
...Әһле ислам йоҡлабыраҡ ҡалыр булды,
Башҡа милләт алға табан барыр булды.
Дошмандарға ҡаршы торор ҡылмаҡ өсөн
Яңы ғилемдәр беҙгә зарур булды.
Хәл килһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,
Ғалимдар ҡатарына кергән яҡшы.
Русса уҡып-яҙып ҡына түгел белмәк,
Хәл килһә, французса белгән яҡшы.
Иң әүәл үҙ ғилемеңдә асыҡ бул һин,
Ышанысың ҡеүәте таҙа булһын... -
тип яҙған мәшһүр Аҡмуллабыҙ үҙенең "Борадәргә" (дуҫҡа, иптәшкә) шиғырында. Уның был шиғыр юлдарын республикабыҙҙың полилингваль уҡыу йорттарының девизы итеп алырға мөмкин булыр ине.
Ысынлап та, Аҡмулла әйткәнсә, күп тел белеүҙең әһәмиәте хаҡында тағы ла бик күп дәлилдәр килтерергә мөмкин булыр ине. 2-се "Смарт" Республика полилингваль күп профилле гимназия директоры Наил Радик улы ӘМИНЕВ, 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназия директоры Ришат Марс улы КАМАЛОВ менән шул хаҡта фекер ҡорҙоҡ.
Атайымдың апаһы Маһинур инәйемдең ире, билдәле дин белгесе, теолог Рауил Үтәбай-Кәрими егермегә яҡын телде теоретик яҡтан белеп, шуларҙың унлабында иркен аралаша, аудитория алдында сығыш яһай алған инсан, полиглот ине. Уның күп тел белеүгә бәйле был һәләте үҙ-үҙен тотошонда, кешеләр менән мөнәсәбәтендә, яҙған мәҡәләләрендә сағылыш тапты. Икенсенән, уның энциклопедик хәтере һоҡландырҙы. Әйтәйек, берәр мәғлүмәт хаҡында һорашһаң, ул шунсама йылда, шундай журналдың шунсама һанында, шундай авторҙың шундай-шундай яҙмаһында, журналдың, китаптың шунсама битендә шундай-шундай һүҙҙәр яҙылғаны хаҡында һөйләй башлар ине. Хәтеренең хәтәр ныҡ булыуын да мин уның телдәрҙе күп белеүенән килгәндер, тием.
Наил Радик улы, Ришат Марс улы, һеҙ полилингваль гимназияларҙың директорҙары булараҡ, кешенең күп тел белеүе уның интеллектуаль яҡтан үҫешенә нисек йоғонто яһай тип уйлайһығыҙ?
Наил ӘМИНЕВ: Хәҙерге айти һәм яһалма интеллект технологиялары ныҡ үҫешкән ваҡытта күп тел белеү нимәгә кәрәк ул, тип әйтеүселәр ҙә бар. Йәнәһе, аппаратураны тоташтыраһың да, теләһә ниндәй тексты теләгән телеңә тәржемә иттереп алаһың. Был фекер менән килешеп бөтмәйем. Ҡыҙымды беренсе класҡа уҡырға биргән саҡта беҙ тәүге тел итеп немец телен һайланыҡ. Сөнки бик көслө немец теле уҡытыусыһы булды. Шул саҡ миңә: "Бар донъя инглиз телендә аралашҡанда ниңә һин немец телен һайланың?" - тип әйттеләр. Миңә ҡыҙымдың башҡорт, рус, немец телдәрен өйрәнгәндән һуң улар ярҙамында ниндәй мөмкинлектәре барлыҡҡа килеүе мөһим ине. Маҡсат ысулды аҡлай тиҙәр.
Полилингваль гимназия барлыҡҡа килгәндә үк, республикабыҙ Башлығы билдәләүенсә, туған телдәрҙе һаҡлау төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе булғайны. Иң беренсе нәүбәттә туған башҡорт, туған рус, ике дәүләт телдәрен күҙ уңында тоттоҡ. Тел модалы, тел заманса булырға тейеш, тигән һүҙҙәр ҙә әйтелде ул саҡта.
Беҙҙең республикала полилингваль мәғарифты үҫтереү концепцияһы буйынса ике модель бар. 1-се моделгә 100 проценты менән бер милләт вәкилдәре йәшәгән урында асылған мәғариф учреждениеһы ҡарай: мәҫәлән, башҡорттар, удмурттар, татарҙар, мариҙар. 2-се моделгә төрлө милләт вәкилдәре белем алыусы Өфө ҡалаһының беҙ эшләгән гимназиялары инә. Уларҙың барыһы ла башҡорт телен өйрәнмәгән хәлдә лә, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте менән таныша.
Беҙҙә инглиз, немец телдәрен тәрәнәйтеп өйрәнгән кластар бар. Улар беренсе кластан алып ошо телдәрҙе, шулай уҡ рус, башҡорт телдәрен өйрәнеп, хәҙер республикала һәм федераль кимәлдә үткән олимпиадалар еңеүселәре. Бында шулай һығымтаға килергә була: үҙенең туған теленән тыш, башҡа телдәрҙе лә өйрәнеүселәр тормошта ҙур уңышҡа өлгәшә алалар.
Ришат КАМАЛОВ: Мин Наил Радик улы менән килешәм, күп тел белеүҙең әһәмиәте сикһеҙ. Барлыҡ башланғыстарҙың башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров торҙо, уға ҙур рәхмәт. Полилингваль гимназиялар асыу башҡорт телен өйрәнеүгә яңы мөмкинлектәр асты. Шулай уҡ республикалағы башҡа телдәрҙе өйрәнеүгә лә бығаса булмаған юл һалынды. Ысынлап та, хәҙерге заман шарттары баланан күп телдәрҙе белеүҙе талап итә. Айти, яһалма интеллект яҡшы, әммә улар барыһы ла интернетҡа бәйле. Әгәр ҙә интернет йә электр уты һүнһә, уларҙың барыһы ла юҡҡа сыға. Ә тел, хәтер, мейе, күңел кешенең үҙендә тороп ҡала һәм был эшмәкәрлек өсөн интернет та, электр энергияһы ла кәрәкмәй. Ул көн-төн тимәй эшләй, уның хатта батарейкаһы ла ултырмай.
Кеше белергә тейешле иң тәүтел - ул туған телең, әсәйең донъяға килтергән, сәңгелдәк йыры йырлаған тел. Беҙҙең гимназияла инглиз, испан һәм ҡытай телдәренә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙ немец телен өйрәнмәйбеҙ, сөнки уҡытыусы юҡ, юрғаныбыҙға ҡарап аяғыбыҙҙы һуҙабыҙ. Кадрҙар барыһын да хәл итеүен иҫәпкә алып, үҙебеҙҙә булған кадрҙарҙан сығып эш итәбеҙ.
Күп тел белеүселәр - улар универсаль кешеләр. Улар үҙҙәрен башҡаса тота, фекерләүҙәре үҙенсәлекле, ҡыҫҡаһы, күп тел белеүсе бала башҡаларҙан айырылып тора. Улар тынысыраҡ та, тыйнағыраҡ та, башҡа милләт вәкилдеренә, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҙур ихтирам менән ҡарай беләләр. Сөнки ундай кеше сит милләттең теле аша уның тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен үҙләштерә. Әгәр ҙә сит тарафҡа барып, унда йәшәгән кешеләргә уларҙың туған телендә өндәшһәң, ситтәр һине яҡын күреп, үҙенеке итеп ҡабул итә. Һиңә ҡарата яғымлы мөнәсәбәт тә барлыҡҡа килә. Күп тел белеүҙең бер әһәмиәте ошоға ла бәйле. Туған телеңдән тыш, рус, инглиз телдәре менән генә туҡталып ҡалмаҫҡа кәңәш итер инем хәҙерге йәштәргә.
Кеше аяғынан һәм мейеһенән башлап ҡартая, тиҙәр. Һәр бер телде айырым һүҙҙәрҙе ятлау ярҙамында өйрәнә башлайһың. Мәҫәлән, туған телеңде өйрәнгәндә һүҙҙәрҙе ятлау талап ителмәй. Тимәк, сит тел өйрәнеү хәтерҙе нығытыусы фактор. Хәтере ныҡ кешегә склероз, альцгеймер, деменция янамайҙыр, тип уйланыла. Ошо йәһәттән ҡарағанда, күп тел белеү ғүмерҙе оҙайлы итеүгә лә булышлыҡ итә тип һанай алабыҙмы? Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
Наил ӘМИНЕВ: Двигатель туҡтамай эшләһен өсөн уның туҡтауһыҙ хәрәкәте талап ителгән һымаҡ, мейе эшмәкәрлегендә лә ошондай хәрәкәт кәрәктер. Мәктәпкә барыр алдынан олатайым мәрхүм миңә: "Улым, йәки шахмат уйна, йә күп телдәр өйрән", - тигәйне. Ул үҙе шахмат буйынса мастерлыҡҡа кандидат ине, 84 йәшенә тиклем шахмат клубына йөрөнө, өс йыл элек мәрхүм булып китте. Мин дә көнөнә иң кәмендә ун партия шахмат уйнайым. Шуға күрә балаларға был һабаҡты бирергә булалыр: "Йәки шахмат уйнайһың, йәки күп тел өйрәнәһең..." Әгәр ҙә кешенең мейеһе төрлө телдәргә көйләнһә, унда туҡтауһыҙ хәрәкәт проблемаһы хәл ителәлер тип уйлайым.
Мин Сибай ҡалаһында үҫтем, рус телле балалар баҡсаһына йөрөнөм. 1993 йылда ҡалала башҡорт мәктәбе асылғас, башҡортса фекерләргә өйрәнеүе еңел булманы. Һуңынан Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында эшләгәндә инглиз телен яҡшы белгән уҡыусыларҙың инглиз телендәге йырҙы тыңлап, йыр тексын шундуҡ башҡортсаға әйләндерә алыуына ҡарап һоҡландым. Был гимназияла инглиз телен бик көслө уҡыталар.
Ришат КАМАЛОВ: Беҙҙең гимназияға килгән балалар кәмендә ике телде белеп килә. Артабан өсөнсө, дүртенсе телде өйрәнә башлайҙар. Бала бәләкәй сағынан башлап күп телдәрҙе өйрәнеүгә бер өйрәнеп китһә, артабан был механизм автоматҡа әүерелә, йәғни ул артабанғы телдәрҙе еңелерәк үҙләштерә. Был осраҡта уның мейеһе башҡасараҡ үҫешеп, үҙе лә башҡасараҡ фекерләй башлай. Беҙ тыуғанда башҡорт телен генә белә инек, артабан мәктәпкә барғас, рус телен өйрәнә башланыҡ. Хәҙерге балалар ул саҡтағы беҙҙең йәшкә еткәндә өсөнсө, дүртенсе телде өйрәнә башлай. Әгәр ҙә ошоларға тағы ла шашка, шахмат килеп өҫтәлһә, үҫеш тағы ла йылдамлаша.
Наил ӘМИНЕВ: Беҙ иһә алты йәштәге балаларға әҙерлек кластарында башҡорт, рус, инглиз телдәрен өйрәтә башлайбыҙ. Балалар 1-се класға килгәндә башҡорт телен өйрәнергәме-юҡмы тигән мәсьәлә килеп тыумаһын өсөн беҙ гимназияла башҡорт теле уҡытыусылары иң шәптәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары иң яҡшыһы булырға тейеш, тигән бурыс ҡуйғанбыҙ. Һәр хәлдә, Башҡортостанда был шарт талапҡа әйләнергә тейештер тип уйлайым. Ни өсөн шулай? Сөнки байтаҡ ҡына башҡорт ата-әсәләре балаларын башҡорт класына бирергә теләмәй. Әгәр ҙә ғаиләлә ошондай хәл килеп тыуһа, мәктәптәге хәл-торошто үҙ күҙҙәре менән күргән бала, ата-әсәһенең фекеренә ҡаршы барып, башҡорт класында уҡырға теләк белдерһен өсөн кәрәк был шарттар.
2022 йылдан башлап беҙҙең гимназияла эшләүсе биш башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡалала, республикала иң алдынғыларҙан һанала, улар " Йыл уҡытыусыһы" конкурсы еңеүселәре. Үткән йыл улар Бүрәт Республикаһында үткән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты. Әле грантта еңеп сығып, этнокабинет-тирмә эшләнек. Уны асыуға Бүрәт Республикаһынан, Алтайҙан, Осетиянан ҡунаҡтар килде. Хәҙер башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре ошо тирмәлә үтә.
Күп телдәрҙе белеүселәрҙең фекерләүе, яҙыуы үҙенсәлекле, бер кемдекенә лә оҡшамаған булғаны ла сер түгел. Миҫалға Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҙмаларын ғына алайыҡ. Ике йәки унан да күберәк тел белеүсе кешенең яҙған мәҡәләһенең, әҙәби әҫәренең үҙенсәлеген аңлар өсөн шундай миҫал килтерәйек. Әйтәйек, беҙ, башҡорттар айыуҙы үкереүенә ҡарап "айыу" тип атаһаҡ, якуттар бабайға оҡшатып "баавгай", рустар бал ашауына ҡарап "медведь" ти. Ошо өс телде лә белгән яҙыусы айыу хаҡында әҫәр ижад иткәндә был йәнлеккә өс төрлө күҙлек аша ҡарай, образын өс юҫыҡтап сығып тыуҙыра. Йәки булмаһа, беҙ емеше ҡара төҫтә булғаны өсөн "ҡарағат" тиһәк, рустар еҫенән сығып емеште "смородина" (смрад) тип атай. Бындай миҫалдарҙы тағы ла бик күп килтерергә мөмкин булыр ине.
Ошоларҙан сығып шундай һығымта яһарға мөмкин булыр ине: өс телде белеүсе кеше тикшереү проблемаһына өс күҙлектән ҡарап эш итә, уларҙың синтезын барлыҡҡа килтерә, сағыштыра, инҡар итә һ.б. Һеҙҙең уҡыусыларығыҙ араһынан ошондай синтез ярҙамында уңышҡа өлгәшеүселәр бармы?
Наил ӘМИНЕВ: 2019 йылда мәктәпте асҡанда беҙҙә инглиз теле кластары барлыҡҡа килде. Ул йылда 1-се класҡа барыусылар хәҙер 7-се класта уҡыйҙар. 3-сө класҡа беҙгә Кәримова Рилана тигән ҡыҙыҡай килде, ул бер йыл уҡығандан һуң 4-се "Л" класына күсте. Инглиз телен яҡшы белә. 8-се кластан алып 5 олимпиадала ҡатнашып, төбәк кимәлендә еңеп сыҡты. Предметтары: инглиз теле, экология, йәмғиәт белеме һәм рус теле. Экологиянан Рилана Рәсәй кимәленә үтте. Республикала ул 111 балдан 107 бал йыйҙы. Башҡортостан Республикаһы командаһы составында 8 бала менән ул Вологда ҡалаһына барып еңеп ҡайттылар. Әле ул ҡыҙ экология дисциплинаһы булған теләгән юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инә ала. Бик уникаль уҡыусыбыҙ ул.
Тағы бер миҫал. Юлдаш Йосоповтоң улы Алтынмәргән беҙҙә уҡый. Ул 2019 йылда беҙгә 1-се класҡа килде. Шулай уҡ "Л" класында уҡый, инглиз, немец телдәрен яҡшы белә. Ул 7-се класта уҡығанда бөтә Рәсәй олимпиадаһында 9-сы класс өсөн сығыш яһап, еңеүгә өлгәште. Алтынмәргән төрлө яҡлап үҫешкән, ул ғилми эш менән шөғөлләнеп, "Башҡортса-русса-ҡырғыҙса" һүҙлек төҙөнө. Әле атаһы менән бергәләп ғәрәп телен өйрәнәләр. Өҫтәүенә, гимназияла "Кәрәсин" тигән рок төркөмө асты. Егет баш-ҡорт мөхитендә үҫеп, башҡорт телен шәп белә, немец, рус телдәрен яҡшы үҙләштерҙе. Беҙҙең "Л" класында уҡыусылар араһында ундайҙар бихисап.
Ришат КАМАЛОВ: Полилингваль класта уҡыусылар физика-математика класында уҡығандарға ҡарағанда коммуникация, йәғни аралашыу йәһәтенән әүҙемдәр. Образлы итеп әйткәндә, "физматтар" бер коридор буйлап китеп тик баралар. Әлбиттә, мин бында физика-математика класында уҡыусыларҙы кәмһеткем килмәй. Ә полилингвистар универсаль була алалар, уларҙың күп тел белеүе һәр төрлө ҡатламдарға тиҙ генә үтеп инеү мөмкинлеге бирә.
Беҙҙә лә бер универсаль бала бар. Ул өс тел белә, музыка яғынан да һәләтле, фортепианола, скрипкала уйнай. Күп кенә конкурстарҙа, олимпиадаларҙа урындар яулай. Былтыр испан теле буйынса олимпиадала еңеүсе булды, быйыл призерға сыҡты. Руслан исемле тағы бер егет инглиз теленән республикала еңеүсе булды, үҙе спорт менән шөғөлләнә.
Наил ӘМИНЕВ: Республикаға ҡараған уҡыу йорто һаналһаҡ та, беҙ муниципиаль мәктәп функцияһын да үтәйбеҙ. Ни өсөн тигәндә, бөтә кластар ҙа лингвистик була алмай. Әйтәйек, 1-се класҡа 300 бала килә икән, уларҙан 20-25 кенә баланы ошо класҡа алабыҙ. Ҡалғандары дөйөм белем биреү системаһы буйынса уҡый. 5-се кластан һуң медпрофилға, лингвистик профилға бүленәбеҙ, өсөнсө профиль - шайморатовсылар.
"Л" класына килгәндә инде, унда осраҡлы балалар уҡымай. Ундағы балаларға ата-әсәләр тырышлыҡты күп һала. Шундай ҙа хәлдәр була: бала ялҡау, ығыш, әммә тәбиғәте буйынса һәләтле, аҡыллы. Йәғни "Л" класында уҡыған балаларҙың уңышы уларҙың ата-әсәһенән дә килә. Беҙҙә 1-се "Л" класы инглиз-башҡорт телдәре буйынса махсуслашҡан. Унда "Тирә-яҡ мөхит" дәресе башҡорт, рус телдәрендә, тағы ла аҙнаһына өс сәғәт башҡорт теле, дүрт сәғәт инглиз теле уҡытыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бүтән милләт ата-әсәләре балаларын фәҡәт ошо класҡа биргеһе килә. Беҙҙең гимназияла башҡорт теленең популярлығы шунда: 26 баланан торған 1-се "Л" класында башҡорт булмағандары 9 бала. Улар бөгөн башҡорт телен бик яҡшы белә. Уларҙың араһында Алесяның ата-әсәһе рус милләтенән, улар ҡыҙҙарының был класта уҡыуына ҡыуанып бөтә алмай.
Полилингваль класта уҡыусылар башҡа кластар менән бергә дөйөм дәүләт имтиханын, берҙәм дәүләт имтиханын бирәме? Махсус класта уҡыуҙары был имтихандарға ҡамасауламаймы?
Наил ӘМИНЕВ: Эйе, барлыҡ кластар менән бер рәттән, имтихан бирәләр. Осетияла полилингваль белем биреүҙең Осетия моделы бар. Улар 15 йыл буйына Юнеско кафедраһы менән берлектә ошо моделды әҙерләгән. Уларҙа 1-се кластан 4-се класҡа тиклем барлыҡ предметтар ҙа тик осетин телендә уҡытыла. Шул уҡ ваҡытта гимназияла уҡыусылар 100 проценты менән осетин милләте балаларынан тора. Уларҙың балалары әле 9-сы класҡа килеп еттеләр. 4-се класты тамамлағанда балалар имтихандарҙы осетин телендә биргән. Фәҡәт Бөтә Рәсәй тикшереү эшен (ВПР) генә улар рус телендә тапшырған. Шунан нисек килеп сыҡҡан тиһегеҙ? Эйе, барлыҡ предметтарҙы осетин телендә уҡыған балалар имтихандарҙы башҡа мәктәптәргә ҡарағанда күпкә яҡшыға тапшырған. Быйыл ул балалар төп дәүләт имтиханын (ОГЭ) тапшырасаҡ. Һөҙөмтәләрҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Осетиндар әлегә шундай һығымта яһай: балалар башланғыс кластарҙа барлыҡ предметтарҙы ла үҙ туған телендә уҡыһа, киләсәктә ул балаларҙың белем алыуҙа проблемалары булмаясаҡ.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты уҡытыусыһы, тарих фәндәре кандидаты Фуат Мырҙағәли улы Сөләймәнов әйтеүенсә, Йылайыр районының Сәлим ауылынан сығыусылар мәктәптә башҡорт телендә генә уҡығандар һәм кластарынан өс фән кандидаты сыҡҡан. Улар туған телендә уҡып та башҡаларҙан бер ҙә кәм булмаған.
Беҙҙә күбеһенсә ата-әсәләр туған телдә уҡып, артабан балаларының дәүләт имтихандарын уңышлы биреренә шикләнеп ҡарай. Ә бит практика нәҡ бының киреһен һөйләй
Ришат КАМАЛОВ: Беҙҙә Төп дәүләт имтиханы, Берҙәм дәүләт имтиханы күрһәткестәре Рәсәй кимәлендә иң юғарыһы. Наилдың гимназияһына ҡарағанда, беҙҙең уҡыу йорто икенсерәк. Сөнки беҙҙең уҡыу йорто урынында элек урта мәктәп булып, шуны икенсе форматҡа әйләндерҙек. Шуға ҡыйыныраҡҡа тура килде.
Мин шуны ғына әйтер инем: мәктәптә балаға ни тиклем күберәк көсөргәнеш һалһаң, уға алдағы тормошонда шул тиклем еңел буласаҡ. Бала сағында ул ни тиклем күберәк эшләп өйрәнһә, тормошонда күпкә өлгәшә ала. Сөнки хәҙерге ваҡытта мәғлүмәт шул тиклем күп килә, уны ҡабул итеп һәм эшкәртеп өлгөрөп булмай. Был директорға ла, уҡытыусыға ла, ата-әсәләргә лә, уларҙың балаларына ла берҙәй үк ҡағыла. Беҙгә өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Мәскәүҙә метрола йөрөгәнегеҙ бармы? Унда әҙерәк кенә туҡталып ҡалһаң, тапап үтеп китәләр.
Полилингваль мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙың үҙ карьераларын үҫтереүҙә, сит ил юғары уҡыу йорттарында белем алыуҙа ниндәй өҫтөнлөктәре бар?
Ришат КАМАЛОВ: Беҙ балаларыбыҙҙы сит ил юғары уҡыу йорттарында белем алырға әҙерләмәйбеҙ. Уларға, республикабыҙға, илебеҙгә тоғро булып ҡалырға тейешһегеҙ, тип өйрәтәбеҙ. Был һүҙҙәрҙе һәр бер осрашыуҙа, сарала әйтергә тырышабыҙ. Һуңғы арала сит илгә киткән балалар һаны байтаҡҡа кәмене. Күбеһе үҙебеҙҙең уҡыу йорттарына инеп, яҡын-тирәлә ҡалырға тырыша. Беҙҙә шарттар, уҡыу сифаты бик юғары, юҡҡа ғына беҙҙең уҡыу йорттарына, бигерәк тә Башҡорт дәүләт медицина университетына сит илдәрҙән килеп уҡымайҙар. Өфө нефть техник университе ла ныҡлы белем бирә, әле Евразия кампусы төҙөлә. Шуға балаларыбыҙға үҙебеҙҙә ҡалыу күпкә яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ.
Карьера мәсьәләһенә килгәндә, полилингваль мәктәпте тамамлаусыларҙың универсаль булыуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Ундай кеше ҡатмарлы ситуацияларҙан сығыу юлын да тиҙ таба, башҡаларҙы ла үҙенең артынан эйәртә ала.
Наил ӘМИНЕВ: Бөтә балалар ҙа Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандарын бирә ала. Теләйбеҙме-юҡмы, ошоға тиклем бер баланың да мәктәптә ултырып ҡалғаны булманы. Күпмелер ваҡыттан һуң уларҙың имтиханда алған билдәләре лә, йыйған балдары ла онотоласаҡ, иң мөһиме - баланың ошо донъяла үҙ урынын табыуы. Бала ғаиләһендә алған ҡиммәттәре, мәптәптә, уҡыу йортонда алған белемдәре ярҙамында тормошта үҙ урынын табырға тейеш. Әгәр ҙә бала беҙҙең полилингваль мәктәптә уҡып, әйтәйек, электрикҡа уҡып, һөнәрен табып, ғаиләһен ҡороп, хеҙмәте ярҙамында үҙенең ғаиләһен тәьмин итә алһа, беҙ үҙебеҙҙең алда торған бурысты үтәгән булырбыҙ. Әгәр ҙә ул өс йәки дүрт тел белеп, үҙенең ошо миссияһын үтәй алмаһа, беҙҙең бурыс атҡарылмаған булыр.
Бер кемгә лә сер түгел, туған тел һәм дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеүҙең билдәле ҡаршылыҡтары, ауырлыҡтары бар. Әммә һеҙҙең уҡыу йорттарының полилингваль тип аталыуы башҡорт телен өйрәнеүгә күпмелер шарттар барлыҡҡа килтергән. Сөнки күп телдәр араһында башҡорт теле лә бар. Шулай түгелме?
Наил ӘМИНЕВ: Документ буйынса беҙ шул уҡ дөйөм белем биреү мәктәбе кеүек. Беҙ бойороҡ буйынса шулай уҡ микрорайон принцибы буйынса ла балаларҙы мәктәпкә алырға бурыслыбыҙ. Ә күп телдәрҙе белеүҙе беҙ ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барып ҡына ойоштора алабыҙ.
Хәҙерге мәктәптә уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа, балалар ҙа бары бер маҡсат менән йәшәгән кеүек. Ул да булһа - туғыҙҙы бөткәс, Төп дәүләт имтиханын, ун беренсене тамамлағас, Берҙәм дәүләт имтиханын нисек бирергә, тигән хәстәр. Шул уҡ ваҡытта тәрбиә бөтөнләй икенсе планға күскән һымаҡ. Һуңғы ваҡытта мәктәптәрҙә күҙәтелгән күңелһеҙ ваҡиғалар шул турала һөйләй. Был хаҡта һеҙ нимә уйлайһығыҙ?
Наил ӘМИНЕВ: Ришат Марс улы менән беҙ 2019 йылда әле мин эшләгән уҡыу йортон астыҡ. Беҙгә Дим районының 8 мәктәбенән балалар килде. Һайлап алырға тура килде. Тәүге ике йылда беҙ тик тәрбиә эше менән булдыҡ. Ул саҡта хатта ҡала кимәлендә олимпиадала ҡатнашыусылар беҙҙән булманы.
Тәрбиәне бәҙрәфкә йөрөргә өйрәтеүҙән башланыҡ. Унда камералар юҡ һәм баланың эске донъяһы тап бәҙрәфтә туранан-тура сағыла. Әгәр ҙә ул урында тәртип булмаһа, тотош мәктәптә тәртип булмаҫы көн кеүек асыҡ булды. Ришат Марс улы менән беҙ актовый залда егеттәрҙе саҡырып алып, тәрбиә эше алып барҙыҡ, урынбаҫарҙарыбыҙ ҡыҙҙарҙы йыйып һөйләште. Артабан барыһының да берҙәм форма кейеүен талап иттек. Беҙгә ниндәй генә балалар килмәне: һигеҙенсе, туғыҙынсы кластарға килделәр. Унынсыға колледждарға уҡырға инә алмаусыларҙы ҡабул иттек хатта.
Ул ҡараш ҡасан барлыҡҡа килгәндер, ни өсөн ата-әсәләр барыһын да мәктәп эшләргә тейеш тип ҡарай хәҙер, нисек уйлайһығыҙ?
Ришат КАМАЛОВ: Әлбиттә, был дөрөҫ түгел. Әммә шундай тенденция бар хәҙер. Ата-әсәләрҙең барлыҡ проблемаларҙы мәктәпкә ауҙарыуы илебеҙҙә барған башҡа үҙгәрештәрҙең дә һөҙөмтәһелер. Бала мәктәпкә килеп инеп, дәрестәр тамамланып, йортоноң ишеген асып ингәнгә тиклем уның өсөн беҙ яуаплы булып торабыҙ. Был хәлде мәктәп үҙе генә төҙәтә алмай, бында ата-әсәләр, уҡыусылар үҙҙәре, администрация менән берлектә генә эш итергә тейештер. Тәжрибәмдән сығып шуны ғына әйтә алам: иң еңеле баланың үҙе менән һөйләшеп, мәсьәләне хәл итеүе. Бала менән һөйләшеп килешеп була, әммә ата-әсә менән һөйләшеп килешеүе ауыр. Шулай ҙа адекват ата-әсәләр күберәк.
Шундай күренеш тә бар: шәхестәр күп осраҡта яҡшы уҡыған, өлгөлө, тәртипле балаларҙан түгел, ә насар уҡыған, ҡанундарҙы һанға һуҡмағандарҙан барлыҡҡа килә. Ошо хаҡта нисек уйлайһығыҙ?
Наил ӘМИНЕВ: Беҙ һәр ваҡыт ниндәйҙер күренеште совет осорондағы мөнәсәбәт, тәртип менән сағыштырып, элек яҡшы булған тип әйтергә яратабыҙ. Хәҙер совет осоро күптән тарихта ҡалды. Ул саҡта етәксе органдар, партия баланың балалар баҡсаһынан алып мәктәптә, уҡыу йортонда, тормошта нисек булырға тейешлеген алдан билдәләгән. Ул заман кешеһенең моделе аңлашылып тора ине: бына ул өлгөлө кешенең әхлаҡи кодексы, бына юғары уҡыу йорто, бына һиңә эш урыны, бына фатир, бына карьера һ.б. Шуға күрә ул ваҡытта өлгөлө булыуы еңел булғандыр. Хәҙер иһә ундай юл булмағас, һеҙ әйткән ҡанундарҙы һанға һуҡмағандарға мөмкинлектәр асылды инде.
Әлеге мәғариф системаһында был стереотип емерелә бара. Сөнки бала, үҫмер коллективта, йәмғиәттә үҙен нисек күрһәтә, артабан да шул юлдан китә. Хәҙер тырышлыҡ, көсөргәнеш һалмайынса, мөғжизәгә ышанып ҡына йәшәп булмай. Сөнки хәҙерге мәктәп төрлө йүнәлешле һәм төрлө яҡлы, унда совет осорондағы кеүек аныҡ юл, йүнәлеш юҡ.
Ришат КАМАЛОВ: Килешәм, сөнки һәр бала үҙенең ризығы, юлы менән тыуа. Әгәр ҙә ул тәрбиәле, тырыш булһа, ул юл еңелерәк бирелә.
Уҡыусыларығыҙға ҡарап, уларҙың киләсәктә кем булырын төҫмөрләй алаһығыҙмы?
Ришат КАМАЛОВ: Төҫмөрләп була. Табиптар кешенең үҙен нисек тотошона, кәйефенә ҡарап, һаулыҡ торошон әйтә ала бит. Ундай һәләт беҙҙә лә бар. Баланың кейеменә, кәйефенә, ғаилә хәленә, эске донъяһына, теге йәки был хәлгә мөнәсәбәтенә ҡарап уның киләсәктә кем булырын төҫмөрләп була.
Наил ӘМИНЕВ: Мин бында күберәк унан кемдер килеп сығыуын теләйемдер ул. Гимназиябыҙҙы тамамлаусыларға аттестат тапшырғанда үҙем мәктәп тамамлағанда рус теле уҡытыусыһының һүҙҙәрен ҡабатлап: "Киләсәктә кем генә булһағыҙ ҙа, һеҙҙең иң төп бурысығыҙ тормош юлдашын табыуығыҙ. Һеҙҙең киләсәгегеҙ шуға бәйле буласаҡ", - тип әйтәм...
Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт һеҙгә, Наил Радик улы, Ришат Марс улы! Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн уҡыусыларығыҙҙың рәхмәт һүҙҙәре башҡорт һәм башҡа телдәрҙә яңғырауын теләйем.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА