
Үткән аҙнала "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2026" конкурсының төбәк этабы йомғаҡланды. Сара М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тантаналар залында үтте.
Сара сиктәрендә 31-се тапҡыр үткәрелгән төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" бәйгеһендә быйыл республиканан һәм сит өлкәләрҙән 41 уҡытыусы көс һынашты. Бөтә этаптарҙы уңышлы үткән Өфө ҡалаһы Анатолий Хохлов исемендәге 10-сы белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Хәсәнова "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2026" еңеүсеһе исеменә лайыҡ булды. Икенсе урынға - Йылайыр районының Юлдыбай ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Кинйәбаева, өсөнсөгә Яңауыл ҡалаһы И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназиянан Альбина Мөхәмәтшина сыҡты. Баш ҡаланың 127-се мәктәбенән Фәнүзә Киленбаева менән 42-се лицейҙан Әлфинә Ғәбиҙуллина лауреат исемдәрен алды.
"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2026" республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исемен Өфө ҡалаһы 93-сө лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ангелина Степанова яуланы. Благовещен ҡалаһы М.А. Киняшов исемендәге 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Любовь Луговая - икенсе, Өфө ҡалаһы 29-сы белем биреү үҙәгенең математика уҡытыусыһы Данил Бобров өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Башҡа конкурстарҙа еңеүселәр:
"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" - Өфө ҡалаһы 251-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алһыу Селезнева;
"Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы" - Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова;
"Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы" конкурсының төбәк этабы еңеүсеһе - Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернаты педагогы Ирина Курманаева.
"Туған тел һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсында Дүртөйлө районы Сарлаҡ ауылы мәктәбенең мари теле уҡытыусыһы Татьяна Аптулаева еңеүсе булып танылды. Был бәйгелә ҡатнашҡан Өфө ҡалаһы 24-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Вәлиуллина икенсе урынды биләне.
"Кәрәҙҙәр" V педагогик марафонда Өфө районы уҡытыусылары командаһы еңде.
Теманы дауам итеп...
"Йыл уҡытыусыһы" республика конкурсында ҡатнашыусы бер нисә уҡытыусыға "Бала күңелендә башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятыуҙа үҙегеҙҙең ролегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ?" тигән һорау менән мөрөжәғәт иттек.
Рәғиҙә ИСТӘКОВА, Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбе: Башҡорт теленә ҡарата уҡыусыларым күңелендә һөйөү уятыуҙы мин һөнәри бурысым тип атар инем. Башҡорт теле һәм әҙәбите һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыуҙы мин юҡҡа ғына һайламағанмын. Мәктәптә ошо ике предметты ла алып барам. Дәүләт телдәре булараҡ, икеһенә лә ихтирам, һөйөү тәрбиәләйем, икеһен дә бик яҡшы белергә кәрәк тигәнде төшөндөрәм. Әммә тап туған телемде уҡытыуҙы үҙемдең төп бурыстарымдың береһе тип һанайым.
Башҡорт теле уҡытыусыһы мәктәп тормошонда бөгөнгө көндә бик күп эштәр башҡара. Иң алдан йөрөүселәр улар. Туған телебеҙҙә үткәрелгән саралар ойоштороу - ул ҙур эш. Республикала үткән бөтөн сараларҙа ла ҡатнашырға тырышабыҙ. "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында этно-мәҙәни йүнәлештә номинация яулауым да юҡҡа ғына түгел. Халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын үҙебеҙҙең балаларыбыҙға тапшырмаһаҡ, улар тарихыбыҙға, ғөмүмән, телебеҙ яҙмышына битараф ҡалырҙар ине. Мәҫәлән, кластан тыш уҡыуҙа ғына булһа ла, шул уҡ "Урал батыр" эпосын бергә өйрәнеү, уның йөкмәткеһенә һыйған тарихты, донъя мәҙәниәтендә тотҡан урынын аңлатырға тырышыуыбыҙ ҙа юҡҡа түгелдер, тип ышанам.
Рита БАТЫРОВА, Өфө ҡалаһының Р. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы: Был юҫыҡта уҡытыусыларҙың роле баһалап бөткөһөҙ, әлбиттә. Туған телгә һөйөү, мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләү - беҙҙең иңебеҙгә йөкмәтелгән ҙур бурыс. Беҙ - тел һаҡсылары.
Беҙҙең гимназиябыҙҙы уникаль белем биреү усағы тип әйтергә мөмкин. Беҙҙә уҡыған балаларҙың туған телебеҙгә булған ҡараштары һәр саҡ ыңғай, бер ваҡытта ла уның кәрәклеге хаҡында шикләнеүҙәр, негатив фекерҙәр ишеткәнебеҙ юҡ. Был уҡытыусының үҙенән, уның һәр дәрескә ентекле әҙерләнеүенән дә тора, тип уйлайым. Минең мәғариф өлкәһендә эшләүемә быйыл егерме йыл була. Ошо йылдар арауығында төрлө методтар ҡулланып, үҙемә ҡулайлыһын табырға, класта ултырыусы һәр бала күңеленә үтеп инә алырлыҡ итеп уҡытырға тырышам. Һәм уларҙың тырышыуы, ҡыҙыҡһыныуы, күҙҙәрендә тоҡанған осҡондар - хеҙмәтемдең иң ҙур баһаһы.
Әйткәндәй, был юлы "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында бик ҡыуаныслы тарихи ваҡиғаларҙың береһенә шаһит булдым - Башҡорт, рус һәм башҡа туған телдәр ассоциацияһы тарафынан "Туған телгә тоғролоҡ өсөн" миҙалы булдырылды. Һәм был миҙалдың тәүге хужалары ошо конкурста ҡатнашыусылар араһында һайлап алынды. Ассоциация етәксеһе Гөлфирә Миңлеәхмәтова билдәләүенсә, был, әлбиттә, телебеҙ киләсәген яҡлап, тырышып хеҙмәт иткән уҡытыусыларҙы тәбрикләү, улар артабан да үҫеш юлында булһын, иңдәренә ҡанат ҡуйыу өсөн бик тә яҡшы башланғыс.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|