
Әҙәпле кеше, тигәндә, беҙ тәртипле, күркәм сырайлы, бөхтә кейемле кешене күҙ алдына баҫтырабыҙ. Әҙәплелек - кешеләрҙең йәшәү рәүеше. Мосолман кешеһенең йәшәү рәүеше гүзәл, күркәм, әхләҡлы булырға тейеш.
Бына ошо әҙәп, әхләҡ, тәрбиә мәсьәләләрендә Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. мосолмандарға матур өлгө күрһәткән. Ул бик тә тәрбиәле, тәҡүә, мәрхәмәтле кеше булған. Хатта уның дошмандары ла Бәйғәмбәребеҙҙең яҡшы сифаттарын таныған. Шулай булғас, беҙгә Бәйғәмбәребеҙгә эйәрергә, уның сөннәттәрен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Әҙәп, әхләҡ ул кешегә тыумыштан да бирелә, тиҙәр. Әммә ул - ғаиләләге тәрбиә, уҡыу, өйрәнеү аша күберәк ҡаҙаныла торған рухи хәл. Бәйғәмбәребеҙ һәр ваҡыт Ҡөрьән - Кәримдә нимә яҙылған, шуны эшләгән. Уның әхләғы - ошо изге китап.
Кеше был донъяға имтихан өсөн ебәрелгән. Тимәк, беҙ көн һайын, һәр сәғәт, һәр минут Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында һынау тотабыҙ. Шулай булғас, ни өсөн байлыҡ, дан-шөһрәт артынан ҡыуырға, үҙең өсөн генә йәшәргә? Мөхәммәт бәйғәмбәр һәр ваҡыт: "Өммәтем, халҡым", - тип йәшәгән. Бигерәк тә әлеге ваҡытта милләтебеҙ, илебеҙ әҙәпле, иманлы, тәртипле кешеләргә мохтаж. Шуға күрә беҙ бер-беребеҙҙе хөрмәтләргә, ярҙам итергә, киләһе быуынға күркәм әҙәп ҡағиҙәләрен өлгө итеп ҡалдырырға тейешбеҙ. Киләсәк бит беҙҙең, ошо быуын йәштәренең ҡулында, тимәк, уларҙың яҙмышын уйлау - беҙҙең вазифа. Әгәр ҙә халҡыбыҙ шулай "йәшел йылан" ағыуына бирешеп, вайымһыҙлыҡҡа бирелеп, йәшәүгә дәртен юғалтһа, киләсәктә ни булыр? Был мәсьәләләрҙе айырым бер кеше генә түгел, ә бөтә халыҡ ҡайғыртырға тейеш. Шул ваҡытта ғына милләтебеҙ сәскә атыр.
Эйе, әҙәп булғанда ғына халыҡтар үҫеш юлынан тайпылмай. Исламдың маҡсаты ла кешелекте түбәнселеккә төшөүҙән һаҡлап ҡалыу. Ислам ингәндең тәүге йылдарын алып ҡараһаң, Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәй, тыйғандарынан тыйыла белергә тырышыу мосолмандарҙың йәшәү рәүешен шул тиклем үҙгәртә.
Ә әҙәпле кешегә ниндәй сифаттар хас һуң? Бына улар:
Ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү.
Ата-әсәне хөрмәтләү.
Етем балаларҙы йәберләмәү.
Исрафҡа юл ҡуймау. Әҙәпле кеше икмәктән ҡойолған валсыҡты ла йыйып ашарға тейеш.
Ашар алдынан да, һуңынан да ҡулдарҙы йыуыу.
Кейемдәрҙе таҙа, бөхтә, матур итеп кейеү.
Дуҫтарыңды хөрмәтләү, кәрәк саҡта терәк-таяныс булыу.
Тоғролоҡ, тырышлыҡ, ғәҙеллек, аманат, сабырлыҡ.
Шулай уҡ шишмәләрҙе, йылға-күлдәрҙе ҡарап тороу, юлдарҙы төҙәтеү кеүек әҙәмдәргә файҙалы эштәр өсөн аҡсаһын да, көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй әҙәпле кеше.
Кеше яңғыҙ йәшәй торған зат түгел. Яңғыҙлыҡ фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең булмышы, уға ғына яңғыҙлыҡ килешә. Ә кеше бүтән кешеләр менән даими аралаша, кешеләр менән бергә була, төрлө хәлдәр кисерә. Ҡайҙа ғына булмаһын, берҙән артыҡ булмаған ерҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һала торған ҡанундар, ғөрөф-ғәҙәттәр, ҡағиҙәләр барлыҡҡа килә. Ошо аралашыуҙарҙа, һәр кемдең күңеленә хуш килерлек, бер кемде лә ҡыйырһытмаҫлыҡ, рәнйетмәҫлек ғәҙел мөнәсәбәттәрҙе булдырыуҙы талап иткән гүзәл әхләҡ кәрәк.
Быны ҡайҙан табырға мөмкин? Әлбиттә, Ислам динендә. Ғалимыбыҙ Ризаитдин Фәхретдин дә үҙенең нәсихәттәрендә былай ти: "Кешегә мөмкин тиклем үҙенең нәфсеһен насар әхлаҡтан һаҡлау үә яҡшы әхләҡ менән зиннәтләнеү мөһим. Әгәр ҙә әҙәм балаһының күңеле пак, әхләғы төҙөк булһа, Аллаһ Тәғәләгә булған мөғәмәләләрен дә саф күңел, саф выждан менән үтәр".
Сәхәбәләрҙең һүҙҙәренә ихтибар итәйек:
Ғабдулла бин Ғүмәр: "Әхләҡлы әҙәмдәрҙең һүҙҙәре ләззәтле, үҙҙәре илгәҙәк булыр", " Яҡшылыҡ ул - башҡаларға асыҡ йөҙлө, татлы телле булыу".
Ғабдулла бин Ғәббәс:"Аҡыллы әҙәм һөйләйәсәк һүҙҙәрен дә уйлағандан, үлсәп ҡарағандан һуң ғына һөйләр", "Әҙәмдәрҙән камил аҡыл булғаны - ауыр ваҡыттарҙа сабыр итә белеүе".
Әҙәп, әхләҡ тураһында күп миҫал килтерергә була. Ләкин иң мөһиме, уҡыным да оноттом түгел бит, ә уҡыған, өйрәнгәнеңде үҙеңдең тормошоңда ҡулланыу.
Күркәм әҙәп, камил әхләҡ беҙҙең халҡыбыҙҙың, рухи тормошобоҙҙоң нигеҙе булып торорға тейеш. Үҙебеҙҙе гүзәл әхләҡта тәрбиәләйек, киләсәк быуындарға аманат итеп ошо әҙәп, әхләҡ ҡағиҙәләрен һаҡлайыҡ.
Гөлнәзирә ЗӘЙНУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 10 - 16 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА