«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ИҪЕМДӘ
+  - 


-Ҡаҙҙарҙы йылғаға алып барам, - тип киткәйне, оҙаҡланы Динислам.
Иркен итеп "бассейн" эшләп ҡуйғайны ла ул, һыймай башланылар. Ҡойонабыҙ, тиҙәр ҙә, һыуҙы түгеп-сәсеп, үҙҙәре лә бысранып бөтәләр. Зыу килеп, кәртәгә һыймай йүгерешеп алып китәләр. Күтәрелеп осорға маташҡан булалар хатта, тик ҡанаттары әлегә ҡыҫҡа, ҡауырһындары шыйыҡ.
- Һыу буйына алып барырға мәле етте, - ти ҙә көн һайын шунда китә ире. Ҡаҙҙарынан алда үҙе китә. Тегеләре бер көтөү булып артынан эйәрә. Күмәктәр шул - быйыл да ҡырҡты алдылар. Кәрәк бит
- Һин уларҙың һыуҙа баҫтырышҡандарын, сумып-сумып йөҙгәндәрен ҡарап торһаң! Тәпәйҙәрен һоноп, кирелеп-һуҙылып, сирәмдә рәхәт сигеп ятҡандарын күрһәң!
Телефонына төшөрөп алғандарын күрһәтә Сәлимәһенә..
Йөрөйҙөр инде әүрәп, бала һымаҡ. Ярай, әйҙә, йөрөһөн. Кеше ирҙәре һымаҡ, ерек араһында һыра һемереп ултырмай бит.
- Донъяңды онотоп, оҙаҡ йөрөмә, ҡайт. Төшкөлөккә гел һуңлайһың, - тип ҡалды Сәлимә - Ҡайт, көттөрмә мине.
- Иҫемдә, иҫемдә! Әйтмәһәң дә белеп торам инде, - тип китһә лә, ана, һаман юҡ.
- Аръяҡ яр һөҙәк, туғайы ла иркен. Ҡоштарға хөрриәт ул яҡта... - тип ҡуя үҙе.
Аръяҡтың ниндәй икәнен ире һөйләмәһә лә белә Сәлимә, ул - аръяҡ ҡыҙы. Ә Динислам - бирьяҡтыҡы. Үтә киң дә, тәрән дә булмаған Бәрҙеле йылғаһының туғайлы яғы - аръяҡ, тау итәге - бирьяҡ. Элек-электән шулай килә. Бәләкәй саҡта аръяҡтар менән бирьяҡтар араһында бәхәстәр ҡубып ала ине. Ә Сәлимәгә бирьяҡ яғы яҡын ине, ниңәлер, һүҙҙәре лә йылыраҡ, яғымлыраҡ тойола ине. Шуға ул һүҙ көрәштереүҙәргә ҡушылманы, үсекләшмәне. Бирьяҡҡа килен булып килерен белгәндер... Ә Асиялар, Әүбәкерҙәр - бына улар кем еңерҙән керешерҙәр ине!
- Аръяҡтар, ҡамыт аяҡтар! Арҡыры аяҡтар!
- Бирьяҡ - биреле яҡ! Бирьяҡ - тиҫкәре яҡ, кире яҡ!
- Буһасы! Ә һеҙҙең зату бер нәмәгеҙ ҙә юҡ! Мәктәп тә, клуб та, магазин да - вис беҙҙең яҡта!
- Килеп кенә ҡарағыҙ беҙҙең яҡҡа! Туҡмалып ҡайтырһығыҙ!
Дөмбәҫләшеүгә үк барып еткәне булманы былай. Ҡышын Бәрҙелелә шәре сығып, боҙ туңһа, малайҙар сәкән һуғып уйнайҙар ине. Шул саҡ ҡубып алғылай ине аръяҡ - бирьяҡ алышы.
- Э-эй...Балалыҡ инде....
Сәлимә асыҡ тәҙрә янына килеп баҫты. Ана, аръяҡ, ана, уларҙың өйө. Ус төбөндәгеләй күренеп ята аръяҡ ауыл бынан. Һыу буйы ғына күренмәй, юғиһә, Динисламға йә ҡул болғар, йә йоҙроҡ күрһәтер ине.
Ана, Һырғалаҡ тауы. Ул да яҡшы күренә бынан. Ә ул аръяҡта ла, бирьяҡта ла түгел, ул ауылдың түбән осонда, бирьяҡтарҙың тауына аръяҡтарҙың туғайы барып терәлгән ерҙә. Һырғалаҡ тауында, һыу ингән ауыл быуаһында үсекләшеү юҡ, бында бөтәһе лә бер тиң, татыу.
Ә йәш саҡтар, киске уйындар, туғайҙа дөрләгән усаҡтар, һандуғаслы бөҙрә талдар үҫкән Бәрҙеле буйы, йәйге ҡыҫҡа төндәр - былар ҙа бөтәһе өсөн дә берҙәй ҡәҙерле. Шулай ҙа аръяҡтыҡылар ауылдан ике саҡрымдай алыҫлыҡта ятҡан туғайҙа үҙҙәрен хужаларса тотҡан булалар ине. Алдараҡ баралар, утын хәстәрләйҙәр, усаҡ тоҡандыра торалар.
- Оһо! Ҡунаҡтар килгән икән! Әйҙүк, әйҙүк! -тигән булып ебәрәләр.
Әғләмдең үҙе сығарған йырын уның гармунына ҡушылып, бер-береңә һыйынып, усаҡ ҡуҙына йылынып, йырлашып ултырған таңдар оноторлоҡмо ни!
Һин, тип янып-көйгәнемде
Ҡарап та күрмәйһеңме?
Мин аңлата белмәйемме,
Һин аңлай белмәйһеңме?
Һәр береһе күңеленә яҡын алып, яратты был эскерһеҙ йырҙы. Осрашыуҙарҙы хәҙер ҙә иң тәүҙә шул йырҙан башлайҙар. Киске уйындарҙан ҡайтҡанда егеттәр генә йырлап инәләр ине ауылға. Бер шулай йырлашып Аҡташҡа етеп килгәндә Динисламдың "Һин аңлай белмәйһеңдер" тип ҡолағына шыбырлап, ҡулдарын ныҡ итеп түшенә ҡыҫҡанын нисек онотһон Сәлимә? Бөгөнгөләй иҫендә. Динисламға ҡарамай ғына, "Алйот!" тигән булғайны, ҡулдарын тартып алып, ут ҡапҡан бит остарына баҫҡайны.
Э-э-й...Йәшлек, йәшлек...
Ә бер тапҡыр Сәлимә нимәгәлер абынды ла, һәр саҡтағыса, янында йөрөгән егеттең устарын ҡыҫып тотоп алды. Ныҡ ҡыҫҡандыр - Динислам сытырайып китте хатта.
- Ауырттымы ни? Эй, бәләкәсте... Ҡана, ө-өф итәйем, - тип егеттең ҡулдарын үҙенә тартты Сәлимә.
- Бәй, усыңа ни булған ул, нишләттең ҡулыңды?
Динисламдың ялланып, ҡыҙарып торған эҫе устарына алмаш-тилмәш тын өрҙө. Башын ҡалҡытып, Динисламға ҡараны. Ә Динислам тора ауыҙ йырып, ҡыуанып.
- Рәхәә-әәт, әй, - ти үҙе.
- Нимә булды, әйт һуң. Рәхәт, тип, көлөп тик торасы. Алйот кеше һымаҡ.
- Ҡайыш, Сәлимә, ҡайыш...
Парҙарын бирмәгән егеттәрҙең устарына ҡайыш менән һуғалар ине был уйында. Ә ул ана нисек икән... Башҡаса был уйынға ҡатышманы Сәлимә, Динисламға ҡайыш үҙе өсөн эләгеп торғанын аңланы.
Сәлимәгә йәшлектең онотолмаҫ мәлдәре әле лә шул уҡ туғайҙалыр кеүек. Һис тә үтмәгән ул, бер ҡайҙа ла китмәгән, бөтмәгән, һаман да шунда уларҙың йәш сағы. Туғайҙа усаҡтарҙы башҡалар яҡһа ла, башҡа йырҙар йырланһа ла.
Кит әле, бынау Динислам! Былай оҙаҡламай торғайны, ни булған быға бөгөн? Төш ауҙы бит инде күптән.
Сәлимә ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә сығып ултырҙы. Әҙерәк көтөр ҙә үҙе төшөр һыу буйына. Икмәге бешеп сыҡты. Төрөп кенә һалып ҡуйҙы - йылы ғына көйө ятһын.
- Һары май ҡушып икмәк тызырып алһаң, асыҡтырмай ҙа, арытмай ҙа, - тиергә ярата ире. - Икмәк ашап үҫергә тейеш ауыл малайы.
Динислам дөрөҫ әйтә - аръяҡта ер иркен. Элек унда иген баҫыуы булған, тиҙәр. Иркенлек, тигеҙлек шунан киләлер. Унда өйҙәр ҙә ике урам булып ултырған. Яр ситенән башлана ла урманға тиклем һуҙыла урамдар. Ә Динисламдар яғында урам берәү генә, уныһы ла ярты: тәҙрәләш күршеләр юҡ быларҙа. Уның ҡарауы, тау итәгенә теҙелгән өйҙәрҙең тәҙрәләренән, ҡапҡа төптәренән аръяҡтарҙы ҡарап йәшәй бирьяҡтар. Аръяҡ иртәнге ҡояшҡа ун - ун биш минут алдараҡ иркәләнә башлаһа, бирьяҡ киске ҡояш шәфәғендә күҙ бәйләнгәнсе наҙлана.
Сәлимә йылғаға табан атланы. Ҡулына сыбыҡ тотоп алды. Ҡаҙҙарын ҡарарға китеп барғанды һорашмай ҙа белеп торһондар. Ҡаҙҙарын ҡарар, баҫманы ла күреп ҡайтыр.
Ҡаҡ ҡайын таҡталары үлем тейгеһеҙ, ямғырға ла, ҡарға ла бирешмәй, бешеккән был яҫы баҫма. Ике яҡтың ирҙәре әллә ҡасан һалған баҫма, ул Сәлимә иҫ белгәндә бар ине инде. Унан саҡ ҡына өҫтәрәк ҡаҙ-өйрәк өсөн быуа ла быуылған. Ҡаҙ бәпкәләрен ҡурсалап, ун-ун биш көн Динислам шул быуа янында йөрөй.
- Бәләкәй бәпкәләрҙе өлкәндәре һыйҙырмай, ҡыҫырыҡлайҙар, унда ла дедовщина булып ала!
- Өй ҡаҙҙары унда хужа, беҙҙең электр бәпкәләрен быуанан талап, баҫтырып сығарып ебәрәләр. Яҡлаусы ата-инәһеҙ етемдәр икәнен ҡайҙан беләләр, ҡара әле һин! Ну мин үҙемде танытып бөттөм уларға. Яр башында тороп, бер һыҙғырып ебәрһәм, тегеләр шундуҡ - шым!
- Беҙҙекеләр ҙә бирешмәй хәҙер, нығындылар, - тип төшкөлөккә ҡайтып етә ине. Ә бөгөн ни булған быға? Бөгөн генә лә түгел, һуңғы арала ниңәлер йышыраҡ тотҡарлана башланы әле ул. Кисә: "Нишләп оҙаҡланың?" - тип һорағайны: "Малайҙар менән һөйләшеп торҙоҡ", - тип яуапланы. Малайҙары ла үҙе кеүек алтмышҡа баҫҡандар инде, ялдалар хәҙер.
- Стаж етә лә ул, йәш тулмай, - тип башлайҙарҙыр инде хәбәрҙәрен.
Йә ҡайныһы Усман, Сәлимәнең атаһы, килеп, һөйләшеп ултыралар, йә Рәзифә еңгәһе тап була.
- Арҡан кеүек ишелешеп кенә йәшәгеҙ, - тип теләктәр теләп, үҙҙәрен ҡауыштырған ошо Рәзифә еңгәләрен икеһе лә яҡын күрә улар. Тик уның менән оҙаҡлап һөйләшеп тороп булмай - бер урында тик кенә тора белмәй ул. Хәбәрен килеп етер-етмәҫ элек башлай, ҡул бирешеп һаулыҡ һорашып, бит һыйпаған арала хәл-әхүәл һораша, үҙенекен китеп барышлай һөйләп өлгөрә.
Сәлимә өйҙә толҡа тапмай - яңғыҙлыҡҡа күнегә алмай һаман. Эше күмәк араһында булды - мәктәп бал ҡорто күсе кеүек геүләп тора бит. Ялға сыҡҡаны бирле шул тиклем өйрәнгән иренең янында булыуына. Балалар ни, ҡунаҡ ҡына бит хәҙер, һәр береһеенең үҙ донъяһы, үҙ ғәм-хәстәре.
- Тиҙ ҡайт, ти ҙә тораһың, әй. Кендегең миңә ҡуша йәбешкән әллә? - тип көлә-көлә сығып киткәйне бөгөн.
- Йәбешкән шул. Оҙаҡлама, тигәс, оҙаҡлама. Әйттем - бөттө!
- Иҫемдә, иҫемдә
Иҫемдә, тип алдаштыра ла, донъяһын онота үҙе.
Баҫманан яйлап ҡана атланы Сәлимә. Туҡтай- уҡтай атланы. Бер килке аҡҡан һыуға ҡарап торҙо. Күктәге аҡ болоттар бала саҡтағы кеүек, һыу менән бергә баҫма аҫтынан үтә сығып, йөҙөп китәләр икән һаман.
Йылға үҙе киң түгел. баҫма оҙон - ике ярҙан аша үткәреп һалынған. Машина ла, егеүле ат та һыйып үтерлек, тик улар өсөн түбәндәрәк күпер бар.
Кемдә генә, ниндәй генә хәтирә һаҡланмай был баҫма хаҡында? Сәлимә менән Динисламда ла бар ундай хәтирәләр. Нисә тапҡыр үткәндер Динислам Сәлимәне баҫманан сығарып оҙатып ҡуйғанда?.. Сәлимәне, кәләшен, оҙатып алғанда, етәкләп алып килде баҫма янына, күтәреп алып сыҡты үҙ ярына. Арғы ярҙа ул еҙнә аҡсаһы, бәке таратты, услап-услап ергә кәнфит һипте, ә был яҡта Сәлимә янсыҡ, сигелгән ҡулъяулыҡ, балдаҡ -һырғалар, ебәк таҫмалар өләште.
- Э-эй... Оноторлоҡмо ни? Иҫемдә, иҫемдә, - тип ҡабатлап торорлоҡ та шул...
Ҡаҙҙар яр буйлап таралышҡан. Һыуҙан әле генә сыҡҡандары ҡағынып- елпенеп алалар, ҡайһылары иренеп кенә, ятҡан ерҙән генә, үлән семтеп ҡаба. Ҡайһылары быуала көйө ойоған. Бына Динисламдың ҡаҙҙары. Үҙҙәре айырым йөрөй. Туғайҙың уйпатыраҡ ерен үҙ иткән улар.
- Унда ике ҡаҙ бәпкәһе бар. Ҡарап торһаң, үҙе бер әкиәт инде. Бер - береһенән айырылмайҙар. Йәнәш кенә яталар ҙа берәүһе икенсеһен муйыны менән ҡосаҡлай. Барһаң, үҙеңә лә күрһәтермен. Ғәжәп инде... Мин ул икәүгә исем дә ҡуштым. Көтөргә алып ҡалырбыҙ, йәме.
Бынау икәүҙер Динислам әйткәндәр. Уларға ниндәй исем биргәнен дә аңланы Сәлимә.
Бала һымаҡ әүрәп йөрөрлөк тә икән шул бында. Ана бит, Сәлимә лә Динисламды алып ҡайтырға, тип килгәнен онота яҙған.
Ә Динислам юҡ. Сәлимә тағы тирә - яғына ҡаранды. Ни уйларға белмәй торғанда, ҡапыл Динисламдың көр тауышын ишетеп, терт итеп ҡалды. Ул телефондан һөйләшә ине. Ә үҙенә шылтыратҡан кеше менән ул ниңәлер шулай ҡысҡырып һөйләшә - ғәҙәт иткән.
- Иҫемдә, иҫемдә! Уны онотоп буламы ни?
Үҙе ҡайҙа һуң? Тауышы бар, үҙе юҡ. Тауышы ла әллә ҡайҙан, аҫтан килә кеүек.
- Мин һинең адресыңды юғалттым бит! Нишләп һин үҙең бер ҙә яҙманың? Ҡалай вәғәҙәләр бирештек бит айырылышҡан саҡта. Эх һин!- Иренең тауышы өҙөк-өҙөк ишетелә башланы.
- Әә... Ммм.. Ну... Эйе - эйе... Ю-уҡ!
Сәлимә баҫма буйлап, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Ашаған еренә мал да ҡайта, ҡайтыр әле. Һыу буйлап эҙләп йөрөмәҫ бит инде. Йылғаға барғанын да әйтмәҫ. Бая, өйҙә саҡта шылтыратҡанда, абонент телефондан һөйләшә, тиҙәр ине, шунан бирле һөйләшәме ни был абонент? Кит әле...
Баҫманы сыҡҡас, артына боролоп, һыу буйын тағы күҙҙән үткәрҙе һәм тап шул саҡта баҫма аҫтында ятҡан Динисламын күреп ҡалды. Малайҙарса йөҙтүбән ятып, терһәктәренә таянған да, аяҡтарын болғай-болғай телефондан һөйләшеп, күләгәлә, йәшел сирәмдә ята. Баҫма таҡтаһы бөткән ерҙәге аралыҡтан яр буйы яҡшы күренә. Сәлимә гел, эйелә биреп, ҡарап үтә ошо ерҙе.
Ә Динислам телефондан һөйләшә. Донъяһын онотҡан. Ә теге остан ҡатын кеше яуап бирә. Яғымлы, шат тауыш. Сәлимә баҫма осондағы таҡтаға ултырып, аяҡтарын ергә терәне - ниңәлер быуыны бөткәндәй булды.
Һөйләшеү генә етмәне, буғай, быларға - телефондың теге осонда йыр башланылар. Динислам дауам итте:
Почему ты от меня ушла?..
Может, потому что
я - солдат...
Был әрме йырҙарын Сәлимә лә белә. Динислам менән йырлай торғайнылар йәш саҡта. Ниңә, ул да ҡушылып йырлай ала, һүҙҙәрен күптән ятлап бөткән.
Ведь ему служить не целый век.
В гимнастерке тоже человек.
Башын эйеп, яй ғына атланы Сәлимә. Ҡыйын ине уға. Динисламдың бөгөнгө ҡылығы хыянатҡа тиң ине Сәлимә өсөн.
Ҡапҡа төбөнә килеп еткәс, артына әйләнеп ҡараны. Ҡайтып килмәйме? Яулығын һыпырып, тирләгән битен, йәшле күҙҙәрен һөрттө. Ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмаған, арып-талып ҡайтты һыу буйынан Сәлимә.
Яурынына Динислам ҡағылыуҙан уянды.
- Тор, әй. Аш ашап алдым мин, рәхмәт. Сәйҙе яңырттым. Майлап, икмәкләп сәй эсеп алайыҡ та, Аҡташҡа барып киләйек.
- Мин барма...
- Барабыҙ. Машина менән.
Ауылдың үрге осонда Аҡташ тигән ер бар, шуны әйтә Динислам. Ғәжәп ул Аҡташ - тип-тигеҙ ерҙә эре-эре ап-аҡ таштар ята. Ауылдағы башҡа тауҙарҙың, Һырғалаҡ тауының таштары күк, ә былар - сылт аҡ. Бер нисәүһе ерҙә лыпын ята, ҡалғандары уларға һөйәлгән. Был тирәлә бындай аҡ таштар башҡа юҡ - эҙләп ҡарағандар. Ә быларҙы, әйтерһең, кемдер, ҡасандыр, ҡайҙандыр тейәп килтереп, бушатып киткән. Элегерәк кемдәрҙер килеп, шул тирәлә уранғылай башлағас, ауыл ҡарттары уларҙы ҡыуып ебәргән.
Туғайҙан ҡайтышлай йәштәр Аҡташта туҡтап китәләр ине. Зәбир менән Әүбәкер талдан ишеп ҡупшы ғына баҫма эшләгәйнеләр кисеүҙән өҫтәрәк. Шул баҫма аша сығалар ҙа Аҡташҡа киләләр. Аҡташта Әғләм гармун уйнай - уйнай ҙа, күреген бикләп, яурынына аҫып ала. Ауылға ингәс, йәштәр таралыша. Ә Динислам Сәлимәне таҡта баҫма аша аръяҡҡа сығарып ҡуя ине.
- Кил әле, Сәлимә, еләк сәскәһен ҡара әле. Еләккә ошонда килербеҙ.
Сәлимә йәш сауҡалыҡ араһында торған Динислам эргәһенә килә.
- Кит әле! Аяҡ баҫыр урын юҡ та баһа. Ҡайҙан күреп ҡалдың был ерҙе?
- Юҡты эҙләп йөрөгәндә, килеп юлыҡтым.
- Таптыңмы һуң юҡ нәмәңде?
- Таптым, әй!
Аҡташ янына килделәр
- Ярай, табылғас, яҡшы булған. Ә баҫма аҫтында кемде табып алдың һуң? Йырлаша-йырлаша һөйләшә инегеҙ бер ҡатын менән?
Динислам, кем менән һөйләшкәнен онотҡан, тиерһең, аптырап, Сәлимәгә ҡарап торҙо.
- Иҫемдә лә иҫемдә, ти инең дә баһа. Оноттоң да ҡуйҙыңмы? Кем ине ул ҡатын? Тамараң инеме әллә? Әйтәм, русса йырлаша инегеҙ...
- Ниндәй ҡатын? Ниндәй Тамара?
- Баҫма аҫтындағы ҡатынды әйтәм.
Динисламға, ниһайәт, барып етте Сәлимәнең төртмә һорауҙары.
- Йөрәкте яра яҙҙың, әй. Алйот. Мирғәлим ине бит ул, хеҙмәттәш! Тауышы шулай уның. Ҡыҙҙар һымаҡ һылыу ҙа ине үҙе. Аяҡтары һинекенән дә төҙөрәк. Саҡырып алырбыҙ йәме, эштәр бөткәс. Әллә ҡасанғы Тамараны ҡайҙан соҡоп сығарҙың? - Фотоһы ла бар ине бит альбомыңда. "На долгую память. С любовью. Твоя Тамара" тигән яҙыулы.
- Ә, Томканы әйтәһеңме? Беҙ ҡайтыр мәлдәрәк килгәйне часҡа медик булып. Сат йәбеште бит миңә был. Ҡал, ти, яратам, ти, һинһеҙ йәшәй алмайым, ти башланы. Саҡ ҡотолондо. Мирғәлимгә рәхмәт - нимә тигәндер тегегә - ҡырын-мырын ҡарай башланы, һөйләшергә теләмәй... Ә миңә нимә - мине Сәлимәм көтә!
- Ә ниңә хат яҙманың һуң өс ай буйы?
- Ҡайҙан? Хат яҙырға ваҡыт та юҡ, яңылыҡтар ҙа юҡ. Ҡайтырға әҙерләнә инек бит. Иҫтәлекккә альбомдар эшләйбеҙ, фотолар төшәбеҙ, парадный кейемде әҙерләйбеҙ. Һалдат ҡайышының йондоҙон алтындай ялтыратабыҙ. Тағы шуныһы - дедтар хат яҙмай унда, хат яҙыу - салагалар эше, белдеңме?
Балҡып, ялтырап ҡайтып төшкәйне Динислам. Уның сибәрлеген күреп, тыны ҡыҫылып, йөрәге туҡтай яҙғайны Сәлимәнең. Эй, ул саҡтар...
- Һин бында ҡара әле, Сәлимә. Бына!
Динисламдың усында сәй ҡурғашына төрөлгөн бәләкәй генә төйөнсөк ята ине. Сәлимә уның төйөнсөктө тағатҡанын көттө.
- Табылыр һымаҡ булып тик торҙо күңелгә. Эҙләмәгән ер, уйламаған уй ҡалманы. Юҡ, тигәс, юҡ. Ә үҙемдең, әллә нисә йыл үтһә лә, төңөлгөм килмәй! Таптым бит, таптым! Мә, Сәлимә...
Сәй ҡурғашында көмөш балдаҡ ята ине.
- Һиңә, тип, үҙем һуҡҡайным ошоно. Армияға китерҙән алда һинең бармағыңа кейҙеремен, тип уйлағайным. Ошонда килгәйнек хушлашырға, иҫеңдәме? Балдаҡты кейҙерә алмай киттем. Ҡайҙа төшөп ҡалғандыр кеҫәмдән - баш етмәне. Бая Мирғәлим менән һөйләшкәндән һуң киттем Аҡташҡа. Барып ҡайтайым, эргә-тирәһен тәртипкә килтерә торайым, тип. Шунда күреп ҡалдым. Сәпсек ояһындай ғына уйымда беҙҙе көтөп ятҡан...
- Ә быныһы ниндәй шырпы?
- Шырпы түгел ул, теге, йәтәс һөйәге. Иҫеңдәме?
Сәлимәнең онотҡаны ла юҡ. Йәштәр көнө ине. Байрам ине. Уйын-көлкө, ярыштар, йыр бейеү. Гөрләп торҙо ул көн туғай.
Кискә табан, байрам таралғас, сәй эсеп ҡайтайыҡ, тип, ашъяулыҡ тирәләй ултырыштылар. Йәтәс һөйәген Динислам шунда күреп ҡалған. Бер яғын үҙе ҡыҫып тотто, ә икенсе асаһын - Сәлимә
- Шарты нисек булһын?
- Шарты ни шул инде - кем ота, шул отолған кешене ҡыҫып ҡосаҡлай ҙа ирендәренән һурып-һурып тороп, оҙа-аааҡ итеп үбә!
Егеттәр Динисламдың отасағына шикләнмәй ҙә.
- Бөгөнгө көн һаналмай! - Ҡыҙҙар ҙа өндәшмәй ҡалманы.
- Көмөш балдаҡ - минеке, ә йәтәсең үҙеңә булһын! Мә!
Үҙе, ҡапыл ынтылып, Динисламды ҡосаҡланы ла ирендәренән үпте.
Күҙҙәрен нурландырып, иренә ҡараны.
- Иҫемдә, тип әйттеңме шул?
- Ҡайҙан? Ауыҙым буш түгел ине бит!

Таңһылыу ҠАРАСУРИНА
"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.26 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru