«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

НИСЕК СӘСӘҺЕҢ БИТ!
+  - 

Кишерҙе - ер йылынғас

Кишер - баҡсасылар араһында иң билдәле культура. Был йәшелсә бик файҙалы, ул В, РР, С, Е, К витаминдарына бай, кишерҙәге каротин кеше организмында А витаминына әүерелә. Кишерҙәге бета-каротин үпкәләр эшмәкәрлеген, күреү һәләтен яҡшырта, теш ҡаҙналарын нығыта. Кишер сәсеүҙең бер ауырлығы ла юҡ, уны бар баҡсасылар ҙа бер төрлө сәсәлер, моғайын. Шулай ҙа түбәндәге кәңәштәрҙе лә ҡулланып ҡарағыҙ.

• Кишерҙе ер йылынғас сәсәләр. Түтәл әҙер булғас, унда ҡоро орлоҡтарҙы сәсеп сығалар. Әммә был осраҡта кишер оҙаҡ шытасаҡ, тупраҡтағы дымдың етмәүе лә бар. Шуға ла, ғәҙәттә, кишер тәүге ямғырҙан һуң ғына сыға башлай. Әгәр ҙә орлоҡтарҙы еүешләп йәки шыттырып сәсһәгеҙ, түтәлгә шунда уҡ һыу һибергә кәрәк. Һыу һибеүҙе артабан да дауам итергә тура килер, сөнки тупраҡтың дымын тотмаһаң, шыттырылған орлоҡтар һәләк була.
• Баҡсала ҡар иреп, һыуҙар йыйыла башлағас та, кишер орлоғон еүешләп, туҡыма тоҡсайға һалып, көрәк тәрәнлегендә соҡор ҡаҙып, шунда күмеп, өҫтөнә ҡар ташлап ҡуяһың. 10-12 көндән орлоҡтар шыта башлай. Уларҙы алып, ҡоро йылға ҡомо менән ҡатыштырып, түтәлгә һибеп сығаһың. Тупраҡты тығыҙландырыу өсөн өҫтөнә устар менән баҫҡылайһың һәм полиэтилен менән ябаһың. 5-6 көндән кишерегеҙ баш төртөп тә сығыр.
• Кишер орлоҡтарын редис орлоғо менән ҡушып болғатаһың, әҙерәк йылға ҡомо өҫтәйһең. Шуны түтәлгә сәсеп сығаһың. Был осраҡта кишер түтәлен һирәкләп сығырға кәрәкмәй, редис тиҙ өлгөргәнлектән, уны ашап торасаҡһығыҙ, үҫеп килгән кишерҙәргә урын да иркенәйә. Редис урынына шпинат, салат ҡулланырға була.
• Магазиндарҙа ҡоро гидрогель менән ҡапланған орлоҡтар һатыла. Уларҙы сәсеүе бик уңайлы, бураҙнаға берәмләп кенә төшөрәһең, яңылыш төшөп киткән осраҡта ла сағыу төҫтәге орлоҡтарҙы тиҙ генә йыйып алырға була. Был орлоҡтарҙа үҫентегә тәүге мәлдә кәрәк булған бөтөн матдәләр бар.

Редис дым ярата...

Редис - иртә өлгөрөүсе йәшелсәләрҙең береһе. Эре, тәмле, һутлы редис үҫтереүҙең тәүге шарты - дөрөҫ сорт һайлау.

Ябай сорттарға ҡарағанда, гибридтар тиҙерәк өлгөрә, уларҙың уңышы ла яҡшы була. Бындай орлоҡтарҙың ҡабына F1 тигән билдә ҡуйыла. Шулай ҙа редистың башҡа сорттары ла насар түгел. Иртә уңыш алыу өсөн "Французский завтрак", "Заря", "Данар F1", "Кардинал F1" кеүек сорттарҙы һайлағыҙ. Улар сәскәндән һуң 16-23-сө көндә үк ашарға яраҡлы була. "Любава", "Хелро", "Кармен", "Меркадо" сорттары ла иртә өлгөрә. "Кармен" сорты татлы тәме менән дә айырылып тора, уны теплицаға сәсергә лә була.
Асыҡ һауала "Данко", "Маяк", "Белый клык", "Октава" сорттары яҡшы үҫә. "Октава" сорты аҡ төҫтә, тәмле лә, майланып тора, уны өҫтәлде биҙәү өсөн ҡулланырға мөмкин. Был сорттар һаҡлауға ла уңайлы.
Һуңыраҡ уңыш өсөн ике сортты ҡулланырға була: "Удача" сорты 18 см-ға еткән боҙбармаҡ формаһында, ә "Осенний гигант" сорты эре, аҡ төҫтәге уңышы менән ҡыуандыра. Был редистар баҙҙа ике айға тиклем һаҡлағанда ла, тәмен дә, һутын да юғалтмай.
Редис эре булһын өсөн уны йыш сәсергә ярамай. Аралары 5-6 см-ҙан кәм булмаһын. Был йәшелсә дым ярата, тупраҡ яҡынса 8-10 см тәрәнлектә еүеш булырға тейеш, юғиһә, редис әсе буласаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 27 март – 2 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.03.26 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru