
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә ҒӘЛЛӘМОВА ошо көндәрҙә матур ғүмер байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан ижади шәхес менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған бала ни сәбәпле сәнғәт юлын һайлаған?
- Эйе, атайым Хәләф Вәлит улы Ғәлләмов һәм әсәйем Рәшиҙә Фәхрияз ҡыҙы Стәрлетамаҡта педагогия институтында бергә уҡығандар. Мин дә артист булырмын тип һис тә уйламағайным. Атайым мине табип итеп күрергә теләгәйне, әлбиттә. Бер иптәш ҡыҙыма эйәреп кенә Өфө сәнғәт институтына документтар алып барып тапшырҙым. Унда уҡырға инергә теләүсе ҡыҙҙар-егеттәрҙе күреп, һушым китте, араларында шул тиклем төҫкә-башҡа матурҙар күп ине. Тик 150 кеше араһынан 15 кенә абитуриент студент булып китте. Шул 15 кеше араһына эләгеүемә үҙем дә аптыраным. Сәнғәт институтына ингәндә бит башта ижади һынауҙарҙы үтергә кәрәк. Этюдтың нимә икәнен дә белмәйенсә лә уҡырға инеп киткән кеше мин. Курсташтарым-Башҡортостандың халыҡ артистары Фирҙәт Ғәлиев, Иҙрис Кәлимуллин, Рәсимә Ғәйфуллина, Зифа Дәүләтбаева, Илсур Хәбиров, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Земфира Хөсәйенова, актер Альберт Шәйхетдиновтар менән бергә уҡыуым менән ғорурланам. Ә Башҡортостандың халыҡ артисы Ғаяз Алтыншин курсташым ғына түгел, класташым да ине. Бер кластан ике артист сығыуы төпкөл Бөрйән өсөн ул ваҡытта көтөлмәгән хәл дә булды. Тимәк, мәктәптә мәҙәниәт йүнәлешенә айырым иғтибар бирелгәндер.
Беҙҙең курс баштан уҡ баш ҡалала асыласаҡ Йәш тамашасылар театры (ТЮЗ, хәҙерге Милли йәштәр театры) өсөн актерҙар әҙерләүгә махсуслашты. Шуға ла башҡалар Өфө сәнғәт институтында 4 йыл уҡыһа, беҙ 5 йыл белем алдыҡ. 5-се курста иһә диплом эше булараҡ сит ил, рус, башҡорт классикаһы, хәҙерге заман әҫәрҙәренән 10 спекталь сығарҙыҡ. Йәғни, театр асылыуға репертуар әҙерләнек һәм шул эштәребеҙ менән, ысынлап та, Йәш тамашасылар театрына аяҡ баҫтыҡ.
1992 йылда Сибай театрына эшкә килдем һәм бер ҙә үкенмәйем. Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Зифа Баязитова, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллиндар мине үҙ ҡанаты аҫтына алды һәм үҙ өлгөләрендә ысын артист булырға ярҙам итте. Бөгөн дә мин улар миңә остаз һәм кәңәшсе.
Тимәк, 38 йыл хеҙмәт стажығыҙҙың 34 йылын Сибай театрына бағышлағанһыҙ?
- Эйе, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек икән шул. Яңы ғына килгән кеүек булһам да, өс тиҫтәнән ашыу йыл ваҡыт үткән. Бөгөнгөләй иҫемдә, иң тәүге ролем Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән Флорид Бүләковтың "Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?" әҫәрендә йәш Фатима булды. Минең иң яратҡан ролдәремдең береһе, ул артабан ижад итер өсөн ҙур этәргес көс булды. Ғөмүмән, Сибай театрында 100-ҙән ашыу образ тыуҙырҙым. Минең театрҙағы эш дәүеремдә генә Нәжиб Асанбаевтың "Өҙөлгән өмөт"өн 4-се тапҡыр тергеҙҙек! Тағы бер нисә спектаклде лә шулай ҡабатлап күрһәтәбеҙ, сөнки улар заман үҙгәрһә лә, актуаллеген юғалтмаған әҫәрҙәр. Сәхнәгә сыҡһам, барлыҡ шик-шөбһәләр, ауырыуҙар, ауыртыныуҙар юҡҡа сыға, булмышым асыла, унда ғына хис-тойғоларыма ирек бирәм, йәшәйем һәм ҡанатланам. Тик илаҡ бисәләрҙең ролдәрен яратмайым, ҡайһы бер ролдәремдә илау бар, уларҙы "был мин түгел, мин түгел", тип саҡ уйнап сығам.
Артист эше сәхнәнән генә матур күренеүен беләбеҙ. Ә сәхнә артында ниҙәр бар?
- Ябай кешенеке кеүек тормош, тик күпкә ауырыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ. Сөнки, беҙ башҡалар ял иткәндә эшләйбеҙ, халыҡтың күңелен күрәбеҙ, ялдарын биҙәйбеҙ, туҡтауһыҙ гастролдәргә сығабыҙ. Артистарҙың да бит ғаиләләре, йорттары бар. Унда беҙ ябай ҡатын, әсә. Тик театрға бирелеп эшләһәң генә уңыштарға өлгәшергә була, шуға күрә беҙ ғаиләбеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы бик һирәк күрәбеҙ. Ҡыҙым Азалия ла үҫкәндә мине күрмәне тиерлек. Ярай әле, әсәйем бар, мин өйҙә булмағанда ейәнсәрен ул ҡараны.
Гөлдәр ҠАДАЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА