
Ошо араларҙа баш ҡалабыҙҙа бер нисә көн буйына беҙҙе томанлы иртә ҡаршыланы.
Ғәҙәттә, ошондайыраҡ атмосфера күренештәре мәлендә йә шәмбе-йәкшәмбе көндәрендә сәнәғәт предприятиеларының һауа боҙоп ала торған ғәҙәте бар. Был юлы ла шулай булды: 25 мартта Башгидрометүҙәк белгестәре тарафынан һауа бысраныуын күҙәтеү постарында үткәрелгән мониторинг һөҙөмтәһендә Өфө ҡалаһындағы һауаның рөхсәт ителгән норманан 6,2 тапҡырға артығыраҡ күләмдә хлорлы водород менән бысраныуы асыҡланды. Был күрһәткес белгестәр тарафынан юғары кимәл тип билдәләнде. Етмәһә, дымлы һауала ул хатта төтәй ҙә икән, тимәк, 17-19 марттағы баяғы томанлы иртәләр һауа атмосфераһын етештереү ҡалдыҡтары менән ағыулаусыларға, буйраҡ һыуҙа балыҡ тотоу тигәндәй, бик тә ҡулай шарттар тыуҙырған.
Хлорлы водород - ағыулы матдә, тын юлдарын быуырлыҡ киҫкен еҫ тарата. Һыуҙа һәм дымлы шарттарҙа ул тоҙ кислотаһы барлыҡҡа килте-рә, ә был тамаҡты әсетә, йүтәлләтә, күҙ йәштәрен сығара; күңел болғаныу, баш ауыртыуға сәбәпсе була. Бынан тыш, Өфө һауаһында туҙандың - 3,6, ә көкөртлө водородтың норманан 1,8 тапҡырға күберәк булыуы ла теркәлә. Был хаҡта республиканың бөтөн матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары ла яҙып сығыуға ҡарамаҫтан, ғәйепле предприятие йә завод хаҡында бер генә сығанаҡта ла телгә алынмай. Тик шулай ҙа һауа боҙоусыларҙың Черниковҡа биҫтәһе районындағы нефть химияһы һәм энергетика предприятиелары булыуында шик юҡ. Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһында метеорологтар тап ошо тәүлектәрҙә "ҡара күк йөҙө" (черное небо) режимын күҙаллай, сөнки бында һауа торошондағы уңайһыҙ метеошарттар (НМУ) сәнәғәт һәм автомобиль ҡалдыҡтарының тиҙ генә тарала алмайынса, торлаҡ райондарының ергә яҡын һауа ҡатламында тупланыуына булышлыҡ итәсәк. Быйыл март айында ғына ла Стәрлетамаҡта "ҡара күк йөҙө" бишенсе тапҡыр иғлан ителә.
Ағыуланыу, тигәндән, былтыр Башҡортостанда - 112, шул иҫәптән, баш ҡалала 66 кеше наркотиктар менән ағыуланыу һәм тилереү сәбәпле яҡты донъя менән хушлашһа, быйыл йыл башынан республикала 21 ағыуланыу осрағы теркәлеп, шуларҙың 9-ы үлем менән тамамланған. Былтыр республиканың тыйылған зарарлы матдәләрҙе йыш ҡулланыусы ҡалалары иҫәбендәге Стәрлетамаҡта - 12, Нефтекамала - 5, Салауатта - 4, Октябрьскийҙа - 3, Сибайҙа 1 кеше үлгән. Өфөлә был йәһәттән айырыуса хәүефле хәл күҙәтелә: быйыл ике ай эсендә 15 кеше наркотик матдәләр менән ағыуланған, ә Ишембай, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында һәм Кушнаренко районында - берәр осраҡ. Былтыр ошо осор эсендәге 31 ағыуланыуҙың 17-һе үлем менән тамамланыуын быйылғы күрһәткестәр менән сағыштырып, табиптар был бәләнең кәмей барыуына өмөт итә. Был республикала наркотиктар менән бәйле сирлеләрҙең иҫәптә тороу һаны буйынса ла күренә. Мәҫәлән, 2024 йылда улар 3548 кеше булһа, былтыр 3440 сирле теркәлгән. Һөҙөмтәлә бындайҙарҙың һаны 108-гә, ә үлеүселәр 24 кешегә кәмегән. Бөгөнгө көндә Өфөлә 1748 кеше иҫәптә тора.
Ә бына составында спирт булған сифатһыҙ эсемлектәрҙән зыян күреүселәр һаны байтаҡҡа күберәк, тип хәбәр итә "Роспотребнадзор" быйылғы ғинуар менән февраль айҙары статистикаһын биреп. Башҡортостанда быйыл бөтәһе 166 кеше этанол менән ағыуланған, 23 кеше үлгән, шуларҙың 6-һы Өфөлә теркәлгән, ә Баҡалы, Ишембай һәм Стәрлетамаҡта - 2-шәр, ҡалған 11 районда берәр кеше һәләк булған. Иң күп эсеп ағыуланыусылар - Белорет ҡалаһы (20) менән районында (13). Октябрьский (16), Стәрлетамаҡ (9) менән Бәләбәй (6) ҡалалары ла "лидер"ҙан ҡалышмай, үкенескә.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был йәһәттән дә быйылғы күрһәткестәрҙең былтырғынан кәмерәк булыуы бер аҙ йыуата төшһә лә, ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙа хәүефле суррогат ҡулланыуҙың һаман да "әүҙем" дауам итеүе хафаға һалмай ҡалмай. Былтырғы йыл аҙағындағы мәғлүмәттәр буйынса, араҡыға хаҡтарҙың 20 процентҡа артыуы сәбәпле, уны сауҙа нөктәләренән һатып алыу ҡырҡа кәмегән, бигерәк тә ауыл ерҙәрендә. Рөхсәт ителмәгән алкоголь һатыу бындай тораҡ пункттарында бик күптән һәм күнегелгән схема буйынса башҡарыла, сөнки үҙәктән алыҫта ятҡанлыҡтан, бындай төбәктәр тикшереү һәм контроль талаптарынан ситтә ҡалып килә.
Ә шулай ҙа бөгөнгө социаль-сәйәси шарттарҙа күп урындарҙа алкоголдән баш тарталар. Был йәһәттән ауыл йәмәғәтселеге роле баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Халыҡты урындағы әүҙемселәр тарафынан ойошторолған ижтимағи, мәҙәни-спорт сараларына йәлеп итеү һәм бигерәк тә һуңғы йылдарҙа Махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам ойоштороу өмәләренең кеше күңеленә айыҡтырғыс тәьҫир итеүе, ир-егеттәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм хатта мәктәп уҡыусыларына тиклем ошо эштәргә ихлас ҡушылып, тормошҡа икенсе төрлөрәк - ғүмер ҡәҙерен, йәшәү ҡиммәтен, берҙәмлек тойғоһон баһалап ҡарай башлауҙары ҡыуандыра.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА