«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ХАТА
+  - 


Ҡасан, ниндәй хата ебәрҙе һуң әле ул? Фәнзил йоҡлап китә алмаҫын белгәнгә, йоҡа юрғанын һаҡ ҡына ҡайырҙы ла, аяҡтарын ипле генә яңыраҡ икенсегә буялған һалҡынса иҙәнгә төшөрөп, урынынан ҡалҡынды. Йәнәштә ҡатыны ла тыныс түгел, ара-тирә тертләп ҡуя, әммә йоҡлай. Башҡалар ҙа инде нисәмә көн, төнгә ялғанып һуҙылған ҡайғылы мәшәҡәттәрҙән, ниһайәт, арынып, борсоулы төштәр донъяһына сумған. Кемеһелер ауыр һулап ҡуя.
Фәнзил, трикоһын һәрмәп алып, сығыуға табан йүнәлде. Ярай әле ишек шығырламай. Иҙән таҡталары ла шыплап, йыплы һалынған. Берәүһендә генә ҡытырлау бар. Мырысының йорто был. Ул таҡтаны ҡаланан ялға ҡайтҡанында өмәлә ҡатнашҡан Фәнзил үҙе һалғайны. Еренә еткереп эшләй алмаған. Көндөҙ түгел, төндә лә баҫмай ул уға. Әммә башҡалар шытырлатып үтһә, үҙ-үҙенә йәне көйөп ҡуя. Бер нисә тапҡыр ике-өс урындан, өҫтәп, сөй ҙә ҡағып ҡараны. Юҡ шул: әллә һалғанда уҡ ҡалтайған таҡта эләккән, әллә аҫтындағы урҙа тейешенсә юнылмаған. Ахырҙа, ҡул һелтәне. Әле ир уны ашатланы ла, ишекте тауыш-тынһыҙ асып, иркен солан аша тышҡа сыҡты.
Йондоҙҙар, сағыулыҡтарын юғалтып, ағара башлаған. Шулай ҙа таңға иртәрәк әле. Өсөнсө әтәстәр яр һала башлар алдынын ғына була торған үтеп барған йәйҙең һил иртәһе. Фәнзил мейеһен тынғыһыҙлаған һорауҙарға яуап табырға теләгәндәй, ҡойроғон көнсығышҡа ҡарай бора башлаған Етегән йондоҙлоғон барланы.
Барыһы ла йола ҡушҡанса, туғандарының ризалығы менән башҡарылғайны кеүек. Мәрхүмде төнөн һаҡлағанда ла, иртән йыуғанда ла, табутты күтәреп, ауыл аша үткәндә лә (машинаға һалмайыҡ, иңебеҙҙә генә һуңғы юлына оҙатайыҡ, тинеләр), ләхеткә төшөргәндә лә, доғаһы уҡылды, хәйере өләшелде. Быларҙың бөтәһе лә һүҙһеҙ генә Фәнзилдең ым-ишараһы, мулланың кәңәш-төңәшле күрһәтмәләре буйынса атҡарылды.
Ә ниңә һуң күңел кәнде урынында түгел. Нимәлер кәрәгенсә эшләнеп бөтмәгәндәй, ҡайҙалыр яҙа баҫылған һымаҡ. Әйтерһең, үҙе лә һиҙмәҫтән, һис нисек төҙәтеп була алмаҫтай хилафлыҡ ҡылған…

* * *

Үткән төн, инде йоҡоға талғас-икәс, телефон шылтыраны: бер туған ҡустыһы баҡыйлыҡҡа күскән. Ауырый ине шул. Эскелеккә бирелеп, бауырын эшлектән сығарғайны. Ә бит береһенә икенсеһе етә килгән алты малай, ике ҡыҙ булған ишле ғаиләлә таҙалығы буйынса иң айырылып торғаны, беләккә лә ҡеүәтлерәге, үҫә килә һын-һыпаты менән ҡойоп ҡуйғаны ул - Әмир ине. Туҡта! Уның иғтибар үҙәгенә әйләнә барыуы үҙен юғалтыуға этәрмәнеме, ә һиндә көнсөллөк тойғоһо уятманымы икән? Улай тиһәң, Фәнзил һәр ваҡыт ағай урынында ҡалырға тырышты. Ыҙғыш-тартыш сыға ҡалһа, атаһы ла әйләнгән һайын әйткеләр ине: "Ҡуй, улым: һин ҙурһың бит. Еңмеш еңдем, тиер, яҡшы ҡуйҙым, тиер. Үҫә төшкәс, үҙе аңлар әле…" Кемдең яҡшы булғыһы килмәһен! Юл ҡуя килде бит гел генә. Шулай ҙа бер мәл Әмиргә хаслыҡ ҡылды...
Фәнзилгә ун ике-ун өс, мыртыйына туғыҙ-ун тирәһе булғандыр. Үҙҙәренә ҡойо ҡаҙырға булып киткәйнеләр. Нөгөш эсерлек ине әле ул заман. Әммә һыуалғыс алыҫыраҡ. Сирек саҡрым самаһы. Яры ла бейек. Етмәһә, текә. Айырыуса ҡыш көндәре ҡыйын. Көнөнә илле литрлыҡ ике-өс фләгә китеп кенә тора. Ҡойоһоҙ булмай. Күршеләр ҙә, мәшәҡәтһеҙ йөрөһөн, тип, ҡойма тышына ҡаҙырға уйлаштылар. Эҫе йәйге көн. Абзылары оҙаҡламай өлгөрәсәк ҡойоға бура мәшәҡәттәре менән урманға киткәйне. Фәнзил менән Әмир генә ҡалды. Төп ҡоралдары көрәк. Биш-алты аршин самаһы тәрәнлеккә еттеләр. Шуның урталығында, туп-тура аҫҡа төшә барыусы соҡор мөйөшөндә, иңе-буйы ике аршиндай булырмы, төптән ырғытҡан балсыҡты ҡабул итеп, өҫкә ташлап торорҙай урын ҡалдырылған.
Фәнзил ана шул урталыҡта. Әмир, еңмешләнеп, иң аҫҡа төштө. Һыуҙы, йәнәһе, башлап ул күрәсәк. Һыуға еткәнсе әллә нисәмә тапҡыр кәзә майың һығыласаҡ. Аталарының самалауынса, йәнә ошо тиклем ҡаҙырға кәрәк әле.
Еңелсәрәк алған йәбешкәк һарғылт мәтене Әмир ҡырҡа көрәге менән ағаһының аяҡ аҫтына ырғыта. Уның ике-өс һелтәгәнен Фәнзил һоҫҡо көрәгенә бер генә һыпыра ала ла, өҫкә ташлай. Ҡустыһы ҡаҙғылаған арала, мәтенән бармаҡ башындай йомарлаҡ әүәләп, тегенең елкәһенә төшөрә. Әмир башта, балсыҡ былай ғына төшәлер тип, иғтибарламаны, аҙаҡ һиҙеп ҡалды ла, ыуалып ваҡланған балсыҡ төйөрсөктәрен көрәгенә тултыра алып, Фәнзилдең битенә етерҙәй итеп, һирпеп ебәрҙе. Тик аҫтағының мөмкинлеге сиклерәк шул. Етмәһә, Фәнзил, Әмир эргәһенә төшөрөлгән баҫҡысты тартып алды ла, үҙе өҫкә үк күтәрелеп, әйҙә, хәҙер дилбегә буйы бейеклеккә ырғытып ҡара инде тип, китте лә барҙы. Тегеһе лә инде, әҙерәк кенә сыҙап ултырһа, ни булған. Яндырай! Ағаһы, ул-был итеп, айран һыулап алып сыҡҡансы, ҡойоға әйләнәсәк соҡор ҡырынан күтәрелеү өсөн уйымдар соҡой башлаған. Үҙе бейеклегеләй күтәрелеүен дә күтәрелгән, әммә, кире мәтәлләп, аяғын имгәткән. Фәнзилгә атаһынан ныҡ эләкте, әммә мырысының йәшле күҙҙәрен күреүҙән йәненең өҙгөләнеүе язаның иң ҡатыһы булғандыр… Ҡара инде, күптән онотолоп бөткән малай саҡ шуҡлығы, бөгөн (ниндәй мәлдә бит әле!), бәғерҙе телеп, иҫкә төшә. Эшкә сымыры ине Әмир. Фәнзилгә ҡарағанда таһыллыраҡ та булғандыр. Шуға атаһы уны йөк тейәгәндә лә, кәбән ҡойғанда ла, гел башҡа ҡыуыр ине. Уныһы күбәләй бесәнде, һәнәгеңде батыра сәнсеп, йәнтәслим өҫкә ырғытыу түгел, әммә оҫталыҡ кәрәк: йөгөң, һалыулап, ауырлыҡ булмаһын, кәбәнең елгә лә бирешмәһен, һыу ҙа үткәрмәһен - ҡай яҡтан ҡарағанда ла ҡурсаҡтай ултырһын. Ул ҡойған кәбәндәр башҡаларҙыҡынан айырылыңҡырап тора торғайны: күкрәклерәк тә, бейегерәк тә. Көҙгө ямғырҙарға ла бирешә һалып бармай.
Буш ваҡыт эләккәндә Фәнзил китапҡа өңөлһә, Әмир ниндәйҙер ҡул эше таба: ағастан ниҙер юна, быса, оҫталай. Һырғалаҡ эйергә еңелсә бәләкәйерәк сананы ла үҙе әтмәлләп алды. Атаһы ярҙам иткеләне иткеләүен, әммә күбеһен барыбер ҙә үҙе булаштырҙы. Фәнзил, китабынан айырылып, уның эшен ҡарап ала ла: "Санаңды йәшелгә буя, - тип көлә. - Эт егерһең, зәңгәр дуға тағырһың…" Тегеһе ишетмәмеш. Был да, бер башлаһа, ҡуя белмәй: "Теге үрге ос, ҡамыт аяҡ Фатиманы һората барырбыҙ!.." Был тиклемен инде Әмир күтәрә алмай - аяҡ аҫтындағы ағас киҫәген ағаһына елгәрә… Сама белмәй шаяртҡан шулай ҙа. Тағы ла ниҙер йөрәкте семетеп үтә…
Малайлыҡ шуҡлыҡтары тиһең дә ул... Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас та нимәләрҙер булды. Бигүк күҙгә бәрелеп тормаһа ла күңел төпкөлөндә һуйырташтай ятҡан нәмәләр бына ҡасан ҡалҡып сыға! Әсәйҙе һуңғы юлына оҙатҡас, иң яҡындар араһында атай нигеҙенә бәйле һүҙ ҡуҙғалды. Аталары баҡыйлыҡҡа күскәс, иркен ихатала Әмир үҙенә шыңғырлап торған ҡарағайҙан ғына айырым өй күтәрҙе. Өлкән ике ағалары, ауылдан йәшләй үк сығып киткәнгә, йорт-ҡаралтынан күптән һыуынғайны. Уларға етәһе нефтсе Кәбир ҙә, туғандар ни әйтһә, шуға ризалашасағын аңғартты.
- Уйлашайыҡ, - тине Фәнзил, ә үҙе эстән генә үҫеп килгән ике ҡыҙлы ғаиләһе менән ятаҡта йәшәп ятыуын, бисәһенең көн дә тиерлек айырым фатир тураһында игәүен хәтерләне. Атай йортон һатып ебәргәндә уға ла күпмелер өлөш тейер ине бит. Иш янына ҡуш тигәндәй.
Һүҙгә ошоғаса тауыш-тынһыҙ ғына һыуып бөткән сәйен балғалағы менән болғаштырып ултырған Зәбир ҡушылды. Ул да, Әмир һымаҡ, ауылда төпләнеп, йомрандар осона нигеҙ ҡорғайны.
- Абзыҡайҙар! Һеҙ күптән ҡала кешеһенә әйләнеп бөттөгөҙ. Онотҡанда бер ҡайтҡан кеше булаһығыҙ. Ҡунаҡҡа!.. Бында нимәһен күп сурытып торорға? Беләһегеҙ: минең мал ишәйҙе. Был өйҙө күсереп, һарай итәйем.
- Һин нимә! - ҡапыл ғына ҡыҙҙы ла китте Әмир. Хатта урынында ултырып сыҙамайынса ырғып торҙо. Шатырлап ултырғысы ауып китте. - Атай йортон мал һарайы итмәксеһеңме? Сәңгелдәгебеҙ бәүелгән дүңгәләккә мырҡылдаҡтарыңдың түшкәһен аҫмаҡсыһыңмы? Әсәй ауырып ятҡанда уҡ бер тананы етәкләп алып сығып китеүең етмәгән! Башҡа кәрәк-яраҡты күпме һәрмәнең...
- Ярай, әҙәм көлдөрмәйек, - Кәбир, ҡалҡынып, аунап ятҡан ултырғысты торғоҙҙо, Әмирҙең яурынынан ҡаҡты. - Ҡыҙма! Ни әйтһәң дә хаҡың бар һинең - беләбеҙ. Атай-әсәйҙе, күбеһенсә, һин ҡараның. Нигеҙҙе лә һыуытмайһың. Һин ни тиһәң, шулай булыр. Дөрөҫ әйтәһең: атай йорто - ҡаралты ғынамы ни ул! Ул бит беҙҙең бала саҡ!..
Кәбирҙең тауышы ҡалтыранды, Себер елдәренән ҡырыҫланған сырыш бите буйлап ағып киткән йәштәрен тыя алмайынса, йөҙөн ситкә борҙо.
Фәнзил, иш янына ҡуш була тип, бәпләгән өмөтөнөң иреп юҡҡа сыға барыуынан айный алмайыраҡ ултырған бер арала, туғандар атай йортон һаҡларға ҡарар ҡылды: атай йорто һатылмай! Былай ҙа йыл әйләнәһенә, йәй мәлендә әйтәһе лә түгел, береһе китһә, икенсеһе ҡайта йөрөйҙәр. Балалар ҙа, ауыл тиһәң, йығылып бара. Әмиргә лә туғандар өсөн айырым өй тотоуы йәплерәк булыр...
Хаҡлы булған Әмир. Ергә, нигеҙгә яҡынлыҡ иң сетерекле мәсьәләне лә дөрөҫ хәл итергә булыша, күрәһең. Тик был яҡынлыҡ - күк барлығын, ә унда йондоҙҙар балҡыуын оноттормаһын икән. Ана Зәбир нишләне? Малынан башҡаны күрмәй. Әмир атай-әсәйҙе лә тәрбиәләне, туғандарҙы ла ҡайғыртты. Тик бына үҙен... Һе, ҡара һин, иң сеймәлсек һорауға яуапты мәрхүм табыша!
Ҡулға оҫта ине шул Әмир. Егет ҡорона инер-инмәҫтән ишек-тәҙрәләр уйырға, яңаҡ һуғырға, ҡапҡа эшләргә йөрөтә башланылар. Һөйләшелгән хаҡынан тыш күңеле булған хужа әсе-мәсеһен дә сығара. Ниңә шул мәлдәрҙә үк, ағай булараҡ, ҡаты итеп һөйләшелмәне икән?..
Әйтештереү булғыланы булыуын да. Тик, хәҙер килеп уйлаһаң, исем өсөн генә һөйләнелгәндер һымаҡ. Күпме китап саңы йоттоң, аҡ ҡағыҙға тексәйеп, күҙлек кейә башланың, ә йыйған ғына белемең туғаның менән аңлашыуға ла етмәгән! Эх-х!.. Уҡыйым, кеше булам, урында эшләйем, имеш. Уҡыманың түгел, уҡының инде, уҡының. Нимәгәлер ирештең дә. Хәҙер башҡаларҙы уҡытаһың, аҡыл өйрәтәһең… Әммә иң яҡыныңды һәләкәттән ҡурсалай алманың. Ғилем - ҡорал, йәнәһе. Ә ниңә шул ҡоралың көндәлек тормошҡа яраҡһыҙ булып сыға? Ябай һорауҙарға ла яуап табыша, төйөндәрҙе сисешә алмағас, ҙурҙан ҡубып уйланғанда уның нимәгә хәжәте бар? Урында эшләй берәү! Йәне теләгән һөнәрҙе тапҡан. Бар ваҡытын кешелектең иң бөйөк аҡыл эйәләре туплаған аң-белем даръяһын ҡоласлауға сарыфлай, ә эргәһендәгеләрҙең ни менән йәшәүен белмәй. Әллә белмәмеш-күр-мәмешме?
Ҡайҙа ғына хата ебәрелде һуң?
Бер үҙең генә бәләләрҙән ҡотолорға тырышыу, хәҡиҡәт эҙләп маташыу мәғәнәһеҙлек микән ни? Әсәй-мәрхүмәм әйтер ине: "Тирә-йүнем яу булһа ла, өйөм эсе һау булһын!" Әсәйем бит быны туған-тыумасаның бер төптән булып, күңел бөтөнлөгөн һаҡлап йәшәргә тейешлеген күҙаллап әйткән. Бөгөн килеп һинең күңелең бөтөн түгел. Шундай көндә ниндәй күңел бөтөнлөгө булыуы мөмкин һуң? Әллә намыҫ таҙа булғанда ҡотолғоһоҙ ҡайғылар, әҙәм иңен иңкәйтер, билен биртендерер ауырлыҡтар ҙа еңелерәк үткәреләме?
Ә дин үткәргән ҡотолғоһоҙлоҡ фәлсәфәһе, маңлайҙарға яҙылғаны хаҡында ни әйтерһең? Һәр кемдең алдан билдәләнгән үҙ яҙмышы… Әлегә мәлеңдә арҡаланырға бик ҡулай... Юҡ, бында ниндәйҙер үҙ-ара тығыҙ бәйләнешле ҡапма-ҡаршылыҡ бар, күрәһең. Бер яҡтан, ысынлап та, әҙәм балаһы үҙ юлын үҙе үтә. Эйе, үҙе үтә. Тик яңғыҙ үтмәй ҙә баһа ул был юлды. Эргәһендәгеләр менән бергә үтә. Тимәк, нисек үтеүҙәлер, бәлки, бөтә хикмәт? Һайлай алыу мөмкинлеге лә тап ана шул нисек йәшәүгә барып тоташмаймы икән? Кешене - Хоҙай яралғыһы итеп ҡабул итергә лә, донъялыҡты тотоп тороусы камиллыҡҡа ынтылып йәшәргә кәрәктер? Ҡулыңдан килгәнсә, мохтаждарға ярҙам итеп…
Бына бөгөндән Әмирҙең ике улына терәк кәрәгәсәк. Улар өсөн атай урынына ҡалдың хәҙер. Атай урынында! Мыртыйың менән һинең бала сағыңды ҡабатлаған һымаҡтар бит әле, етмәһә. Тимәк, матди ярҙам менән генә тынысланып булмаясаҡ. Рухы һынғандарҙың, йәне һыҙланғандарҙың хәленә инә алыу, уларҙың нилектән үрһәләнеүҙәрен аңлап, бергәләп, был аяуһыҙ донъяла әҙәмсә йәшәй алыу юлдарын табышыуҙыр, бәлки, иң кәрәге? Һорамайынса. Йөрәгең ҡушыуы буйынса... Хәтерләйһеңме, хатта һирәк-мирәк ҡайтҡан саҡтарыңда ла, асылып китеп, Әмирҙең һорауҙар ҡуйыртҡан мәлендә өҫтән-мөҫтән генә яуаптар биреп сикләнә торғайның. Эскән кеше менән ни тураһында һөйләшәһең, йәнәһе. Ә бит ул күңелен аҡтарып һалырға, еңел булмаған уйҙары менән уртаҡлашырға теләгән!
Ни әйтһәң дә һуң инде хәҙер… Үҙеңде ҡайыҙлауҙан ни фәтеүә лә, ни мәғәнә?
Һе! Йәнеңдең үрһәләнеүе, үҙ-үҙеңде ҡайыҙлауың ана шул мәғәнә эҙләүҙән түгелме ни? Үткәнеңдән фәһем дә ала белмәһәң, әле генә уйланған камиллыҡҡа нисек ирешерһең?

* * *

Көнсығыш һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә асыҡлана, буғай: урманлы тауҙар һырты төҫмөрләнә, ана, офоҡ сите аҡрын ғына алһыу төҫкә мансыла, артынса ҡыҙара бара. Ниһайәт, ҡыҙыл шар һыҙаты күренде. Ауыр, ҡараңғы уйҙарҙы ла ҡыуалай түгелме һуң ул? Туғаным өсөн иһә тегендәге ҡараңғылыҡ мәңге яҡтырмаясаҡ! Хәйер, кем генә быны өҙә әйтә ала? Бәлки, уның йәне ошо мәл, киреһенсә, мәңгелек яҡтылыҡҡа осалыр. Моғайын, шулайҙыр. Ә, бәлки, унда ла ниндәйҙер һынауҙар аша үтәлер. Әммә барыбер - ҡасан да булһа - мотлаҡ яҡтылыҡҡа юлланалыр ҙаһа йән тигәнең! Юғиһә, йәшәүҙәрҙең нимәлә булыр ине мәғәнәһе?
Был донъя… Теге донъя… Ни генә беләбеҙ һуң беҙ, тереләр, улар тураһында. Аҡыл эйәһе нисек әйткән әле? Әһә, былай: "Әгәр ҙә беҙ мәғәнәле йәшәү, тейешенсә ғүмер һөрөү тураһында бик аҙ беләбеҙ икән, үлемгә ҡарата нимә генә әйтә алабыҙ һуң?.."
Һинең йәнең миңә рәнйемәһен ине, Әмир! Һине рәнйетеүҙәрем өсөн, ни саҡлы ҡыйын булмаһын, язаһын бында, һинең менән һәр саҡ бергә яланаяҡ йүгергән, тәкмәс атып аунаған, сәңгелдәктәгеләй бәүелткән еребеҙҙә кисерәйем. Һин дә рәнйештәреңде унда үҙең менән йөрөтмә. Йәндәребеҙгә шулай еңелерәк булыр, туғаным. Моғайын, тегендә лә, бында ла йән тыныслығы иң мөһимелер бит.
Иртәгәнән, юҡ, бөгөндән ҡан-ҡәрҙәштәр менән, туғандарса кәңәш-төңәш итеп, нәҫелебеҙ ебен нығытыуҙы хәстәрләрбеҙ. Ә иҙәнеңдәге теге таҡтаны шулай ҙа алыштырып һал һин. Ятмаһын йәнде көйҙөрөп...


"Киске Өфө" гәзите, №14, 10 - 16 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru