«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
СТУДЕНТ САҠ МАЖАРАЛАРЫ
+  - 


Һәр кемдең дә бала, йәш сағындағы ҡыҙыҡ хәтирәләре була. Был йәһәттән алты йыл буйы медицинаның "елеген кимереү" дәүерендә минең менән дә ниндәй генә хәлдәр булманы! Шуларҙы иҫкә төшөрөп ултырыуым. Яңғыҙым яҙҙым...

Иң башта шул юғары уҡыу йортона ингән сағымдағы бер төшөмдө бәйән итеп китәйем. Кемдер, бәлки, төшкә ышанмайҙыр ҙа. Төш юрау менән булышыу ярамай, әлбиттә, әммә, бәғзе бер яҡшы төштәрҙең ысынға тап килеү ихтималлығы юҡ түгел. Беҙҙең заманда башҡорт мәктәбен тамамлаған кеше институтҡа уҡырға ингәндә урыҫ теленән үҙ теләге менән инша ғына түгел, изложение йә диктант яҙырға ла хоҡуҡлы ине. Мин үҙем диктант яҙырға ярата торғайным. Имтихан бирерҙән бер көн алда ғына бер төш күрҙем, имеш, бүлмәлә диктантты яңғыҙым ғына яҙып ултырам. Минән башҡа бер кеше лә диктантҡа инмәгән, имеш. Иртәнсәк тороп, әлеге имтиханды бирергә киттем. Мединституттың баш корпусының абитуриенттарға диктант яҙыу өсөн тәғәйенләнгән бүлмәһенә индем. Әлегә бер кем дә күренмәй. Көтәм. Бер аҙҙан ике уҡытыусы апай килеп инде. Береһе - мәрйә, икенсеһе - башҡорт. Башта яңғыҙымды ғына күреп, ғәжәпләнделәр. Ҡалған абитуриенттар килеүен тағы ярты сәғәткә яҡын көттөк, әммә башҡаса бер кем дә килмәне. Инша йә изложение яҙырға таралышып бөткәндәр. Ҡулыма өс конверт һондолар, шуларҙың береһен һайлап астым да, әлеге апайҙарҙың береһенә бирҙем. Башҡорт уҡытыусы конверттан алынған тексты миңә диктовать итә башланы. Бына шулай, ысынлап та, яңғыҙым ғына ултырып диктант яҙҙым…

Башҡортса аңламай тип уйлаһам…

Икенсе имтихан биологиянан ине. Билет һорауҙары ла әллә ни ауыр түгел. Беренсеһе "Ботаника", икенсеһе - "Общая биология" буйынса. Имтихан ҡабул итеүсе был уҡытыусыларҙың ла береһе - башҡорт апай, икенсеһе - урыҫ милләтле икәне күренеп тора. "Башҡорт телендә яуап бирергә мөмкинме?" тип һораным. Башҡорт апай "мөмкин" тигәс, шатланып киттем. Мәктәптә ботаниканы башҡортса уҡығайныҡ, шуға күрә, үҫемлектәр буйынса тәүге һорауға үҙ телемдә яуап бирҙем. Ә икенсе һорау - "Развитие оплодотворенного яйца"... Нишләптер, уны "аталандырылған күкәйҙең үҫеше" тип, башҡортса һөйләргә ҡыйынһындым да, русса һөйләп бирҙем. Яуабымды тамамлағас, миңә дүртле ҡуйырға булдылар. Мин әлеге башҡорт апайға ипләп кенә: "Бишлегә тартып булмаймы?"- тигән булдым. Шул саҡ уның янындағы "мәрйә" апай: "Тәүге һорауға яуапты бигүк яҡшы һөйләмәнең бит", - тип тап-таҙа татар телендә әйткәс, албырғап ҡалдым. Ярай, дүртле лә насар түгел…

КПСС тарихынан имтихан

Беренсе курста уҡығанда башҡа предметтар менән бергә "КПСС тарихы"н да үттек. Был кафедраның доценты Исанов тигән кеше ине. Марый милләтле, әммә башҡортса ла яҡшы һөйләшә, студеттарға шундай йылы мөнәсәбәтле, алсаҡ, мөләйем, үҙенсәлекле бер ағай. Мәҫәлән, ул һәр төрлө ҡыҫҡартылған атамаларҙы тулыһынса әйтеп һөйләүҙе айырыуса оҡшата торғайны, бынан тыш, студент төҙөлөш отрядтары хаҡында ла йыш ҡына телгә алырға ярата ине… Беҙ, студенттар, был доценттың ошондай үҙенсәлектәрен белгәс, уның менән аралашҡанда әллә ни ҡаушамай, иркенләп һөйләшә ала инек. Шулай, имтихан бирер көндө, түштәре значоктар менән биҙәлгән "стройотряд" формаһын кейеп, имтиханға киттем. Индем, билет алдым. Билеттың һорауына ярашлы, РСДРП(б)ның ниндәйҙер бер съезы хаҡында һөйләргә кәрәк ине. Ә миңә, үкенескә, шундай съездар барыһы ла бер иш һымаҡ тойола, уларҙың айырым үҙенсәлектәрен дә белмәйем, тик теге йәки был съездың нисәнсе йыл булғаны ғына иҫемдә. Билеттың подвопросник тип аталған өлөшөндә "Выступление на съезде Сталина по национальному вопросу" тигән һүҙҙәргә иғтибар иттем. Әһә! Башымды нығыраҡ эшләргә мәжбүр итеп, яуабымда әлеге ағайҙың бер аҙ "һалпы яғына һалам ҡыҫтырмаҡ" булдым. Ҡаршыһына барып ултырғас, башта билетымдың һорауын уҡып ишеттерҙем. Ул мине иғтибар менән тыңларға әҙерләнде. Ашыҡмай ғына, һәр бер һүҙ һайын ҡыҫҡаса пауза яһап, тигәндәй, һуҙып ҡына яуап бирә башланым: "В одна тысяча девятьсот… году состоялся (такой-то) съезд Российской Социал-Демократической Рабочей Партии большевиков…" Яуабымдың ошо урынына еткәс, кинәт был уҡытыусы ағайҙың йөҙө яҡтырып китте. Хатта һуҡ бармағын күтәреп: "Во!" - тип әйтеп ебәрҙе ул. Мин дәртләнеп, артабан дауам итәм: "На этом съезде большевиков с докладом "О национальной политике" выступил товарищ Иосиф Виссарионович Сталин - Джугашвили…" Инде шундай ихлас итеп йылмайған ағайыбыҙ мине артабан да әлегесә дәртләндерә. "Күп милләтле Рәсәйҙә ошо мәсьәләне хәл итеү айырыуса ҙур роль уйнай…" тип, артабан бер аҙ импровизациялай башлауым булды (дөрөҫөн генә әйткәндә, артабан һөйләрлек әллә ни һүҙ запасым да ҡалмағайны), ул мине туҡтатты. "Молодец! Һиңә бер һорау…" Ниндәй һорау икән тип, мин бер аҙ шөрләңкерәй ҙә башланым. Бәхеткә, был доцент, минең өҫтөмдәге "стройотряд" формаһына иғтибарын йүнәлтте, йәй көнө ҡайҙа эшкә барырға йыйынғанымды һораша башланы. "КАМАЗ"ға, тип, дәртләнеп яуаплайым. "Ә БАМға ебәрһәләр, барыр инеңме?" "Әлбиттә, һис икеләнеүһеҙ!" "Молодец, отлично!"…

Атеизмды ла бирҙем!

Икенсе курсты тамамлағандан һуң, мәктәптәш ҡыҙ менән өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Имтихандар бөткәс тә, йәйге практика башланмаҫ борон, шул эште атҡарып ҡуйыу ниәтебеҙ. Әммә, һуңғы имтихан менән әлеге практикаға ҡәҙәре ваҡыт аралығы бигерәк бәләкәй генә шул. Ун көндәй ҙә түгел. Нишләргә? Имтихандарҙы бер аҙ ваҡытынан алда тапшырып ҡына ана шул аралыҡты бер нисә көнгә оҙайтырға була. "Тәүәккәлләгән - таш ярған" тигәндәй, тап ана шулайтырға булдым. "Детские болезни" тип аталған предметты ныҡ ҡына ярата инем. Лекция һәм семинар дәрестәрендә лә тырышып йөрөгән студент булараҡ, деканаттан рөхсәт ҡағыҙы алып, һис бер әҙерлекһеҙ, ваҡытынан өс көн тәүҙәрәк барып, имтиханды уңышлы ғына биреп сыҡтым.
Шул көнө үк деканатҡа тағы индем. Һуңғы имтиханды ла ("Научный атеизам" предметынан) "досрочно" биреү ниәтемде әйттем. Декан Лина Викентьевна аптыраны: "Куда так торопишься, Суюндуков?" Үҙемдең өйләнергә йыйынып йөрөүем хаҡында "серемде" систем. Был апай ҡаршылашып торманы, тик "Имтиханға әҙерһеңме һуң?" тип кенә һораны. "Эйе". Әммә, әҙер булыу ҡайҙа инде ул!.. Лекцияларына ла йүнләп йөрөмәгән инем. Һис кенә лә яратманым шул "атеизм" тигән нәмәне. Уңайһыҙыраҡ булһа ла, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, шул "фән" буйынса белемем, ысынлап та, "0" кимәлендә генә ине. СССР дәүерендә "серьезный" тип һаналған шул предметтан ҡурҡмай, үҙемде нисек шулай ышаныслы тойҙом һуң? Сөнки бер курсташым имтихандың утыҙ билетына ла айырым-айырым биттәрҙә әҙер яуаптары булған "шпаргалка" тапҡайны. Шуны миңә бирҙе: "Тик тотолоп ҡуйма, ҡара уны…" Костюмымдың эс яғына ҙур ғына "секретный" кеҫә тегеп, бер тәртиптә рәтләп, шул яуаптарҙы һалып алдым да, имтиханға киттем. Билет алдым. Шпаргалка булмаған хәлдә, ундағы өс һорауҙың береһенә лә яуап бирә алмаҫым - көн кеүек асыҡ! Арттараҡ торған партаға барып ултырып, бармаҡтар менән кеҫәмде һәрмәп, тейешенсә һанлы билетты һиҙҙермәй генә тартып сығарып, алдыма һалдым. Былай булғас, эштәр көйлө! Әммә… "Шпора"ның яуабы билеттың бер һорауына ла тап килмәй бит! Әй, әттәгенәһе! Яуап бирергә сиратым да килеп етте. "Ни булһа ла булыр ғәзиз башҡа…" Йәш кенә экзаменатор апайҙың (урыҫса һөйләшһә лә, башҡорт булһа кәрәк) ҡаршыһына барып та ултырҙым. Беренсе һорауға ыҡ-мыҡ иткәс: "Ну, давай, икенсеһен һөйлә инде", тине уҡытыусы. Икенсеһе, өсөнсөһө менән дә шул уҡ хәл! "Бер нәмә лә уҡымаған көйө, өҫтәүенә, "досрочно" килергә нисек баҙнат иттең?" - тине ул, йөҙөндә ғәжәпләнеү билдәһе сыҡты. - Ныҡ ҡына әҙерләнеп, ҡабаттан килергә тура килер." "Ҡабаттан килә алмайым…" "Нишләп?" "Сөнки фәләнсә числоға кәләш әйттерергә һөйләшелгән. Ата-әсәһе лә көтә…" "Ручкаһын ауыҙына ҡуйып, бер аҙ уйланып алды был апай, шунан миңә мут ҡына йылмая биреп, тауышын әкренәйтеп, былай тине: "Ярай улай булғас, һиңә минән - "свадебный подарок", - тип "өслө" ҡуйырға йыйыныуын әйтте. Әммә мин уны туҡтаттым: "Миңә "өслө" ярамай". Экзаменатор аптыраулы ҡараны: "Ни өсөн?" "Сөнки "өслө" ҡуйһағыҙ, ярты йыл буйы стипендия бирмәйәсәктәр". Апай тағы бер аҙ йылмайғандай итә, башын сайҡап, миңә шелтәле ҡарай. Уның йөҙөнән "Ну ты, парень, от скромности не умрешь…" тигәнде уҡырға булыр ине. Бер ни ҙә өндәшмәй, "дүртле" ҡуйып, зачеткамды "шап" итеп ябып, ҡулыма тотторҙо. "Ҙур рәхмәт!" - имтихан бүлмәһенән "осоп ҡына" тигәндәй сығып киттем…

Иртә торһаң - ит бешә…

Дүртенсе курста "Инфекционные болезни" фәнен үткәйнек. Беҙгә лекцияларҙы кафедра мөдире профессор ағай уҡый ине. Баштан уҡ бик ҡәтғи генә итеп иҫкәртеп ҡуйҙы ул беҙҙе: "Кем дә кем минең лекцияларымдың береһен генә булһа ла ҡалдырһа, имтиханды тәү килгәндән бирермен тип өмөт итмәһен!.." Өлкән курс ағайҙары, ысынлап та, уҫал кеше ул, тигәс, бер лекцияны ла ҡалдырмаҫҡа тырышып йөрөгән көн… Тик ниндәйҙер сәбәп менән уның бер лекцияһына бара алмай ҡалдым. Ҡыҫҡаһы, әлеге ағайҙың "ҡара исемлегенә" индем. Сессиялар башланғас, профессор хаҡында күрше төркөм студенттарынан һораштырам. Уның башҡа уҡытыусыларға ҡарағанда имтиханға ярты сәғәт самаһы һуңлаңҡырап килеүе хаҡында ла белдем. Студенттар билет алып, әҙерләнеп, ул-был иткәнсе, килеп тә етә икән… Имтихан бирер көндө кафедраға иртә менән барҙым. Иң беренсе булып инеп, билет алдым, ундағы һорауҙарға яуаптарҙы ла яҡшы ғына белә инем. Әммә әлеге ғәйәт принципиаль булған профессор хәҙер килеп өлгөрһә, барыбер минең белемем бер ниндәй ҙә тиерлек роль уйнамаясаҡ. Билетыма күҙ йүгертеп сыҡҡас, шунда уҡ ассистент апайҙан: "Хәҙер үк, әҙерлекһеҙ яуап бирергә буламы?"- тип һораным. "Әлбиттә, - тип ихлас йылмайҙы уҡытыусы, - рәхим итегеҙ!" Бәхеткә, профессор ағай килеп өлгөрмәне, мин өс һорауға ла шытырҙатып яуап бирҙем. Уҡытыусы зачеткама "Отл." билдәһе ҡуйыуға, мин шөрләгән әлеге ағай килеп тә инде. Шунда уҡ "черный список"ты асып ҡараны ла, экзаменаторға һораулы ҡараш ташланы. "Бик яҡшы яуап бирҙе ул, Фәлән Фәләнович, - тине апай, - мин билдә ҡуйҙым инде…" Профессор телен сыҡылдатып, башын ғына сайҡап ҡуйҙы, әммә, кемдер әйтмешләй, "поезд киткән" ине инде…

"Миңә профессор дүртле ҡуйғайны…"

Партия тарихы, атеизмдарҙы табип өсөн кәрәкмәгән предмет тип һанаһам да, әлеге инфекция, терапия, хирургия һымаҡ клиник дисциплиналарҙы, әлбиттә, һәр саҡ яҡшы үҙләштерергә тырыштым. Тик хирург булырға хыялланып йөрөгән студент булараҡ, нишләптер, дүртенсе курста үткән "Радиология" тип аталған фәнде әллә ни өнәп еткермәнем, әммә программа буйынса уны барыбер үҙләштерергә тейешбеҙ, имтиханын бирергә кәрәк. Уҡытыусыларҙың һәммәһе үҙ предметын буласаҡ табип өсөн иң мөһиме тип һанай бит инде. Ошо кафедра ла был йәһәттән ташлама түгел… Имтиханда иң кәмендә "4"-ле билдәһе лә алыу кәрәк, айырыуса, минең һымаҡ, инде буйҙаҡ булмаған, хатта бер ул тәрбиәләй башлаған атай кеше өсөн. Һаман да әлеге "стипендия" мәсьәләһе борсой. Имтиханға әҙерләнеүен-әҙерләндем, әлбиттә, әммә ауыр ғына һораулы билет эләкте бит, ауыҙыңа май туңғыры! Мин яуап биргәс, "Өслөнән артыҡ ҡуя алмайым", тине профессор. "Миңә өслө кәрәкмәй, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ…" "Улай булғас, нығыраҡ уҡып, ҡабаттан килергә тура киләсәк". "Ярай". Профессор зачеткаға бер ни ҙә яҙманы, ә журналға "птичка" ғына яһап ҡуйҙы. "Элек кеше хитрый булған" тигәндәй, заманында үҙемә күрә зирәк кенә булғанмындыр инде: әлеге ағайҙың ҡабалан ҡына сыймаҡлаған "птичка"һы нәҡ дүртле билдәһенә генә оҡшап торғанын шәйләп алдым. Иртәгеһен, ғәҙәтемсә, иртә менән килдем дә (профессор эштә юҡ ине әле), башҡа төркөмдән имтихан алырға йыйынған йәш кенә бер доцент апайға мөрәжәғәт итәм: "Кисә профессорға имтихан тапшырғайным, тик зачеткамды онотоп киткән инем. Фәлән Фәләнович журналға ғына "дүртле" ҡуйҙы, шуны зачеткама ғына күсереп ҡуйып ебәрегеҙ, зинһар…" Уҡытыусы апай беҙҙең журналды асып ҡараны ла, минең фамилиям тапҡырындағы әлеге "ҡошсоҡ"то күреп: "Ә, эйе, шулай икән",- тине лә, ҡабалан ғына минең зачеткама "дүртле"не ҡуйып ебәрмәһенме! Шатлығы башынан ашҡан студенҡа шул саҡ бүтән бер ни ҙә кәрәкмәй ине…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru