
Был көндәрҙә Киев өҫтөндә болоттар ҡуйыра: режим АҠШ менән Израилдең Иранға ҡаршы операцияһы эземтәләренә дусар ителде. Ошоға тиклем Bloomberg, Украинаның хәрби запас саралары июнгә тиклем генә етерлек, тип яҙып сыҡҡан булһа, әле Politico материалдарына ҡарағанда, Ирандағы һуғыш арҡаһында Киевҡа хәрби ярҙамдың туҡтатылыуы хаҡында һүҙ бара. Бынан тыш, АҠШ менән Евросоюз мөнәсәбәттәренең боҙолоуы ла Украина файҙаһына һөйләмәй. Зеленскийҙың күптән түгелге зарланыуынан беленеүенсә, Украинала Patriot зенит-ракета комплексына ҡытлыҡ тыуыу ихтималы бар.
Рәсәйҙең белдереүенсә, Көнбайыш һәм Ҡушма Штаттар тарафынан Украинаны ҡорал менән тәьмин итеү конфликт буйынса ике-ара тыныс һөйләшеүҙәргә аяҡ сала. Ә был ваҡытта Иран армияһы (КСИР) Украинаның Дубайҙағы (Берләшкән Ғәрәп Әмираттары) дрондарға ҡаршы системалар складының шартлатылыуы һәм егермеләгән украин боевигының һәләкәте хаҡында хәбәр итте. Асыҡланыуынса, был склад АҠШ армияһына хеҙмәт иткән булып сыҡты. АҠШ президенты Дональд Трамп үҙҙәренең 90-лаған самолет, вертолет һәм дрондар йөрөтөүсе донъялағы иң ҙур корабленә Иран хәрби көстәренең 17 йүнәлеш буйынса ут асыуы хаҡында һөйләне.
Ошо ваҡыт ҡайҙандыр Яҡын Көнсығышҡа 3,5 мең км алыҫлыҡта ятыусы Африканан Иранға яҫҡыныусы Уганда генералы пәйҙә булды. Мухузи Кайнеругаба тигән әҙәм, әгәр ҙә Израилгә янау дауам итһә, Тегеранды ике аҙнала баҫып аласаҡбыҙ, тип белдерҙе. Уганда халыҡ оборонаһы көстәрендә ни бары 45 мең һалдат хеҙмәт итә. Уның ҡарауы, йемен хуситтары ла һүҙендә торҙо: Иранды яҡлап, улар Израилдең хәрби объекттарына баллистик ракеталар менән ут асты.
Эш шуға барып етте: Израилдең үҙендә лә хатта Яҡын Көнсығыш конфликты менән бәйле халыҡ ризаһыҙлыҡтары көсәйә бара. Ошо көндәрҙә илдең иң эре ҡалаларында Иранға ҡаршы һуғышты туҡтатыуҙы талап итеп, күп һанлы протест акциялары булып үткән, егермеләп кеше ҡулға алынған.
Ҡушма Штаттарҙа шулай уҡ киң ҡолас протест акциялары булып үтте, ул ғына ла түгел, демонстранттар АҠШ президенты Дональд Трамп һәм уның хакимиәтенең отставкаға китеүен талап итә. Американдарҙы борсоған төп мәсьәлә - йәшәйеш хаҡтарының арта барыуы. Штаттарҙың Яҡын Көнсығыш конфликтына сығымдары тиҫтәләгән млрд долларға яҡынлай, ти митингты ойоштороусылар. АҠШ-тың демократтар партияһы өсөн ноябрҙә буласаҡ конгресс һайлауҙарына әҙерлек барышында халыҡ ризаһыҙлығын үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланырға уңайлы мәл тыуҙы. Ләкин бизнесмен Трамп үҙ сәйәсәтен дауам итә, сөнки уның өсөн һуғыш - биржа: фьючерстар, ставкалар... Ормуз боғаҙын асыу өсөн ул Тегеранға 48 сәғәт ваҡыт биргәс, АҠШ баҙары 600 млрд доллар юғалтты. Ә унан һуң, асылда, Иран менән бер ниндәй ҙә булмаған "һөйләшеүҙәр" һүҙенән һуң, минуттар эсендә йөҙәрләгән млн долларҙар килә башланы, нефть фьючерстарында гигант суммалар эшләнде. Ҡыҫҡаһы, Аҡ йорттоң белдереүҙәре донъя иҡтисадында бығаса күрелмәгән тирбәлеүҙәргә килтерҙе. Һөҙөмтәлә ун минуттан һуң ни булырын әйтеү мөмкин түгел. "Граждандарға, министрҙарға, хөкүмәт ағзаларына "ябыҡ" мәғлүмәттәр менән файҙаланыу тыйыла, ләкин бына конгрессмендарға ундай тыйыу юҡ, улар мөмкинлектән файҙаланып, байып ҡалырға ашыға", - тип яҙа был хаҡта америка иҡтисадсыһы Чарльз Ортелл. Һәм был нефть кенә түгел, ә ҡиммәтле ҡағыҙҙар ҙа. Астрономик күләмдә килем яуып торғанда, был һуғыштың туҡталыуына ышаныс бик әҙ. Ә шулай ҙа был йәһәттән АҠШ Иран йоғонтоһон баһалап еткермәй, ахыры, тип яҙа эксперт. Күршеләренең ҡотон алыу һәм Трампты һуғыш "трансынан" сығарыу өсөн Тегерандың әлегә ракеталары етерлек. Өҫтәүенә, Йемен яғынан икенсе фронт асылыу көнө лә яҡын. Ә улар Ҡыҙыл диңгеҙҙәге Баб-әл-Мандеб боғаҙын да ябырға әҙер.
Бына шулай итеп Аҡ йорттоң өнөн тығырға булыр ине лә... Тик АҠШ-тың Һуғыш министрлығы Иранда ер өҫтө операцияһына әҙерләнә һәм был етди хәүеф тыуҙыра. Бынан алдараҡ Яҡын Көнсығышҡа АҠШ Диңгеҙ пехотаһы корпусының 3,5 мең һалдат һәм моряк составындағы 31-се отряды менән транспорт һәм истребитель авиацияһы булған USS Tripoli десант корабле килеүе хаҡында мәғлүм булды.
Иран иһә илдең Ҡораллы көстәре сафын тулыландырыу маҡсатында үҙ теләктәре буйынса 12 йәштән алып үҫмерҙәрҙе хәрби хеҙмәткә йәлеп итә. Улар нигеҙҙә патруль хеҙмәте, контроль-үткәреү постарында, аш-һыу әҙерләү һәм яралыларҙы тәрбиәләшеү кеүек эштәрҙә ҡатнашасаҡ. "Ансар Аллаһ" хәрәкәтенең рәсми вәкиле Яхъя Сария белдереүенсә, Йемен хуситтары, йәһүд дәүләте Иран менән Ливанға утты туҡтатмайынса тороп, Израилгә ҡаршы һуғышты дауам итәсәктәрен белдерә.
Украиналағы Махсус хәрби операция яңылыҡтарына килгәндә, Рәсәй ғәскәрҙәре дошманды бер нисә фронт буйынса ҡыҫырыҡлауҙы дауам итә: һуңғы көндәрҙә улар бер юлы ике тораҡ пунктын: Харьков өлкәһенең Ковшаровка һәм Донецк республикаһының Брусовка ауылдарын азат итте, шулай уҡ Украинаның авиация техникаһы, алыҫ араға осоусы пилотһыҙ аппараттар ебәреү пункттары, "Фламинго" ҡанатлы ракеталар һаҡланған урын, энергетика һәм транспорт объекттары утҡа тотолдо.
РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Ҡораллы көстәренең Украиналағы махсус операцияһы һөҙөмтәләре бөгөнгө көнгә түбәндәгесә: дошмандың 652 зенит ракеталар комплексы, 28 562 танк һәм бронемашинаһы, 34 150 ялан артиллерияһы орудиелары, 1 694 залп уты реактив системалары, 671 самолеты, 284 вертолеты, 129 093 пилотһыҙ осоу аппараты, 58 093 берәмек автотехникаһы юҡ ителгән.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА