«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫ - МИЛЛӘТЕН АЛҒА ӘЙҘӘҮСЕ
+  - 


Көҙҙөң икенсе айында уҡыу бүлмәһенә мыҡты кәүҙәле ир килеп инде. Силәбелә сәнғәт институтын тамамлаған Әмир Әхмәт улы Әбүлханов музыка һәм Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрен үткәрергә теләк белдерҙе. Бергәләп эште нисек ойоштороу мәсьәләһен хәл иткәс, ул йыр һәм музыка дәрестәре бирә башланы. Синыфтың бөтә уҡыусыларын да хор дәрестәренә йәлеп итеү һөҙөмтәһендә йыр һәм музыка менән шөғөлләнеү аҙнаһына ике сәғәткә барып етте. Шул йылда тәрбиә эшен музыка көсөнә таянып тормошҡа ашырыу отошло булыр, тигән уй килгәйне башыма. Әммә дәресте пианинола уйнап үткәреүсе ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар күңелемә ятманы. Ә Әмир Әхмәт улы иһә оҫта баянсы ғына түгел, һәүәҫкәр композитор ҙа булып сыҡты. Уның Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған "Ҡайт инде" исемле йырын балалар шундай яраттылар, уны хатта телевидение аша йырлап ишеттерҙеләр.
Тағы бер йылдан мәктәбебеҙҙә эшләүсе ир заттары тағы берәүгә артты. 21-се быуат башында телевидениела "Йома" тапшырыуын алып барған Йәркәй ағай Яҡшыдәүләтов ине ул. Уның менән яҡшы таныш инем, сөнки "Совет Башҡортостаны" гәзите редакцияһында бер заманда эшләнек. Урамда осрашҡаныбыҙҙа уҡыусыларым менән ғәрәп теле дәрестәре үткәреүен һораным. Хажи һүҙемде йыҡманы: өҫтәлмә дәрестәр иҫәбенә аҙнаһына ике тапҡыр балаларға ошо фәндең нигеҙҙәрен өйрәтә башланы. Уҡыусыларым менән уртаҡ тел тапты, ысын күңелдән уҡытты Йәркәй Әнүәр улы. Башҡа дәрестәрҙә һәр ваҡыт һулдан уңға яҙырға күнеккән уҡыусылар өсөн кире йүнәлештә яҙыу бик ҡыҙыҡ тойолдо.
Уҡыу-тәрбиә эшенең планын төҙөүгә айырыуса ҙур иғтибар бирҙем. Хәбәр һөйләүгә, нотоҡ уҡыуға ҡоролған сараларҙан баш тартырға тырыштым. Класс сәғәттәренең темаһын билдәләгәндә, уҡыусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алдым. Уҡыу йылы башланыу менән балаларға бер бит ҡағыҙ таратып бирҙем һәм ниндәй саралар үткәреүҙе тәҡдим итеүҙәрен һораным. Уйланыу өсөн аҙна-ун көн ваҡыт бирҙем. Дүшәмбе көндө шул ҡағыҙҙарҙы йыйып алып, иң ҡыҙыҡлыларын уҡып күрһәттем. Күңелгә оҡшаған тәҡдимдәрҙең һаны өс-дүрттән ашмай торғайны. Икенсе тапҡыр шул уҡ эште яңынан ҡуштым. Был юлы ата-әсәләре менән дә кәңәшләшергә саҡырҙым.
Һигеҙенсе синыфта уҡығанда, 2004/2005 уҡыу йылы башында, тәҡдим ителгән эштәрҙең иң оҡшағандарын килтереп китәм. "Нимә ул мөхәббәт" темаһына диспут", "8 "б" синыф уҡыусылары менән футбол ярышы үткәреү", "Мостай Кәримдең 85 йыллығына концерт әҙерләү", "Тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия". Уҡыу йылы, ғәҙәттә, утыҙ-утыҙ бер аҙна дауам итә. Тәҡдим ителгән сараларға үҙемдекеләрҙе ҡушып, йыллыҡ план төҙөй торғайным.

* * *

Егерменсе быуаттың һуңғы яртыһында кешенең мейеһен өйрәнеү өлкәһендә ҙур асыштар яһалды. Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт, татар, урыҫ филологияһы факультеттарында эшләгән осорҙа талиптарҙы мейе өлкәһендәге эҙләнеүҙәрҙең һөҙөмтәләре менән таныштырыуға күп көс һалдым. Мәктәптәрҙә был асыштар тураһында белгән уҡытыусылар булманы, сөнки һуңғы яңылыҡтар менән иң беренсе булып ғалимдәр таныша, уларҙы үҙләштерә. Һөҙөмтәле уҡытыу өсөн балалар менән эшләүсе һәр кеше мейенең төҙөлөшөн яҡшы белергә тейеш.
Һуңғы илле-алтмыш йыл эсендә эшләнгән асыштарҙың иң мөһимдәре менән таныштырып китһәм, яҙыҡ булмаҫ. Билдәле булыуынса, мейе ике ярымшарҙан тора. Уларҙы һөйәлле күпер тоташтырып тора. Кешенең кәүҙәһе менән мейеһе үҙенсәлекле бәйләнештә: һул яҡ ярымшар уң ҡул, уң аяҡ менән, уң яҡ ярымшар һул ҡул, һул аяҡ менән нервалар ярҙамында тоташҡан (Һүрәтте ҡарағыҙ).



Иң мөһим мәғлүмәт: һәр ярымшар күпселек осраҡта үҙенә генә хас өлкә өсөн яуап бирә.
Бына уларҙың урынлашыу тәртибе.



Әлеге заманда кешелек белем биреүҙә, ғәмәлдә, мейенең тик һул ярымшарын ғына эшкә ҡуша. Һәр ун кешенең тик берәүһе генә уң ярымшарын үҫештереү бәхетенә эйә. Уларҙы "һулаҡайҙар" (левша) тип йөрөтәләр. Йыш ҡына уҡытыусылар ундайҙарҙы уң ҡул менән яҙырға, һүрәт төшөрөргә, тегергә һ.б. өйрәтергә тырыша. Әлбиттә, "һулаҡай"ҙарға яҙыу-һыҙыу эштәренең бер ни тиклемен уң ҡул менән башҡарыу отошло, сөнки мейенең һул ярымшарын да үҫештереү зарур.
Әммә бөтә балаларҙы ла көсләп уң ҡуллы итергә ынтылыу - ҙур хата. 144-се гимназияла эшләгәндә, атаһы ун ике йәштәге малайын уҡырға алыуымды һораны. Мин ризалаштым. Тәүге көндә үк шуға иғтибар иттем: яҙған ваҡытта бала нишләптер һул ҡулын гел пинжәгенең кеҫәһенә йәшерә. Сәбәбен һорағайным, ошондай яуап ишеттем: "Онотоп, һул ҡул менән яҙа башлаһам, уҡытыусым бармаҡтарыма күрһәтеү таяғы менән һуға торғайны. Шуға ҡулымды кеҫәгә тығып ултырам". Мин уға: "Ҡайһы ҡулың менән теләһәң, шуны менән яҙ. Тик үҙеңә уңайлы булһын", - тип кәңәш бирҙем. Бала ҡулын кеҫәһенә йәшереүҙән туҡтаны, әммә бер ай самаһы уң ҡулы менән яҙыуын дауам итте. Тәбиғәте талап иткәнлектән, аҙаҡ яҙыу-һыҙыу эштәрен тик һул ҡулы менән башҡарҙы.
Эшмәкәрлектә гел уң ҡулына мөрәжәғәт иткән бала йырға, һүрәт төшөрөүгә ылыҡмай. Хыялға бирелеү, күҙаллау ҡеүәһен юғалта. Тик үҙен генә яратыусан, үҙ һүҙле, шәхси файҙаһын ғына ҡайғыртҡан кеше булып китергә лә мөмкин. Һәр шөғөлөн бер ҡулы менән генә башҡарырға күнеккән уҡыусы тиҙ арый, уның тойғолары һүрәнләнә. Кешеләр араһында күҙәтелгән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе күрә белмәй, сәхнә әҫәрҙәренең тәрән йөкмәткеһенә төшөнә алмай. Һүгенеү, тупаҫлыҡ кеүек алама сифаттарҙы ла тиҙ үҙләштерә. Күңелен күтәреү маҡсатында хәмер менән мауығып китергә лә мөмкин.
Быға ҡаршы торорға мөмкин - уның юлы бик ауыр түгел. Үҙ тәжрибәмдә, үҙ тормошомда һынап ҡараным мин уны. Һулаҡай ҡул менән яҙыуҙы ғәмәлгә ашырыу аша өлгәшергә була ыңғай һөҙөмтәләргә. 144-се мәктәптә был ысулды ҡулланыуға 2-се класта күстем, сөнки тәүге уҡыу йылын уң ҡул менән яҙырға өйрәтеүгә бағышланым.
Үҙем һулаҡай ҡул менән яҙыуҙы 1986 йылда ғәмәлгә ашыра башланым. "Совет Башҡортостаны" гәзитендә эшләгән саҡта күп яҙырға тура килде миңә. Төштән һуң арыған бармаҡтар яҙырға ризалашмай башланы. Шул саҡта, талап ителгән мәҡәләне ваҡытында әҙерләү маҡсатында һул ҡул менән яҙа башланым. Тәүге көндәрҙә ҡул тыңламай йөҙәтте, сөнки мейе: "Әйҙә, ҡәләмде текә тотайыҡ", "Бармаҡтар ҡағыҙ битенән алыҫыраҡ урынлашһын", - тигәнерәк бойроҡтар бирҙе. Яңы ысул менән яҙырға тотонғас, сәбәпһеҙ көлөү башланып киткеләне. Уң ҡул менән яҙған ваҡыттағы көлөүгә бөтөнләй оҡшаманы ул. Утыҙ йыл буйы йоҡлаған һул яҡ ярымшарымдың уяныуы хаҡында һөйләгәндер был көлөү.
Ошо мәсьәләне күтәреп сыҡҡан китаптар, мәҡәләләр менән танышып, кәңәштәрҙе үҙ тормошомда ҡулланып ҡарағандан һуң, ошондай һығымталарға килдем: а) ун биш минут һул ҡул менән яҙыу мейегә ҡырҡ-ҡырҡ биш минут тик ултырып ял итеүгә торошло ял бирә; б) кешенең хистәре нескәрә: ул һүрәт төшөрә башлай, ғүмерҙә шиғыр яҙмаған кеше тәүге әҫәрҙәрен яҙа; в) төҫлө төштәр күрә; г) юҡҡа-барға көйөргә, әрләшергә ғәҙәтләнгәндәр шул сифатарынан әкренләп арына; д) хәмер менән мауыҡҡандар, үҙҙәре лә көтмәгәндә, айыҡ тормошҡа күсә; е) ысулды ғәмәлгә ашырыусының иҫләүгә һәләте көсәйә.
Һулаҡай ҡул менән яҙыуҙың әһәмиәте шунда: ул уҡыусыларҙың психик яҡтан көйһөҙләнеүен һәм күп уҡып арыуын иҫкәртеүгә булышлыҡ итә. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ: 7-се, 8-се класҡа күскәндән һуң, йәғни үҫмер ҡорона еткәс, малайҙарҙың да, ҡыҙҙарҙың да холҡо танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Уҡыу ҡайғыһы икенсе урынға күсә, сөнки енси яҡтан үҫешеү осоронда тәүге һөйөү тойғоһона бирелә улар. Малайҙарҙың ҡайһылары әтәсләнә башлай - бер-береһе менән сәкәләшә, уҡытыусыларҙың талаптарына ҡолаҡ һалмай. Ата-әсәһе менән дә бәхәс ҡора ҡайһы берәүҙәре.
Бала саҡ менән хушлашыр алдынан йәш быуын, ҡайһы илдә генә йәшәмәһен, ниндәй генә милләттән булмаһын, ҙур ауырлыҡтар кисерә. Ошо киҫкен ваҡытта һулаҡай ҡул менән яҙыуҙың әһәмиәте айырыуса ҙур. Тәүге ике дәрестә был ысулға мөрәжәғәт итмәҫкә лә була, сөнки өйҙәренән балалар ял итеп киләләр. Өсөнсө, дүртенсе дәрестә - 7, бишенсе, алтынсы дәрестә 9-11 минут тирәһе һулаҡай ҡул менән яҙыуҙы тормошҡа ашырыу бик файҙалы. Кемдәр һулаҡай ҡуллы булып тыуған, улар, аңлайһығыҙҙыр, эшкә уң ҡулдарын егә (Мәҡәләгә битараф булмаған кешеләргә мотлаҡ яңы ысул менән яҙып ҡарарға тәҡдим итәм). Уҡыусыларым белә - дәфтәрҙе тикшергәндә уҡытыусы яҙмаларының матурлығын баһаламаясаҡ. 144-се башҡорт гимназияһында эшләгән дәүерҙә емешле уҡытыу методикаһын ҡуллана башланым. Уны, "бер-береңде уҡытыу ысулы", тип атаным. Тәнәфестә өс-дүрт баланың белемен тикшергәндән һуң, яҡшы әҙерләнеп килгәндәрен "уҡытыусы" итеп тәғәйенләнем. Дәрес башланыу менән, үҙемдән тыш, миңә ике-өс ярҙамсы килә. Улар баһа ғына ҡуймай, яҡшы әҙерләнеп килгәндәрен "уҡытыусы" итеп ҡуйырға тәҡдим индерә. Был ысул менән тикшергәндә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, йыш ҡына бөтә уҡыусыларҙың да әҙерлек кимәлен тикшереүгә өлгәшеп була. Балалар ошо рәүешле аралашҡанда, бер-береһен яҡшыраҡ аңлай башлай, йәмәғәт тормошонда ҡатнашыу тәжрибәһе туплай.
Үҙем уйлап сығарған "бөтә кәүҙә ярҙамында иҫләү" ысулын да йыш ҡулландым уҡытҡанда. Миҫал өсөн урыҫ телендә мөһим роль уйнаған ҡағиҙәне өйрәнеү тәжрибәһе менән таныштырып китмәксемен.
Бына уның йөкмәткеһе: "Твердый разделительный знак пишется после приставок, оканчивающихся на согласную букву, перед буквами е, ё, ю, я". Балалар, ата-әсәләр генә түгел, хатта уҡытыусылар ҙа, иҫләү генә түгел, ошо ҡағиҙәне шунда уҡ аңлай алмай интегәләр. Дәрескә әҙерләнгәндә иң алда был ҡатмарлы ҡағиҙәне "тураҡланым", мейе менән генә түгел, хәрәкәттәр ярҙамында ла аңға һеңдереү юлдарын билдәләнем.



Уҡыусыларҙы ҡағиҙә менән таныштырыуҙы ҙур майҙанлы урында үткәреү отошло. Балалар, бер-береһенән ярты метр алыҫлыҡта урынлашып ярымтүңәрәк яһай, ә уҡытыусы уртаға баҫа. Һәр кемдең ҡулында өҫтәге дүрт өлөшкә бүленгән ҡағиҙә. Уҡытыусы, урынында торған көйө, инеш һүҙҙе әйтә. Шунан "после приставок" тигән өлөштө әйтә лә, бер аҙым алға атлай. 2-се аҙымды эшләр алдынан тейешле һүҙҙәрҙе әйтеп ишеттерә. "Перед буквами е, ё, ю, я", тип әйткәндән һуң, 3-сө аҙымды яһай.
Балаларға иҫләүҙе еңелләштереү маҡсатында, уҡытыусы арҡаһы менән боролоп һәм шул өлөштәрҙе әйтеп, хәрәкәттәрҙе яңынан ҡабатлай. Тик шунан һуң ғына, ҡағыҙҙарына ҡарап, уҡыусылар үҙҙәре лә ҡағиҙәне өс аҙымға бүлеү юлы менән иҫләүгә күсә. Был күнегеүҙе ваҡыты-ваҡыты менән ҡабатлап тороу кәрәк. Ҡағиҙәне һеңдергәндән һуң, ошо һөйләмде әйтергә генә ҡала: "Во всех остальных случаях в словах русского происхождения пишется ь знак".

Шулай итеп...
Мәғариф өлкәһендә дүрт тиҫтә йылдан ашыу эшләп, тәжрибә туплағандан һуң, шундай һығымтаға килдем: уҡытыусы - милләтте ҡурсалаусы, яҡлаусы һәм уны алға әйҙәүсе. Халҡына хеҙмәт итергә теләгән егет һәм ҡыҙҙарға ошо абруйлы, әммә мәшәҡәтле һөнәрҙе һайларға тәҡдим итер инем.

Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ.
(Аҙағы. Башы 11-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №12, 27 март – 2 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.03.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru