранттары, доценттары менән тығыҙ бәйләнеш тота.
Башҡа йүнәлештәргә килгәндә, олимпиада хәрәкәтен билдәләп китергә кәрәк. Беҙҙә остаздар ассоциацияһы уңышлы эшләп килә. "Лицей Академии Яндекса" федераль мәғариф проектында ҡатнашабыҙ. Унда 5-7 класс балалары программалау алымдарын үҙләштерә. Шулай уҡ пилотһыҙ осоусы аппараттар системаһын үҫтереү буйынса ла эштәр бара. Уҡыусылар дрондар йыйырға, уларҙы осорорға өйрәнә. 2025 йылда ойошторғайныҡ, өс аҙна шөғөлләнгән 6-сы, 7-се синыф уҡыусылары Рәсәй кимәлендәге ярышта өсөнсө урын алып ҡайтты. Бөгөн дә ошо кимәлдән төшкәнебеҙ юҡ. Был өлкәлә махсус уҡыу үткән биш уҡытыусыбыҙ бар.
Фәнүр Тайып улы: 2016 йылда ике мәктәп ҡушылды, тигәйнек бит инде. Был мәлдә Рәсәйҙә инженер кадрҙарына ҡытлыҡ килеп тыуыуы тураһында ҙур дискуссиялар башланды. Ә иҡтисадсылар, юристар, киреһенсә, саманан тыш күп әҙерләнеүе асыҡланды. Иҫләйһегеҙҙер, 90-сы, 2000-се йылдар башында "менеджер"ға уҡыу модаға инде. Йәштәр йығылып ятып ошо һөнәргә әҙерләгән юғары уҡыу йорттарын, факультеттарҙы "штурмланы". Йәнәһе, уҡып сыҡҡас, етәксе булалар. Инженер лицейында тәүҙә физика менән математикаға өҫтөнлөк бирелде, шунан химия һәм биология фәндәре үҫеш алды. Илгә ниндәй инженер-техник белгестәр кәрәк, шул йүнәлеште тоторға тырышабыҙ.
Лицей бер-береһенән айырым торған (сама менән 3 саҡрым ара) ике корпуста урынлашҡан. Береһендә - тик малайҙар, икенсеһендә тик ҡыҙҙар ғына уҡый. Тәрбийәүи һәм башҡа саралар бергә үтә, ә уҡытыу һәм йәшәү, әйтеүемсә, айырым. Был традиция башҡорт һәм иҡтисад лицей-интернаттары үҙаллы эшләгән саҡтан килә. Бөтәһе беҙҙә 603 бала белем ала. Ҡаланан йөрөп уҡығандар ҙа бар. Уларҙың һаны артыҡ күп түгел, сама менән уҡыусыларҙың алтынан бер өлөшөн тәшкил итә. Ҡалғандары райондарҙан. Урал аръяғынан күпләп уҡыйҙар, күрше өлкәләрҙән дә балалар ҡабул итәбеҙ.

Мәғариф системаһы алдына ҡуйылған талаптарҙың береһе бит инде инженер-техник кадрҙар әҙерләү. Ниндәйерәк йүнәлештә, ниндәй дәрестәр, махсус программалар аша атҡарыла һеҙҙә был бурыс? Ниндәйҙер предметтарға өҫтөнлөк биреләлер? Һеҙ бар республика балалары өсөн математика, робот техникаһы буйынса олимпиадалар үткәрәһегеҙ, шулаймы?

Фәнүр Тайып улы:
5-тән алып 9-ға тиклем кластарҙың бөтәһе лә математиканы тәрән өйрәнә. Сөнки математика бөтә теүәл фәндәрҙең дә нигеҙен тәшкил итә. Был предметты үҙләштермәйенсә, химияға ла, физикаға ла тотоноп булмай. Юҡҡа ғына, "математика - царица наук", тимәйҙәр бит. 10-сы синыфтар - беҙҙең профилле класстар. Уларҙа математика, физика, информатика профиль дәрестәр булараҡ инә. Тәбиғи фәндәр профилендә төп предметтар - химия, биология. Предуниверсарий программаһы буйынса, Айнур Зиннур улы әйтеп китте инде. Уҡыусылар үҙҙәре һайлаған темаға проект әҙерләй һәм уны яҡлай. Ул физика, химия, математика, информатика өлкәләрен, йәки бер-береһенә үтеп ингән бер нисә фәнде үҙ эсенә алыуы ихтимал. Әйтәйек, робототехникала информатика ла, физика ла, математика ла кәрәк. Производствоға яҡын, йәки уға туранан-тура ҡағылған проект темаһына өҫтөнлөк бирелә. Бала бит проблемаға, алдына ҡуйылған мәсьәләгә бөтөнләй башҡаса ҡарай һәм уның оригиналь сиселешен тәҡдим итеүе ихтимал. Эшләп йөрөгән кешенән айырмалы, ул икенсе төрлө уйлай һәм ҡул аҫтындағы мөмкинлектәрҙән генә сығып та бик үҙенсәлекле һәм үтә лә ябай проект тәҡдим итергә һәләтле. Быны, дивергент фекерләү, тиҙәр.
2024 йылда 7-се синыфтар өсөн Курчатов кластары асылды. Быға 2023 йылдың ноябрендә Республика Башлығы Радий Хәбиров менән "Курчатов институты" фәнни-тикшереү үҙәге президенты Михаил Валентинович Ковальчук ҡул ҡуйған хеҙмәтәшлек тураһындағы килешеү нигеҙ булды. Көн ҡаҙағына һуҡтырған был документ 2035 йылға тиклем илебеҙҙең технологик суверенитетын тәьмин итеү тураһындағы Президент Владимир Владимирович Путиндың махсус указына тап килә. Республикабыҙҙа беренселәрҙән булып Курчатов кластары беҙҙә һәм Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатында асылды. Ул кластар, федераль дәүләт белем биреү стандартынан тыш, өҫтәмә программа буйынса шөғөлләнә. Ул алты йүнәлешкә бүленгән: робототехника; экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу, фотобиореакторҙар; материалдарҙы өйрәнеү: кристалдар, металдар һәм башҡа материалдар; гербарий төҙөү, шул иҫәптән һанлы гербарий; биотик һәм и абиотик факторҙарҙың үҫемлектәр үҫешенә йоғонтоһо; микроскопия и биотехнологиялар. Шулай уҡ проект системаһы индерелгән. Былтыр ике уҡыусыбыҙ - Карина Арыҫланова менән Алиса Карепанова - Рәсәй кимәлендә конкурста ҡатнашты. Алиса - беренсе, Карина икенсе урын алды. Икәүһе лә аҙаҡтан "Артек"та ял иттеләр.
Айнур Зиннур улы: Республика Мәғариф министрлығы, Өфө нефть техник университеты һәм Республика һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге менән берлектә үҙебеҙҙең инженер лицейында математика, физика, химия һәм робототехника буйынса дүрт республика олимпиадаһы үткәрәбеҙ. Улар ике этаптан тора һәм программалары 5-се һәм 8-се кластарға яраҡлаштырып эшләнгән. Ошо синыфтар өсөн республика кимәлендә олимпиадалар юҡ, районда ғына ойошторола ла артабан дауам ителмәй. Һайлап алыу этабы онлайн үтә, иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән балаларҙы Өфөгә саҡырабыҙ. Ҡатнашыусылар һаны 16-17 меңгә барып етә. Еңеүселәргә ҡиммәтле андроид телефондар бүләк итәбеҙ. Уларҙы һатып алырға бағыусыларыбыҙ аҡса бүлә.

Мәктәптә уҡытыу "Федераль дәүләт белем биреү стандарты" тип аталған документҡа нигеҙләнә. Уның буйынса бала база белеме ала. Предуниверсарий, Курчатов үҙәге программалары, предметтарҙы тәрән өйрәнеү... Былар әле физик һәм психологик йәһәттән нығынып етмәгән бала өсөн өҫтәмә ауырлыҡ түгелме?

Айнур Зиннур улы:
Теләһә ҡайһы мәктәпте алһаҡ та, бала дәрестән тыш түңәрәктәргә, уҡыуҙарға йөрөй. Беҙ уҡыу һәм ял балансын тотабыҙ, әлбиттә. Бер-бер артлы ун дәрес үткәреүҙән фәтүә булмаясаҡ икәне билдәле. Лицей тормошо аныҡ көн тәртибенә, режимға, ҡоролған. Саф һауала йөрөү, спорт секциялары - барыһы өсөн дә ваҡыт бүленгән. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: бала беҙгә, уҡыйым, тип килә. Шуға уҡыуға ынтылыу - дөйөм мәктәп мөхитенең төп күренеше ул. Беҙгә эләгеүе лә бит ябай түгел. Бер урынға, ғәҙәттә, егерменән ашыу кеше дәғүә итә. Әлбиттә, аңлатыу эше лә алып барабыҙ. Хәҙер уҡыусының иң ҡурҡҡаны - Берҙәм дәүләт имтихандары. Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар сертификат ала, ул иһә Өфө нефть техник университетына конкурсһыҙ инеү һәм юғары стипендия алып уҡыу хоҡуғын бирә. Ундай стипендия бер эш хаҡына тиң - 60 мең һум. Ошоларҙы баланың үҙенә, ата-әсәһенә аңлатһаң, уҡыуға мөнәсәбәт ныҡ үҙгәрә.
Фәнүр Тайып улы: Берҙәм дәүләт имтиханын уҡыусы бер тапҡыр ғына бирһә, химиянан, мәҫәлән, мәктәптә уҡыу осоронда олимпиадала ун тапҡыр ҡатнаша ала. Призлы урын, Айнур Зиннур улы әйтеүенсә, киң мөмкинлектәр аса. Белемең булып та, Берҙәм дәүләт имтиханынан юғары балл йыя алмауың ихтимал. Төрлө хәлдәр була бит: баланың ҡаушап ҡалыуы, ауырыу хәлдә булыуы мөмкин.
Лицейҙа уҡый алмай ҡайтып китеүселәр ҙә бар, әлбиттә. Ундай балаларҙы ике төркөмгә бүлеп була. Тәүгеләре интернат системаһына өйрәнеп китә алмай. Улар быға тиклем тыуған йорттан ситтә йәшәмәгәндәр. Өйҙәрен, ата-әсәләрен ныҡ һағыналар. Ундайҙар сентябрҙә үк ҡайтып китә, ғәҙәттә. Кластан берәү-икәү булыуы ихтимал. Икенселәр сессия һөҙөмтәләре буйынса (беҙҙә һигеҙенсе - ун беренсе синыфтар вуздарҙағы шикелле сессия имтихандары, зачеттар бирә), лицей программаһын тарта алмауын аңлайҙар, һәм, ғәҙәттә, ҡайтып китәләр. Беҙҙең шарттарҙа сессияны тик һәлкәүҙәр генә бирә алмай, сөнки уҡыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған.

Донъя кимәлендәге олимпиадаларҙа алтын миҙал яулаған Вадим Харисовтар тап ошо лицейҙың үҙендә барлыҡҡа киләме, әллә улар һеҙгә уҡырға килгәнсе үк вундеркинд булып өлгөргән буламы? Ундай уҡыусылар менән индивидуаль шөғөлләнәһегеҙме, әллә һеҙҙәге уҡытыу программаһы быға булышлыҡ итәме? Тағы ниндәй уңышлы уҡыусыларығыҙҙың исемдәрен атар инегеҙ?

Айнур Зиннур улы:
Баланы, ғөмүмән, асырға кәрәк. Талант ул - уңыштың яртыһы ғына. Балаға бит дөрөҫ йүнәлеш биреү мотлаҡ. Беҙҙең бөгөнгө уҡытыусыларыбыҙҙың күпселеге - үҙҙәре ошо юлды үткән элекке лициестар. Шуға улар балалар менән уртаҡ телде тиҙ таба. Лицейҙа уҡытыу процесы триместрҙарға бүленгән. Биш аҙна уҡыйбыҙ, бер аҙна ял итәбеҙ. "Ял итәбеҙ" тигәнде тырнаҡтар эсенә алырға кәрәктер, сөнки нәҡ ошо ял аҙнаһында балалар менән ныҡлы шөғөлләнәбеҙ. Бөрйән районында лагерыбыҙ бар, унда йәйге осорҙа уҡыусылар ял итә һәм шулай уҡ мәктәп олимпиадаһының көҙгө этабына әҙерләнә. "Көҙгө", "ҡышҡы", "яҙғы" мәктәп тип аталған әҙерлек осорҙары бар. Улар каникул көндәренә бәйле. Вадим Харисов лицейға Межгорье ҡалаһынан 7-се класҡа килде. Математика олимпиадаһында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәйне ул. Әйтергә кәрәк, башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылып тормай ине. Беҙҙең "Остаздар ассоциацияһы"нда, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп, асылып китте. Тәүҙә республикала призер, еңеүсе булды, шунан Рәсәй кимәленә сыҡты. Һөҙөмтәлә Вадим химия буйынса Бөтә Донъя олимпиадаһының алтын миҙалын дүрт тапҡыр яулауға өлгәште. Уҡытыусыһы - Айнур Марс улы Ғүмәров. Әйткәндәй, ул - лицейҙы тамамлап, вуздан һуң туған мәктәбенә ҡайтҡан коллегаларыбыҙҙың береһе.
Әлеге ваҡытта информатиканан бик матур һөҙөмтәләребеҙ бар. Былтыр Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ике уҡыусыбыҙ - Шамил Ғәбитов һәм Ғәлим Фазлетдинов - программалау буйынса еңеү яуланы. Улар әле 11-се синыфта уҡый. Башҡортостан уҡыусылары һуңғы тапҡыр бындай һөҙөмтәгә ун биш йыл элек өлгәшкән булған. Һуңғы ҡаҙаныштарыбыҙ Дарина Ғәзизова (география), Анастасия Лавренова, Искәндәр Шәмиғолов, Айҙар Салауатов (химия) исемдәре менән бәйле. Һанай китһәң, улар бик күп.

Моғайын, иҫәп алып бараһығыҙҙыр: сығарылыш уҡыусылары уҡырға ҡайҙа инә? Вуздарға инеү күрһәткесе йөҙ процентҡа етәлер бит инде?

Фәнүр Тайып улы:
Өфө нефть техник университетын сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың яртыһына яҡыны һайлай, тип әйткәйнек инде. Республиканың башҡа вуздарында, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, башҡа ҡалаларҙа ла уҡыйҙар. Мәктәпте тамамлаған балаларҙың барыһы ла, йөҙ процент, юғары уҡыу йорттарына ингән осраҡ бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да теркәлмәгән. Башҡаларҙың күрһәткестәрен ҡарап барабыҙ, иң юғары һан - 98 процент. Йәштәрҙең бит тормошҡа, донъяға ҡарашы үҙенсәлекле. Бер ҡыҙыбыҙ лицейҙы миҙалға тамамланы. Ләкин бер ҡайҙа ла уҡырға инмәне, бер йыл ял итте, буласаҡ һөнәрен ентекле һайлау өсөн пауза алды. Ахырҙа Өфө фән һәм техник университетының хоҡуҡ институтын һайланы.
Икенсе бер ҡыҙыбыҙ урта һөнәри белем алыу учреждениеһына инде. Ул бала саҡтан музыка теорияһы буйынса белгес булырға хыялланған. Туғыҙҙан һуң ата-әсәһе башланғыс музыка белеме алыр өсөн колледжға барырға рөхсәт итмәгән. Берҙәм дәүләт имтихандарында өс предметтан туҡһандан ашыу балл йыйып, лицейҙы миҙалға тамамлаған уҡыусыбыҙ, вузға бармай, сәнғәт училищеһына инде. Баҡһаң, сәнғәт академияһына башланғыс музыка белеме булмағандарҙы алмайҙар икән. Шулай хыялын тормошҡа ашырҙы ул.
Ошо миҫалдарҙан ғына сығып та, сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла тәүге йылда уҡ студент булып китә, тип әйтеп булмай.

Лицейҙың яулаған үрҙәре бихисап, күреүебеҙсә. Һеҙҙең үҙегеҙҙең күҙлектән сығып, Республика инженер лицей-интернатының кимәлен нисек баһалап була? Юғарымы, әллә бик юғарымы?

Айнур Зиннур улы:
Был осраҡта мәктәптең рейтингына нигеҙләнеп кенә һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Сөнки субъектив баһа бер ваҡытта ла хәҡиҡәткә тап килмәйәсәк. Химия-биология йүнәлеше буйынса лицей Рәсәйҙең 100 иң яҡшы урта белем биреү учреждениелары исемлегенә ингән. РАЕКС агентлығы рейтингында иң яҡшы техник мәктәптәр араһында 104-се урындабыҙ. РАЕКС престижлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән сығарылыш уҡыусыларының процентын иҫәпкә алып баһа ҡуя. Республика буйынса ун иң яҡшы мәктәп иҫәбендә йөрөйбөҙ.

Республика буйлап уҡыусылар йыйыу эшмәкәрлеге лә һеҙгә иң-иңдәрҙе үҙегеҙгә йәлеп итеүгә булышлыҡ итәлер, шулай бит?

Айнур Зиннур улы:
Элек райондарға йөрөп йыя инек балаларҙы. Ковид пандемияһы был эшебеҙгә үҙенең төҙәтмәләрен индерҙе. Үрҙә әйтеүемсә, һәләтле балаларҙы беҙ олимпиадалар аша асыҡлайбыҙ һәм иң-иңдәргә беҙҙең инженер лицейына уҡырға килергә тәҡдим итәбеҙ. Адаптацион лагерыбыҙ эшләй. Теләүселәр, унда өс көн йәшәп, лицей менән яҡындан таныша ала. Ләкин лицеист булып китер өсөн олимпиадала еңеүселәр ҙә имтихан тота. Йәғни, ике иләк аша иләп ҡабул итәбеҙ буласаҡ уҡыусыларыбыҙҙы. Әлбиттә, был үҙенең һөҙөмтәләрен бирә.
Фәнүр Тайып улы: Лицейға балаларҙы икешәр класс 5-кә һәм 7-гә, шулай уҡ 10-ға икешәр класс малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы алабыҙ. Ҡыҙҙарҙа был - технологик (физика-математика) һәм тәбиғи-ғилми (химия-биология) профилле синыфтар. Малайҙарҙа икәүһе лә технологик профилле - берәүһе физика-математика йүнәлешендә, икенсеһе информатика буйынса.
Әйтергә кәрәк, балаларыбыҙҙың күпселеге - Урал аръяғынан. Бигерәк тә Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан лицейҙы үҙ итәләр. Уларҙың яҡшы әҙерлек менән килеүен дә билдәләргә кәрәк.

Һеҙҙә уҡыу йорто барлыҡҡа килгәндән алып башҡорт телен, башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә лә төп иғтибар бирелде. "Башҡорттар.ру" командаһы гел "Шаяниум"да еңеп, башҡа балалар командаларына буй етмәҫлек өлгө булып торҙо. Хәҙер был традициялар һаҡланамы?

Фәнүр Тайып улы:
Иң элек шуны билдәләп китергә кәрәк: беҙҙә төрлө милләт балалары уҡый, лицей милли мәктәп статусын йөрөтмәй. Башҡорт теле, тәү сиратта, дәүләт теле булараҡ уҡытыла. Аҙнаһына бер сәғәт ҡаралған. Шулай уҡ туған тел программаһы буйынса ла дәрестәр инә. Был осраҡта балалар башҡорт телен аҙнаһына - ике, башҡорт әҙәбиәтен бер сәғәт өйрәнә. Ошо сиктән сыға алмайбыҙ. Тел ниндәй кимәлдә үҙләштерелә - был баланың үҙенән дә, база белеменән дә, тыуып-үҫкән ғаиләһе мөхитенән дә тора. Әсә телендә иркен аралашҡандар, аңлаһалар ҙа һөйләшмәгәндәр һәм бөтөнләй белмәгәндәр бар. Башҡорт телен биш Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы уҡыта. Был да бит - үҙенә күрә юғары күрһәткес. Мәҫәлән, Таңсулпан Мулләхмәт ҡыҙы Исламова, Мәүлиха Фәрит ҡыҙы Дәүләтшина, Нәфисә Наил ҡыҙы Кинйәбаева - башҡорт теле буйынса дәреслектәр авторҙары.
Айнур Зиннур улы: Лицей уҡыусылары башҡорт теле буйынса республика конкурстарында даими ҡатнаша. "Урал батыр" эпосын һөйләү буйынса Рәзинә Шахморатова Гран-при алды. Сығышы менән ул Баймаҡ районы Темәс ауылынан. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашабыҙ. Телде белмәгәндәр, самалы белгәндәр һәм яҡшы белгәндәр төркөмдәренә бүлеп алып барабыҙ уҡытыуҙы. "Башҡорттар.ру" командаһы тере, "Шаяниум"да ҡатнашабыҙ. Элекке кеүек еңеүҙәребеҙ ҙә бар. Команданы Айгөл Сәйфулла ҡыҙы Хәйбуллина етәкләй.
Бер нисә йыл элек Башҡортостан Мәғариф министрлығы үткәргән "Башҡорт теле буйынса иң шәп видеоролик" конкурсында уҡыусыбыҙ Сыңғыҙ Ғиләжев беренсе урын алғайны.

Республика инженер лицей-интернатында йәшәү, ашатыу, балалар ялы нисек ойошторолған икән?

Фәнүр Тайып улы:
Йәшәү шарттары беҙҙә яҡшы. Биш тапҡыр ашатыу ойошторолған. Малайҙар корпусында ятаҡ менән уҡыу кабинеттары бинаһы йылы үткәүел менән тоташтырылған. Ата-әсәләрҙең айлыҡ түләүе ҙур түгел - дүрт мең ярымдан ашыуыраҡ ҡына. Республика бюджеты дотацияһы иҫәбенә шулай сыға. Олимпиадаларҙа юғары һөҙөмтәләр күрһәткән балалар түләүҙән бөтөнләй бушатыла. Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләнән булған уҡыусылар ҙа дәүләт иҫәбенә йәшәй. Ҡаланан килеп уҡығандар ҡаралғандың алтмыш процентын индерә. Ташламалар күп балалы ғаиләләр, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ла ҡаралған. Лицейҙың үҙенең ашханаһы булыуы бигерәк тә һәйбәт. Сифаты төшә, тип, балаларҙы ашатыуҙы аутсорсингҡа бирмәнек.
Айнур Зиннур улы: Балалар спорт менән дә мауыға. Республика инженер лицейы, тағы ун бер интернат тибындағы мәктәп менән бергә, туранан-тура Мәғариф министрлығына ҡарай. Урынлашыу күҙлегенән Өфөнөң Орджоникидзе районы биләмәһенә инәбеҙ. Республика әһәмиәтендәге мәктәп булараҡ, башта беҙҙе районда үткән ярыштарҙа ҡатнаштырманылар. Был этапты үтмәйенсә, ҡала һәм республика кимәленә сығып булмай. Оҙайлы һөйләшеүҙәр алып барып, яу менән, тигәндәй, саҡ инеп киттек ярыштарға. Баскетбол менән волейболдан республика турнирҙарында уйнайбыҙ хәҙер.
Шахмат буйынса лицей командаһы - Башҡортостандың өс тапҡыр чемпионы. Морат Бастанов былтыр классик шахмат буйынса 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Уға шулай уҡ "Спорт мастерына кандидат" исеме бирелде. Шахматта өс йыл элек кенә уйнай башлаған уҡыусыбыҙ шундай ҡаҙаныштарға өлгәште. Был да бит - лицей педагогтары коллективы хеҙмәте емеше.
Балалар тәнәфес мәлендә уйнап алһын өсөн ял зоналарына шахмат таҡталары, теннис өҫтәлдәре ҡуйылған.

Ҡыҫҡаса ғына үҙегеҙ тураһында әйтеп китһәгеҙ ине...

Айнур Зиннур улы:
Мин үҙем сығышым менән Ейәнсура районынан. Республика инженер лицей-интернатында 2018 йылдан алып эшләйем. Директорҙың инновацион эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары вазифаһын биләйем.
Фәнүр Тайып улы: Сығышым Әбйәлил районынан. Иҡтисад лицейында 2015 йылда эшләй башланым. 2017 йылдан инженер лицейы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып торам. Шулай уҡ "НефтеПолис" инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды етәксеһе эшен дә алып барам.

Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем.

Рәсүл БАЙГИЛДИН
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 27 март – 2 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.03.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru