
Бала күңеле - сикһеҙ Йыһан. Күпме хыял-теләктәр, ынтылыштар, осоштар тупланған ул "Йыһанда". Ана шул бала күңелендәге хыялдарға ҡанат ҡуйыу, уның һәләттәрен үҫтереү менән шөғөлләнәләр ҙә инде баш ҡаланың быйыл 25 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаусы "Глобус" балалар ижады үҙәгендә. Үҙәктең директоры Раушан Раян улы ҒӘЛИМОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ:
Аңлашылыуынса, был ижади үҙәктә балаларға өҫтәмә белем бирәләр, уларға үҙҙәренең нимәгә һәләтле икәнен, шулай уҡ буласаҡ һөнәре йүнәлешен дә асыҡларға ярҙам итәләр?
- Эйе, тап шулай. Мин "Глобус" балалар ижады үҙәгендә 2014 йылда директор булып эш башлағайным. Уға саҡлы Өфөнөң ул ваҡыттағы 2-се педагогия училищеһында, шунан БДПУ-ның "Худграф" бүлексәһендә уҡып, үҙемдең педагоглыҡ һөнәремә эйә булғайным. Был белемем әлеге эшемдә бик тә кәрәкле булып сыҡты.
Беҙҙең Үҙәктә йүнәлештәр бик күп: музыка, рәсем, спорт, бейеү (эстрада һәм халыҡ бейеүҙәре), техник йүнәлеш буйынса ла өҫтәмә дәрестәр бирелә. Үҙем институтта уҡығанда уҡ кейеҙ баҫыу серҙәрен үҙләштереп, шул темаға диплом эше яҙғайным. "Глобус"та ла бер нисә төркөм балалар кейеҙ баҫыу техникаһын өйрәнә. Йыр яҙҙырыу студияһы ла астыҡ, хәҙер балаларға клиптар төшөрөү мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта IT тармағы буйынса әүҙем эш алып барыла. 2023 йылда айырым бинала "Техноглобус" IT-паркы асылды. Унда программалау, робототехника, пилотһыҙ осоу аппараттары, график дизайн кеүек бик ҡыҙыҡлы йүнәлештәр эшләй. Хатта интерактив панелдарҙа уйнай торған цифрлы сатраш, "Техновышевальня" кеүектәре лә бар. Беҙгә килгән бар балалар ҙа техник йүнәлештә бик алғыр була, тигән һүҙ түгел, уларҙың күптәре сигеү кеүек ҡул эштәре менән дә булырға ярата. Беҙ был ике ҡапма-ҡаршы һөнәрҙәрҙе берләштереү маҡсатында йәнең теләгән һүрәтте уңай пикселдәргә бүлеп, сигеү өсөн нигеҙ әҙерләп биреүсе шул "Техновышевальня" программаһын барлыҡҡа килтерҙек.
Мәктәп - ул стандарт система, программа алдан билдәле. Өҫтәмә белем биреү унан нимәһе менән айырыла? Шулай уҡ күп нимә балаларҙың үҙе теләп йөрөүенән тора, мәктәптә, билдәле булыуынса, ҡайһы саҡта баҫым яһап уҡытырға тура килә. Мәктәп менән сағыштырғанда, һеҙҙең балаларҙың мотивацияһы нисек?
- Өҫтәмә белем - ул ижад һәм шуныһы менән ул бик ҡыҙыҡлы. Балалар телефондан айырылмай, тип йыш ҡабатлайбыҙ бөгөн. Был, ысынлап та, бик ҙур проблема. Ләкин үҙҙәре менән һөйләшкәндә балаларҙың нимәгәлер ҡыҙыҡһыныуы, ихтыяжы барлығын белергә була. Ҡайһы саҡта уңыш уҡыусының ниндәй педагог менән эшләүенә лә бәйле. Беҙҙә үҙ эштәрен яҡшы белгән тәжрибәле, профессиональ уҡытыусылар эшләй. Улар мәктәптәрҙәге ҡайһы бер уҡытыу алымдарының баланың дәртен һүрелдерергә мөмкин икәнен яҡшы аңлай. Бала яңылышһа, әрләшмәй генә, йомшаҡ итеп кенә төҙәтә, дәртләндерә белә педагогтар. Шулай уҡ уңыш ҡаҙаныу, үҙҙәрендә көс тойоу балаларға бик кәрәк. Беҙҙең Үҙәккә йөрөй башлағандан һуң күптәренең мәктәптә лә уҡыу кимәле күтәрелгәне хаҡында әйтә ата-әсәләр.
Беҙҙә билдәләр ҡуйылмай. Беҙ йыл да контроль мониторинг үткәреп, тәрбиәләнеүселәрҙең үҙләштергән белемен беҙгә килгән саҡта - бер тапҡыр, йыл уртаһында һәм йыл аҙағында тағы ла берәр тапҡыр тикшереп торабыҙ. Шул ваҡытта уларҙың ни тиклем үҫешкәне лә асыҡ күренә.
Өфө ҡалаһының һәр бер районында үҙенең өҫтәмә белем биреү үҙәктәре бар, ә шулай ҙа һеҙгә башҡа райондарҙан да йөрөгән балалар бармы?
- Муниципаль учреждение булараҡ, әлбиттә, иң тәү сиратта үҙебеҙҙең Совет районы өсөн эшләйбеҙ, әммә ҡаланың башҡа райондарынан шөғөлләнергә киләләр. Ошо йәһәттән беҙ үҙебеҙҙең рейтинг, тәжрибәбеҙ менән балаларҙы үҙебеҙгә йәлеп итергә тырышабыҙ, башҡа үҙәктәр менән конкуренция ла бар. Бер ваҡыт, эшләй башлағаныма бер йыл самаһы үткәйне, урамда күрше өйҙә йәшәгән оло ғына йәштәге апай туҡтатып: "Һеҙ эш башлағайнығыҙ, урамда машина ҡуйырға урын юҡ!" - тип тиргәшә башланы. Мин уның был әрләшкәненә ҡыуанып, йылмайып торам. Сөнки беҙгә Черниковка, Һупайлы биҫтәләренән дә киләләр хәҙер, матур даныбыҙ таралған. Алыҫтан килгән ата-әсәләр балаларын килтереп, көтөп алып ҡайталар, шул хәл апайға уңайһыҙлыҡ тыуҙырған, күрәһең.
Ябай ҡала мәктәбендә балаларҙың һәләттәре асылмай ҡалырға ла мөмкин. Был йәһәттән "Глобус"тың балаларҙың һәләттәрен асыу, профессиональ йүнәлеш биреүҙәге әһәмиәте ниндәй?
- Был бик сетерекле һорау. Ҡайһы саҡта эш ата-әсәләрҙең үҙҙәренән дә тора. Улар ыңғай һөҙөмтәгә ышанып, хатта ни менән шөғөлләнергә тейеш икәнен алдан билдәләп, балаһын беҙгә алып киләләр. Баланы беҙгә килтереү генә хәжәт, ул үҙенә оҡшаған йүнәлеште үҙе табасаҡ, тип йыш ҡабатлайым. Балалар һәр саҡ үҙҙәре теләгән йүнәлеште үҙҙәре һайлай ала. Мәҫәлән, бер баланы көрәшкә тип килтерҙеләр, ул аҙаҡ үҙ теләге менән фортепианаға күсте. Былтыр штатыбыҙға профессиональ йүнәлеш биреү буйынса белгес алдыҡ. Ул хәҙер балалар менән төрлө методикалар буйынса тестар үткәрә, үҙе лә спикер, модератор булып төрлө сараларҙа ҡатнаша. Беҙгә, мәҫәлән, мөмкинлектәре сикләнгән 120 бала йөрөй. Улар ҙа спорт йә берәй ижади эш менән шөғөлләнеп, үҙҙәренең нимәгә һәләтле булыуын асыҡлай, артабан үҫешә, тормошта үҙ урынын таба.
Йүнәлештәрегеҙ бик күп. Ә балаларҙың уңыштарын күрһәтеү мөмкинлектәрен нисек файҙаланаһығыҙ?
- Үҙебеҙ дүрт ҡала, ике район конкурстарын үткәреп торабыҙ. Мәҫәлән, театр йүнәлеше буйынса "Алтын битлек" тигән бик ҙур кимәлдә үтә торған конкурсыбыҙ бар. Башҡа ҡала, төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар ҡабул итәбеҙ. Былтыр Иглин районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килеүселәр булды. Графикалы дизайн буйынса "Цифровое перо" тигән бик ҡыҙыҡлы конкурс үтеп тора. Шулай уҡ пилотһыҙ осоусы аппараттар буйынса ла иң беренселәрҙән булып конкурстар ойоштора башланыҡ.
Һәм тағы бер бик ҡыҙыҡлы йүнәлеш - ул тиҙлеккә ҡоролған конструкторҙар йыйыу. Пермь ҡалаһынан килешеү буйынса бик ҡиммәтле, әммә күп функциялы 18 комплект конструктор алып ҡайтылғайны. Уларҙан моторлы йәки моторһыҙ самокат, трицикл, квадроцикл, һыу велосипеды һәм башҡа билдәле булған 80 төр проект атҡарып була. Был конструкторҙарға ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн атайҙар менән улдар өсөн шәп конкурс уйлап сығарҙыҡ. Атай һәм улдарҙан торған өс кешелек командалар конструкторҙарҙы тиҙлеккә йыйыуҙа ярышалар. Беҙ уны 1 июндә Якутов паркында үткәрәбеҙ. Бөтә ҡала учережденияларынан 18 команда ярыша. Был бәйге шулай уҡ ғаилә ялы булараҡ, атай менән балалары араһында мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә.
Быларҙан тыш, төрлө күргәҙмәләр, концерттар ойоштороп торабыҙ. Балаларҙың өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле бына инде икенсе тапҡыр Кремль залында сығыш яһарға әҙерләнә. Халыҡ-ара ярыштарға килгәндә, былтыр Астанала үткән конкурста ҡатнашып, алты Гран-при, бер беренсе урын алып ҡайттылар. Бейеүҙәре сағыу, костюмдары матур. Костюмдар йәһәтенән ата-әсәләр ныҡ ярҙам итә.
Балаларҙың ғаиләләре менән бик тығыҙ мөнәсәбәттә булыуығыҙ тураһында әйттегеҙ. Ә балалар уҡыған башҡа белем биреү йорттары менән бергә эш итәһегеҙме?
- Әлбиттә, шунһыҙ булмай. Балалар баҡсалары менән беҙ бәйләнештәрҙе өҙмәйбеҙ, уларҙың базаһында беҙҙең тәрбиәселәр эшләй. Унлаған мәктәп менән килешеү төҙөлгән, беҙҙең тренерҙар уларға барып, рәсем, театр, спорт түңәрәктәрендә эшләйҙәр. Башҡорт дәүләт педагогия һәм нефть университеттары менән шулай уҡ тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Студенттарҙы өсөнсө курстан уҡ эшкә алыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, шул уҡ пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса йүнәлеш асҡанда педагогтар юҡ ине. Ғәли Ғилметдинов исемле бер егетте башлап эшкә алдыҡ. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙен бик тә ҡыйыу тота, педагог булараҡ конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, үҙебеҙҙә ойошторорға мөмкин булған төрлө ярыш идеяларын яуҙырып ҡына тора.
Йәш белгестәр күп хәҙер беҙҙә. Уларҙы эшкә алып, яңылышмағаныңды күреү икеләтә ҡыуаныслы. Бала саҡтарынан беҙҙә шөғөлләнеп, шулай уҡ студент ваҡытында беҙгә эшкә килеп, хәҙер тулыһынса беҙҙең коллега булғандар бар. Педагогик династиялар ҙа барлыҡҡа килә. Майлы буяуҙар менән эшләү буйынса бик көслө Юрий Уждавини исемле рәссам хеҙмәт иткәйне беҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу сәбәпле мәрхүм булып ҡалды. Быйыл уның ҡыҙы, сәнғәт училищеһын тамамлап, беҙгә килде, атаһының юлын дауам итә.
2026 йыл Рәсәйҙә - Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һеҙҙең өҫтәмә белем биреү учереждениеһында нисә милләт балалары уҡый? Бер нисә балаһын һеҙгә йөрөткән ғаиләләр бармы?
- Өфөлә нисәмә төрлө милләт бар, шунса милләт балалары беҙҙә шөғөлләнә, тиһәң дә була. Береһен дә айырып ҡарамайбыҙ. Беҙҙең төп фойела төрлө халыҡтарға бәйле күргәҙмәләр ойоштора башланыҡ.
Башҡорттарға килгәндә, беҙҙең Үҙәккә күрше генә 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы эшләй. Улар беҙгә айырым да, төркөмдәре менән килеп шөғөлләнәләр, уҡытыусыларыбыҙ уларға бара. "Логопедия" бүлегенә килгән бәләкәстәр "Һаумыһығыҙ" тип хор менән һаулыҡ ҡушып китәләр.
Һеҙҙең өҫтәмә уҡыу йортоноң үҙенең билдәле имиджы бар. Ә мәғариф һәм ҡала етәкселеге йәһәтенән баһалар нисек?
- Беҙ күп тапҡырҙар иң яҡшы инновацион учереждение исемдәрен алғаныбыҙ бар. Өҫтәмә белем биреү буйынса иң ҙуры тип һаналған "Сердце отдаю детям" конкурсында беҙҙең педагогтар еңеү яулай, призлы урындар алып тора. Башҡа төбәктәрҙән килгән делегацияларҙы беҙгә ебәреүҙәре лә - ул ҙур күрһәткес, тип уйлайым. Ошо арала Чечен, Татарстан республикаларынан, Түбәнге Новгород, Ярославль ҡалаларынан килгән вәкилдәрҙе ҡаршыланыҡ. Былтыр үткән "Арктур" конкурсы сиктәрендә күп илдәрҙән килгән утыҙлаған етәксе, өҫтәмә белем биреү буйынса методистар беҙҙең мәктәптәрҙәге яҡшы мөхитте билдәләп китте. Шулай уҡ ҡунаҡтар яңы асылған "Техноглобус" паркының үҙенсәлектәре, дизайны күңелгә ятышлы булыуы менән һоҡланды. Был да бик мөһим, сөнки ошо барлыҡ нескәлектәргә балалар ҙа иң тәү сиратта иғтибар итә.
Шулай итеп...
Тәүҙә балалар баҡсаһының бер мөйөшөндә генә ойошторолған Үҙәк хәҙер ике бинаны биләй. Ике бинаның залдары, кабинеттары ла тормошта үҙ юлын, үҙ һөнәрен табырға ынтылған маҡсатлы балалар шауынан гөр килеп тора. Раушан Раян улы Совет районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ та бында ҡыҙыҡлы саралар, түңәрәк ҡорҙар ойоштора. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән дә фәһемле осрашыуҙар булып тора. Бындай рәсми саралар ҙа Үҙәктә шөғөлләнеүсе балаларҙы ҡыҙыҡтыра, уларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн бер этәргес көс булып тора. Артабан да уңыштар юлдаш булһын был "Глобус" тип аталған балалар ижады үҙәге коллективына.
Айһылыу ДАУЫТОВА
әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 27 март – 2 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА