«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БЕЛЕМ БИРЕҮ - МӘҢГЕЛЕК ҺӨНӘР, ЙӘКИ МӘҒРИФӘТСЕЛЕК ЮЛЫНДА ТАБЫЛҒАН БӘХЕТ ХАҠЫНДА
+  - 


Мәғариф мәсьәләләренә арналған әңгәмәбеҙҙә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директорының ике урынбаҫары - уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса Азамат Закир улы ШӘМСЕТДИНОВ, тәрбиә эштәре буйынса Ләйлә Салауат ҡыҙы ӘБИЛОВА ҡатнашты.

Йәшегеҙгә ҡарап, һеҙҙе совет заманына хас уҡытыу һәм тәрбиә системаһы йоғонтоһона эләгеп ҡалғанһығыҙ, тип әйтеп булалыр?

Азамат Шәмсетдинов:
Баймаҡ районының Ҡаратал ауылында тыуып үҫтем, 1989 йылда 1-се класҡа уҡырға барҙым, ул саҡта ғаиләбеҙ Ырымбур өлкәһендә йәшәй ине. Хәҙер беренсе уҡытыусымды тап совет мәғариф системаһының бер сағыу вәкиле булғандыр, тип иҫәпләйем: уның шул осор педагогикаһының һәм дидактикаһының барса талаптарын теүәл үтәүсе, юғары квалификациялы педагог булыуына үҙем шаһитмын.
Ләйлә Әбилова: Мәсетле районының Ҡотош ауылынанмын, урта мәктәпте 1994 йылда тамамланым. Уҡыу йылдарым тулыһынса тиерлек совет мәғарифы системаһы тарафынан талап ителгән уҡытыу-тәрбиә шарттарында үтте.

Эйе, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ла бар донъяла танылыу тапҡан, юғары баһаланған уҡытыу һәм тәрбиә биреү системаһы, инерция буйынса тип әйтергә була, тамырынан ҡоротолоп бөтмәгәйне әле. Һәр хәлдә лә, беҙҙең замандаштарыбыҙҙың күпселеге тап ошо осорҙа урта һәм һөнәри белем алды. Элекке мәғариф системаһын хәҙергеһе менән сағыштырып ҡарап, ниндәйерәк һығымталар эшләп була?

Азамат Шәмсетдинов:
Башҡорт ауылында үҫһәм дә, күсеп китеүебеҙ сәбәпле, рус-ҡаҙаҡ мәктәбендә уҡырға тура килде. Уҡыусыларҙың яртыһы - рустар, яртыһы - ҡаҙаҡтар. Башҡорттарҙан беренсе класҡа ике генә бала килдек - мин һәм Әлфиә исемле ҡыҙ. Русса уҡып алып китеү минең өсөн ауыр булманы. Йәнә шуныһы иҫтә ҡалған: мәктәптә, милли сығышына ҡарап, бер кемде лә үгәйһетмәнеләр. Уҡытыусыбыҙ Нина Григорьевна рус милләтенән ине, ул һис бер ваҡытта ла балаларға тауыш күтәрмәне, талапсан, әммә йомшаҡ мөғәмәле булды. Уны ҡылыҡһырлаған бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Шулай бер көндә ни эшләптер өйгә ниндәй эштәр бирелеүен яҙып алмай ҡайтҡанмын. Әсәйем мине мәктәпкә алып китте. Уҡытыусыбыҙ һаман мәктәптән ҡайтмаған, дәфтәрҙәр тикшереп ултыра. Ни өсөн кире килгәнебеҙҙе белгәс, ипле генә итеп миңә нимәләр эшләргә кәрәклеген аңлатып бирҙе. Иғтибарһыҙ булғанмын бит инде, әммә бының өсөн әр һүҙен ишетмәнек.
Әлбиттә, 90-сы йылдарҙа, Советтар Союзы тарҡалғас, ҡатмарлы осорҙа йәшәнек. Әммә беҙҙе совет осоро уҡытыусылары элеккесә тырышып уҡытыуын, һәйбәт тәрбиә биреүен дауам итте, шуға күрә тейешле кимәлдә белем алдыҡ, ыңғай, киң ҡарашлы шәхес булып формалаша алдыҡ. Мәктәптә уҡыған йылдарыбыҙҙы әле лә бик бәхетле осор, тип иҫкә алабыҙ. Иң мөһиме - ил, дәүләт емерелгән тарҡалыш осоронда ла мәғариф системаһы үҙен һаҡлап ҡала алды.

Ни сәбәпле педагог һөнәрен һайларға булдығыҙ?

Азамат Шәмсетдинов:
Башҡортостанға кире ҡайтҡас, атайым мине Баймаҡ лицей-интернатына алып килде, 7 кластан башлап, 11 класты тамамлағансы, шунда уҡыным. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында белем алдым. Әйтергә кәрәк, беҙҙе унда мотлаҡ уҡытыусы булырһығыҙ, тип әҙерләмәнеләр, башлыса, тарих белгесе, буласаҡ ғалим итеп күрәләр ине. Ул саҡта үҙем дә берәй ҡасан уҡытыусы булып китермен, тип уйлап та ҡараманым. Тик педагог булып китеү яҙмышыма яҙылған булғандыр, тим: Р. Ғарипов исемендәге гимназия-интернатҡа тарих уҡытыусыһы булып килгәйнем, инде ғүмеремдең 22 йылы ошо уҡыу йорто менән бәйле. Педагог юғары уҡыу йортонда түгел, мәктәптә, ғәмәли эш барышында формалаша. Үҙем интернат системаһында 5 йыл тәрбиәләнгәс, уны эстән беләм, ә шул уҡ Баймаҡ лицей-интернаты уҡытыусылары минең өсөн һәйбәт өлгө булды.
Ләйлә Әбилова: Мин педагогтар ғаиләһендә үҫтем, уҡытыусы атайым мәктәп директоры булһа, әсәйем интернатта тәрбиәсе булып эшләне. Йәш сағымда шулай уҡ мотлаҡ уҡытыусы булырмын, тип уйламай инем. Әммә, үҙегеҙ беләһегеҙ, ауыл халҡы бик хөрмәт иткән ике профессия бар: береһе - уҡытыусы, икенсеһе - табип, ҡыҙҙарға шуларҙың береһен һайларға тура килә. Һөнәри белемде БДУ-ның Сибай филиалында алдым, география уҡытыусыһымын.
Элекке уҡытыу системаһы үтә ябай ине: уҡытыусы дәрес алып бара, аңлата, йәнә таҡтала күнегеүҙәр эшләнә, үҙаллы эштәр дәфтәрҙәрҙә теркәлеп бара. Мәғлүмәт сығанаҡтары бик аҙ - дәреслектәр, атлас һәм карталар. Хәҙер электрон мәғлүмәт саралары өҫтөнлөк итә, был беҙ уҡыған йылдарҙа уйыбыҙға ла инеп сыҡманы бит инде.
Азамат Шәмсетдинов: Беҙҙең өсөн төп мәғлүмәт сығанағы - уҡытыусы үҙе ине. Уҡытыусы ни тиклем киң һәм тәрән белемле - уны шул сифаттары өсөн хөрмәт иттеләр. Дәреслектәр, башлыса теманы ҡабатлау күнегеүҙәр өсөн кәрәк, нимәнелер аңлай алмаһаң, уҡытыусынан ҡабатлап һорайһың. Хәҙер һәр уҡыусының шәхси телефоны бар, интернетҡа инеп, теләгән бер мәғлүмәтте таба ала.

Уныһы шулай, әммә электрон сараларҙан алынған әҙер мәғлүмәттең уҡыусыларға ярҙам итеүе менән бер рәттән, ярҙан этеүен дә билдәләп үтмәйенсә булмай. Белем эстәүҙә уҡыусыларҙың үҙаллылығы ла күпкә бүҫкәрә бирҙе. Элекке осорҙарҙа балаларҙың уҡыу, белем алыу мотивацияһы күпкә көслөрәк булыуын, һәр кемдең яңы китаптар, гәзит-журналдар менән ҡыҙыҡһыныуын һәйбәт беләбеҙ. Ул йылдарҙа китап уҡыу менән мауығыу бәғзе бер балаларҙа шул тиклем көслө була, улар кәрәсин лампаһы яҡтыһында, хатта ки юрған аҫтында фонарик яндырып, үҙҙәрен әүрәткән китапты тиҙерәк уҡып бөтөргә тырыша ине...

Ләйлә Әбилова:
Дөрөҫ әйтәһегеҙ, элегерәк китапты бер изге нәмә кеүек күрә инек. Мәктәп һәм ауыл китапханалары бай булды, ябай ауыл кешеләре китап уҡырға әүәҫ ине. Ғаиләбеҙҙә 5 бала инек, үҙебеҙҙең өйөбөҙҙә кәштә-кәштә итеп теҙеп ҡуйылған китаптарҙы барыбыҙ ҙа уҡып үҫтек. Хәҙерге балалар күберәк электрон сараларҙы үҙ итә, тиҙ генә китапҡа тотоноп бармай. Әлбиттә, электрон китаптар ҙа күп, уларҙы инҡар итеп булмай, шулай ҙа йәштән үк китап уҡыу теләге көслө булған балалар уны ситкә ҡаҡмай.
Азамат Шәмсетдинов: Атанан күргән - уҡ юнған, тигәндәй, беҙҙең ата-әсәләребеҙ китапты күп уҡығас, балаларҙа ла китапҡа ҡыҙыҡһыныу көслө булды. Заманында китап, гәзит-журналдар уҡыу культы булды, уларҙы һәр ғаилә күпләп алдырҙы. Иҫемдә, бер заман әсәйем почтала эшләп алды. "Роман-газета" тигән журнал сыға, уны әсәйем почтанан алып ҡайтһа, унда баҫылған яңы әҫәрҙе төн уҙғансы уҡып бөтөрә инем. Балаларға өлгө кәрәк, әгәр ата-әсә ҡулына йыш ҡына китап ала икән, балалар ҙа шулай итәсәк. Әлеге ваҡытта психология буйынса магистратурала уҡып йөрөйөм, шунан бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт килтерәйем. Кешегә нимәнәндер ҡәнәғәтләнеү, ләззәт табыу өсөн уның организмында билдәле бер гормондар хасил булыуы кәрәк. Мәҫәлән, дофамин, серотонин һ.б. Күңелеңә ятышлы әҫәрҙәр уҡыу ошондай гормондарҙы арттыра, шуға күрә кәйефең күтәрелә. Ә хәҙер бала-саға телефонынан "Тик-ток" видеоһын аса ла, юҡ-бар нәмәләрҙе ҡарап, шуның менән ҡәнәғәтләнеү таба.

Заманында, бигерәк тә ауыл мөхитендә, балаларҙа төрлө хеҙмәт күнекмәләрен тәрбиәләүгә иғтибар ҙур булды. Әммә һуңғы йылдарҙа был мөһим мәсьәлә бары тик ғаиләгә генә ҡайтарып ҡалдырылғайны. Әлеге ваҡытта мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһен тергеҙеү хаҡында һүҙ алып барыла. Интернат системаһында уҡыусыларҙы физик хеҙмәткә йәлеп итеү мөмкинлектәре аҙыраҡ, килешәһегеҙҙер?

Азамат Шәмсетдинов:
Мин уҡыусыларымдың аңына академик Павлов әйткән бер фәһемле кәңәште һеңдерергә тырышам: интеллектуаль һәм физик хеҙмәт аралаш булһа, мейе эшмәкәрлеге әүҙемләшә, ә был тәүгеһенең һөҙөмтәлелеген күтәрә. Интернатта уҡыусылар өсөн барыһы ла әҙер кеүек, әммә мөмкин булғанса физик хеҙмәт тә башҡарылырға тейеш. Был иң элек үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү менән бәйле. Йәшәгән бүлмәңде йыйштырып, иҙәндәрҙе таҙа тотоу, ашханала дежурлыҡ итеү, интернат территорияһын тәртипкә килтереү, көҙҙәрен ҡойолған япраҡтарҙан, сүп-сарҙан таҙартыу, ҡыштарын ҡар көрәү кеүек эштәрҙә балалар ихлас ҡатнаша.
Ләйлә Әбилова: Беҙҙә башлыса республикабыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән балалар уҡый. Ауыл мөхитендә улар эшкә өйрәнеп үҫә, бер эштән дә баш тартмайҙар, класс етәкселәре, тәрбиәселәр ҡушҡан эштәрҙе теүәл башҡаралар, был яҡтан ҡыйынлыҡтар юҡ. Интернатта ҡабул ителгән режимға ярашлы, һәр уҡыусы кейем-һалымын үҙе йыуа, аяҡ кейемдәрен таҙартып, тәртиптә тота. Икенсе йыл рәттән 5-се класҡа уҡыусылар ҡабул итәбеҙ, әлбиттә, уларҙы интернат тормошона өйрәтеп ебәрергә кәрәк, тәрбиәселәребеҙ улар менән уңышлы эшләй.

Балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә конфликтлы ситуациялар, бер-береһен кәмһетеү осраҡтары булғаны юҡмы?

Азамат Шәмсетдинов:
Бала коллектив мөхиткә тиҙ арала яраҡлашып китә икән, уның башҡа балалар менән мөнәсәбәттәрендә кире күренештәр булмаясаҡ. Әлбиттә, аҙ балалы ғаиләләрҙән килгән уҡыусыларға ҙур колллективҡа яраҡлашып китеүе ҡыйыныраҡ була. Әйтергә кәрәк, хәҙерге осор балаларында индивидуализм, мин-минлек нығыраҡ үҫешкән, сөнки күп осраҡтарҙа элеккесә коллективизм рухында тәрбиәләү тәү маҡсат итеп ҡуйылмай. Шуның өсөн беҙ интернат шарттарында ошо маҡсатҡа өлгәшеүҙе мөһим бурыс итеп ҡарайбыҙ.

Минеңсә, хәҙерге шарттарҙа балалар коллективизмы нигеҙендә мәктәп патриотизмы ята...

Азамат Шәмсетдинов:
Уҡыусылар аңына "был минең мәктәбем - был беҙҙең мәктәп" тигән фекерҙе һеңдереү мотлаҡ. Һәм беҙ шулай эшләйбеҙ ҙә: "Беҙ - интернаттыҡылар" тигән һүҙҙәрҙе уҡыусыларыбыҙ ғорурланып әйтәләр һәм артабан да әйтәсәктәр. Интернатыбыҙҙа уҡығандарҙың үҙҙәрен айырым бер йәмғиәт итеп ҡабул итеүҙәре мөһим. Ә бының өсөн мөмкинлектәр етерлек. Әйтәйек, интернатыбыҙға гимназияны элегерәк тамамлағандар йыш килә, кәрәк саҡта үҙебеҙ ҙә саҡырабыҙ. Йәштәрҙе лә, олораҡ быуын вәкилдәрен дә. Хәҙерге уҡыусыларыбыҙ менән осрашҡан саҡта улар үҙҙәре уҡыған ваҡыттарҙы иҫкә ала, тормоштарында уңыш ҡаҙанған, төрлө өлкәләрҙә танылыу тапҡан класташтары хаҡында ғорурланып һөйләй. 60-сы, 70-се, 80-се һәм башҡа йылдарҙа йәшәү һәм уҡыу шарттары төрлөсә булһа ла, мәктәптән һуң юғары баһаларға лайыҡ булғандар һәр заманда тик үҙҙәренең шәхси тырышлығы арҡаһында, тормоштарында оло маҡсаттар ҡуйып йәшәүҙәре һөҙөмтәһендә ҙур шәхестәр булып танылған. "Һәр кем юғары маҡсатҡа өлгәшә ала - бының өсөн барса мөмкинлектәр ҙә бар, был һинең үҙеңдән тора", тигән фекерҙе уҡыусыларыбыҙ аңына һеңдерәбеҙ.

Әүәл тормошоңда карьера эшләү һәм, ғөмүмән, карьеризм төшөнсәһе тик кире сифат тип нарыҡлана ине. Бәлки, шуғамылыр, башҡорттар араһында "ысын карьеристар" бик һирәк осрай. Бәлки, карьераға ынтылып йәшәргә өгөтләргә кәрәктер?

Азамат Шәмсетдинов:
Бының менән килешеп була. Үҙенең карьераһы тураһында уйламаған кеше ҙурыраҡ маҡсатҡа өлгәшергә тырышмай, тик булғаны менән генә ҡәнәғәт. Шуға күрә беҙ уҡыусыларыбыҙҙы маҡсатлы йәшәү юлына баҫырға, яңынан-яңы пландар ҡуйырға, бер урында тапанып йәшәмәҫкә өндәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта кешенең үҙ-үҙенә, үҙенең мөмкинлектәренә ышанысы көслө булыуы ла фарыз. Бына бер миҫал. Әбйәлил егете Шәһиев Динар гимназияны 2012 йылда тамамланы. Шулай бер саҡ йәмғиәтте өйрәнеү дәресендә иғтибарһыҙыраҡ ултырғанын күреп, унан: "Бына, Динар, һин тормошоңда нимәгә өлгәшергә теләйһең?"- тип һорай ҡуйҙым. Ә ул: "Азамат Закирович, мин булдырам ул, барыһы лә мин теләгәнсә килеп сығасаҡ", - ти. Ысынлап та, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Күп ауырлыҡтар аша үтеп сыға, әлеге ваҡытта "Мастер зрения" тигән оптика селтәре директоры. Ул үҙе уҡыған гимназияны ла онотмай: олимпиадаларҙа еңгән уҡыусылар өсөн үҙенең приздарын булдырҙы, ә был бер үк ваҡытта гимназистарҙың уҡыу мотивацияһын көсәйтә.

Билдәле, лидерлыҡ сифаттары үҫешкән шәхестәр тормоштарында башҡалар һоҡланырлыҡ карьера эшләү мөмкинлектәренә лә эйә шул...

Азамат Шәмсетдинов:
Беҙ ҙә ошоно күҙ уңында тотабыҙ. Уҡыусылар үҙидаралығын булдырыу закон тарафынан ҡаралған. Гимназияла Лидерҙар советы булдырылған, уның президенты бар, иң әүҙем уҡыусыларҙан президент ярҙамсылары - министрҙар һайлап ҡуйыла. Әйтергә кәрәк, уҡыусылар идаралығы бик һөҙөмтәле эшләй, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары һәм тәрбиәселәр ярҙамында гимназияла уҙғарылған барса сараларҙы ойоштороуҙа бик әүҙем ҡатнаша. Айына бер тапҡыр директор һәм уның урынбаҫарҙары Лидерҙар советы менән кәңәшмә уҙғара, унда уҡыусыларҙың тәҡдимдәре ҡарала һәм алда торған сараларға әҙерлек барышы тикшерелә.

Башҡортостандың гимназияларын һәм лицейҙарын, махсуслаштырылған мәктәп-интернаттарын элитар мәктәптәр иҫәбенә индерергә була. Ысынлап та, тап шул уҡыу йорттарында белем алған йөҙәрләгән күренекле шәхестәребеҙ республикабыҙҙың элитаһын тәшкил итте. Ошо хаҡта ниҙәр әйтер инегеҙ?

Азамат Шәмсетдинов:
2004 йылда, гимназия-интернатта яңы ғына эшләй башлаған сағымда иҫтә ҡалған бер хәтирә. Мәскәү ҡалаһынан килгән ниндәйҙер белгестәрҙе беҙҙең интернатҡа алып килделәр. Беҙҙең уҡыу йорто менән танышҡас, уларҙың аптырауы, ғәжәпләнеүе йөҙҙәренә сыҡҡайны. Баҡтиһәң, улар интернатҡа белем кимәле түбән булған, йә иһә етем ауыл балаларын алалар икән, тип уйлағандар. Мәктәпте күрһәтеп йөрөгәндә ваҡытында тап ошонда урта белем алған академиктар Ғайса Хөсәйеновтың, Нияз Мәжитовтың, Әхәт Бакировтың һәм башҡа күренекле шәхестәребеҙҙең стеналарҙа эленеп торған портреттарына иғтибар итә улар. 90-сы йылдарҙа Рәсәйҙә гимназиялар, лицейҙар күпләп асыла башланы. Әлбиттә, гимназия статусын алған мәктәптәр үҙҙәренең һөҙөмтәле эшләй алыуы менән уны раҫларға тейеш. Шуныһы мөһим, ошондай урта белем биреү учреждениеларында уҡытыу процесына ла, уҡыусыларға ла күпкә юғарыраҡ талаптар ҡуйыла.

Әммә 2000 йылдар башынан Рәсәй мәғариф системаһында барса урта белем биреүсе уҡыу йорттарын тигеҙләү, берҙәм форматҡа күсереү башланды: бер үк уҡыу пландары, бер үк программалар һәм методикалар...

Азамат Шәмсетдинов:
Әлбиттә, бындай сәйәсәт шул уҡ гимназия һәм лицейҙарҙың өҫтөнлөктәрен инҡар итә, мөмкинлектәрен сикләй. Әммә ваҡытында тупланып ҡалған тәжрибә һәм педагогик коллективтарҙың, уларҙың етәкселәренең фиҙаҡәр хеҙмәте ошо типтағы мәктәптәрҙең кимәлен түбәнәйтеүгә юл ҡуйманы, ата-әсәләр алдындағы абруйын һаҡлап алып ҡалды. Ә һуңғы йылдарҙа яңы элитар мәктәптәр асыуҙы Рәсәй мәғариф министрлығы ла яҡлай башланы. Мәҫәлән, Ырымбурҙа, ХМАО-ла, Екатеринбургта губернатор лицейҙары асылды, улар өсөн заманса биналар төҙөлә, барса кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителә, яңы технологиялар ҡулланыла.
Бындай уҡыу үҙәктәренә балаларҙы һайлап алалар - был заман талабы. Әүҙем, һәләтле балаларҙы бергә туплауҙың тағы ла бер өҫтөнлөгө бар. Әйтәйек, бер ҡәҙимге ауыл мәктәбендә тырышып уҡып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусы үҙ мәктәбенең "йондоҙо"на әйләнә: уны гел маҡтап, яҡшы баһалар ғына ҡуйып, башҡа уҡыусылар өсөн өлгө итеп ҡарайҙар. Образлы итеп әйткәндә, ул үҙенән алдараҡ барғандың арҡаһын күрмәй. Беҙҙең гимназияға уҡырға килһә, ул үҙе кеүек үк "йондоҙ"ҙар араһына эләгә: унан дә һәләтлерәктәр ҙә бар икән! Теләһә, теләмәһә лә, уға ошондай конкуренция шарттарында алғараҡ сығыр өсөн күберәк көс һалырға, әүҙемлек күрһәтергә тура килә. Бына ошондай шарттарҙа көслө ихтыярлы шәхес тәрбиәләнә.

Милли мәктәптәребеҙҙең тағы ла бер үтә мөһим бурысы бар: туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү һәм уҡыусыларҙы милли рухта тәрбиәләү.

Азамат Шәмсетдинов:
Милли мәктәп булғас, аҙнаһына алты көн уҡытыуыбыҙҙы иҫәпкә алып, дәрестәр һанын кәметмәнек. Гимназиябыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте урта кластарҙа аҙнаһына 4 сәғәт, 10-11 кластарҙа - 3 сәғәт уҡытыла. Был ваҡыт программаларҙы теүәл үтәү өсөн етерлек.
Бынан бер нисә йылдар элегерәк Мәскәү тарафтарында ысынбарлыҡҡа тура килмәгән хәбәр таралғайны: йәнәһе, милли республикаларҙа туған телдәрҙе уҡытыу арҡаһында рус теленә сәғәттәр аҙ ҡала, ул тейешле кимәлдә үҙләштерелмәй, тип. Республикабыҙҙа ҡайһы бер ата-әсәләр ҙә ошо фекерҙе хуплап, ығы-зығы тыуҙыра башлағайны. Шул саҡта Мәскәүҙән ошо мәсьәлә буйынса килгән "ҡунаҡ"ты беҙҙең гимназияға алып килделәр. Һиҙеп торабыҙ, был белгестең ниндәй маҡсат менән йөрөгәнен. Һүҙ башында уҡ директорыбыҙ был ханымға бына нимә тине: "Беҙ уҡыусыларыбыҙҙан туған башҡорт телен дә, рус телен дә юғары кимәлдә белеүҙәрен талап итәбеҙ. Рус теленең аралашыу теле генә түгел, фән теле булыуын да аңлатабыҙ, уҡытыу һөҙөмтәләребеҙ менән ҡәнәғәтбеҙ". Шунан гимназияны күрһәтеп сыҡтыҡ. Икенсе этажда башҡорт яҙыусыларының географик сығышы сағылдырылған карта эленеп тора, ҡайһы районда ниндәй яҙыусыларыбыҙ тыуып үҫкәне күрһәтелгән. Ә рус теле һәм әҙәбиәте кабинеты янында Рәсәй яҙыусыларының шундай уҡ картаһы ҡуйылған. Музейыбыҙға ла алып индек, ундағы бик ҙур һәм бай экспозиция менән таныштырҙыҡ. Экскурсияны алып барыусы Сулпан Рәхим ҡыҙы Салауат Юлаев тураһында һөйләгәндә уның һәм башҡа каторжандарҙың Рогервик ҡәлғәһендә каторгала үҙҙәрен һаҡлаған һалдаттар менән бергәләп һөжүм итеүсе шведтарға ҡаршы тороуы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Тимәк, Салауат Юлаев рус дәүләтенә ҡаршы булмаған, ул тик чиновниктарҙың законһыҙ ҡыҫымына ҡаршы көрәшкә сыҡҡан. Рәсәй Мәғариф министерлығы вәкиле тамам аптырауҙа ҡалды. Иң һуңында ул 11 класс уҡыусылары менән үҙе генә ҡалып һөйләшергә булды. Унан сыҡҡас, был ханым бына нимә тине: "Уҡыусыларығыҙҙан туған телде өйрәнеү рус телен яҡшыраҡ үҙләштереүгә ҡамасаулай бит, тип әйткәс, минең ошо фекерем менән килешмәүҙәре хаҡында белдерҙеләр. Күрәһең, һеҙ уларҙы шулай тип әйтергә алдан өйрәтеп ҡуйғанһығыҙҙыр". Ә беҙ Мәскәү вәкилен рус теле буйынса БДИ күрһәткестәре менән таныштырҙыҡ. Был предмет буйынса уҡыусыларыбыҙҙың уртаса балы республика һәм Рәсәй буйынса өлгәшелгән күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Шулай итеп, беҙ әлеге фекерҙең яңылыш, мәктәптә туған телебеҙҙе уҡытыуҙың законлы һәм хаҡлы икәнен раҫлай алдыҡ.
Ләйлә Әбилова: Яңыраҡ уҙғарылған педагогик совет ултырышындағы сығышымды ошо темаға бағышлағайным. Беҙгә йыш ҡына башҡа урындарҙан ҡунаҡтар килеп тора. Улар, беҙҙең балаларыбыҙҙың үҙ-ара башҡортса аралашыуын күреп-ишетеп, һоҡланыуҙарын белдерә. Әлбиттә, элегерәк саф башҡортса аралашыу өҫтөнлөк итте. Һуңғы ваҡытта Зубово, Шамонино, Нуғай кеүек ауылдарҙан килгән уҡыусылар бер-береһе менән русса аралашыуын инҡар итеп булмай. Әммә тәрбиәселәргә, уҡытыусыларға улар ҙа башҡортса мөрәжәғәт итә - был беҙҙең талап. Дәрестән һуң уҙғарылған барса тәрбиә сараларын тулыһынса башҡорт телендә генә алып барабыҙ. Бигерәк тә милли байрамдарға, башҡорт теле һәм башҡорт милли кейеме көндәренә, Рәми Ғариповтың тыуған көнөн билдәләүгә иғтибарыбыҙ ҙур, улар барыһы ла ойошҡан һәм күтәренке рухи кимәлдә уҙғарыла. Ил-һөйәрлек тәрбиәләү ҙә - өҫтөнлөклө маҡсаттарыбыҙҙың береһе. 7-се, 8-се, 9-сы класс уҡыусыларынан Шайморатов кластары ойошторолған, улар мәктәптә, ҡалала һәм республика кимәлендә уҙғарылған патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөнә арналған саралар уҙғарыла, уҡыусыларыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабалары хаҡында мәғлүмәттәр йыя, 9 май көнөндә кластарҙа уларҙың фотоларын ҡуябыҙ. МЧС менән килешеү буйынса улар беҙгә ялан кухняһы менән ашнаҡсы ебәрәләр, һәм йыл һайын тантаналы линейканан һуң гимназия ихатаһында "Һалдат бутҡаһы" байрамы уҙғарыла.

Беҙ стандартлаштырыу заманында йәшәйбеҙ. Мәғариф та стандартҡа ярашлы белем биреүгә ҡоролған. Ошо шарттарҙа уҡытыусы ижади эшләй аламы?

Азамат Шәмсетдинов:
Стандарт әллә ниндәй ҡурҡыныс нәмә түгел, ул уҡыусыларҙың ниндәй белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейешлеген күрһәтеүсе норма. Быға өлгәшер өсөн нисек уҡытырға, ниндәй методикалар, технологиялар ҡулланыу мәсьәләһен уҡытыусы үҙе хәл итә. Уҡытыусы һөнәре - ижади һөнәр, юғиһә, ул юғары күрһәткестәргә өлгәшә алмаясаҡ. Дәрес 45 минут бара, уның хужаһы, алып барыусыһы, эске двигателе - уҡытыусы. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығын оптималь рәүештә, мөмкин тиклем файҙалыраҡ ойоштороу мөмкинлеге уҡытыусынан тора, ә был эшеңә ижади ҡарауҙы талап итә.
Ләйлә Әбилова: Ғөмүмән, шәхсән тәрбиә эшен ижади эш тип ҡарайым. Йыл әйләнәһенә төрлө конкурстар, кисәләр, байрамдар, кластан тыш мәҙәни саралар уҙғарабыҙ. Ә уларҙы нисегерәк ойошторорға, ниндәй әҙерлек эштәре алып барырға, кемдәрҙе йәлеп итергә - былар барыһы ла етәкселәрҙең дә, тәрбиәселәрҙән дә ижади оҫталығынан тора. Бына бейеү, ҡурай, драма түңәрәктәрендә шөғөлләнгән уҡыусыларыбыҙҙың һәләттәрен асыу, үҫтереү уларҙың етәкселәренең төп маҡсаты, тик үҙе ижадсы булған кеше генә балаларға ла ижад серҙәрен аса ала. Шуға күрә "Аҡйондоҙ" бейеү ансамбле, Рәми театры, "Аманат" этнофольклор төркөмө, ҡурайсылар ансамбле сығыштарын һоҡланмай ҡараған кеше юҡтыр ул. Шулай уҡ "Аҡ ҡауырһын" әҙәби түңәрәге, "Интернатым - пар ҡанатым" гәзите лә уҡыусыларыбыҙҙы ижад юлына алып сығыуға булышлыҡ итә.

Ҡатмарлы һәм яуаплы эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?

Азамат Шәмсетдинов:
Иртәләрен интернатҡа йылмайып килеп инәһең, кистәрен йылмайып ҡайтып китәһең - шунан да көслөрәк ҡәнәғәтләнеүҙе тағы ҡайҙа табып була икән, белмәйем. Ләйлә Әбилова: Гимназиябыҙҙы күптән тамамлаған уҡыусыларыбыҙҙан әлегә тиклем рәхмәт һүҙҙәрен ишетәбеҙ, осрашыуҙарға килгәндәрендә уларҙың шат йөҙҙәрен күреп, үҙебеҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Ошо уҡыу йортонда хеҙмәт итеүем менән бәхетлемен, тимен.

Шулай итеп...
Азамат Закир улы һәм Ләйлә Салауат ҡыҙы менән ихлас әңгәмәбеҙҙе уларҙың һәм, ғөмүмән, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты педагогтарының үҙҙәре уҡытҡан һәм тәрбиәләгән балаларҙың киләсәге өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоп, уларға күңел йылылығын һәм йөрәк дәртен биреп эшләүенә дәлил итеп ҡабул итәйек.


"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru