
Март, апрель айында һәр баҡсасының тәҙрә төбөндә борос, томат, баклажан шытып сыға башлағандыр, моғайын. Өйҙә үҫкән үҫентеләрҙе пикировкалау ҙа төп этаптарҙың береһе булып тора. Бына ошо "пикировка" тигәне нимә һуң ул? Баҡтиһәң, мотлаҡ тип иҫәпләһә лә, күптәр уны дөрөҫ башҡармай икән.
Пикировка - ул үҫентене күсереп ултыртыу. Башлыса барлыҡ культураларҙың да орлоғо ваҡ. Шуға ла ваҡытты ла, тәҙрә төбөндәге урынды ла һаҡлау маҡсатында ла уны бер һауытҡа сәсеү - таралған күренеш. Әммә бер нисә аҙна үтеү менән уларҙы барыбер иркенерәк һауыттарға күсереп ултыртырға тура киләсәк. Яҡтылыҡ, дым, туҡлыҡлы матдәләр өсөн "көрәш" үҫентеләргә көс өҫтәмәйәсәк. Бына ошо бер һауытта үҫеп ултырған үҫентеләрҙе айырыу пикировка тип ҡабул ителә лә инде. Тик бының бер үҙенсәлеге бар. Күсереп ултыртҡан саҡта тамырҙың 1/3 өлөшөн семтеп ташларға кәрәк. Һөҙөмтәлә, үҫентенең тамыр системаһы нығынасаҡ һәм ул киләсәктә яҡшы уңыш бирәсәк.
Әммә һәр күсереп ултыртыуҙы пикировка тип әйтергә ярамай. Үҫентене йәлләһәгеҙ, уны бәләкәй һауытындағы тупрағы менән ҙурыраҡ һауытҡа күсереп ултыртығыҙ. Баҡсасылар араһында был ысул йышыраҡ таралған. Бүлмә гөлдәрен дә ошо рәүешле күсерергә өйрәнгәнбеҙ. Шулай уҡ ҡайһы бер культураларға пикировка килешмәй. Әйтәйек, боростоң тамырын өҙәһегеҙ икән, ул аҙаҡтан оҙаҡ ҡына "ауырыясаҡ", баклажандарҙың эре япраҡтарына дым етешмәйәсәк, уларҙың һулыуы ла бар. Тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, кәбеҫтә лә бындай пикировканы яратмай. Шуға ла уларҙы баштан уҡ айырым һауыттарға сәсеп, аҙаҡтан даими үҫә торған урынына күсереү ҡулайлы. Ә бына томатҡа пикировка бик яҡшы тәьҫир итә. Тамыр селтәре яҡшы формалаша, был үҫентенең үҙендә лә күренә. Шулай уҡ розмарин, базилик та был ысулды үҙ итә. Астра, петуния, бәрхәт гөлө, циннияға ла пикировка яһайҙар.
Нисек эшләргә? Һәр үҫентегә айырым һауыт, тупраҡ әҙерләргә. Бер нисә пар япрағы булған үҫентегә пикировка эшләргә ярай. Бер тәүлек алдан яҡшы итеп һыу ҡойорға. Үҫентене һауыттан алғас, тамырҙың 1/3 өлөшөн өҙөп алырға. Кәрәк тип тапһағыҙ, "Фитоспорин"ға тығып алырға. Әҙер тупраҡҡа ултыртырға. Томатты тәрәнерәк ултыртырға була. Етерлек итеп һыу ҡойорға. Бер аҙнаға ҡояш нуры тура төшмәгән ергә ҡуйырға. Тик үҫентеләр ныҡ бейегәйеп китеп, пикировка яһарға өлгөрмәһәгеҙ, төп һауытта бер нисә үҫентене ҡалдырып, башҡаларын күсереп кенә ултыртығыҙ.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 10 - 16 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|