«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БИҘӘКТӘРҘЕ ЯЛҒАП БИҘӘККӘ...
+  - 

Ҡорама ҡорау - халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлө. Элек-электән һәр ауылдың үҙ оҫтаһы булған. Уның уңғанлығы менән ауыл йорттары күркәмләнгән, тормошҡа сығырға әҙерләнгән йәш ҡыҙҙарҙың бирнәһе тулыланған.

Бығаса күптәр хәтерендә ҡорама ҡорау өләсәй кәсебе булараҡ ҡына һаҡланһа, һуңғы ваҡытта уны тергеҙеүгә тотонған оҫталарҙың артыуы ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе Әлмира Носратуллина Мәләүез районының Иштуған ауылында йәшәй. Ҡул эшенең ниндәйенә генә тотонһа ла, ҡойоп ҡуйған оҫтабикә ваҡытында шәлен дә бәйләгән, сигеүен дә сиккән, үҙенә кейемде лә тегеп кейгән. Бөгөн ул үҙ ҡулдары менән халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәрен дә эшләй.
Ҡорамаға Әлмира Әхмәҙулла ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас тотона. Артып ҡалған туҡыма киҫәктәренән нимәлер тегеп ҡарауҙан башланып киткән шөғөл тора-бара күҙҙең яуын алырлыҡ, күҙҙәр ҡыҙыҡтырыр әйберҙәр тыуҙыра. Тәүге ҡоймаҡ - төйөрлө, тигәндәй, оҫтабикәнең тәүге эштәре лә үҙенә әллә ни ҡәнәғәтлек килтермәй. "Былай булмай әле, тинем дә, биҙәктәрҙе ныҡлап өйрәнә башланым. Минең өйрәнеү теләгемде, ныҡышмаллығымды күрептер, һеңлем махсус журнал алып ҡайтып бирҙе. Шулай башланып киткән эшемдең күңелемә ҡәнәғәтлек биреүенә биш йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән", - тип яратҡан кәсебенә тотонған тәүге көндәрен иҫкә ала Әлмира апай.
Бөгөн Иштуған ҡорамасыһының күңел йылыһын ҡушып теккән әйберҙәре күптәрҙең йортон биҙәй: уларҙы бүләккә, кәләшлеккә киткән ҡыҙҙар бирнәһенә алыусылар ҙа бар. Оҫтабикә үҙе белгәненә башҡаларҙы ла өйрәтергә тырыша. Шул теләк менән ауылда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡул эше түңәрәге лә ойошторған. Был хуплауға лайыҡ күренеш: халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән кәсебенең киләсәк быуынға тапшырылыуы тап ошондай алтын ҡуллы кешеләрҙең тырышлығына бәйле. Бер туҡыманы икенсеһенә ялғау ғына түгел бит ул ҡорама ҡорау. Иң мөһим талаптарҙың береһе - төҫтәрҙе дөрөҫ һайлап урынлаштырыу. Улар бер-береһен тулыландырып торғанда ғына әйбер матур һәм сағыу килеп сыға. Икенсенән, төҫтөң генә түгел, туҡыманың да бер-береһенә тап килеүе кәрәк. Ситен бер, уртаһын икенсе төрлөнән текһәң, ул сифатлы булмаясаҡ.
Борон өләсәйҙәр был эште бер-береһенә ярҙамлашып, ҡышҡы оҙон кистәрҙә башҡарған. Әлмира апай ҙа уға күпселек кистәрен тотона. "Ҡасандыр күңел өсөн башланған шөғөл бөгөн ниндәйҙер кимәлдә бер "сир"гә әйләнеп китте. Йоҡларға ятҡас та, баштан сыҡмай әле ул. Әүен баҙарына киткәнсе, уйланып, әлеге шул биҙәктәрҙе, төҫтәрҙе үҙ-ара килештереп ята бирәм, - тип көлә күркәм эштәр хужабикәһе. - Иртән торғас, береһенән-береһе сағыу киҫәктәрҙе теҙеп һалып, кисен уйымда ҡораған өлгө буйынса эшкә тотонам. Күңелемә тыныслыҡ, әйтеп аңлатмаҫлыҡ рәхәтлек бирә ошо шөғөл..."

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru