
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 1 апрелдән гәзитебеҙгә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу башланды. Шулай итеп, ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана.
- Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.
- Ә кемдәрҙе бүләктәр ҡыҙыҡһындырмай, улар беҙгә гәзит аша ҡотланыр өсөн тыуған көндәрен хәбәр итһен.
- Баш ҡала халҡы йорто эргәһендәге "Өфө-матбуғат" киоскыларында баҫмабыҙға 870 һумға яҙыла ала.
- Яҡын йәшәгәндәр редакциябыҙҙа яҙылып, гәзитте аҙна һайын үҙе килеп алып йөрөй ала: ярты йылға - 600 һум.
- Коллектив менән яҙылыусыларға (кәмендә 5 дана) гәзит ярты йылға шулай уҡ 600-әр һумға төшәсәк, уларға баҫманы редакция үҙе килтереп бирәсәк.
- "Киске Өфө" - бүләгем" акцияһы ла дауам итә. Уға ҡушылып, ауылдарҙағы туғандарығыҙға, атай-әсәйҙәргә, мәсеттәргә, таныштарығыҙға гәзитебеҙҙе яҙҙырып шатландырығыҙ, тимәксебеҙ.
Ҡөрьән-Кәрим хәҙистәрендә "Изге ғәмәлдәреңдең уңышҡа өлгәшеүен теләһәң, саҡырыу-өгөттәреңде өс тапҡыр ҡабатла", тиелә. Ошо хәҡиҡәткә ышанып, һеҙҙе тағы ла баҫмабыҙ менән дуҫлашырға өгөтләйбеҙ. Өгөт һүҙенең нимәгәлер ирешеренә, кемдәргәлер барып етеренә өмөтөбөҙ һүнмәгән әле.
МӨХӘРРИРИӘТ.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|