«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ШАҒИР, ТАРИХСЫ, ДИН ӘҺЕЛЕ
+  - 


XIX быуат аҙағы - XX быуат башы халҡыбыҙ тарихына ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы осор булып ингән. Нәҡ ошо осорҙа, бер яҡтан, башҡорт ерҙәрен талау, колониаль иҙеү бығаса булмағанса көсәйеп китһә һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, халыҡ сикһеҙ бөлгөнлөккә төшһә, икенсе яҡтан, милли мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт йылдам үҫеш кисерә, йәштәр араһынан бик күп ғалимдар, әҙиптәр күтәрелеп сыға, матбуғатта башҡорт тематикаһы һиҙелерлек яңғыраш ала. Атаҡлы шағир Ғәли Соҡоройҙоң улы Ғарифулла Кейеков эшмәкәрлеге ошо күренештәргә туранан-тура бәйле.

Ғарифулла Мөхәммәтғәли улы Кейеков 1861 йылдың 4 апрелендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Тәтешле улысының (хәҙер Башҡортостандың Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында донъяға килә. Башланғыс белемде атаһының мәҙрәсәһендә алғандан һуң, Шоғай ауылында уҡый, аҙаҡ Ҡаҙандағы Апанаев мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1882 йылда батша армияһына хәҙмәткә саҡырыла. Алты йыл самаһы хәрби фельдшер булып хеҙмәт иткәндән һуң, ул уҡыуын тамамлар өсөн йәнә шул уҡ мәҙрәсәгә бара. Әммә атаһының һаулығы үтә насарайыу сәбәпле, 1889 йылдың көҙөндә уҡыуын ташлап, ҡайтырға мәжбүр була. 1891 йылдың апрелендә Өфөләге Диниә назратында имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң, Иҫке Күрҙем ауылына имам-хатип итеп тәғәйенләнә, 1893 йылдың майында иһә Өфө губерна идараһы тарафынан ахунлыҡ дәрәжәһе бирелә. Иҫке Күрҙем ауылына күскәс тә изге Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларына хаж ҡыла, шул уҡ ауылда халыҡтың ярҙамы менән ике ҡатлы мәҙрәсә һалдырып, уҡыу программаһына бик күп донъяуи фәндәрҙе лә индереп, ошо һәм күрше-тирә ауыл балаларына ғилем-мәғрифәт таратыу эшенә тотона. Архив сығанаҡтарында уның рус-япон һуғышы йылдарында яралы һалдаттарға ярҙам фонды ойошторғанлығы хаҡында ла мәғлүмәттәр бар. Ғарифулла Кейековтың ғүмер юлы, бөйөк шағирыбыҙ Шәйхзада Бабичтыҡы кеүек үк, бик аяныслы тамамлана. Уны ла мулла булған өсөн генә күҙе тонған ҡыҙылармеецтар ҡылыс менән үлемесле йәрәхәтләй, һәм Ғарифулла Мөхәммәтғәли улы 1918 йылдың 19 сентябрендә Сәйтәк ауылы дауаханаһында йән бирә. Уның кәүҙәһен халыҡ ҡәҙерләп Иҫке Күрҙем зыяратына ерләй.
Ғарифулла Кейековтың ижади мираҫы сағыштырмаса бай һәм күп яҡлы. Беҙҙең көндәргә уның ике баҫма китабы, матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләре, байтаҡ ҡулъяҙмалары, хаттары килеп еткән. "Ғәйн әр-риза" ("Ризалыҡ сығанағы") тип исемләнгән тәүге китабы 1900 йылда Ҡаҙанда баҫылып сыға. Уны Ғ. Кейеков үҙ атаһының тормош һәм ижад юлын яҡтыртыуға арнаған. Күберәк маҡтауға, мәдех йырлауға ҡоролған булыуына ҡарамаҫтан, был китап Ғәли Соҡоройҙоң биографияһы һәм әҙәби эшмәкәрлеген өйрәнеүҙә ҡиммәтле сығанаҡ булып хеҙмәт итә ала. Автор атаһын әҙәбиәткә, китапҡа, яҙыу-һыҙыуға мөкиббән бирелгән кеше ине, өйөндә китаптарҙың иҫәбе-хисабы юҡ ине, беҙҙең урман-ирәкте башҡорто араһында ундай кеше һис ҡасан да булмағандыр, тип яҙа, айырым әҫәрҙәренең яҙылыу һәм баҫылыу тарихын бәйән итә.
Ғ. Кейековтың 1903 йылда нәшер ителгән "Диуани сыбъян, йәки Ҡафияти сыбъян" (Балалар өсөн шиғри йыйынтыҡ, йәки Балалар өсөн рифмалар") тигән китабы иһә баштан-аяҡ мәғрифәтселек, йәҙитселек рухы менән һуғарылған. Автор үҙенсәлекле шиғри юлдар аша балаларҙы мауыҡтырғыс китап, белем донъяһына саҡыра, мәҙрәсәлә ябай халыҡҡа ят булған ғәрәп телендә түгел, ә төрки телендә уҡытыу кәрәклеге тураһында һүҙ йөрөтә. Ошо китабы һәм кескәйҙәргә арналған ҡайһы бер ҡулъяҙма әҫәрҙәре уның башҡорт балалар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булғанлығын таныта.
Публицистик яҙмаларында Ғ. Кейековтың донъяға ҡарашы һәм ижад позицияһы тағы ла анығыраҡ сағылыш тапҡан. 1909 йылда Ырымбурҙа сыҡҡан "Шура" журналы уҡыусыларға әҙәби тел хаҡында фекер алышырға саҡырып мөрәжәғәт иткәс, ул беренселәрҙән булып башҡорт теленең хоҡуҡтарын яҡлап сыға. "Тел сабыштырыу" исемле мәҡәләһендә: "Беҙҙең башҡорт тоҡомо тоҡон (тыйнаҡ) ғына халыҡ. Шулай булһалар ҙа уҡыуға бик серкәмдәр (булдыҡлылар)… Мин уларҙың бер аҙ тарихтарын шәкерт сағымда уҡ яҙа башлаған инем. Мәгәр күберәк имеш-маништан ине. Был заманда, руссанан бер аҙ күсергеләй торғас, байтаҡ төптөргә үрелде лә, тас башҡортса ғына булғанға ҡаҙандар мыҫҡыл итерҙәр, тип, баҫтырырға күрһәтә алмаған инем. Бына рәхмәт "Шура" эйәһенә аҫыл телебеҙҙе оноттормаҫҡа, гел шул тел менән генә һөйләшергә лә, яҙырға ла димләүенә! Хоҙай Тәғәлә һәр илгә бер тел биргән. Беҙгә бүтән тел менән оҫтарып һөйләшергә ник көсәнергә?" - тип яҙа. Ғарифулла Кейековтың ҡулъяҙмалары әлеге көндә Өфө, Ҡаҙан, Санкт-Петербург ҡалаларындағы төрлө архив һәм китапхана фондтарында һаҡлана. Һикһәненсе йылдар башында ошо юлдарҙың авторына ҡайһы бер ҡулъяҙмаларын һәм фоторәсемен шәхси коллекцияларҙан табыу бәхете тейҙе, аҙаҡ улар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар фондына тапшырылды. Рәсәй Фәндәр академияһының Көнсығыш ҡулъяҙмалары институтында (Санкт-Петербург), мәҫәлән, уның "Тәуарих-и башҡордиан вә әнсаб-и ирәктәүиән" ("Башҡорттар тарихы һәм ирәктеләр нәҫел-нәсәбе") исемле хеҙмәте һаҡлана. Унда автор башҡорт халҡының һәм үҙ ырыуы - ирәктеләрҙең тарихын яҡтыртырға ынтылыш яһай. Ошо һәм Өфөлә һаҡланған ҡулъяҙмаларында ул туған халҡының иң боронғо дәүерҙәрҙәге үткәндәрен үҙ заманына килтереп ялғай.
Ғ. Кейековтың "Башҡорт хаҡында руссанан тәржемә" тигән ҡулъяҙмаһы иһә тарихилыҡ яғынан тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ. Унда автор иң элек Әхмәт ибн Фаҙлан, Иҙриси, Ибн Сәғит, Димашҡи кеүек ғәрәп сәйәхәтселәренең башҡорттар тураһындағы яҙмаларына туҡтала һәм боронғо Башҡортостандың сиктәрен билдәләй. Әйтергә кәрәк, уның тарихи Башҡортостан һәм башҡорт ерҙәренә бәйле фекере хәҙерге ғилми тикшеренеүҙәрҙәге мәғлүмәттәр менән күп йәһәттән тап килә. Артабан Ғ. Кейеков крайҙы өйрәнеүсе рус ғалимдары П.С. Паллас, П.И. Рычков, И.И. Лепехин, М.П. Красильников, С.И. Куренковтарҙың хеҙмәттәренә таянып, башҡорт халҡының уҙған дәүерҙәрҙәге тормош-көнкүреше, социаль-иҡтисади хәле, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, монгол-татар яуына ҡаршы батырҙарса көрәше, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылырҙан күпкә алда уҡ рус халҡы менән аралашып йәшәүе, алыш-биреш итеүе, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, ҙур батырлыҡтар күрһәтеүе хаҡында тәфсилләп яҙа. Автор шулай уҡ татар тарихсыһы Шиһабетдин Мәржәниҙең "Мостафад әл-әхбәр фи әхүәли Ҡаҙан вә Болғар" ("Ҡаҙан һәм Болғар хәлдәре хаҡында төрлө сығанаҡтарҙан алынған хәбәрҙәр") китабынан башҡорттарға ҡағылышлы юлдарҙы килтерә һәм ундағы ҡайһы бер хаталарҙы атап үтә.
Ҡулъяҙмала ер мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелгән. Автор Рәсәй батшалығы тарафынан башҡорт ерҙәрен йыртҡыстарса талау һәм тартып алыу тураһында бик әсенеп яҙа, ер хаҡындығы 1818, 1823, 1865 йылғы закондарҙы телгә алып, уларҙың колониаль асылын күрһәтә.
Беҙҙең көндәргәсә Ғ. Кейековтың бер нисә хаты ла һаҡланып ҡалған. Уларҙың һәр береһе үҙенсә ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле. Мәҫәлән, ул күренекле мәғрифәтсе ғалим һәм әҙип Риза Фәхретдинов менән дә аралашып йәшәгән. Санкт-Петербургтағы Көнсығыш ҡулъяҙмалары институты фондында уның ошо шәхескә 1900 йылдың 7 сентябрендә яҙған хаты һаҡлана. Унда автор, боронғо шәжәрәләр эҙләп, бер нисә ауылға барғанлығы, тик әлегә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә алмағанлығы хаҡында бәйән итә. Шуға ҡарамаҫтан, эҙләнеүҙәрен туҡтатмаясағын, алдағы көндәрҙә тағы бер нисә ауылға юлланасағын хәбәр итә.
1910 йылдың 24 сентябрендә мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановҡа яҙған хаты (ул да Көнсығыш ҡулъяҙмалары институты фондында һаҡлана) айырыуса ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Был ҡулъяҙмала Ғ. Кейеков үҙ осороноң тарихсы-археографы булып күҙ алдына баҫа. Хатында ул үҙенең тыуған яҡтарында ауылдан-ауылға йөрөп, боронғо яҙма ҡомартҡылар йыйыуы, иҫке ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы күсереп алыуы, археологик һәм этнографик материалдарға ҡағылышлы белешмәләр туплауы хаҡында бәйнә-бәйнә хикәйәләй. "… 1700-нсы йылдарҙан башлап аҫыралған ҡағыҙҙарҙағы боронғо ғәйрәтле башҡорт бабаларыбыҙ, - тип яҙа ул бер урында, - йәндәрен, тәндәрен вә малдарын аямай, ҡатын, бала-сағаларынан айырылып, ғәриплектә (сит ерҙәрҙә) тир түгеп, Русиә мәмләкәтен (дәүләтен) был көнгәсә һаҡларға ижтиһадтарын (тырышлыҡтарын) хәтергә алған ваҡытта ҡәбер таштарынан вә мәсет стеналарынан табылғандан, ҡағыҙҙарҙа ҡәләм менән, бәғзеһе тирегә яҙылып, әбей батшаның сәстәре менән һаҡланғандан табылған ҡәҙәре күсерелде. Халә (хәҙере), шул башҡорт нәҫеленәнбеҙ, тип дәғүә ҡыла торғандарбыҙ. Уларҙы яд итеү (хәтергә алыу) түгел, күбеһе атаһының атаһын һорағанда белмәгәндәребеҙ ҙә күптер…" Күренеүенсә, автор үҙ замандаштары араһында туған халҡының тарихын, ата-олатайҙары исемен онотоп, бөгөнгө менән генә йәшәүселәр күбәйә барыуына бик хәүефләнә һәм әсенә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл әле лә шулай хәүефле ҡала килә, хатта көсәйгәндән-көсәйә бара. Нәҫел-нәсәбен, төп сығышын, тамырҙарын онотҡан кешеләрҙән ниндәй изгелек, мәрхәмәтлек көтөргә була һуң? Манҡорт ул хас та далала тәгәрәп йөрөгән ҡамғаҡ, ҡайҙа ел иҫә - шунда тәгәрәй, нимә ҡушалар - шуны эшләй; тыуған ил, тыуған ер, туған халыҡ - уның өсөн ят төшөнсәләр.
Мөфтөйгә яҙған хатында Ғ. Кейеков боронғо ҡомартҡыларҙы ентекләп тасуирлай, табылған урындарын тәғәйен атай бара. Мәҫәлән, бер археологик ҡомартҡы тураһында бына нимәләр яҙа ул:"… Яңы Уртауылдың башҡорто Бәҙретдин Баһауетдин улы Ураҙлин Ушыя ауылы тарафындағы Киндергүл юлының Ушыяға барғанда юлдың уң яғында 20 сажин түбәнерәк Фәйзрахман мулланың ерендә әүүәл (беренсе) мәртәбә сирәм алып һөргәндә боронғо бабайҙар аҫарынан (ҡалдыҡтарынан) ҡатындар биҙәге хәсита (бетеү) һымаҡ нәмәләр тапҡан… Ул нәмәләр нәғешлеләр. Йәнә ике киҫәк аҡ гәүһәр бар, йәнә алты киҫәк һары гәүһәр бар, бер киҫәк асыҡ һары, бер ҡараҡан төймә, өс простой төймә һары, туғыҙ асыҡ зәңгәр вә дүрт күк төймәләр, ике быяла, йәнә ике быяла башҡа төҫтә. Бары утыҙ биш даналар…"
Бындай мәғлүмәт бөгөнгө археолог һәм этнографтарҙы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ, моғайын. Бәлки ул тарафтарҙа яңынан ҡаҙыныу эштәре ойошторорғалыр? Ыңғай һөҙөмтәләр булырына һис тә шик юҡ.
Шулай итеп, халҡыбыҙҙың XIX быуат аҙағы - XX быуат башындағы милли-мәҙәни үҫешендә Ғарифулла Кейековтың да тос өлөшө бар. Халҡым, илем, телем тип янып йәшәп, ул күп яҡлы һәм ғәйәт бай яҙма мираҫ ҡалдырған. Ошо мираҫ киләсәктә тағы ла ентеклерәк өйрәнелер, лайыҡлы баһаһын алыр, тигән өмөттә ҡалайыҡ.

Миңлеғәли НӘҘЕРҒОЛОВ,
филология фәндәре докторы.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 10 - 16 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru