«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕР АЯҒЫ – АЙҘА ИКЕНСЕҺЕ – ХАРАБАЛА
+  - 

Прогрессив кешелек донъяһы, Израиль менән уның ҡотҡоһона бирелгән АҠШ президенты хакимиәтенең, һүҙ ҡуйышып, күҙ алдында Иранға ҡаршы енәйәти-террористик һуғыш алып барыуына ҡәтғи протест белдерә һәм күпләп митингыларға, демонстрацияларға сыға.

4 апрель һуғышҡа ҡаршы һәм ҡоралһыҙланыу өсөн ошондай ҙур сығыштар Германияның эре ҡалалары Берлин, Мюнхен, Кельн, Лейпциг, шулай уҡ Штутгарт, Фрайбург, Мангеймда булып үтте. Унда ҡатнашыусыларҙың ҡулдарында Иран, Куба һәм Палестина флагтары елберҙәй. Иранға ҡаршы һуғышҡа Израиль халҡы ла күптән ризаһыҙлыҡ белдерә. Ошо уҡ көндө - 4 апрель Тель-Авивта ла йөҙәрләгән кеше митингыға сыҡты, тип хәбәр итте яңылыҡ агентлыҡтары. Протест белдереүселәр Израиль хөкүмәте сәйәсәтенә ҡаршы лозунгылар, плакаттар тотоп сыҡҡан, улар кисекмәҫтән Иранда, Ливанда һәм Газала барған хәрби операцияларҙы туҡтатыуҙы талап итә. Израиль полицияһы менән демонстранттар араһында бәрелеш башланған. Йыйылған халыҡҡа ҡарата көс ҡулланыу юлы менән уларҙы таратырға маташҡандар. Тиҫтәләгән кеше ҡулға алынған, тип хәбәр итә Яңылыҡтар мәғлүмәт агентлығы.
Бынан алдараҡ Вашингтонда ла АҠШ президенты Дональд Трамптың отставкаға китеүен һәм ҡалаларҙан иммиграция полицияһын сығарыуҙы талап итеп, зур марш булып үткәйне. Ғөмүмән, АҠШ-та No Kings тигән дөйөм лозунг аҫтына берләшкән демонстранттар һаны 7 миллионға барып баҫты, тип хәбәр итә маршты ойоштороусылар. Улар Трамп сәйәсәтенә ҡаршы протест белдерә. Трамп иһә был массовый протест сығыштарын финанслауҙа бизнесмен Джордж Соросты ғәйепләй. Евросоюз илдәре халҡы ла Иран фажиғәһен битараф күҙәтеп ятмай: Парижда, Венала, Лондонда, Лиссабонда, Майндағы Франкфуртта күп һанлы халыҡ ҡатнашлығында митингылар булып үтте. Ләкин халыҡ сығыштарын Трамп ҡолағына ла элмәй, Ирандан Ормуз боғаҙын асыуҙы талап итеп ҡырталаша, "юғиһә, Тегеран тамуҡта йәшәйәсәк; ике-өс аҙна эсендә Иранды беҙ таш быуат осорона ташлаясаҡбыҙ", тип янай һәм, әгәр Тегеран килешеүгә бармаһа, Ислам Республикаһының энергетика объекттарын, күперҙәрҙе утҡа тотасаҡтарын белдерә. Донъя йәмәғәтселеге Трамптың бындай аҡылһыҙ, ҡанһыҙ, законһыҙ белдереүенән шаҡ ҡата.
Иран ғәскәрҙәренең үҙәк штаб командующийы Али Абдоллахи Трамптың янауҙарына яуап ғәмәле вәғәҙәләй.
Британия аналитиктары фекеренсә, АҠШ тарафынан Ирандың тотороҡло дәүләт машинаһы баһалап еткерелмәне, шунлыҡтан хәҙер ресурс пландарын ҡайтанан иҫәпләү талап ителә. Һәм Трамп, ысынлап та, Иранға ҡаршы оперция өсөн конгрестан өҫтәмә рәүештә 200 млрд доллар теләнселәргә мәжбүр булды, шул уҡ ваҡытта ул АҠШ-тың яңы оборона бюджетын хуплатыуға өлгәшеү өсөн тырышасаҡ. Ул саҡта Аҡ йорт теләге буйынса хәҙер былай ҙа триллионлы гигант бюджет суммаһы тағы ла 40 процентҡа - 1,5 триллион долларға тиклем үҫәсәк. Был иһә Икенсе донъя һуғышынан алып идара иткән бөтөн Америка президенттарының бөтөн хәрби сығымдарынан да артып китәсәк.
Бер аяғы менән Айҙа торған цивилизация империяһы, шулай итеп, икенсе аяғы менән үҙе тарафынан емереклеккә әйләндерелгән харабалар өҫтөнә баҫҡан килеш күҙ алдына килә. Икенсенән, Трамп үҙ командаһындағы яңы милитаризация йүнәлешендә икеләнеү белдереүсе иң яҡын ярҙамсыларынан арына башланы. Улар иҫәбендә эске хәүефһеҙлек министры Кристи Ноэм, генпрокурор Пэм Бонди, милли разведка башлығы Тулси Габбард һәм... Трамптың үҙенең уң ҡулы - вице-президент Джей Ди Вэнс.
"Известия" гәзитенең онлайн каналы Украиналағы Махсус хәрби операция хәрбиҙәренең яңы табышы хаҡында яҙып сыҡты. "Көньяҡ" ғәскәр төркөмө казактар бригадаһының 6-сы зенит-ракета батареяһы яугирҙары FPV операторҙары өсөн төндә күреүсе күҙлектең яңы вариантын уйлап сығарған һәм уны ялан шарттарында икенсе дрондан алынған тепловизор камераһынан ҡулдан йыйған. Көндөҙ ҙә, төндә лә бик асыҡ күрһәтеүсе был күҙлекте бер нисә минут эсендә тиҙ генә йыйырға була. Ялан шарттарында Рәсәй саперҙары уйлап сығарған икенсе яңылыҡ - минаны алыҫ арала тороп хәүефһеҙләндерә торған ҡорамал. Уның ярҙамында һауа шарттарына һәм тәүлек ваҡытына ҡарамайынса, дронға беркетелгән ҡулайламаны туп-тура минаның өҫтөнә төшөрөргә була. Был ваҡытта Белгород өлкәһенең сик буйы райондарында дрондарға ҡаршы үткәүел (коридор) урынлаштырыу башланды, тип хәбәр итә төбәк етәксеһе Вячеслав Гладков. Донбаста һынау үткән был тәжрибә хәҙер Шебекино, Борисовка, Грайворонский округтарында ла ҡулланыласаҡ һәм өлкәнең тыныс граждандарын пилотһыҙ шартлатҡыс аппараттарҙан ышаныслы һаҡлау сараһы буласаҡ.
Хәрби журналист Поддубный билдәләүенсә, Украина менән сиктәш райондарҙа хәл бик ҡатмарлы - дошман дрондары көн һайын тиҫтәләгән кешенең ғүмерен өҙә һәм яралай. Был райондарға аҙыҡ-түлек һәм башҡа тәү кәрәк әйберҙәр ташыу өсөн фәҡәт бронялы техника менән генә йөрөү мөмкин.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 10 - 16 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru