«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
УЛАРҒА ЛА УҠЫУ ТЕЙЕШ
+  - 


Физик яҡтан ниндәй генә кәмселектәре булмаһын, һәр бала белем алырға лайыҡлы. Республиканың Мөмкинлектәре сикле балаларға дистанцион белем биреү мәктәбе тап шундай үҙенсәлекле балаларҙың хоҡуғын тормошҡа ашыра ла инде. Һәм беҙ ошо учреждениеның директоры, кескәй сағынан уҡытыусы булыу хыялы менән янған һәм бына инде 27 йыл ғүмерен педагогия эшенә бағышлаған шәхес - Фәнил Йәмил улы НУРЕЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был фани донъяла сәләмәтлеге сикләнгән балалар күп, кемдер тыумыштан, кемдер төрлө хәлдәргә осрап зәғиф булып ҡала. Ә һеҙ ниндәй уҡыусылар менән эшләйһегеҙ?

- Был йәһәттән беҙ универсаль мәктәп тип әйтергә мөмкин. Беҙҙә әлеге ваҡытта 554 бала уҡый. Үҙәк 2010 йылда ул ваҡыттағы Рәсәй Президенты Д.А. Медведев бойороғо менән бөтөн Рәсәйҙә асылған үҙәктәрҙең береһе. Улар һәр бер төбәктә, төрлө форматта ойошторолған. Тап беҙҙең республикала һайланған формат ҡатмарлы, әлбиттә, әммә балалар өсөн иң уңайлыһы: балалар өйҙә дистанцион рәүештә лә, үҙәккә килеп тә уҡый ала.
Уҡыусыларҙы беренсе кластан алып, ун икенсе класҡа ҡәҙәр уҡытабыҙ. Үҙәктәр иң тәү сиратта интеллекты теүәл, әммә йөрөү һәләттәре сикле, йәки хәрәкәт-таяныу (опорно-двигательный) аппараттары зыян күргән балалар өсөн тәғәйенләнгән. Балалар беҙгә, медик комиссия үтеп, дистанцион форматта һәм өйҙә уҡый ала тигән документ менән һәм ПМПК (Психолого-медико-педагогик комиссия) үткәндән һуң, уҡыу өсөн ҡаршылыҡтар юҡ, тигән ҡағыҙ менән килә. Тик беҙ тулыһынса күреү йәки ишетеү һәләттәрен юғалтҡан балаларҙы уҡытыуға махсуслашмағанбыҙ, әммә аҙ күргән һәм насар ишеткәндәрҙе ҡабул итәбеҙ.

Дистанцион белем биреү үҙәгенең структураһы хаҡында ла әйтеп китһәгеҙ ине...

- Беҙҙең төп учереждениеның юридик адресы Өфөлә, унан башҡа тағы ла алты бүлексәбеҙ бар, улар Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама, Белорет ҡалаларында һәм Мәсәғүттә урынлашҡан. Һәр бүлексәлә кәрәк саҡта балаларҙы алып килеп, алып ҡайтып тороусы транспорт бар, әммә, әлбиттә, уларҙың күбеһе өйҙән уҡый.
Кластарға килгәндә, әлеге ваҡытта беҙҙә бер балаға бер уҡытыусы ҡаралған. Алдағы көндәрҙә был системаны үҙгәртергә планлаштырабыҙ. Эскперимент форматында икешәр-өсәр баланан торған төркөмдәр булдырып, уҡытып ҡарағайныҡ. Ә беренсе сентябрҙан алып бөтәһе лә шулай шөғөлләнә башлаясаҡ: ике, өс, дүрт, биш баланан торған төркөмдәр бер үк ваҡытта уҡытыусы менән бәйләнешкә сығасаҡ. Ҙурыраҡ төркөмдәр йыйыу өсөн, бер яҡтан, техник мөмкинлектәр әҙерәк, икенсенән, нозология буйынса балалар һаны күп булырға тейеш түгел. Класта бөтәһенә лә бер тигеҙ иғтибар бүлеп, аралашып өлгөрөр өсөн дә төркөмдәрҙең ҙур булмауын оптималь вариант тип таптыҡ. Биш уҡыусынан торған төркөмдәрҙә балаларҙың интеллект кимәле йөҙ процент булыуы мотлаҡ, ҡайһы бер эштәрҙе үҙаллы ла эшләй белергә тейештәр. Бындай үҙгәрештәрҙең яҡшы яғы - ул балаларҙың социалләшеүе. Улар бер-береһе менән аралаша, сағыштырып ҡарай һәм ярыша ала.

Йәмғеһе ете бүлексәгеҙ барлығы хаҡында әйтеп киттегеҙ, уларҙа педагогик коллектив нисек ойошторолған? Һеҙ балаларға стандарт буйынса белем бирергә тейешһегеҙҙер бит?

- Беҙҙең уҡытыусыларҙың эшендә бик тә мөһим бер аспект бар - ул үҙҙәренә лә, балаларға ла көн һайын алға барыу, үҙгәреш өсөн мотивация табыу.
Стандарт буйынса беҙ белемде егерме бер сәғәт бирергә тейешбеҙ. Әммә уҡыусыларҙың һаулыҡ торошо арҡаһында теләгән хәлдә лә ул тиклем сәғәтте тулыһынса уҡытып бөтөп булмай. Мөмкинлектәре сикле баланы егерме бер сәғәт буйы компьютер артында ултыртыу мөмкин түгел. Дәрес оҙайлығы беҙҙә 40 минутҡа тиклем. Ябай мәктәп уҡытыусыһы менән сағыштырғанда, беҙҙең уҡытыусы компьютер мөмкинлектәрен мөмкин тиклем тулы ҡулланып, дәресте матур итеп аңлата белергә тейеш. Онлайн формат видеоматериалдарҙы, эксперименттарҙы күрһәтеү, төрлө тренажерҙар ҡулланыу өсөн бик уңайлы. Электрон таҡта кеүек, эште еңеләйтеүсе программалар бар, уларҙа уҡытыусы үҙе генә дәрес аңлата йәки уҡыусы менән бер ваҡытта эшләй ала. Әйткәндәй, беҙ әле "Учитель дистанционного образования" тигән конкурс үткәрәбеҙ. Был конкурста ҡатнашыусыларға "Интерактив элемент" тип исемләнгән эш йөкмәтелә. Уҡытыусы төрлө ресурстарҙа, мәҫәлән, уйын формаһында булған интерактив элементлы йөкләмәләр менән эшләй белергә тейеш. Был тәү ҡарашҡа ҡатмарлы күренһә лә, ошондай технологияларҙы бер тапҡыр өйрәнеп алһаң, аҙаҡ файҙаһы бик ҙур була.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙҙәге һәр уҡытыусының ҡәҙимге дәресе - ул асыҡ дәрес. Ябай мәктәптә ата-әсәләр менән педагогтар йыйылыштарҙа ғына осрашһа, өйҙә уҡыған балаланың ата-әсәһе һәр дәрестә уҡытыусы менән бәйләнештә була бит инде.

Технология, физкультура, музыка, рәсем кеүек махсус предметтарҙы уҡытыу эше нисек бара? Мөмкинлектәре нисек кенә сикле булмаһын, балаларҙың төрлө һәләттәре була. Һеҙҙең үҙәктә быға ниндәй иғтибар бүленә?

- Беҙҙә аҡыл үҫеше йәки психик йәһәттән бер ни тиклем тотҡарлыҡтары булған балалар уҡый, улар өсөн технология дәрестәре үҙәк момент булып тора. Беҙ балаларҙы өй шарттарында шөғөлләнеү мөмкинлеге биргән пластилин, картон, ҡағыҙ кеүек материалдар менән эшләргә, ваҡ маториканы үҫтерергә ярҙам иткән сигеү, бәйләү кеүек һөнәрҙәргә өйрәтәбеҙ.
Унан башҡа, әлеге ваҡытта бинала ремонт эштәре барыу сәбәпле тотҡарланып торһа ла, беҙҙең Дыуан бүлексәһендә "Рубиновый луч" тигән бик шәп проектыбыҙ бар. Балалар компьютерҙа проект эшләйҙәр, шул проект буйынса технология уҡытыусыһы лазер ярҙамында фанеранан деталдар ҡырҡып бирә, аҙаҡ бергәләп йыялар. Бындай дәрестәр аҡылы теүәл булғандарға компьютерҙа проект төҙөргә өйрәтеүе, был этап ҡыйыныраҡ бирелгәндәрҙең йышыу, буяу кеүек ҡул эштәре менән була алыуы, йәғни командалы эш алып барылыуы менән ҡыҙыҡ.
Шулай уҡ һәр бер бүлексә 3D принтерҙар менән йыһазландырылған. Был йүнәлештә балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу, ниндәй мөмкинлектәр асылғанын күрһәтеү өсөн төрлө конкурстар үткәреп торабыҙ. 3D-моделләү конкурсы өсөн беҙҙең Нефтекама бүлексәһе яуаплы. Ул һәр йыл һайын йыл исеменә атап үткәрелә. Конкурсанттар моделдар эшләп ебәрә, ярыш аҙағында финалға үткәндәрҙең эштәрен яҡлауға саҡырабыҙ.
Балаларҙың талантлыларын эҙләп, табып, күрһәтеү мөмкинлеген биргән махсус "Абилимпикс" чемпионаты бар. Был конкурста балалар ниндәйҙер бер стандарт шарттар һәм талаптар буйынса ярышалар. Йүнәлештәре төрлө, хатта "Нейроселтәрле киләсәк архитекторы" тигән яһалма интеллект эшенә ҡайтып ҡалғаны бар. Беҙҙең Старлетамаҡ бүлексәһендә белем алған бер егет был йүнәлештә еңеүсе булды. Былтыр беҙ республиканан иң күп заявкалар биреүселәр рәтендә инек һәм һөҙөмтәлә 13 призлы урын яуланы уҡыусыларыбыҙ.

Ысынлап та, шундай ауыр ситуацияға дусар булған балаларға яңы мөмкинлектәр асыу бик сауаплы эш, тиһәң дә булалыр? Эшегеҙҙән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо бармы, бындай бик тә ауыр вазифаны йөкләүегеҙгә үкенмәйһегеҙме?

- Әлбиттә, беҙҙең төп маҡсат - балаларҙың мөмкинлектәренән сығып, уларҙы ҙур тормошҡа әҙерләү. Ғәҙәти мәктәп уҡыусылары менән сағыштырғанда, беҙҙең балаларҙы эшкә урынлаштырыуы ла күпкә ауырыраҡ мәсьәлә. Әммә унан башҡа беҙҙең үҙәктең тағы ла бер бик мөһим миссияһы бар - беҙ ата-әсәләр һәм балалар күңелендә өмөт сатҡылары уятырға һәм үҙебеҙҙең эшебеҙ менән ғаиләлә булған социаль көсөргәнеште бөтөрөргә, психологик атмосфераны ыңғай яҡҡа үҙгәртергә тырышабыҙ. Йәғни беҙҙең хеҙмәтте аттестаттар, почет грамоталары, көндәлектәге билдәләр менән генә баһаларға ярамай.
Дистанцион үҙәктең директоры вазифаһын мин 2018 йылдан алып башҡарам. Бар коллектив менән бергә эшләгән эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреү ҡанатландыра, яңы үрҙәргә этәргес бирә...

Айһылыу ДАУЫТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 10 - 16 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru