
Үткән аҙнаның һуңғы көнөнә ҡарата РФ Оборона министрлығы шулай тип хәбәр итте: Рәсәй ғәскәрҙәре Украина Ҡораллы көстәре тарафынан файҙаланылыусы транспорт һәм энергетика объекттарын, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын һаҡлау һәм сығарыу пункттарын утҡа тотто. Рәсәй яугирҙары үҙ позицияларын яҡшыртыуға өлгәште.
Тағы шундай мәғлүмәттәр: "Төньяҡ" ғәскәр төркөмө яугирҙары дошмандың 195 боевигын һәм 12 автомобилен сафтан сығарған, радиоэлектрон идара итеү станцияһын һәм 14 складты шартлатҡан. "Көнбайыш" төркөмө подразделениелары Украина Ҡораллы көстәренең 210 кешеһен һәм "MaxxPrо" һәм HMMWV америка бронемашинаһын, 20 автомобилде һәм 4 радиоэлектрон (РЭБ) станцияны ҡыйратҡан. "Көньяҡ" төркөмө иҫәбендә - 175 боевик, "Казак" бронемашинаһы, шулай уҡ 5 орудие менән 5 склад эштән сығарылған. "Үҙәк" яугирҙары 29 һалдат һәм офицерҙы, БТР машинаһын, 2 орудие менән 2 РЭБ станцияһын ҡыйратҡан. "Көнсығыш" егеттәре иҫәбендә 290 дошман һалдаты, 6 бронемашина, 4 пикап һәм 2 орудие. "Днепр" 50 боевикты, 19 автомобиль һәм 3 РЭБ станцияһын юҡ иткән. Беҙҙең һауа һөжүменә ҡаршы оборона көстәре идара ителеүсе 7 авиабомбаны, 2 HIMARS снарядын, шулай уҡ 530 дронды бәреп төшөргән.
Дрондар һуғышында, ниһайәт, беҙҙең файҙаға һынылыш күҙәтелә. Рәсәй белгестәре Украина Ҡораллы көстәренең һәр төн һайын Рәсәй төбәктәренә һөжүм итеүсе Европа спонсорҙары ебәреп торған самолет рәүешендәге осоусы шартлатҡыс аппараттарына ҡаршы тороу сараһын тапты. Дөрөҫ, беҙҙең һауа һөжүменә ҡаршы оборона саралары һәйбәт эшләй, һүҙ ҙә юҡ, ләкин алыҫ араға алдырыусы С-400 менән С-500 зенит ракета комплекстары, нигеҙҙә, самолет, вертолет, ҡанатлы һәм баллистик ракеталарҙы юҡ итеүгә тәғәйенләнгән. Ә бына бәләкәй дәүмәлле һәм түбәндән осоусы дрондар менән бөтөнләй икенсе эш. Дрондың сағылыусы өҫкө йөҙө коэффициенты ҙур сәптәргә ҡарағанда күпкә бәләкәй, был уларҙы ҡарға һәм себен менән сағыштырыуға тиң булыр ине. "Пушканан турғайҙарға" атыу, өҫтәүенә, айырыуса ҡиммәткә лә төшә. Шуға күрә лә РФ оборона министры Андрей Белоусов бойороғо менән "Рубикон" үҙәге булдырылғайны. Бында дошмандың ауыр дрондарын һауала бәреп төшөрөүсе мини истребитель-дрондар эшләп сығарыла. Һынап ҡарауҙар барышында беҙҙең истребитель-дрондар Европала эшләнгән самолет рәүешендәге ауыр Е-300, FP-2, R-15 шартлатҡыс аппараттарҙы еңеллек менән бәреп төшөрҙө. "Рубикон" үҙәгендә шулай уҡ Украина Ҡораллы көстәренең ҡиммәтле техникаһы, шул иҫәптән "Абрамс", "Леопард", "Брэдли" кеүек танктарын эҙәрләүсе дрон операторҙары ла әҙерләнә. Беҙҙең пилотһыҙ осоусы аппараттар расчеттары тәүлек әйләнәһенә эшләй. "Рубикон"дың эш һөҙөмтәләре хаҡында әллә ни асыҡтан-асыҡ белдереп барылмаһа ла, РФ Оборона министрлығы бынан алдараҡ үҙәк дрондарының ҡорал һәм боеприпастар тейәгән украин тимер юл эшелонын юҡ итеү барышын төшөргән видеояҙма тәҡдим иткәйне. Истребитель-дрондарға шул уҡ атама - "Рубикон" тигән исем бирелде.
Евросоюз, ныҡыша торғас һәм Венгрия премьеры Виктор Орбандың властан китеүен файҙаланып, 90 млрд евро күләмендә Украинаға кредит биреү мәсьәләһен хәл иткән. Шул уҡ ваҡытта ЕС Рәсәйгә ҡаршы 20-се санкция пакетын да ҡабул иткән. Ләкин сәйәси күҙәтеүселәр иҫкәртеүенсә, Киев режимына шатланырға иртәрәк әле. Зеленский хәбәренә ҡарағанда, кредиттың тәүге өлөшө май ахыры - июнь баштарына килеп етәсәк, тик шулай ҙа ҡайһы бер эксперттарҙың икеләнеүенсә, Европа был сумманы йыя алырмы? Өҫтәүенә, элек аҡсаның 40 процент күләмен биреп тороусы АҠШ Киевты финанслауҙы туҡтатты, хәҙер Евросоюз спонсорлау күләмен кредит иҫәбенә арттырырға мәжбүр. Хәрби эксперт Владимир Евсеев әйтеүенсә, 90 млрд евро ике йыл өсөн бүленә һәм ул хәрби ихтыяждарға ғына тотонолмаясаҡ: Киев режимына иҡтисад, социаль саралар өсөн дә бюджетты тотоп килергә кәрәк. Тимәк, кредиттың яртыһы ошо маҡсаттарға китәсәк.
АҠШ президенты Дональд Трамптың хәл-әхүәлдәренә килгәндә, үткән аҙнала ул ярһыуынан баҫыла биргәндәй булды, сөнки уға ватандаштарынан Иран конфликтына бәйле байтаҡ ҡына тәнҡит һүҙҙәре ишетергә тура килде. Америка чиновниктары был йәһәттән бик күп ракета тотоноу сәбәпле борсолоу белдерә. 28 февралдән алып Яҡын Көнсығышка 1000-дән ашыу "Томагавк", 1500-ҙән алып 2000-гә тиклем зенит ракеталары атылған. Әле килеп АҠШ ошо сәбәпле 2027 финанс йылында 3 203 Patriot PAC-3 MSE ракетаһы һатып алырға ниәтләй. 27 апрелгә ҡарата һуңғы яңылыҡтарҙан күренеүенсә, Иран властары АҠШ-ҡа өс этаптан торған һөйләшеүҙәр тәҡдим итә. Беренсе стадия: конфликтты тамамлау һәм артабан АҠШ-тың Иран менән Ливанға хәрби хәрәкәттәрҙән баш тартыуын гарантиялауы. Икенсе мәсьәлә: Ормуз боғаҙы статусын ҡарау һәм шунан һуң ғына өсөнсө этапҡа күсеп, Ирандың ядро программаһы хаҡында һөйләшеүҙәргә килеү.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА