
Оло юбилейы алдынан беҙ яҙыусы һәм публицист Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНАға үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
Һеҙ - ғүмерегеҙҙе әҙәбиәт һәм театр сәнғәтенә бағышлаған шәхес. Һеҙҙеңсә, театр һәм әҙәбиәттең тәғәйенләнеше ниҙә ул?
- Һәр хәлдә, тормошто туранан-тура күсереп күрһәтеүҙә йә яҙыуҙа ғына түгел. Проза әҫәре лә, драматик сюжетҡа ҡоролған спектакль дә тормоштоң үҙенән алдараҡ барырға тейеш, минеңсә. Сөнки әҙәбиәт менән сәнғәт, мин бында сәнғәттең бөтә төрөн дә күҙ уңында тотам, тәү сиратта, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булырға, кешенең Шәхес бейеклегенә күтәрелеүенә хеҙмәт итергә тейеш. Юғиһә, беҙ бөгөн нимә күрәбеҙ? Илдә күп театрҙар кендектән түбән кимәлгә төштө. Был нимә, донъяла барған модалы үҙгәрештәргә бәйлеме, әллә ҡасандыр АҠШ-тың Үҙәк разведка идаралығы етәксеһе Даллестың беҙҙең илгә ҡаршы ҡорған программаһын аҫтыртын бойомға ашырыумы? Күптәр Даллестың: "Рәсәйҙе тубыҡландырыу өсөн хатта бомба ла кәрәкмәй, бары тик бишектән башлап әҙәм балаһында иң түбән инстинкттар тәрбиәләү ҙә етә", - тигән һүҙҙәрен хәтерләйҙер. Ҡысҡырып әйтергә йәки күрһәтергә ярамаған әйберҙәр, табу һалынған төшөнсәләр бар. Беҙҙе, кешеләрҙе, хайуандар донъяһынан айырған бик мөһим билдә был. Шуныһы ҡыҙғаныс, бөгөн сәнғәттә һәм әҙәбиәттә бәндә менән хайуан араһындағы айырмалыҡты бөтөрөү, уларҙы бер-береһенә яҡынайтыу маҡсатында күп эш башҡарыла. Ошонан сығып, шуны тағы бер ҡабатлағы килә: сәнғәт тә, әҙәбиәт тә ҡоро һүрәтләү өсөн түгел, ә Шәхес тәрбиәләү өсөн тәғәйенләнә.
Гөлшат апай, Һеҙ яҙған әҫәрҙәрҙә күргән төштәрегеҙҙән алынған мәлдәр бармы?
- Аҙ түгел, сөнки мин күбеһенсә сюжетлы төштәр күрәм. Ошоға бәйле бер хәлде хәтерләгем килә. Йәш саҡта төшөмә гел яу яланы керә торғайны. Ундағы ваҡиғаларҙа мин дошманға ҡаршы һуғышҡан яугир ҙа, әсиргә төшкән һалдат та, тағы әллә ниндәй ҡатмарлы яҙмышлы кеше булып та ҡатнаша инем. Төш сюжеттарынан ғына торған проза йыйынтығы ла әҙерләгәйнем. Ул саҡта миңә ни бары егерме ике йәш ине. Йыйынтыҡты проза секцияһында тикшереүҙә күренекле яҙыусылар Фәрит Иҫәнғолов, Ғәли Ибраһимов, Йыһат Солтанов, Муса Ғәли һәм башҡалар ҡатнашты. Бик күп хуплау һүҙҙәре, кәңәштәр ишетеү бәхете тейҙе. Хәтеремдә, Ғәли ағай Ибраһимов: "Мин үҙем һуғышты яҡындан күргән кешемен. Ошоғаса һуғыш тураһында хаҡ-дөрөҫтө яҙған йәки фильмда күрһәткән авторҙарҙы, ниңәлер, осратманым, ә һуғышты тик китап йә кино аша ғына белгән баланың ысын дөрөҫлөктө яҙыуы ғәжәпләндерҙе. Был хикәйәләр һәм повесть мотлаҡ китап булып сығырға тейеш",- тигәйне. Уның фекерен башҡа ағайҙар ҙа хуплап ҡаршыланы. Минең өсөн был бик юғары баһа, ҡыуаныс булды. Ләкин йыйынтыҡтың артабанғы яҙмышы үҙемдең ғәмһеҙлегем, артыҡ ышаныусан булыуым сәбәпле юҡҡа сыҡты: мин 4-5 дана баҫтырылған әҫәрҙәремдең һис юғы бер данаһын да үҙемдә ҡалдырмағанмын. Ул саҡта Союзда эшләгән билдәле генә яҙыусы: "Әлегә миндә торһон, бер килгәнеңдә тотош үҙеңә ҡайтарырмын", - тигәс, ышанып, ҡайтып киткәнмен. Ә һуңынан миңә бер данаһы ла әйләнеп ҡайтманы. Иң ғәжәбе шул булды: үҙемдәге ҡулъяҙма ла ҡайҙалыр юғалды. Хикәйәләремде ҡайтанан яңыртырға ваҡытым да, әмәлем дә булмағандыр, төш күргәндән һуң тыуған тәьҫораттар, уй-фекерҙәр тоноҡлана барып онотолоп бөттө.
Һеҙ үҙегеҙҙең шиғыр кисәһендә: "Мин үҙемде бигүк һәйбәт кеше тип иҫәпләмәйем", - тинегеҙ. Ул кисәлә Һеҙҙе яҡын күргән, әҫәрҙәрегеҙҙе яратҡан кешеләр йыйылғайны. Шуға күрә әйткәндәрегеҙ күптәрҙе аптыратты, буғай. Ни өсөн үҙегеҙгә улай түбән баһа бирҙегеҙ, Гөлшат апай?
- Беренсенән, бөтә яҡлап та һәйбәт кеше булмай. Һәр кемдә ағы ла, ҡараһы ла бергә уҡмашып килә. Бер үк ситуацияла, бер үк кешенең үҙен төрлөсә тотоуы ла ихтимал. Унан, беҙҙең холоҡ-фиғелебеҙгә йәмғиәттә барған хәл-ваҡиғалар ҙа, йәмәғәтселек тә, аралашҡан кешеләр ҙә йоғонто яһамай ҡалмай. Һәр кемебеҙ яңылыша, йә булмаһа, берәүгә эшләгән яҡшылығыбыҙ икенсегә зыян килтерә, һәм башҡалар, һәм башҡалар. Тормош иҫ китмәле ҡатмарлы, үҙ-ара мөнәсәбәттәр аҡылға һыйғыһыҙ буталсыҡ, ҡатҡыл принциптар ҡыҫымында ғына йәшәү мөмкин дә түгел кеүек. Әйткәндәй, үтә принципиаль, дөрөҫ кешеләр күберәк ҡаты бәғерле була.
Ә мин үҙем хаҡында ни өсөн улай тинем һуң? Беренсенән, һис ҡасан кемгәлер ярарға, сит-ят ҡурайға бейергә тырышманым. Хатта етәкселәргә буйһоноу ҙа миңә бик ауыр ине. Үҙемсә йәшәнем. Һәм мине бер ваҡытта ла йәмәғәтселек фекере, йәғни минең турала кемдең нисек уйлауы ҡыҙыҡһындырманы. Күңелем дә, йәшәйешем дә ҡалыптарға һыйманы. Үҙем нисек дөрөҫ тип табам - шулай хәл иттем. Әлбиттә, бынан башҡалар түгел, күберәк үҙем зыян күрҙем. Икенсенән, донъяуи мәсьәләләрҙә лә башҡалар кеүек уйлай, хәл итә белмәйем, сөнки минең үҙ дөрөҫлөгөм.
Әңгәмәне әллә күпмегә һуҙырға мөмкин, һығымта яһап, шуны ғына әйтә алам: үҙ һүҙлемен, еңмешмен, бәғзе мәл ҡатҡылмын йә тәкәббермендер ҙә, әммә ике йөҙлөлөк, ялағайлыҡ, ошаҡ йөрөтөү, кемгәлер ҡарата боҙоҡлоҡ ҡылыу - миңә ят сифаттар. Алдаша һәм урлаша ла белмәйем. Абау, ыңғай яҡтарым да байтаҡ икән дә. Хәйер, бөгөн мин күрә алмаған һыҙаттар йәмғиәттә бик юғары баһалана. Ҡабул ителгән ҡалыптарға һыймағас... бигүк һәйбәт түгелмендер инде...
Рәшиҙә РӘИС әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 27 март – 2 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА