
"Асад" позывнойлы яугир Махсус хәрби операцияла баштан ҡатнаша, шуға Рәсәй ҡораллы көстәренең яңы һуғыш алымдарын үҙләштереү этаптарын яҡшы белә. Тәүҙә "Асад" алыҫҡа төбәлгән авиация разведкаһы төркөмөндә хәрби бурыстар үтәй, хәҙер иһә БПЛА расчеттары начальнигы вазифаһын биләй. Был турала ул "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә ентекле һөйләй.
БПЛА операторы булып китеүеның тарихы 2023 йылға барып тоташа.
Пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идараны Mavic тибындағы дрондарҙан башлай, һуңынан FPV-ға күсә. Контузиянан һуң FPV саперы булып китә, йәғни боеприпастарҙы дронға беркетеү менән шөғөлләнә. Хәҙер "Асад" - БПЛА расчеттары начальнигы. "Дрондар менән эшләү тәжрибәһен Андреевка, Клещеевка өсөн алыштарҙа алдым. Ул саҡта пилотһыҙ аппараттар етмәй ине. Беҙгә ярҙамға волонтерҙар, коптерҙарҙы үҙҙәре йыйған оҫталар килде. Йәшерен-батырыны юҡ, үҙебеҙ ҙә һатып алдыҡ. Дрондар ҙа, уның менән эш итә белгән белгестәр ҙә бик кәрәк. Сөнки хәҙерге һуғыш яланы - яңы технологиялар алышы ул", - ти яугир.
"Асад" дрондар менән эш итеүҙе 34 йәшендә үҙләштерә башлай. Хәрби хеҙмәткәр әйтеүенсә, яңы хәрби һөнәрҙе ошоға тиклем һуғыш яланында өйрәнергә тура килһә, бөгөн махсус әҙерлек үткән йәштәр килә. "Әгәр йәшең тап килә, энергияң һәм дәртең ташып тора, шулай уҡ компьютер уйындарына әүәҫ икәнһең, урының беҙҙең янда. Әлбиттә, психологик яҡтан көслө булырға тейешһең. БПЛА подразделениелары урындарҙы разведкалай, дошмандың терәк көстәрен, техникаһын һәм тере көсөн асыҡлай һәм юҡ итә. Беҙҙең сафҡа күптәр эләгергә теләй, әммә һәр кем һайлау аша үтергә тейеш", - тип асыҡлыҡ индерә "Асад".
Ысынлап та, БПЛА операторы Махсус хәрби операция зонаһында бөгөн - иң кәрәкле һәм юғары түләүле хәрби һөнәрҙәрҙең береһе. Билдәле булыуынса, Башҡортостандан контракт төҙөгәндә һәр яугир 1,4 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Айлыҡ хеҙмәт хаҡы 220 мең һумдан башлана (званиеһына, вазифаһына һәм хеҙмәт стажына ҡарап). БПЛА операторҙарына, һөҙөмтәлелеккә ҡарап, 50 меңдән 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләү ҡаралған. Ул дошмандың техникаһын юҡ итеү йәки башҡа хәрби ҡаҙаныштар өсөн яҙыла. Әйтәйек, Leopard, Abrams, Challenger танкыларын юҡ итеү 500 мең һум премия менән баһалана.
Хәрби уңыштары һәм батырлығы өсөн "Асад" IV дәрәжә Георгий тәреһе, Суворов, "Хәрби батырлыҡтары өсөн", Генерал Шайморатов миҙалдары менән наградланған.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|