«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
НИ ӨСӨН "ЯҺАЛМА ЗИҺЕН"?
+  - 


"Яһалма зиһен" тип әйтеү дөрөҫмө? Һүҙмә-һүҙ ҡарағанда, дөрөҫ һымаҡ. Төп нөсхәлә: artificial intelligence. Artificial - "яһалма", intelligence - "фекер йөрөтөү, аңлау һәләте", тимәк, был һүҙ зиһен эшмәкәрлеге менән бәйле, тип аңларға була. Тик беҙ йәш саҡта һүҙҙәрҙе түгел, мәғәнәне тәржемә итергә кәрәк, тип өйрәтә торғайнылар. Шулай булғас, иң тәүҙә "artificial intelligence", йәғни "искусственный интеллект" нимә ул, тигән һорау бирәйек.

"Artificial intelligence" - термин, заманса технологияның, һуңғы осорҙа бөтөн кешелекте шаҡҡатырған, һоҡландырған һәм хәүефкә һалған технологияның атамаһы. Был технология нисек эшләй? Ул - алгоритм, йәғни ябай ҡағиҙәләр йыйылмаһы.
Мәҫәлән: "Йомортҡа бешереү" алгоритмы:
- Сүмескә һыу һалырға
- Һыуға йомортҡаны һалырға
- Сүместе утҡа ҡуйырға
- Һыуҙы ҡайнауға еткерергә
- 7-10 минут бешерергә
- Утты һүндерергә
- Йомортҡаны алырға
Йәғни, алгоритм һәр бер аҙымдың билдәле бер тәртиптә башҡарылыуын аңлата. Һәр аҙым аңлайышлы һәм уны эшләп була. Әлбиттә, был үтә ябай миҫал. Ә хәҙерге системалар иҫте-һушты алырлыҡ ҡатмарлы. Әммә эшләү принцибы шул уҡ.
Тағы бер ябай миҫал: мин бәрәмес ашарға теләйем, ти. Был һүҙҙе әйтеү менән уның тәмен тоям, төҫө, еҫе иҫкә төшә, әсәйемдең уны бешереүе күҙ алдыма килә. Минең тотош тормош тәжрибәм, эске донъя эшкә егелә.
Ә яһалма интеллектҡа "бәрәмес" тип әйтәм икән - ул был һүҙ менән, ғәҙәттә, "рецепт", "эремсек", "ҡамыр" һүҙҙәре бәйле булыуын таба һәм шулар нигеҙендә яуап әҙерләй. Ул бәрәмес теләмәй, бары тик уның тураһында һөйләй белә.
Йәғни, был инструментҡа ғәләмәт күп текст индерелгән, уға шулар араһындағы ҡанун-ҡағиҙәләрҙе табырға һәм урынлы итеп ҡулланырға өйрәткәндәр. Ул минең һорауға йыш осрай торған яуаптарҙы иҫәпләп сығара ла тәҡдим итә. Был системалар:
уйламай, ниәттәре юҡ, һиҙеү ағзалары юҡ, әхлаҡ ҡағиҙәләре, намыҫ, выждан юҡ - улар хисаплай, фаразлап яуап төҙөй һәм тәҡдим итә. Эйе, ул уйламай, аңламай. Ул - иҫәпләй.
Ни өсөн бында "интеллект" һүҙе хата? Сөнки кешегә ҡағылышлы интеллект тәжрибә, һиҙеү-тойоу, эске ҡиммәттәр, яуаплылыҡ тойғоһо, аңлау һәләте барлығын күҙ уңында тота. Ә хәҙерге системалар иһә аңлаған һымаҡ тойоу ғына тыуҙыра. Ысынлап та, аҡыллы булыу бер нәмә, аҡыллы булып күренеү - бөтөнләй икенсе нәмә.
Алгоритм "уйламай". Ул хисаплай. Тимәк, "яһалма интеллект" тигән һүҙбәйләнеш - әҙәм мейеһе өсөн тоҙаҡ. Был ике һүҙҙең һәр береһендә осло ҡармаҡ йәшеренгән:
Яһалма - тимәк кеше уйлап сығарған.
Интеллект - тимәк зиһен, аң, аҡыл менән бәйле.
Беҙҙең мейе шунда уҡ "интеллект" төшөнсәһенә һалынған сифаттарҙы - аңды, ихтыярҙы, ниәтте, яуаплылыҡты - машинаға ла күсерә.
Күреүебеҙсә, атамалағы "интеллект" һүҙе системаның асылына тап килмәй.
Үтә алыҫ китмәгән үткәндәргә күҙ һалайыҡ.
Бер төркөм йәш ғалимдар Artificial Intelligence - Яһалма интеллект тигән терминды 1956 йылда АҠШ-тың Дартмут колледжындағы конференцияла тәүге тапҡыр ҡуллана. Йәш, ҡыйыу һәм дыуамал ғалимдар бындай яңғырауыҡлы исем биреп, үҙҙәренең проектына иғтибар, ҡыҙыҡһыныу һәм, ахыр сиктә, күберәк аҡса йәлеп итергә ниәтләп эшләнгән маркетинг алымы, бик оҫта реклама. Был һүҙбәйләнештә "интеллект " системаның асылын билдәләмәй, ә бары тик метафора ғына. Әммә был метафора - тоҙаҡ һәм бөгөн килеп бөтә кешелектең күпселеге, белгестәрҙең гел иҫкәртеп тороуына ҡарамайынса, был тоҙаҡҡа ҡыуана-ҡыуана килеп ҡапты. "Интеллект" һүҙе шул тиклем көслө, бөгөн дә күптәр алгоритмды инструмент түгел, ә үҙаллы аңға эйә нәмә кеүек ҡабул итә.
Ә беҙ шул метафораны башҡортсаға "зиһен" һүҙе менән алһаҡ?
"Зиһен" - кеше мейеһенең донъяны тойоу, уйлау, фекер йөрөтөү, хисләнеү, хәтер һымаҡ, фән һаман да тулыһынса аңлап бөтмәгән процестарҙы үҙ эсенә алған сифаттар йыйылмаһы.
Зиһен, аң - мәғлүмәтте эшкәртеү генә түгел. Ул аңлауҙы, яҡшы менән яманды айырыуҙы, сама тойғоһон, кешелек ҡиммәттәрен, яуаплылыҡты үҙ эсенә ала. Нимә яҡшы, нимә насар икәнен тойоу, выжданға таянып һайлау, "Ни өсөн?" тигән һорау ҡуйыу - зиһен эше.
Зиһен - инструмент түгел, ул әҙәм балаһының үҙәге, асылы.
Ә "яһалма зиһен" тип алыу башҡорт теле өсөн айырыуса хәүефлеме һуң?
Һәр телдә уның эске философияһын тәшкил иткән төп һүҙҙәр бар. Беҙҙең телдә улар - зиһен, аҡыл, аң. Улар синоним түгел. "Зиһен", "аң", "аҡыл" - кешенең эске донъяһын баһалаған сиктәр: үткер зиһен, тәрән аҡыл, яуаплы аң. Тел ошо айырмаларҙы һаҡлай.
Шуға күрә хисаплауҙы зиһен, аҡыл йәки аң тип атау - кешенең эскедонъяһы менән ысынбарлыҡты таныу араһындағы сикте бутай. Йәғни, зиһен һүҙен алгоритмдарҙы атау өсөн ҡулланһаҡ, тәрән фәлсәфәүи һәм дини йөкмәткегә эйә һүҙ техник терминға әйләнеп, ярлылана.
Йәнә бер яғы бар: донъя телдәренән айырмалы рәүештә, башҡорт теле һымаҡ урындағы телдәрҙә терминдар аҙ, ә һүҙҙәрҙең йөкмәткеһе ҙур. Машинаны "зиһен" менән бәйләһәк, кеше менән механизм араһындағы сик юйыла башлай. Ахыр сиктә, тел аңлау менән хисаплауҙы айырыуҙан туҡтай. Был - тағы бер хәүеф.
"Яһалма интеллект" тип алғанда беҙ терминды үҙләштерәбеҙ генә. Ә "яһалма зиһен" тип тәржемә итһәк, ят мәғәнәне үҙ һүҙебеҙгә күсерәбеҙ. Был телдең донъяны танып-белеү ҡеүәһен тарайтырға мөмкин.
Ә башҡа төркиҙәрҙә хәл нисек тора?
Төрөк телендә: yapay zekа - yapay (яһалма), zekа (аҡыл, интеллект). Әммә zekа һүҙе "зиһен"гә ҡарағанда "интеллект" төшөнсәһенә яҡыныраҡ. Йәғни, метафора һаҡлана, әммә ул "зиһен" һымаҡ тәрән тамырланмай.
Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, әзери, төркмән телдәрендә "интеллект" һүҙен үҙгәртмәй ҡалдырғандар. Улар ят метафораны һаҡлаған - ул ят булып ҡала, шуға күрә телдең эске мәғәнә системаһын ныҡ үҙгәртмәй.
Төрөктәр үҙҙәренең һүҙен ҡуллана, әммә ул да "зиһен" кеүек философик тәрәнлеккә эйә түгел.
Күреүебеҙсә, башҡа төрки телдәр һаҡсылыраҡ: улар машинаны "зиһенле" тип атамай. Улар термин кимәлендә туҡтай, шуның менән үҙ телдәренең эске мәғәнә ҡатламдарын һаҡлай.
Мин бында "яһалма зиһен" тип тәржемә итеүҙең хәүефен тик тел йәһәтенән ҡарап сыҡтым. Әммә төшөнсәнең фәлсәфәүи һәм дини яғы ла бар бит. Дин күҙлегенән ҡарағанда, Әҙәмде Аллаһы Тәғәлә бар ҡылған, тимәк, зиһен кешегә яратылмыштан бирелгән сифат. Әгәр ҙә кешене лә, машинаны ла зиһенле тип атайбыҙ икән, ысынбарлыҡта зиһенде яһап була, тигән фекер тыумаймы? Был буталыш Алла яратҡан кешене түбәнһетеүгә килтермәйме? Философия, әхлаҡ йәһәтенән дә ошондай һорауҙар тыуа.
Ни өсөн тәржемәләге бер генә һүҙ шул тиклем күңелде ҡырып тора һуң? Йәшерен-батырыны юҡ: быуаттар буйына күсте туплап торған бал ҡорто инәһе һымаҡ, халыҡыбыҙҙы тотоп торған телебеҙ өсөн бөгөн бик ҡатмарлы заман. Ҡатмарлы һәм ауыр. Шуға күрә лә уға ҡарата мөмкин тиклем аяулы, ихтирамлы һәм мөхәббәтле булырға кәрәклеген тойоп, гел әрнеп торған йән сыҙамайҙыр...

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.26 | Ҡаралған: 36

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru