«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ХӘЙЛӘҺЕҘ ДОНЪЯ ФАЙҘАҺЫҘМЫ?
+  - 


Хәйлә хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, Мостай Кәримдең "Карусель" тигән билдәле шиғыры иҫкә төшә:
"Әйләнә карусель, әйләнә,
Карусель ҡоролған хәйләгә.
Осҡаны, сапҡаны, йөҙгәне
Һәм ерҙә һөйрәлеп йөрөгәне -
Һәммәһе бер тигеҙ елдерә,
Ел үҙе уларға юл бирә".

Шиғырҙың лирик геройҙары - карусель толпарына атланған малай һәм шоңҡарға ултырған ҡыҙ бала, улар балаларса бер-береһенә тартыла. Карусель туҡтай - балалар ергә төшә. Ә шиғыр бик тәрән фәлсәфәүи фекер менән тамамлана: шағир малайҙы дуҫ ҡыҙынан айырылмаҫҡа өндәй, "...сөнки бит Ер шары әйләнә, Ер шары ҡоролған хәйләгә"...
Карусель - ул беҙҙеңсә ҡуласа бит инде. Ә тормош ҡуласаһы тик һин уйлағанса, һин ышанғанса, һин теләгәнсә генә әйләнмәй шул. Шуға күрә ошо хаҡта халҡыбыҙ әйткәнде раҫламай булмай: "Донъя - ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа". Минеңсә, бер хәйләһеҙ кешеләрҙе ул айырата нығыраҡ баҫа.
Башҡорттар - тәбиғәт балалары, барса зиһен-күңелдәре менән тәбиғәткә бирелеп, уға ышанып йәшәүсе ҡәүем. Ә тәбиғәттә хәйлә тигәнебеҙҙең эҙе-еҫе лә юҡ, унда барса нәмә нисек бар, шулай ҡоролған. Бәлки, шуғалыр ҙа, халҡыбыҙ башҡа ҡәүемдәр араһында ябайлығы, киң күңеллеге, ҡунаҡсыллығы, бар нәмәгә лә тиҙ генә ышанып барыусанлығы, хатта ки бер ҡатлыраҡ булыуы менән танылыу тапҡан. Бер һүҙ менән генә әйткәндә, ошо фани донъяла бер хәйләһеҙ йәшәргә күнеккәнбеҙ. Ә бындай йәшәү рәүеше йыш ҡына тикте юҡтан алданыу, башҡалар мутлығынан зыян күреү менән тамамлана.
Дөрөҫмө, юҡмы, заманында башҡорттоң үтә бай һәм уңдырышлы ерҙәренә хужа булыуҙы көҫәгән килмешәктәр, шул уҡ рус промышленниктары, халыҡты алдаштырып, кешеләргә юҡ-бар әйберҙәр бүләк иткән булып, уларҙың аҫаба ерҙәрен, халыҡ араһында киң таралыу тапҡан ләҡәпкә ярашлы, "бер әсмуха сәйгә" һатып алғандар, имеш. Был үҙҙәрен цивилизациялы тип һанаған Европа сә-йәхәтселәре һәм сауҙагәрҙәренең урындағы аборигендарға төрлө ялтырауыҡ предметтар, тимерҙән йә иһә быяланан яһалған әйберҙәр биреп, уларҙың ҡиммәтле нәмәләренә эйә булыуын иҫкә төшөрә.
Үтә хәйләкәр рус заводчиктары ла мутлыҡтарынан арына алмай: Рәсәй хөкүмәте уларға завод ҡороу өсөн башҡорт ерҙәрен һатып алырға рөхсәт итә, әммә улар килешеүҙәрҙә ҡаралғандан бишәр тапҡырға артығыраҡ ерҙәрҙе үҙ белдеге менән тартып ала. Бындай хәлдәр башҡорттарҙың асыуын ҡабарта, чиновниктар уларҙы яҡлашмай, һөҙөмтәлә ихтилалдар ҡуба. Салауат батырҙың атаһы, йорт старшинаһы Юлай үҙ заманың күренекле шәхесе, батша армияһында тоғро хеҙмәт иткән, көмөш миҙал менән бүләкләнгән бай кеше булараҡ билдәле. Әммә заводчиктар уның байтаҡ ҡына аҫаба ерҙәрен һис бер килешеүһеҙ тартып ала. Юлай Аҙналин Өфөгә барып, судлашып та ҡарай, әммә суд яҡлау урынына уға ҙур штраф һала, хатта улы Салауат менән бер нисә көнгә зинданға ябып ҡуя. Шуға күрә башҡорттар Рәсәйгә ҡаршы түгел, ҡомһоҙ батша чиновниктарының законһыҙлығына ҡаршы баш күтәрә лә инде. Әйткәндәй, Салауаттан һорау алған саҡта ул үҙенең тере ҡалған яуҙаштарының береһенең дә исемен атамай, үҙенсә хәйлә ҡороп, тик һәләк булғандарҙы йә иһә хәбәрһеҙ юғалғандарҙы ғына "иҫенә төшөрә".
Әммә кемдер ҡорған хәйлә тоҙағынан ҡотолоу ысулы ла бар, бының өсөн һәр осраҡта аҡыл менән эш итеү фарыз. Бына рус яҙыусыһы Лев Толстой Кәмәлек буйы башҡорттары һөйләгән бер риүәйәт нигеҙендә "Кешеге күпме ер кәрәк" тигән хикәйә яҙған. Уның сюжеты ябай ғына. Бер үтә ҡомһоҙ рус байы башҡорттарҙан нисек итеп булһа ла мөмкин тиклем күберәк ер һатып алырға теләүен белдерә. Башҡорттар үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң байға үҙе күпме теләй, шул тиклем ергә эйә була алыу мөмкинлеге хаҡында белдерә. Бер генә шарт менән: иртән ҡояш сыҡҡандан алып, кисен ҡояш батҡанға тиклем күпме ерҙәрҙе уратып йөрөп сыға ала, ул шул ерҙәргә хужа була. Әммә ҡомһоҙлоҡ байҙы харап итә: ул таң атҡандан ҡояш байығансы бик күп ерҙәрҙе урап сыға, ваҡытында ҡайтып етер өсөн бер туҡтауһыҙ йүгерергә мәжбүр була, ә халыҡ уны көтөп торған урынға килеп етеү менән йығылып йән бирә. Уны ерләр өсөн 3 аршин ер етә, тип тамамлай яҙыусы үҙенең хикәйәтен. Шулай итеп, аҡыллы хәйлә ҡомһоҙлоҡто еңә.
Л.Н. Толстойҙың тағы ла бер фәһемле хикәйәһе иҫкә төшә, ул "Һикереү" тип атала. Диңгеҙҙә йөҙөп барған елкәнле карапта бик хәтәр хәл килеп тыуа: палубала уйнап-һикереп йөрөгән маймыл бер малайҙың эшләпәһен һыпырып ала һәм арҡандар буйлап мачтаға менеп китә. Асыуы килгән малай ҙа маймыл артынан мачтаның иң осона тиклем үрмәләп менә лә, үҙе лә һиҙмәҫтән, мачтаның иң өҫкө арҡыры ағасына килеп сыға. Ул ҡурҡышынан баҙап ҡала һәм бәүелеп тора. Шул саҡта уның атаһы, карап капитаны, улына мылтығын тоҫҡай һәм: "Һыуға һикер, юғиһә, атам!"- тип ҡысҡыра. Малай атаһын тыңлай һәм диңгеҙгә һикерә. Шулай итеп, капитандың аҡыллы хәйләһе малайҙы ҡотолғоһоҙ үлемдән ҡотҡара.
Алама замандар күптән үткән инде, хәҙерге тормошобоҙҙа хәйләләшеүҙең кәрәге ҡалғанмы икән, тип фекер йөрөтөүселәр ҙә барҙыр. Быға яуап бер, уны халыҡ үҙе әйткән: "Хәйләһеҙ донъя - файҙаһыҙ". Тик хәйлә тигәнде тик бер насар сифат итеп ҡарарға ярамайҙыр ул. Хәйлә ниндәй маҡсатта ҡулланыла, шул мөһим. Изге маҡсатҡа өлгәшеү өсөн хәйләләйһең икән, был гонаһҡа һаналмай. Мәҫәлән, бала тәрбиәләгәндә хәйләгә барыу - иң отошло юл. Лев Толстойҙың балалар өсөн яҙған тағы бер хикәйәһен иҫкә алайыҡ, ул "Емеш төшө" тип атала. Ваня исемле малай, әсәһе слива алып ҡайтҡас, бер кем дә күрмәгән саҡта бер сливаны ашап ҡуя. Аш өҫтәле янында йыйылышҡас, атай кеше балаларынан сливаны кем ашауы хаҡында һорай. Барыһы ла, шул иҫәптән Ваня ла, сливаға ҡағылмауҙарын белдерә. Аталары: "Кем слива төшөн йотҡан, шул бер көндән үләсәк", - тигәс, Ваня кинәт кенә: "Ә мин уны форточка аша ырғыттым", - тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Барыһы ла көлөшә башлай, ә Ваня оятынан илап ебәрә.
Сәйәсәттә хәйлә ҡора белгәндәр алға сыға, әммә бында ла ул ҡоро алдашыуҙан, мутлашыуҙан ғына тормаҫҡа тейеш. Был иң элгәре халыҡ-ара сәйәсәткә ҡағыла, сөнки алдараҡ иҫкә алынған аҡыллы хәйлә ысулы ил мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн бик файҙалы. Шулай уҡ криминал донъя менән көрәштә хоҡуҡ һаҡлау органдарына ла төрлө ҡатмарлы енәйәттәрҙе асыу барышында шул уҡ аҡыллы хәйлә методын ҡулланырға тура килә. Бәлки, шуғалыр ҙа, бик күптәр яратып уҡыған детектив жанрындағы әҫәрҙәр бар донъяла киң танылыу таба. Иң юғары кимәлдә хәрби хәрәкәттәр, ҙур хәрби операциялар менән идара итеүсе генералдар һәр саҡта ла дошманды хәйлә ҡороп еңергә тырыша, унан башҡа ҙур алыштарҙа уңыш ҡаҙаныу еңел бирелмәй. Ә уйлап табыу, ниндәйҙер яңы ҡорамалдар конструкциялау кеүек креатив ғәмәлдәр ҙә үҙенә күрә әмәл-хәйлә серҙәренә эйә булыуға тиң.
Шулай итеп, гел тик тураһын ғына һөйләп, бер нисек тә хәйләләшмәй йәшәп тә булмайҙыр. Рус халҡында ла ошоға бәйле бер әйтем булыуын иҫегеҙгә төшөрөү яҙыҡ булмаҫ, тим: "Бер ҡатлылыҡ уғрылаҡтан яманыраҡ". Урлашмайыҡ, алдашмайыҡ, мутлашмайыҡ, әммә хәйлә менән йәшәүҙән дә ваз кисмәйек, милләттәштәр.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 10 - 16 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru