«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЫСЫН УҠЫТЫУСЫ МӘКТӘПКӘ АҠСА ЭШЛӘР ӨСӨН КИЛМӘЙ
+  - 


Кем ул мәктәп директоры? Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, директорҙарҙы махсус рәүештә бер ҡайҙа ла уҡытмайҙар, ул шул уҡ уҡытыусы. Тик бер нәмәне оноторға ярамай, директор ҡулында "түргә элә торған сабата"һы була. "Сабата"һын түргә эләме-юҡмы, был уның шәхси эше. Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы директоры Дилә Урал ҡыҙы ФӘТҠУЛЛИНА менән һөйләшкәндә уның эш кабинеты түренә ҡарап-ҡарап ҡуйҙым. Әлегә унда сабата элерҙәй ҡаҙаҡ күренмәй. Моғайын, күренмәҫ тә. Ул асыҡ сырайлы, асыҡ фекерле йәш етәксе, әлегә баш булырға өйрәнә, яңы ысулдар эҙләй, асыштар яһай. Иң мөһиме, ана шул эҙләнеүҙәрендә ул үҙе етәкләгән уҡыу йортоноң матур йолаларын, ныҡлы нигеҙен һаҡлай. Шуға ла башҡорт лицейының асылы, сағыу йөҙө бар. Әңгәмә - директор менән.

Кадрҙарға ҡытлыҡ бар

Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт мәктәбе, хәҙерге көндә Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы, 1993 йылда үҙенең эшмәкәрлеген тик башланғыс кластар менән башлап ебәрә. Сибай институты директоры урынбаҫары Вәкил Исмәғил улы Хажиндың тәҡдиме буйынса ул ваҡытта мәктәптә малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы айырып уҡытыу буйынса тәжрибә лә үткәрәләр. Һәм, ысынлап та, был тәжрибә юғары һөҙөмтәләр бирә. Тик бөгөнгө мәғариф системаһындағы кадрҙар көрсөгөн иҫәпкә алғанда, малай-ҡыҙҙарҙы айырып уҡытыу мөмкинлеге юҡ. Мәҫәлән, беҙҙә ни бары биш ир уҡытыусы эшләй, шуныһына ла ҡыуанабыҙ әле.
Эйе, кадрҙарға ҡытлыҡ кисерелә. Быны мәктәптә эш хаҡының түбән булыуы менән аңлатырға була. Ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс, әммә эш хаҡының әҙ булыуы мәктәпкә осраҡлы уҡытыусылар килеп эләкмәүенә лә булышлыҡ итә. Осраҡлылар файҙалы эшләй алмай. Ысын уҡытыусы, иң беренсе сиратта, балаларҙы яратырға тейеш, сөнки класта ултырған һәр бала атай-әсәйҙең ҡәҙерле балаһы. Балаға дөрөҫ йүнәлеш бирер өсөн уҡытыусылар уларҙың һәр береһенең һәләтен танып, уның шәхес булып формалашыуында төп ролдәрҙең береһен үтәргә тейеш. Был юғары пафослы һүҙҙәр түгел. Үҙемде һис тә осраҡлы кеше һанамайым, сөнки башланғыс кластарҙан уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Беренсе уҡытыусым Мәһәҙиева Земфира Бикмырҙа ҡыҙы уҡыусыларын ныҡ яратты, шуға күрәлер, уҡытыусы булыу теләге бәләкәй саҡтан уҡ барлыҡҡа килде. Ысын уҡытыусы мәктәпкә аҡса эшләр өсөн килмәй, был темаға бик күп кешеләр менән фекерләшкәнем бар. Мәктәптә һөнәреңде, балаларҙы яратмайынса эшләп булмай, шунһыҙ уҡытыусы дәрес биреүсегә әйләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар бар, улар менән көрәшергә кәрәк, ләкин аҡса ҡолдарын алмаштырырлыҡ һөнәренә тоғро кадрҙар юҡ. Эш хаҡы ысынлап та түбәнерәк, шуға ир уҡытыусылар - вахтаға китә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күптәре матурлыҡ индустрияһын һайлай.

Ышаныслы команда

Мин иҫәп буйынса был мәктәптең һигеҙенсе директоры, эшемде 2021 йылдың июнь айында башланым. Әлеге көндә мәктәптә 49 уҡытыусы: шуларҙың өсәүһе, институт тамамлап, быйыл килде. Биш уҡытыусыбыҙ Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ, етеһе республиканың мәғариф алдынғыһы, ике уҡытыусыбыҙ Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Был күрһәткестәр, һис шикһеҙ, мәктәп өсөн ҙур ҡаҙаныш. Беҙ бөтә коллектив менән бер принципҡа таянып эшләйбеҙ - бер кем менән дә ярышмайбыҙ, үҙебеҙ менән ярышабыҙ. Бындай йүнәлеш үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Мәҫәлән, былтыр беҙҙең ун уҡыусыбыҙ республика кимәлендәге олимпиадала ҡатнашты, быйылғы уҡыу йылында уларҙың һаны артырға тейеш - артҡа сигенеү юҡ. Яңы идеяларҙы тормошҡа ашырғанда ышаныслы команда, дөрөҫ идара итеү булмаһа, эш алға бармай.
Үҙемсә уҡытыусыларҙы дүрт төркөмгә бүләм. Тәүгеләре - дәрес биреүселәр. Улар бик аҙ - биш процент тирәһе. Шунан, эшләгем килә, тик булдыра алмайымдар. Уларға ярҙам итеүсе, өйрәтеүсе кәрәк. Эшләгем килмәй, әммә булдыра аламдар ҙа бар. Ундайҙарҙың, ысынлап та, һәләте бар, тик ялҡаулыҡтары арҡаһында эштәренә еңел-елпе ҡарайҙар. Дүртенселәр теләйем дә, эшләй ҙә беләм, тиҙәр. Улар беҙҙең тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙ. Кеше 20 йыл буйы мәктәптә эшләп тә уҡытыусы була алмауы ихтимал. Педколледж бөтөп кенә лә ысын уҡытыусы булып киткәндәр бар. Бөтәһе лә кешенең үҙенән, эшенә ҡарата мөнәсәбәтенән тора. Мин холҡо ауырыраҡ булған юғары кимәлдәге профессионал менән эшләргә әҙермен, ә холҡо һәйбәт булып та, насар уҡытҡандар менән эшләй алмайым. Коллектив - ул берҙәм организм, беҙ бөтәбеҙ ҙә бер яҡҡа ҡарап торорға тейешбеҙ, сөнки бер маҡсат өҫтөндә эшләйбеҙ, бер фекерҙәбеҙ, бер йүнәлештә барабыҙ. Һәр инициативаны ыңғай ҡабул итәм.
Хәҙер уҡытыусыларҙың абруйы төшөп бара, тиҙәр. Минеңсә, бик күп нәмә ғаиләнән килә. Әгәр ата-әсәләр уҡытыусыларға ҡарата ыңғай мөнәсәбәттә булһа, балаһы алдында уларға ихтирам белдерһә, уҡыусы мәктәпкә яҡшы, ыңғай кәйеф менән килә, уҡытыусыны ихлас тыңлап, һөҙөмтәле белем ала. Икенсенән, ҡалған илле проценты уҡытыусының үҙенән тора. Ул балаларҙы, эшең яратһа, һәр бер баланы күреп-белеп, уларҙың кәйефен тойоп эшләй белһә генә абруйы артҡандан-арта бара.

Башҡорт кластары

Биш балалар баҡсаһы, үҙебеҙҙең буласаҡ уҡыусылар менән бик тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, ундағы балалар мәктәпкә башҡорт телендә иркен һөйләшә белеп киләләр. Балалар һаны артыуы ҡыуандыра, мәҫәлән, 2021 йылда 667 бала булһа, бөгөн беҙҙә 856 бала уҡый. Тимәк, беҙҙең мәктәпте яҡшы беләләр, нәҡ беҙҙә уҡытырға теләйҙәр. Йыл да беҙ беренсе класҡа 90 бала алабыҙ. Өс тиҫтәнән ашыу тарихы булған лицей милли белем биреү системаһы талаптарына ярашлы эшләүен дауам итә, беҙҙең мәктәптә тик башҡорт балалары ғына уҡый, улар башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен төптән өйрәнәләр.

Өҫтәмә белем

Тәрбиә темаһына килгәндә, үҙем ваҡытында ете йыл тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләгәс, дәрестә тәртип булырға тейеш, тигән принципты беренсе урынға ҡуям. Сөнки тәртип бар икән, бала уҡытыусыны иғтибар менән тыңлай белә, биргән белемде ҡабул итә. Балаларҙы үҫтереү, уларҙың һәләттәрен төрлө яҡлап асыу өсөн бик күп көс һалабыҙ һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, үҙебеҙҙең балаларға бушлай секциялар булдырабыҙ. Мәҫәлән, спорт мәктәбе менән берлектә тик беҙҙең мәктәптә генә өҫтәл теннисы буйынса көн һайын үткәрелгән секциялар бар. Беҙҙең теннис командаһы Сибай ҡалаһын ғына түгел, Урал аръяғы данын яҡлап, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша. Волейбол буйынса ла беҙгә тренер килә, балалар менән шөғөлләнә. Балалар ижады үҙәге менән дә тығыҙ бәйләнештәбеҙ, беҙҙең уҡытыусылар уларға барып, рәсми рәүештә эшкә теркәлеп, төрлө түңәрәктәр алып баралар. Әйтәйек, Кәлимулла Ильясов шашка, шахмат, ҡурай, ҡумыҙ түңәрәктәрен алып бара. Ул уҡытмай, өҫтәмә белем биреү педагогы булып һанала. Бындай түңәрәктәрҙең файҙаһы бик күп. Мәҫәлән, былтыр "Шаяниум"да беҙҙең "Бишбармаҡ" командаһы республикала беренсе урын алды. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында йыл да беҙҙең мәктәп уҡыусылары ҡала исемен яҡлап сыға, был йүнәлештә лә һәйбәт эшләйбеҙ. Үҙ хореографыбыҙ беренсенән дүртенсегә тиклем һәр класта аҙна һайын берәр бейеү дәрестәре үткәрә. Әлиә Таңғатар ҡыҙы Исрафилова һәр класҡа айырым бейеү өйрәтә. "Байыҡ" телевизион конкурсында ҡатнашҡаныбыҙ бар. Ике йыл элек бейеүселәребеҙ Сочи ҡалаһына фестивалгә барып, өсөнсө урын алып ҡайттылар.

Заманы шундай

Элек беҙ уҡыған ваҡыт менән сағыштырғанда, бөгөнгө уҡыу программаһында материал шул тиклем күп бирелгән, етмәһә, уны балалар ҡыҫҡа ваҡытта үҙләштерергә тейеш. Замана балаларының телефонға ныҡ бәйле булыуы арҡаһында программаларҙы тулыһынса үҙләштереү тағы ла ауырға төшә. Мәктәпкә килгән күп балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн индивидуаль шөғөлләнеү талап ителә, шуға күрә логопедтарға ихтыяж ныҡ арта бара. Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткән үҙ логопедыбыҙ, унан тыш психолог һәм социаль педагог штаты бар. Заманы шундай: бөгөнгө көндә психологик яҡтан балаларға ныҡ иғтибар бүлергә кәрәк.

Ишкәктәрҙе бергә ишәйек

Сибай ҙур ҡала түгел, ата-әсәләр менән бер-беребеҙе күреп беләбеҙ, уларҙы һәр бер сараға йәлеп итергә тырышабыҙ. Шуға төрлө урынһыҙ дәғүәләр белдереүгә урын ҡалмай. Проблемалы хәлдәр булһа, ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәбеҙ, саҡырып, һөйләшеп, бер-беребеҙҙе тыңлап, ишетеп, берҙәм фекергә килергә тырышабыҙ. Уҡыу йылы башланыу менән көҙгө йәрминкә байрамы үткәрҙек, тупланған аҡсаның бер өлөшөн Махсус хәрби операцияға ебәрҙек. Ата-әсәләр араһында дүрт көн дауам иткән волейбол ярышы үтте. Беҙ йылына ике тапҡыр дөйөм ата-әсәләр йыйылышы үткәрәбеҙ. Йәйге каникул ваҡытында мәктәптә ниндәй үҙгәрештәр булған, нимәләр һатып алғанбыҙ, нимәне ремонлағанбыҙ, бөтәһе лә асыҡтан-асыҡ һөйләнелә. Ата-әсәләр, бәлки, ишетеп арығандыр ҙа, әммә йыйылыштарҙы шундай һүҙҙәр менән тамамлайым: "Хөрмәтле ата-әсәләр, беҙ бер кәмәләбеҙ. Беҙҙең төп пассажирыбыҙ - бала. Икенсе ярға нисек алып сығыуыбыҙ ишкәктәрҙе бергәләп ишеүгә ныҡ бәйле. Зинһар, кәмәне сайҡалтмағыҙ".

Берҙәм форма

Былтыр көҙ республикабыҙҙың мәғариф системаһынан бер төркөм Алтай республикаһына барып, балалар баҡсаһынан педагогия колледжына тиклемге төрлө учреждениеларҙың эшмәкәрлеге менән таныштыҡ. Интернат системаһына килгәндә, унда ошо йүнәлештә бер генә гимназия-интернат һаҡланып ҡалған, ә беҙҙең республикала әлеге мәлдә 56 милли мәктәп бар, бынан тыш, полилингваль мәктәптәр асыла. Унда бөтә республика буйынса ырыу тамғалы берҙәм уҡыу формаһы индерелеүе хайран итте. Был эш унда балалар баҡсаһынан уҡ башлана. Был йүнәлеш бик фәһемле тип уйлайым, сөнки ул балаларҙы тәртипкә өндәй, һәр бала үҙенең ырыуын белә. Беҙҙең лицейҙа үҙебеҙҙең уҡытыусылар коллективының берҙәм формаһы бар, 2022 йылда махсус рәүештә Өфөнән "Ағиҙел" тегеү фабрикаһынан килеп, һәр беребеҙҙең үлсмдәрен алып, тегеп бирҙеләр. Ҡала, республика кимәлендә берәй сара үтә икән, беҙ мотлаҡ рәүештә үҙебеҙҙең берҙәм формала ҡатнашабыҙ, был беҙҙе башҡаларҙан айырып тора. Әгәр киләсәктә балаларҙан берҙәм форма талап итһәк, иң тәүҙә үҙебеҙ уларға өлгө булырға тейешбеҙ.

Шулай итеп...
Етәксегә килгәндә, етәксе һүҙе етәкләүҙән алынған. Үҙ фекере, ныҡлы йәшәү принциптары, тормошҡа үҙ ҡарашы булғанды етәкләү кәрәкмәй, ул үҙе етәкләй, тигән уйға килдем Дилә Урал ҡыҙы менән һөйләшкәндә.

Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru