«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИНТЕРНЕТ СЫҒЫНЛАЙМЫ? ГӘЗИТ УҠЫЙЫҠ!
+  - 

Бөгөн интернет теләр-теләмәҫ кенә эшләп, социаль селтәрҙәр тыйылған ваҡытта халыҡ мәғлүмәт киңлегенә, яңылыҡтар төрлөлөгөнә, аралашыу-фекерләшеү контентына ҡытлыҡ кисергән бер мәлдә, үҙҙәренә күрә матди-финанс ауырлыҡтар ситлегендә ҡалыуҙарына ҡарамаҫтан, фиҙаҡәрлек менән һәм ығы-зығыһыҙ ғына ваҡытында сығып килгән баҫма матбуғатҡа ҡыҙыҡһыныу арта төштө кеүек.

Һәм быны мин үҙемдең миҫалдан да сығып әйтәм. Күптән түгел почта бүлегенә сираттағы пенсиямды ала барғанымда, интернетҡа үс итеп, бер талай гәзит-журналға яҙылдым да ҡайттым. Өйҙәгеләремде аптыратырмын инде, тип хафаланыуым бушҡа ғына булды: улар был хәбәргә ифрат ҡыуандылар ғына. Хәҙер өйөбөҙгә "Киске Өфө", "Йәшлек", "Аргументы и Факты" гәзиттәре, "Аҡбуҙат", "Ағиҙел" журналдары килә, уҡып ләззәтләнәбеҙ: мәғлүмәткә, яңылыҡтарға һәм көнүҙәк мәҡәләләргә законлы ихтыяжыбыҙҙы тыйыусы ла, сикләү һалыусы ла юҡ.
Баш ҡалабыҙҙа йәшәгәс, Өфө яңылыҡтары менән хәбәрҙар булғы килә, юғиһә, ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе йыш ҡына интернеттан да табып булмай ине. Уның ҡарауы, үҙебеҙҙең "Киске Өфө" гәзите 2-3-сө биттәрен "Көн ҡаҙағы", "Баш йорт" рубрикалары аҫтында тулыһынса баш ҡала, ил һәм Башҡортостан яңылыҡтары менән асып ебәрә һәм беҙгә был бик ҡулай: күп кенә файҙалы хәбәрҙәр менән танышып барырға форсат тыуҙы.
Кисә генә "Киске Өфө"нөң яңы, 15-се һанын ҡулға алдым һәм яһалған тәмле сәйемде лә онотоп, гәзит материалдарына башкөлләй сумдым. Әйтергә кәрәк: редакцияның матур-матур рубрикалар уйлап сығарырға оҫталығына һоҡланам. Мәҫәлән, баш биттәрҙән урын алып килгән "ЯИ-КӨФӨ менән әңгәмә" рубрикаһы уның даими авторы Рөстәм Нурыев әҙерләүендә бик мауыҡтырғыс итеп алып барыла. Был һандағы "Нейроселтәр яҙыусыны алмаштыра аламы?" тигән темаға фекер алышыуҙа билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм халыҡ шағирәһе Гүзәл Ситдиҡова ҡатнаша. Яһалма интеллект менән ҡыҙыҡлы әңгәмә килеп сыҡҡан, тик был хаҡта бәйән итеүгә ҡарағанда, уны уҡып сығыу мең тапҡырға файҙалыраҡ, тип уйлайым.
"Киске Өфө" алып барған икенсе темаға күсеп, шуны әйтмәксемен: башҡорт тоҡомло бал ҡорто яҙмышы бөтәбеҙҙе лә бик борсой, сөнки халҡыбыҙ хазиналарының береһе өсөн йәнен бирергә әҙер булып, уның данын күтәреүгә өлгәшкән илһөйәр азаматтарыбыҙҙың береһе Әмир Ишемғоловтың үкенесле һәм ваҡытһыҙ вафатынан һуң башҡорт бал ҡорто мәсьәләһе хәүеф аҫтында, яҡлаусыһыҙ тороп ҡалды кеүек. Әммә "Киске Өфө" был теманы даими көн үҙәгендә тота, миңә шуныһы бик оҡшай. Әлеге көндә уның биттәрендә һандан-һанға бирелә барған "Бал ҡорто мөғжизәһе" мәҡәләһен (авторы билдәле яҙыусы һәм журналист Сәлимйән Бәҙретдинов) ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ, сөнки иремдең ауылда йәшәүсе ҡустыһы - уңған умартасы. Мәҡәлә мәғлүмәттәре һәм кәңәштәр уның өсөн дә файҙалы булыр, тейем.
Оҙаҡ йылдар "Башҡортостан" гәзитендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан билдәле журналист Юнир Кинйәбаев менән "Киске Өфө" биттәрендә осрашыуым мине бик шатландырҙы. Элек тә уның мәкәләләрен диҡҡәт менән уҡып бара торғайным. Был юлы ла хәбәрсебеҙҙең "Уйлыға -уй" рубрикаһындағы "Берәүгә - харам, икенсегә - тап-таманмы?" тигән мәҡәләһен уҡып, ысынлап та, уйға ҡалдым. Мин дә был турала гел генә уйланам: нишләп беҙҙең илдә шул тиклем дә баш етмәҫлек уғрылыҡ, коррупция сәскә атты? Ил ресурстарынан файҙаланып алынған миллиардлап килемдәренән ватан иҡтисадын үҫтереүгә тиндәрен йәлләп, аҡсаларын сит ил банктарына сығарыусы олигархтарға ниңә икән, исмаһам, Илаһ язаһы юҡ? Улар ил талап байый, ә бюджет тоғо тишектәрен ямауға ябай халыҡ үҙ кеҫәһенән һуңғы тиндәрен сығарып һалырға мәжбүр. Ҡайҙа ғәҙеллек? Байҙарҙы ауыҙлыҡлар закон юҡ йә ул көсһөҙ икән, ҡайҙа һуң Юғары көс законы?
Ярай, улай уҡ ярһып та китмәйек әле: һәр самаһыҙлыҡтың да сиге бар. Ана бит, гәзитебеҙҙең "Балаңа уҡы!" рубрикаһындағы әкиәттәрҙә лә хатта бурлыҡ, алдаҡсылыҡ, хәйләкәрлектең мәңгелек түгеллеге, бер заман килеп уның да, төлкө төҫлө, тәрән соҡорға йә рәшәткә артына эләгере бәхәсһеҙ икәнлеге хаҡында бәйән ителә. Тик шулай ҙа балаларҙы ла, "ғәҙеллек еңер" тип, беҙҙе тәрбиәләгән заман кеүек, күктән төшкәнде көтөп ултырырға түгел, ә үҙ яҙмыштарын үҙ ҡулдарына алып, етеш, матур тормошто үҙҙәренә ҡорорға кәрәклекте аңдарына һеңдереү бурысын да онотмаһаҡ ине.

Ғәлиә СОБХАНҒОЛОВА,
ете ейән-ейәнсәр өләсәһе, хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru