«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙӘШ ФЕРМЕРҘАР МӘКТӘБЕ
+  - 

Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылы быйыл "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Ошо сара сиктәрендә улар 5 мөһим проект, атап әйткәндә "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух", "Быуындар бәйләнеше", "Тәмлекәй", "Парлы ғүмер" һәм "Йәш фермерҙар мәктәбе" булдырған һәм әлеге ваҡытта улар буйынса етди эш алып баралар. Әле башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәмилә Кәрәмәт ҡыҙы Ҡужаҡова етәкселегендәге "Йәш фермерҙар мәктәбе" тураһында һөйләмәксебеҙ.

- Проект сиктәрендә башланғыс класс уҡыусылары фермерлыҡ нигеҙҙәре, ауыл хужалығын алып барыуҙың заманса алымдары һәм "Киров" исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы эшмәкәрлеге менән таныша, - тип һөйләп китте Рәмилә Кәрәмәт ҡыҙы. - Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы районда ғына түгел, ә республикала алдынғы һәм иң ҙур предприятиеларҙың береһе иҫәпләнә. Уның етәксеһе тыуған еренең яҙмышына битараф булмаған Дамир Таhир улы Байгилдин. Булдыҡлы, ихтирамға лайыҡ яҡташыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Малсылыҡ, үҫемлекселек буйынса алғы сафта эшләгән хужалыҡҡа йәш быуында ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында ошо проектты булдырҙым. Был тема минең үҙем өсөн дә бик ҡыҙыҡлы. Проектты булдырыу алдынан ҙур эҙләнеү эше алып барҙым. Иң беренсе үҙемә шундай һорау ҡуйҙым: был мәктәп балалар өсөн нимә бирәсәк һәм уны "Айыҡ ауыл" конкурсы менән нимә бәйләйәсәк? Ошо һорауҙан сығып, маҡсатты, бурысты һәм эшемдең һөҙөмтәһен билдәләнем. Был социаль проект балалар өсөн бик фәһемле буласаҡ, тигән фекергә килдем, сөнки йәш фермер мәктәбе, ысын мәғәнәһендә, башланғыс класта уҡыған ҡыҙ һәм малайҙарҙы ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүгә йүнәлтелгән белем биреү программаһы булып тора. Проект яңы ауыл хужалығы етештереүселәренең компетенция кимәлен күтәреүгә, агросәнәғәт комплексының инновацион үҫешенә булышлыҡ итеүгә һәм төбәктең ауыл хужалығының тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Эште бөтә уңайлы шарттары булған заманса фермаға, яңыса ауыл хужалығы техникаһы менән тулы гаражға экскурсиянан башланым. Ферма мөдире Рәмил Зиннур улы Ҡотлобаев балаларға эш үҙенсәлектәре, яңы алымдар, заманса ҡорамалдар тураһында һөйләне. Ырҙында ла барыһы ла яңыса йыһазландырылғанын күреп, уҡыусыларым һоҡланыуын йәшермәне. Был экскурсия балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шунда уҡ уларҙың фекерен белеү, белемен нығытыу өсөн һорауҙар бирелде: кем ул фермер? Ауыл хужалығында эшләү өсөн ниндәй белемгә һәм сифаттарға эйә булырға кәрәк? Яуаптары бик оҡшаны. Фермер алдынғы ҡарашлы, уңған, эш һөйөүсән, үҙ ерен яратҡан илһөйәр булырға тейеш йәки үҙ ерендә ныҡлы баҫып торған, аҡсалы, бай, айыҡ аҡыллы кеше, тип яуап бирҙе улар.
Йәш фермер мәктәбенең төп маҡсаты итеп ауыл хужалығы секторы өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙе, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙең һәм ауыл хужалығында идара итеүҙең заманса технологияларына өйрәтеүҙе, ауыл хужалығында бизнес алып барыуҙың практик күнекмәләрен биреү юлы менән йәштәр араһында эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген үҫтереү тип билдәләгәйнем. Ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн йәш фермер мәктәбе үҙ алдына бер нисә конкрет бурыстар ҡуя. Мәҫәлән, белем биреү бурыстары: агрономия, малсылыҡ, үҫемлекселек, ветеринария һәм ауыл хужалығында уңышлы эшләү өсөн кәрәкле башҡа һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, ауыл хужалығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан алдынғы хеҙмәтсәндәр менән осрашыуҙар үткәреү һәм оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге биреү.

Шулай итеп...
Йәш фермер мәктәбе киләсәктә йәш аграрийҙарҙы, фермерҙарҙы һәм бәләкәй ауыл хужалығы предприятиелары хужаларын әҙерләүгә йүнәлтелгән белем биреү программаһына әйләнер, тигән ышаныста ойоштороусылар. Өҫтәүенә, былтыр Иҫке Мораптал мәктәбендә 8-се кластан агрокласс асылған. Йәш фермерҙар проекты ошо класта белем алыуға ла артабан этәргес булыр, моғайын.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru