
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, "Ашҡаҙар" радиоһының баш режиссеры, күп тапшырыуҙар авторы, йырсы Урал Ниғмәтуллин - төпкә егелеп тартҡан журналистарҙың береһе. Башҡортостан телерадиокомпанияһында утыҙ йылдан ашыу эшләү дәүерендә бик күп проекттар ғына түгел, күп яңы исемдәр ҙә асты ул. Радио фондын байытыуҙа Урал Миңлебай улының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Музыка өлкәһендәге белеме, мәғлүмәтлелеге менән һөнәрҙәштәренә ысын терәк булып тора. Йыр сәнғәтенә ғашиҡ ир-азамат үҙе лә халыҡ йырҙарын оҫта итеп башҡара, бер үк ваҡытта, төрлө осор композиторҙары йырҙары менән дә тамашасы күңелен арбай. Урал Ниғмәтуллиндың халҡыбыҙҙың мәҙәни донъяһын киң яҡтыртыуға, уны пропагандалауға, киләсәк быуын өсөн һаҡлауға арнаған үҙ алдына ҡуйған бурыстары ла күп. Ә беҙ биргән өс һорау рухи тормошобоҙға тос өлөш индергән журналистың, ижадсының күңел донъяһына нығыраҡ үтеп инергә ярҙам итер.
Урал, сәнғәт өлкәһен һайлағанда ҙур сәхнәгә сығыу тураһында хыял иткәнһеңдер бит, ләкин журналист хеҙмәтенә тоғроһоң һәм эшеңдә тап ошо өлкәне киң яҡтыртаһың. Сәнғәткә һөйөү ҡасан уянды?
- Беҙҙең ғаиләлә инәйем Нурия Фәйзрахман ҡыҙы, атайым Миңлебай Сөнәғәт улы Ниғмәтуллиндар - икеһе лә йырға маһирҙар. Ғөмүмән, нәҫелдә ике яҡлап та һәләтле, матур тауышлы йырсылар күп. Мин бала саҡтан Ханнан бабайымдың, Хәлиҙә, Мәүә, Ғәйшә әбейемдәрҙең, Зөфәр, Хәбир ағайымдарҙың башҡарыуында оҙон көйҙәрҙе, композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәрен, шулай уҡ нәҫел йырҙарын да тыңлап үҫтем. Шуға ла йыр миңә кескенәнән һулар һауа кеүек ине. Радионан иртәнге концерттарҙы, спектаклдәрҙе тыңлайым. Концерт, йә спектакль башланһа, донъямды онотам. Шулай йырсы булырға тигән хыялым бөрөләнгәндер. Әммә тәүҙә водителгә уҡып сыҡтым. Унан йырға булған һөйөү барыбер мине Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына алып килде. Хорға дирижерлыҡ итеү бүлеген тамамланым. Шунан Ғафури район мәҙәниәт йортона эшкә ҡайттым.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре бар йәһәттән дә оҫта булырға тейеш. Кәрәк икән, йырсы, театр артисы, бейеүсе, музыкант та булаһың, агитбригадала сығыш яһайһың... Ул осорҙа коллектив менән Силәбе, Ырымбур, Пермь, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләрендә сығыштар яһарға, смотрҙарҙа, һабантуйҙарҙа ҡатнашырға насип булды. Мәҙәниәт һарайында коллектив төрлө, шуға ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, хор менән дә эшләнелде. Беҙҙең уңыштарҙы телевидениеға ла төшөрөп, зәңгәр экрандарҙан күрһәттелер. Шулай уҡ яңылыҡҡа ынтылыу миндә көслө ине. Артабан белем алыу теләге мине БДУ-ның филология факультетына алып килде. Уны уңышлы тамамлап, Радио-2-лә музыка мөхәррире булып эшкә килдем. Шунан "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының төп каналына эшкә саҡырҙылар. Бер ни тиклем ваҡыттан "Ашҡаҙар" радиоһы асылды. Бына хәҙер 31 йыл халҡыбыҙға хеҙмәт итәм, тип ғорурлыҡ менән әйтәм. Журналист эше бик мауҡтырғыс, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле бит ул. Сөнки һин яңынан-яңы кешеләр, оло шәхестәр, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһенә ғүмерҙәрен бағышлаған илһам эйәләре менән осрашаһың, хатта дуҫлашаһың һәм уларҙың яҙмышы, талымһыҙ хеҙмәте һине лә илһамландыра, тәрбиәләй, рухи яҡтан байыта.
Ҡурайҙың башҡорт халҡы тормошонда ролен, тотҡан урынын радиола һинән дә тәрәнерәк яҡтыртҡан журналист юҡ. Халҡыбыҙҙың рухи асылын күрһәтеп, бик күп талантлы ҡурайсылар менән таныштыра киләһең. Ҡурай һәм милләт яҙмышы айырылғыһыҙ бәйләнгән. Был проект нисек тыуҙы?
- "Ҡурай иле" тапшырыуы ҡурайсылар менән күп йылдар аралашыу, ҡурайыбыҙға, ҡурай сәнғәтенә, ҡурайсыларға булған оло ихтирам һөҙөмтәһендә тыуҙы. Минең үҙемә иһә ҡурай бала саҡтан таныш, бесәнгә барған саҡта ҡурай көпшәһен ҡырҡып алып, тишектәрен уйып, һыҙғыртырға өйрәндем.
Беҙҙең ауылда борон-борондан ҡурайсылар күп булды. Йәнмырҙа тигән бабайҙы, үҙенсәлекле талант эйәһе ине, тип иҫкә алам. Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан бик ҡыҙыҡ бабай булды ул. Балалар уны күрһәләр, һәр саҡ уратып алалар ине. Бабай бармағын ауыҙына тыға ла, төрлө көйҙәр сығара торғайны. Кавалерист булғас, 9 майға мәктәпкә саҡыра торғайныҡ уны. Хәтирәләр һөйләй ҙә, шунан өҫтәлдә нимә ята, ручкамы, ҡәләмме, ауыҙына ҡуя ла иҫ китмәле итеп көй сығара башлай. Беҙ балаларға ҡыҙыҡ, эргәһенә барып уратып алабыҙ, етмәһә, Йәнмырҙа бабай үҙе шаян була торғайны. Шырмый бабай, тип йөрөттөк. Йыр-моң ҡурай донъяһынан айырылмаған кешенең бына шуға ла тап ошо йүнәлештә тапшырыуҙар алып барыуы аңлашыла торғандыр.
Унан, тағы бер мәсьәләгә битараф ҡала алманым. Икенсе халыҡтар араһында беҙҙең ҡурайҙы үҙләштерергә тырышыусылар табылды. Йән әсеп, шунан бигерәк ҡабынып киттем. Балтырғандан көпшә эшләп, "ҡурай ошо була" тип хәбәр һөйләүселәре булды араларында. Сәмгә тейҙе. Мин һәр ваҡыт ҡурайсыларҙың байрамына йөрөнөм. Өфөлә үтһенме, Октябрьскийҙамы, Йылайырҙамы, Хәйбуллаламы, был ҙур сараны ҡалдырғаным булманы. Балаларҙан алып, олоһона тиклем, һәр бер ҡурайсы менән танышып бөттөм. Һәр береһенән радио өсөн интервью алдым. Бына шулай тыуҙы инде ҡурайға арналған тапшырыу кәрәк, тигән идея. Тик нимә тип асырға, исеме нисек булырға тейеш ул тапшырыуҙың? Бының буйынса ла байтаҡ баш ватырға тура килде. Ахыр, "Ҡурай иле" тигән исемгә туҡталдым. Иң тәүге ҡунағым данлыҡлы ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов булды. Уның менән беҙ университетта бергә уҡыныҡ.
Ҡурай тураһында һөйләмәү мөмкин түгел. Халҡыбыҙҙың йылъяҙмаһын ҡурай менән ҡурайсы беҙгә килтереп еткергән бит. Моңдарыбыҙ ҙа ҡурай гармонияһына көйләнгән, йәғни, йырҙарыбыҙ нигеҙендә ҡурай моңо ята, тип әйтергә итәм. Ә беҙҙең бөйөк ҡурайсыларыбыҙ тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә була. Ҡурайҙы рәсми, профессиональ ҙур сәхнәнән бөтә донъяға алып сыҡҡан Йомабай Иҫәнбаев үҙе генә ни тора! Ә былай уға тиклем Берлинда ла, Парижда ла башҡорттар ҡурай уйнап йөрөгән, әлбиттә. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар Парижға ҡурай уйнап барып ингәндәр. Бына ниндәй аҡыллы, бәҫле, абруйлы булған беҙҙең ата-бабалар. Милли тойғо, милли дәрәжә уларҙа иҫ китмәле булған, аңлап бөтөрлөк тә түгел хатта. Гетеға уҡ-ян бүләк иткәндәр бит инде осрашҡан саҡтарында. Мин ҡурай ҙа бүләк итеп киткәндәрҙер тип уйлайым. Улар Гетеға ла ҡурай уйнап ишеттергәндер бит инде. Сәпкә лә атып ҡарағандар уҡ менән. Уйлап ҡараһаң, башҡорттоң батырлығы иҫ киткес инде. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр ағай Хисмәтуллин әйтмешләй, башҡортомдан да шәп йырлаған халыҡ юҡ. Ул үҙе Мәскәү консерваторияһын бөткән, башҡа халыҡтарҙың да моңон ишетеп йөрөгән. Ә башҡорт моңон шулай ҙурланы.
Үҙемдең тапшырыуымда данлыҡлы быуын ҡурайсыларҙың барыһы менән дә эшләнем мин. Ҡурайсылар, ғөмүмән, бик төплө һәм бай фекерле кешеләр. Азат ағай Айытҡолов, Юлай ағай Ғәйнетдинов менән һөйләшеп китһәң, әллә күпме мәғлүмәт алырға була. Бигерәк тә Юлай ағайҙы мин "энциклопедия" тип атайым. Бер заман: "Ҡайҙан шул хәтлем мәғлүмәтте иҫегеҙҙә тотаһығыҙ?" - тип һораным да. Ҡурайсылар байрамында осрашабыҙ бит, ул ҡурайсылар өсөн тотош мәктәп ойоштора. Юлай ағай - ҡурайсыларҙың уҡытыусыһы. Ҡурайҙың сафлығын һаҡлаусы бит ул. Мин уның менән өс "Ҡурай иле" эшләнем. Барыбер һөйләшеп бөтөп булманы.
Ҡурай моңонда башҡорттоң йөрәк тибеше, күңел һыҡтауы, йән ауазы, бөйөклөгө сағыла. Ҡурай - ул башҡорттоң ҡан хәтерен уятыусы мөғжизәле уйын ҡоралы. Урал, башҡорт, ҡурай - айырыламаҫлыҡ төшөнсәләр. Ҡурайсы - ул башҡорттоң әлмисаҡтан килгән тарихын, моңон, боронғоһон бөгөнгөгә, бөгөнгөһөн киләсәккә бәйләүсе үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алған зат.
Бөгөнгө сәнғәттең үҫешен нисек баһалайһың? Ниндәй шатлыҡтар һәм көйөнөстәр менән йәшәйһең?
- Оло быуын композиторҙары: Ғ. Әлмөхәмәтов, З. Исмәғилов, Х. Әхмәтов, Р. Мортазин, Х. Заимов, Х. Ибраһимов, Т. Кәримов, Р. Сәлмәнов, К. Рәхимов, М. Вәлиев, унан килә урта быуын: Ш. Ҡолбарисов, Р. Хәсәнов, Р. Ғәзизов, С. Низаметдинов, А. Ҡобағошов, А. Кәримов, А. Ғабдрахманов, Т. Шәрипов, Н. Дауытов, Д. Хәсәншин, А. Кукубаев, Н. Инякин, Р. Йыһанов, Р. Сәхәүетдинова, әлеге быуын вәкилдәре И. Яхин, У. Иҙелбаев, А. Аҙнағолов, А. Хәсәншин, А. Ғайсин, Ш. Сәғитова, У. Мөхәмәтйәнов һ.б. бөгөнгө көндә башҡорт музыка мәҙәниәте үҫешенә үҙ өлөшөн индереп, сәнғәтебеҙгә талымһыҙ хеҙмәт итеүселәр. Уларҙың музыкаһы, йыр-көйҙәре аша беҙҙе таныйҙар, беләләр. Айырыуса, был йәһәттән өлкән, урта быуын композиторҙарының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Уларҙың һәр ҡайһыһының яҙыу стиле, үҙ йөҙө, бай, йөкмәткеле, ҡабатланмаҫ ижады бар. Уларҙы оноттормаҫҡа, йәштәребеҙгә уларҙан өлгө алып эшләргә лә эшләргә кәрәк, тигәнде гел тылҡып, иҫкәртеп, төҙәтеп торорға кәрәк. Ошо мәсьәлә, йәғни, быуындар күсәгилешлеге булырмы, тигән һорау, әлбиттә, мине борсой. Эйе, һәр быуын музыкала, сәнғәттә үҙ йүнәлешен, стилен, колоритын булдыра, үҙенең генә эҙен ҡалдыра. Заманына ҡарап, уның музыкаһы йә сағыу, тулы һыулы, йә һайығыу кисергән йылға кеүек була. Һәр хәлдә лә, башҡорт моңо дарьяһы һис һайыҡмаһын ине инде.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 27 март – 2 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА