
Рәсми сығанаҡтарҙа Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү тураһында һүҙ йөрөткәндә хәҙер бик йыш Пилотһыҙ система ғәскәрҙәрен иҫкә алалар. Ни өсөн шулай? Был һорауҙы Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктының яуаплы офицерына бирҙек.
- Бөгөнгө һуғыш алымдары ошоға тиклем йәшәп килгән хәрби фәндә билдәләнгәндән ҡырҡа айырыла. Ҙур соединениелар, танк корпустары һөжүмдәре кисәге көндә ҡалды. Хатта авиацияны ҡулланыу ҙа ныҡ сикләнде. Алғы планға пилотһыҙ аппараттар системаһы сыҡты. Хәҙерге һуғыш яланы - яңы технологиялар алышы ул. БПЛА подразделениелары разведка үткәрә, дошмандың терәк пунктарын, техникаһын һәм тере көсөн асыҡлай һәм уларҙы юҡ итә. Йәғни алыш күпселек осраҡта, виртуаль уйындарҙағы кеүек, автомат тотоп түгел, ә экранда джойстик ярҙамында бара. Шуға ла армия бөгөн юғары класлы, әҙерлекле, заман технологияларын, компьютер техникаһын яҡшы белгән яугирҙарға мохтаж, - тип аңлатты ул һәм пилотһыҙ система ғәскәрҙәрендә хеҙмәттең шарттарын, өҫтөнлөктәрен һанап китте.
БПЛА операторҙары өсөн башҡа яугирҙарға тәғәйен кеүек үк, түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер өҫтөнлөктәр ҙә бар. Контракт бер йылға, йәки унан күберәк ваҡытҡа төҙөлә. Күрһәтелгән мөҙҙәт тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки уны оҙайтырға мөмкин. Оборона министрының бойороғона ярашлы, хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәр төрөнә күсереү тыйыла.
Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Уларға хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә уҡырға ҡайтыу хоҡуғы бирелә.
Контрактта билдәләнгән аҡсаға өҫтәп, дошман позицияһына, техникаһына уңышлы һөжүм иткән өсөн 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡсалата премия яҙыла. Әйтәйек, Leopard, Abrams, Challenger танкыларын юҡ итеү 500 мең һум премия менән баһалана.
Хеҙмәткә 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Шулай уҡ 45 йәшкә тиклемге йәштәгеләр водитель, сапер, ашнаҡсы кеүек хәрби һөнәр буйынса ҡарала. Әлбиттә, физик яҡтан һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы булыу мотлаҡ.
Туғыҙ кластан да кәм булмаған белемле, ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыуың да шарт. Судҡа тарттырылыуҙың башҡа осраҡтары булған хәлдә һәр кем буйынса шәхсән ҡарар ҡабул ителә.
Контракт төҙөү өсөн үҙең йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа, йәки Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156) мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында ғариза ҡалдырырға була.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|