
Үткән аҙнала республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәлде реставрациялау барышын ҡараны һәм Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында монументты реставрациялау барышы хаҡында һөйләне, уны тергеҙеү варианттарын билдәләне.
- Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышын тағы бер тапҡыр иғтибар менән ҡарарға булдым, - тине Радий Фәрит улы. - Бөгөн минең менән бергә реставряциялау цехында ҙур комиссия эшләне, һәм мин, һәйкәлде реставрациялау тураһында ҡарарҙы ваҡытында ҡабул иткәнбеҙ, тип әйтергә теләйем. Ни өсөн? Сөнки һәйкәл бик ҡатмарлы, хатта хәүефле хәлдә. Шуға күрә, һәйкәлде яңыртыу кәрәклеге тураһындағы ҡарарыбыҙ бик дөрөҫ булды. Беҙ һәйкәлһеҙ ҡалыр инек. Барыһы ла ваҡытҡа ғына бәйле булған. Шуға күрә халыҡтың да, йәмәғәтселектең дә беҙҙе хуплауҙары өсөн рәхмәт.
Икенсенән. Һәйкәлдең торошо бик насар. Мин быны беҙгә был эшкә ҡеүәт өҫтәү кәрәклеген аңлар өсөн һөйләйем. Уның менән бик етди шөғөлләнергә кәрәк. Ниндәйҙер деталдәрҙе яҡындан ҡараһаҡ, мәҫәлән, ҡойроҡтан киҫәктәр ҡубып төшөп бара тиерлек. Ҡулы ла, һәйкәлдең аҫҡы өлөшө лә бик ҡатмарлы хәлдә. Ә эстә барыһы ла, әйтеүебеҙсә, сереп бөткән.
Өсөнсөнән. Әлбиттә, һәйкәлде тергеҙәсәкбеҙ. Быны мотлаҡ эшләйбеҙ. Әммә барыбыҙға ла хәҙерҙән үк һәйкәлде ҡарарға тейеш буласағыбыҙ тураһында уйларға кәрәк. Һәр һәйкәл тәрбиә талап итә, һәм был эш менән ниндәйҙер коммуналь структура шөғөлләнергә тейеш түгел. Беҙ әле күҙәткән бөтә хаталарҙы аңлап, киләсәктә уны тәрбиәләү менән махсус компания шөғөлләнергә тейеш.
Артабан иң ҡатмарлы һорауҙар тыуа. Был һәйкәл менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла, әлбиттә, уның ысын шедевр булыуынан сығып эш итә. Бына беҙ аттың башы эргәһендә үк торабыҙ һәм бөтә деталдәрҙе күрәбеҙ. Ә Салауат Юлаевтың йөҙөнөң һәм тотош образдың ентекле эшләнешенә иғтибар иткәндә уның тулыһынса кителеп төшкәнен һәм уны йәбештереп кенә ҡуйғандар икәнен абайлайбыҙ. Бында ла эш ваҡыт менән генә бәйле булған, сөнки иретеп йәбештерелгән урын коррозияға дусар була. Суйындың сифаты бик яҡшы булмаған, һәм бында ҡот осҡос бер ни ҙә юҡ. Һәйкәлдең ниндәй ваҡытта ҡойолоуын иҫкә төшөрәйек. Республикабыҙ халҡы Сосланбәк Тавасиевҡа беҙгә ошондай шедевр бүләк иткәне өсөн һәр ваҡыт рәхмәтле буласаҡ. Башҡа заман, ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан.
Артабан нимә эшләүебеҙ тураһында. Һәйкәлдең торошо беҙ уйлағандан насарыраҡ. Шуға күрә бында төплөрәк ҡарар талап ителә. Артабан ни булыуы мөмкин? Ике вариант бар. Беренсе вариант, беҙ һайлаған юл - һәйкәлде нисек бар, шулай реставрациялау. Әммә әле беҙҙең контракт сиктәрендә эшләгән реставраторҙар, нигеҙҙә, һәйкәлдең тышҡы ҡатламының яҡынса 60-70 проценты яңынан ҡойоласаҡ, тиҙәр. Тотош һәйкәл, ғөмүмән, 60-тан ашыу элементтан тора. Хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ: төп өҫкө ҡатлам деталдәре яңынан ҡойола. Был яңы суйындан яңы деталдәр алып килеп, уларҙы йыясаҡбыҙ, тигән һүҙ. Эс яҡтан тотоп торған бөтә нығытмаларҙы тиерлек болттар менән яңыртырға кәрәк, был да аңлашыла. Был эш ваҡытында була торған хәл, бөтә реставрациялар шулай башҡарыла, һәм был йәһәттән бер ниндәй ҙә һорауҙар юҡ. Һәм был юл быға тиклем булған һәйкәлде тергеҙеүебеҙгә килтерәсәк. Был һәйкәлде ҡуйһаҡ, әлбиттә, шәхсән минең өсөн барыбер хәүеф тыуҙырасаҡ. Мин артабан нимә булыры өсөн яуаплы. Беҙ уны йыябыҙ, әммә иҫке суйын ҡала бит. Мин һеҙгә уның бар урында ла тиерлек сатнауын күрһәттем. Ә әгәр ул онталһа? Бер осраҡ та етә. Ә һәйкәл иҫ киткес урында, тау битләүендә урынлашҡан һәм даими рәүештә төрлө елдәргә дусар.
Шуға күрә ниндәй вариант бар? Бронзанан тап шундай уҡ яңы һәйкәл ҡойоу һәм уны һәйкәлдең элекке урынына ҡуйыу. Нигеҙҙә, беҙ бөтә документтарҙы ҡалҡыттыҡ. Мин һәйкәл ҡуйылғанға тиклем 20 йыл элекке тиерлек 1947 йылғы документты күрҙем. Һәйкәлде бронзанан эшләргә ниәтләгән булғандар. Бронза - коррозияға бирешеп бармаған, ныҡлыраҡ материал. Нигеҙҙә, бындай масштабтағы төп скульптуралар бронзанан эшләнә. Бына был урында материалдың ҡалынлығы 2,5-3 сантиметрға етә, ә ҡайҙалыр 0,8 сантиметр ғына Ә ул осраҡта бар ерҙә лә тигеҙ була, белгестәр әйтеүенсә, яҡынса 1 сантиметр. Шуға күрә һәйкәлде бронзанан ҡойоу яҡшы буласаҡ. Һәм ныҡлығы буйынса ул 100, 200, 300 йылға иҫәп тотола.
Ул саҡта был һәйкәлде нимә эшләтергә? Был мәҙәни мираҫ объекты. Ул да йыйыла һәм һаҡлана. Әммә уның һәр төрлө ел, климат, температура режимдарына нығыраҡ бирешеүен иҫәпкә алып, Өфөлә ниндәйҙер урында ҡуйырға һәм матур быяла ябыу менән ҡапларға тигән вариант бар. Был осраҡта кешеләр уның янына килә һәм яҡындан күрә аласаҡ.
Был тәҡдим булараҡ тыуған ҡараш, фараздарҙың береһе. Был ҡарарҙы ҡабул итеүҙе үҙ өҫтөмә генә алмаясаҡмын. Ғәҙәттә, мин һәр ваҡыт үҙем ҡарар ҡабул итәм. Әммә һәйкәл барыбыҙға ла бик ҡәҙерле. Шуға күрә бында, минеңсә, беҙҙең белгестәр ҙә, кешеләр ҙә, йәмәғәт ойошмалары ла үҙ фекерҙәрен еткерергә тейеш.
Тағы бер тапҡыр әйтәм: һәйкәлдең насар хәлдә булыуын аңлай инек. Әммә ул беҙ уйлағандан күпкә хәүефлерәк. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ҡотҡарҙы һәм уны урынынан ваҡытында алыуға йүнәлтте. Юғиһә, беҙ һәйкәлһеҙ ҡалыр инек, һәм ул киҫәктәргә таралып төшөр ине.
Шуға күрә уйларға кәрәк. Минең был хаҡта халыҡҡа еткергем килде, сөнки бик мөһим, бик кәрәкле тема. Нигеҙҙә, беҙ сроктарҙы билдәләнек, һәм ошо ваҡыт сиктәрендә эш итергә ниәтләйбеҙ. Һүҙ 2027 йылдың апреле тураһында бара.
Беҙ бит биләмәне лә яңыртырға тейешбеҙ. Яңы һәйкәл ҡуябыҙ, постамент торған ҡалҡыулыҡты нығытабыҙ. Тотош биләмәне лә шулай уҡ тәртипкә килтерергә кәрәк. Шуға күрә беҙ унда хәҙерҙән аҡса бүләбеҙ һәм, нигеҙҙә, әкренләп майҙанда, фонтан урынында айырым эштәрҙе башлайбыҙ, инженер коммуникациларын күсерәбеҙ һ.б.
Бына ошондай хәл. Һәйкәл өсөн ниндәйҙер бик дөрөҫ һәм уның яҙмышын хәл иткес, тип әйтер инем, ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Был халыҡ символы, Өфө символы, Башҡортостан символы. Ул бик ҡәҙерле.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА