«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БУШ ВӘҒӘҘӘЛӘР МӘЛЕ ЕТӘ
+  - 

Бөгөнгө тыйыуҙар, сикләүҙәр, яза саралары менән янауҙар шарттарында граждандарҙың былай ҙа кешелек хоҡуғы тип иҫәпләнгән берәй мәсьәләне изгелек акты итеп күтәреүҙәр бик үк аңлашылып бөтмәй. Мәҫәлән...

"Известия" гәзите (3 апрель, 2026) яҙып сығыуынса, РФ Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөктө яһалма өҙөү (аборт) процедураһын тыйыусы закон булмаясаҡ, тип хәбәр итте һәм граждандарҙың шәхси тормошона ҡағылышлы мәсьәләләрҙе сикләргә дәүләттең хоҡуғы юк, тип белдерҙе. Был йәһәттән ниндәй юлды һайлау һәм ҡарар ҡабул итеү фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуғы булып ҡала. Ҡыҫҡаһы, бындай тыйыу булмаясаҡ, тип ышанам һәм ҡатын-ҡыҙҙарға борсолорға кәрәкмәй, тине Валентина Матвиенко. Унан алдараҡ, 24 мартта уҡ әле, был хаҡта ҡатын-ҡыҙҙарға Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин да һөйөнсөләгәйне. Дөрөҫ, бер яҡтан, ҡыйыу ғына белдереү кеүек күренһә лә, улар бер ниндәй ҙә яңылыҡ әйтмәне, әлбиттә. Ләкин бына граждандарҙың шәхси тормошона дәүләттең ҡыҫылырға хоҡуғы юҡ, тип айырым-асыҡ ҡына өҙөп әйтеүсе юғары ранг чиновнигын да беҙгә көн дә ишетергә тура килмәй бит.
Эйе, һуңғы ваҡытта илдә тыуымды арттырыу маҡсатында аборттарҙы тыйыу хаҡында әүҙем һүҙ ҡуҙғатыла башлағайны. Әйтерһең дә, был берҙән-бер "дөрөҫ" юл! Был бигерәк тә 2023 йылдың декабрендә Нижегород өлкәһенең закондар сығарыу йыйылышы тарафынан бөтөн Рәсәй буйынса шәхси клиникаларҙа йөклөлөктө өҙөү процедураһын тыйыу хаҡындағы закон проектын Дәүләт Думаһына индергәндән һуң, шулай уҡ Мәскәү һәм бөтөн Русь патриархы Кириллдың аборттарҙы сикләү буйынса башланғысынан һуң көсәйеп киткәйне. Был башланғыс авторҙары үҙҙәренсә ошо тыйыу сараһының демография проблемаһын ниндәйҙер кимәлдә хәл итеренә ысын күңелдән ышана инеләр, буғай. Ә беҙҙекеләргә ней, имеш кенә булһын! Ошондай уйлап еткерелмәгән белдереүҙәрҙән һуң Рәсәйҙең 329 шәхси клиникаһында бындай процедура үткәреүгә лицензиянан баш тарттылар. Йәмғеһе илдең 89 төбәге патриарахтың тәҡдимен яҡлап та сыҡты хатта. Был йәһәттән сиркәүҙең дәүләттән айырымланыуы һәм уның эштәренә ҡыҫылмау тураһындағы положение берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырманы.
Хәйер, сиркәү ҙә йәмғиәт проблемаларына битараф ҡала алмайҙыр, уныһы хаҡ. Ләкин шул уҡ ваҡытта абортты махсус медицина страховкаһы системаһынан сығарыуҙың сетерекле тема булыуы һәм уның йәмғиәттә ризаһыҙлыҡ тыуҙырырға тейеш түгеллеге, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ хоҡуғын сикләүгә юл ҡуймау хаҡында һөйләүсе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың фекере, нишләптер, баяғы дәррәү башланғыстар шауҡымында юғалыбыраҡ ҡалды. Илдә тыуымды арттырыу хаҡында иһә Президент үҙенең эшлекле фекерен белдергәйне: "Аборттар проблемаһы - киҫкен мәсьәлә,- тигәйне ул.- Һорау тыуа: бының менән ни эшләргә? Йөклөлөктө өҙөүсе препараттарҙы тыйырғамы? Әллә илдә социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртырға, көнкүреш кимәлен күтәрергә, яҡшы эш хаҡтары, социаль хеҙмәтләндереү булдырырға һәм йәш ғаиләләргә торлаҡ алыуҙа ярҙам итергәме?" - тип, Президент тыуымды арттырыу йүнәлештәренең күп төрлө булыуына иғтибарҙы йүнәлткәйне. Былтыр Башҡортостан депутаттары ла Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге ошо тыйыу тәжрибәһенә эйәрә биреп ҡуйһа ла, сиктән сиккә сыҡманы. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев был мәсьәләгә ентекле анализлап ҡарауҙы талап итте, демографияны яҡшыртыуҙың ғаиләләргә ярҙамды көсәйтеүгә бәйле булыуын билдәләне. Эш тыйыу һалыуҙа түгел, ә йөклө ҡатындарға һәм балалы ғаиләләргә комплекслы ярҙам системаһын булдырыуҙа, тине спикер. Әйткәндәй, әлеге көндә йөклө ҡатындарға аборт эшләтергә тәҡдим иткән йәки уларҙы мәжбүрләгән йәки ҡурҡытҡан өсөн аҡсалата штраф язаһы ҡаралған. Ә инде онотолоп барған аборт темаһын яңыртып, уны, бая әйтелгәнсә, ниндәйҙер изгелек акты итеп күрһәтергә тырышыуҙың сере ни бары шунда: илдә 20 сентябрҙә буласаҡ Дәүләт Думаһына һайлау алды ығы-зығыһы башланды. Теге йәки был партия файҙаһына күберәк тауыш йыйыу өсөн быйыл ниндәй шаҡ ҡатырғыс һүҙ әйтергә, нимәләр вәғәҙә итергә? Ниндәй тема өҫтөнлөк итер, тип баш вата бөгөн сәйәсмән һәм политтехнологтар. Хәҙер көн дә берәй яңылыҡ, йәғни вәғәҙә көтөргә ҡала, ә инде был вәғәҙәнең артабан, һайлауҙарҙан һуң буш ҡыуыҡҡа әүереләсәге депутатлыҡҡа дәғүәселәр намыҫын да, фракцияларҙы ла борсомай.
Әмәлгә ҡалғандай, интернет киңлектәрендә әле шундай хәбәр таралды: депутаттар пенсия йәшенең элекке тәртибен ҡайтарырға йыйына, имеш: ҡатындарға пенсия - 55, ирҙәргә 60 йәштән. Әгәр был закон проекты ҡабул ителә ҡалһа, йәнәһе лә, ул ошо йылдың 1 июленән көсөнә инмәксе, тиҙәр. Был шулай уҡ туранан-тура демография, ғүмер оҙайлығы мәсьәләһенә ҡағылһа ла, илдәге бөгөнгө ҡатмарлы сәйәси, социаль-иҡтисади шарттарҙа бындай закондың ҡабул ителеүе икеле һәм маҡсатҡа ярашлы түгел икәнлекте белә-күрә шундай сиккә барып һуғылырға, халыҡ иғтибарын буш вәғәҙәләр менән төп проблемаларҙан ситкә борорға маташа власҡа, йылы-йомшаҡ ҡәнәфиҙәргә ынтылыусылар. Хатта Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин әфәнде лә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр тарифтарының үҫә барыуына юлды ябырға һәм мәсьәләне контролгә алырға вәғәҙәләй. Хаҡтарҙың көнләп түгел, сәғәтләп үҫкән мәлдәрендә реаль вәғәҙәме был? Уныһын яҡын киләсәк күрһәтер. Ә бына бөтөн халыҡ мәнфәғәтенә, уның йәшәйеш сифатына, шул иҫәптән, иҡтисад менән бизнес өлкәһенә лә ҡағылышлы реаль проблема - интернет киңлектәрен сикләп, коммуникация каналдарына массовый бик һалыу һәм уның киләһе һайлауҙар барышына йоғонтоһо хаҡында властарға ишетелерлек кимәлдә һүҙ ҡуҙғатыусы депутаттар ҙа, партиялар ҙа әлегә юҡ иҫәбендә.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 10 - 16 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru