«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
УЛАР ӨЛГӨҺӨНӘ ИХТЫЯЖ БАР
+  - 


Бөгөн килеп йәмғиәтебеҙҙә шундай ихтыяж тыуҙы: тарихи шәхестәребеҙҙең, төрлө һуғыштар геройҙарының ғына түгел, оло фиҙаҡәрлек, ныҡышмаллыҡ, энтузиазм, батырлыҡ менән шул тиклем ҙур эштәр башҡарған, хөрмәт, дан ҡаҙанған арҙаҡлы хеҙмәт ҡаһармандарының да өлгөһөн, тормош юлын, тәжрибәһен өйрәнеү, бер китап итеп төпләү кәрәк. Киләсәк быуындарға хеҙмәт тигән хазинаның баһаһын, ҡиммәтен, дәрәжәһен тапшырыу өсөн кәрәк был. Өлкән быуындар өлгөһөнә эйәрә алмаған хәлдә лә, уларға тиңләшергә тырышырға тейеш бит бөгөнгө быуын. Әлегә шундай хеҙмәт ҡаһармандарының икәүһенең исемен күптән түгел булып үткән сараларға бәйләп кенә, ҡыҫҡаса ғына телгә алыуыбыҙ. Ә "Хеҙмәт ҡаһарманы" рубрикаһын уҡыусыларыбыҙ менән бергәләп киләсәктә лә дауам итеү фарыз булыр ул.

Әкрәм Бейеш

Бына әле генә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Әкрәм Бейештең хеҙмәт биографияһындағы бер генә мәлде иҫкә алдылар. Мәҫәлән, телсе, тарихсы, яҙыусы, шағир, тәржемәсе Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешев (1926-2003) башҡорт әҙәби теленең нормаларын булдырыуға, телебеҙҙе тарихта һаҡлап ҡалыуға айырыуса күп көс һала. Ғәмәлдә ҡулланылышта булған башҡорт теленең орфографияһы ҡағиҙәләре ошо шәхес тарафынан эшләнгән. Фонетика, стилистика өлкәләрендә лә байтаҡ ғилми эҙләнеүҙәр башҡарған ул. Уның етәкселегендә фекерҙәш хеҙмәттәштәр тупланып, башҡорт теленең XIX быуат аҙағынан алып донъя күргән башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренән, ауыҙ-тел ижадынан, фәнни-популяр хеҙмәттәрҙән, һүҙлектәрҙән, матбуғат баҫмаларынан, ҡулъяҙма ҡомартҡыларҙан һәм архив материалдарынан һүҙҙәр һәм уларҙың ҡулланылышын күрһәткән миҫалдар йыйыла. Һөҙөмтәлә 3 млн самаһы лексик берәмекте үҙ эсенә алған картотека барлыҡҡа килә. Был һүҙлек байлығын артабан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының хеҙмәткәрҙәре эшкәртеп, иң тәүҙә ике томлыҡ башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге (Мәскәүҙә 1993 йылда баҫыла), артабан күп һанлы терминологик һүҙлектәр, 10 томлыҡ "Башҡорт теленең академик һүҙлеге" (2011-2018 йылдарҙа сыға) нәшер ителә. Картотекала урын алған лексик байлыҡ өлөшләтә "Башҡорт теленең машина фонды"на ла индерелгән. Әкрәм Бейешев картотеканы булдырыуҙың фәнни принциптарын билдәләй, картотека өсөн материалдар туплай, башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенең инструкцияһын яҙа, был һүҙлектең яуаплы мөхәррире, айырым өлөштәренең төҙөүсеһе лә була. Иҫ киткес хеҙмәт ҡаһарманлығы өлгөһө был! Институт ғалимдары ошо сарала башҡорт теленең лексикографияһына индергән өлөшөн юғары баһалап, башҡорт теленең һүҙлек байлығын үҙ эсенә туплаған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының лексик картотекаһына Әкрәм Бейештең исемен бирҙе. Афариндар!

Фатима Мостафина

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында үткән "Мостафина уҡыуҙары" форумы республиканың милли мәғариф үҫешенә нигеҙ һалыусы Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаға бағышланды. Ул - республиканың мәғариф министрлығын 16 йылдан ашыу етәкләгән берҙән-бер кеше. XVIII быуат аҙағынан алып бөгөнгө көнгә тиклем Рәсәйҙә мәғариф менән идара итеү органдары тарихында бындай ваҡыт арауығы эшләгән бер кем дә юҡ. Замандаштары хәтерләүенсә, Фатима Хәмит ҡыҙы ул саҡтағы республика Хөкүмәтенең иң әүҙем һәм эшлекле ағзаларының береһе була. Халыҡ мөхитенән сыҡҡан кеше булараҡ, ул республика өсөн заманса белем биреүҙең нимә аңлатҡанын, айырыуса ауыл ерендә яҡшы мәктәптәр булдырыу ни тиклем мөһим икәнен яҡшы аңлай, мәктәп реформалары барышына әүҙем етәкселек итә, аҙ комплектлы һәм тулы булмаған урта мәктәптәргә айырыуса иғтибар бүлә. Был йылдарҙа Башҡортостанда сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәктәптәр һәм интернаттар өсөн тиҫтәләгән заманса биналар төҙөлә. Уның ныҡышмалылығы һәм тырышлығы менән республикала төрлө ҡалаларҙа (Өфө, Салауат, Сибай, Күмертау) мәктәптәр, интернаттар һәм педагогия училищелары биналары төҙөлә. 1970 йылдарҙа уның ярҙамы менән Өфөлә тәүге башҡорт мәктәбе - 20-се мәктәп барлыҡҡа килә.
Фатима Хәмит ҡыҙы менән осрашҡан күптәр уның талапсанлығын, ныҡышмалылығын, хеҙмәтен халыҡ һәм республика мәнфәғәттәренә бағышлаған профессионал булыуын билдәләй. Мәскәү чиновниктарының бик әҙҙәре генә уға яңы мәктәптәр төҙөүҙе финанслауҙан баш тарта алған, тиҙәр. Фатима Хәмит ҡыҙына республика мәнфәғәттәрен яҡларға бишенсе саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты, дүртенсе, алтынсы һәм етенсе саҡырылыш Башҡортостан парламенты депутаты итеп һайланыуы ла ярҙам итә. Ҙур ҡаҙаныштары өсөн Фатима Хәмит ҡыҙы Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (ике тапҡыр), күп миҙалдар менән бүләкләнә. Уға РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР мәғариф отличнигы һәм РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. Бына шундай хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтеп, оло хөрмәт яулаған арҙаҡлы шәхесебеҙ ул Фатима Мостафина.



Әйткәндәй...
Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһында ошо оло хеҙмәт ҡаһарманына арнап үткәрелгән форумда Өфө фән һәм технологиялар университеты менән берлектә яңы инновацион-методик майҙансыҡ асылды. Унда "Башҡорт гимназияһы шарттарында балаларҙың мәктәптә уҡыуға интеллектуаль әҙерлеген формалаштырыу" исемле проект тормошҡа ашырыласаҡ. Уның төп маҡсаты - мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнә йөрөгән балалар өсөн төрлө фәндәрҙе берләштергән уҡытыу-методик комплекс әҙерләү. Башҡорт гимназияһына уҡырға килергә әҙерләнгән балаларҙың аң-зиһен кимәлен үҫтереүгә ҡоролған бындай комплекс төҙөү тәжрибәһе әлегәсә республикала юҡ ине. Проект сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар ойоштороу, методик һәм дидактик ҡулланмалар әҙерләү күҙ уңында тотола. "20-се Башҡорт ҡала гимназияһының тәжрибәле башланғыс синыф уҡытыусыларының һәм Өфө университетының билдәле ғалим-методистарының был көнүҙәк проекты уңышлы тормошҡа ашырылыр, киләсәктә республикабыҙҙың башҡа гимназияларында ла хуплау табыр, тигән ышаныстабыҙ", - тип белдерҙе ойоштороусылар.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru