«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ
+  - 

XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1899 йылда Санкт-Петербургта баҫылып сыҡҡан "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" тип исемләнгән үтә ҡыҙыҡлы китап авторы булараҡ билдәле. Унан башҡа Д.П. Никольский 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. Автор урындағы башҡорттарҙың көнкүреше һәм йәшәү рәүеше, ялан һәм урман зоналары башҡорттары араһындағы айырмалыҡтар хаҡында ла бәйән итә.

Урман башҡорттары балыҡ тоторға ла ярата, башлыса, йәй айҙарында. Балыҡты мурҙа, ау менән тоталар, һалдау менән сәнсеп алалар һ.б. Һалдау менән йышыраҡ бәрҙегә, бағрыға, суртанға һ.б. балыҡтарға йөрөйҙәр, ике-өс һәм унан да күберәк кеше бергә бара. Ике кеше, яр буйлап килеп, балыҡ ятҡан урынды күрһәтә, ә өсөнсөһө йылғанан һыбай барған көйө балыҡты сәнсеп алырға тейеш. Кистәрен ут яндырып балыҡ аулау бигерәк тә үҙенсәлекле һәм тәьҫирле. Бәғзе бер башҡорттарҙа ошолай итеп балыҡ тотоу теләге шул тиклем көслө, улар, заводта көнө буйына барған ауыр эштәре тамамланыу менән, ял итеп тә тормайынса, балыҡ ауларға ашыға һәм, төн буйына тигәндәй, шуның менән шөғөлләнә.
Башҡорт ир-аттарының шөғөлдәре хаҡында бәйән иткәс, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ниҙәр менән шөғөлләнеүҙәре тураһында ла әйтеп үтмәй булмаҫ. Улар эшләгәндәр артыҡ күҙгә салынып бармай, әммә ҡатын-ҡыҙҙарға барса өй эштәре һәм хәстәрҙәре йөкмәтелгән. Улар мейес яға, өй йыйыштыра, хатта ат сбруяһын тәртиптә тота, мал аҫрай, балаларын ҡарай, кейем-һалым өсөн йөн иләй, һыйыр һауа, май әҙерләй һәм әсе бал ҡоя, барса ҡыр эштәрендә ҡатнаша. Ошондай күп төрлө эшмәкәрлегенә ҡарамаҫтан, ғаилә эштәрен ул хәл итмәй, бик һирәк осраҡтарҙа ғына уның фекере иҫәпкә алына.
Ҡөрьән буйынса рөхсәт ителгән күп ҡатынлылыҡ башҡорттарҙа аҡрынлап бөтә бара - бик һирәк ирҙәрҙең ике-өс ҡатыны була, күбеһе - бер генә ҡатынлы. Мин һорашҡан 56 башҡорттоң өсәүһенең генә ике ҡатыны бар ине. Бының сәбәбе, бер яҡтан, иҡтисади шарттар, икенсе яҡтан - ғаилә ҡороу мәсьәләләре менән бәйле. Башҡорттарҙың байтағы элеккегә ҡарағанда күпкә кәмегән ҡалымды ла түләргә ҡыйынһына, ә ике ҡатын өсөн түләү бигерәк тә ауырға төшә. Хәҙерге ваҡытта ҡалым өсөн 100 һумдан 5 һумға тиклем аҡса түләнә, хәленә ҡарап, билдәле бер күләмдә мал бирелә. Ҡалымдың бер өлөшө никах уҡытылыу менән түләнә. Ҡалым түләгәндә билдәле бер йола үтәлә. Ҡалым тулыһынса түләп бөтөрөлмәйенсә кәләше иренең өйөнә китә алмай.
Йола атҡарыу яғынан урман башҡорттарының никахлашыуында башҡа башҡорттар менән оҡшашлыҡтар күп, шуға күрә был хаҡта яҙып тормайынса, икенсе бер йоланы күрһәтеп үтәм. Туйға тиклем кейәү кәләшенең барса туғандарын һәм таныштарын ғына түгел, ә уның ауылында йәшәгән сит-яттарҙы ла үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Әйтергә кәрәк, урман башҡорто буласаҡ ҡатынын үҙ ауылынан түгел, ә сит ауылдан алырға тырыша, быны үҙ ауылы ҡыҙҙарын белеү менән аңлата. Саҡырылған ҡунаҡтарын кейәү әсе бал, ҡымыҙ, сәй, ит һ.б. менән һыйлай. Бындай һый ҡиммәткә төшә, бигерәк тә башҡорттарҙың ашап-эсеүгә әүәҫ булыуҙарын иҫәпкә алғанда. Туйҙан һуң кәләштең туғандары ла ошолай уҡ кейәүҙәренең яҡындарын һәм таныштарын ҡунаҡҡа саҡырып ала. Ҡунаҡҡа саҡырылып килеүселәр күп булғанлыҡтан, кейәүҙең йә иһә кәләштең өйөнән башҡа уларҙың яҡын таныштарында урынлаша. Ҡунаҡ һыйлау ике-өс көн буйына дауам итә. Әлбиттә, бындай ҙур мәжлестәрҙе бай башҡорттар ғына уҙғара ала. Туй байрамы башҡорттар араһында дини байрамдарҙан ҡала икенсе урында тора, тип әйтеп була.
Улар туйҙарҙы ҡышын йә иһә яҙ көнө уҙғара, йәйен бик һирәк, сөнки йәй айҙарында байрам итеү өсөн ваҡыт тар, унан һуң, эш күп саҡта башҡорт үҙенең ҡыҙы йөҙөндә эшкә яраҡлы кешеһен өйөнән ебәргеһе килмәй; ҡышын буш ваҡыт та етерлек, ҡунаҡтарҙы һыйларлыҡ мөмкинлек тә бар. Никахҡа инеүселәрҙең йәше рустарҙыҡына ҡарағанда олораҡ - егеттәр 21-25 йәштән иртәрәк өйләнмәй, ҡыҙҙар 16-18 йәштәр иртәрәк кейәүгә сыҡмай. Ир-аттарҙың никахҡа һуң инеүе бары тик иҡтисади шарттар һәм һалдат хеҙмәтен үтәү менән бәйле. Әгәр ҙә ки башҡорттың хәрби хеҙмәт үтәү сираты етә икән, ул хеҙмәтен тамамлағансы өйләнмәй. Балаларының никахҡа риза булыу-булмауы иҫәпкә алынмай; барыһын да ата-әсәләре хәл итә. Әгәр ата-әсәләр үҙҙәренең улдарын ниндәйҙер ҡыҙға өйләндереүҙе яраҡлы һәм файҙалы тип тапһа, улар кәләштең ата-әсәһенә ҡоҙалар ебәрә. Улары риза булһа, егеттең атаһы ҡалым түләү хаҡында ла килешеп ҡайта.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 3-10-сы һәм 13-сө һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №14, 10 - 16 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru