
Үткән аҙнала Башҡортостанда бер юлы ике әһәмиәтле ваҡиға билдәләнде, уларҙың һәр береһе республикабыҙҙың үҙенсәлеген, асылын күрһәтә лә инде.
Йыл һайын апрелдең өсөнсө йомаһында Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә. Быйыл был көнгә тотош республикала, илдә һәм донъяла Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ҙа тура килеп, ысын мәғәнәһендә рухи байрамға әйләнде. Республика Башлығы Радий Хәбиров диктант яҙыу сараһын акция ғына түгел, ә башҡорт телен ихлас яратҡандарҙың һәммәһен дә берләштергән хәрәкәт тип атаны. "Бөгөн донъяның 15 илендә һәм 30 төбәктә диктант яҙҙылар. Акцияла "Башҡортостан" полкы яугирҙары ла ҡатнашты", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
- Төбәктең төп көсө - үҙ тамырҙарына хөрмәт күрһәтеүҙә, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы халыҡҡа мөрәжәғәтендә. -Беҙ Башҡортостанда халыҡтарыбыҙҙың тарихын, йолаларын, телдәрен һаҡлайбыҙ. Был ата-бабаларыбыҙ васыят иткән һәм юғалтырға хоҡуғыбыҙ булмаған ҙур байлыҡ. Туған тел - һәр кем өсөн рухи моң, ә милли кейем - халыҡтарҙың үҙенсәлекле йөҙөн сағылдырған ҡомартҡы. Ошо төрлөлөктөң матурлығын күрә белеү, уға ихтирам - Башҡортостаныбыҙҙағы дуҫлыҡтың нигеҙе. Ә дуҫтарҙың татыулығы - еңелмәҫ көс. Байрам менән!
- Быйыл ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 400 меңдән ашыуыраҡ булды, акцияның географияһы артабан да киңәйҙе, - тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Йосопова. - Донъя буйынса 2000-дән ашыу офлайн майҙансыҡ ойошторолдо, уларҙа 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Онлайн-форматта ла эштәр ҡабул ителде - "МАКС" мессенджеры аша 100 меңдән ашыу эш килде.
- Глобалләштереү һәм технологиялар дәүерендә туған телебеҙҙең яңы кимәлгә сығыуы һәм яңы даирәләргә таралыуы бик мөһим. Һәр тел - айырым халыҡтың ғына түгел, ә бөтә кешелектең мираҫы. Быны аңларға, күрһәтергә һәм иҫбатларға тейешбеҙ. Шуға күрә һәр беребеҙ башҡорт теленән халыҡ-ара диктант кеүек мөһим сараларҙа ҡатнашырға тейешбеҙ. Акцияла ҡатнашыу - туған телгә мөнәсәбәтебеҙҙең сағылышы, - тине Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.
Эйе, был көндө ошо мөнәсәбәт тантана итте лә инде. Майҙансыҡтарға милли кейемдәрҙәге милләттәштәрҙең эркелеп килеүенә шаһит булынды. Ул сафтарҙа йәштәрҙең, балаларҙың да ҡатнашыуы - иң мөһимелер, моғайын. Афарин, шулай булһын!
"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|