«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЕВРОПА АҢЫНА КИЛЕРМЕ?
+  - 


Йөҙәрләгән украин дрондарынан көн һайын Рәсәй төбәктәрендә тыныс халыҡ һәләк була, йәрәхәттәр ала, мөһим сәнәғәт объекттарында шартлауҙар, янғындар дауам итә.

Украин дрондарымы һуң улар? Бер кемгә лә сер түгел: Европаның тиҫтәләгән предприятиелары Киев өсөн күпләп шартлатҡыс аппараттар етештерә. РФ Оборона министрлығы белдереүенсә, бындай "эшмәкәрлек" күрәләтә Евросоюз илдәрен һуғышҡа этәреү һәм хәрби хәрәкәттәрҙе киңерәк йәйелдерергә маташыу ул. Министрлыҡ, был хаҡта Европа йәмәғәтселегенә билдәле булһын өсөн, әлеге дрондар заводтары исемлеген иғлан итте. Рәсәйгә һөжүм итеүсе дрондар Лондонда, Мюнхенда, Прагала, Ригала йыйыла, ә уның өсөн кәрәкле компоненттар Испанияла, Италияның дүрт заводында, шул иҫәптән Венецияла, Германияла, Төркиәлә, Израилдә, Чехияла етештерелә. Британия быйыл Киевҡа 120 мең һөжүм итеүсе, разведкалаусы, транспорт һәм диңгеҙ дрондары ебәрергә "йөкләмә" алыуы хаҡында асыҡтан-асыҡ хәбәр итә. Был хаҡта яҙып сығыусы "Московский комсомолец" гәзите күҙәтеүсеһе фекеренсә, әлбиттә, был объекттар Рәсәйҙең уртаса алыҫлыҡтағы "Орешник" баллистик һәм авиация нигеҙендә эшләүсе тауыш тиҙлегенән шәберәк "Кинжал" ракеталары өсөн сәп булып тора ала, ләкин уның эҙемтәләр ихтималлығы был аҙымдан баш тартырға мәжбүр итә, ә шулай ҙа маҡсат бар: Украинаға ситтән инеүсе бөтөн төр ҡорал ташыу юлдарын юҡ итеү.
Еңеү көнө айҡанлы Рәсәй - Украина араһында АҠШ президенты Дональд Трамп ҡатнашлығында ваҡытлыса тынлыҡ иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, 8 майҙа Украина Ҡораллы көстәре (ВСУ) 1630 тапҡыр утты туҡтатыу режимын боҙҙо, тип хәбәр итә РФ Оборона министрлығы. Һөҙөмтәлә беҙҙең ғәскәрҙәр ВСУ-ның реактив системалары һәм дрондар осороу идаралыҡ пункттарына тоҫҡап ут асты. 8 май кисенә фронтта ике яҡлы хәрби хәрәкәттәр туҡтатылды. Асылда, Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтмешләй, Көнбайыш Рәсәйгә ҡаршы Украинаны файҙаланып һәм уның арҡаһына ышыҡланып һуғыш алып бара, ләкин был һуғыш ахырына табан яҡынлай, ә конфликттың дауам итеүен теләгән Евросоюз илдәре үҙҙәре төшкән ошо юлдан - Рәсәйгә ҡаршы агрессив кәйефенән һис арына алмай. Айырыуса был йәһәттән Германияның нацистар вариҫтары шашына һәм Европаны милитаризациялауҙың башында тора. Көнбайыш киң мәғлүмәт саралары Европала хәрби көсөргәнештең арта барыуы хаҡында һаман да йышыраҡ яҙа. Өҫтәүенә, был көсөргәнешкә НАТО-ның элекке генералдары ут өҫтәй: АҠШ-ты индермәйенсә, Европала яңы оборона альянсы төҙөргә ҡоторта.
Икенсе яҡтан, һуңғы ваҡыт Европаның сәйәси даирәләрендә Рәсәй менән диалогты тергеҙеү тураһында ла фекерҙәр ишетелә башланы. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, был йәһәттән Европа яғынан һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн ГФР-ҙың элекке канцлеры Герхард Шредер кандидатураһы урынлы булыр ине, ләкин Германия был тәҡдимде кире ҡаҡты. Шул уҡ ваҡытта РФ Президенты Евросоюздан аралашсы ролендә "Рәсәй хаҡында аламалыҡтар һөйләмәгән" теләһә ниндәй лидерҙы ла күрергә әҙер булыуы хаҡында белдергәйне инде. Шуға ҡарамаҫтан, ГФР-ҙың оборона министры Борис Писториус рәсми иғлан итмәйенсә генә Киевҡа килә һәм Украина менән берлектә ҡоралланыуҙы, айырыуса төрлө алыҫлыҡтағы ракета һәм пилотһыҙ осоу аппараттары етештереүҙе артабан да киңерәк үҫтереү мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр алып бара, ә Британия Рәсәй менән бәйле 85 физик һәм юридик берәмеккә ҡаршы санкция иғлан итә.
Әйткәндәй, 57 процент халыҡ тауышын йыйған төньяҡ Америка иле Канада әле "иләнмәгән-һуғылмаған" Евросоюз хәрби блогына инергә теләк белдерә. Был хәбәр Дональд Трамптың асыуын ҡабартты һәм ул, Канада АҠШ-тың 51-се штаты булырға тейеш, тигән белдереүе менән бергә яза сараһы булараҡ ут күршеһе тауарҙарына пошлина индерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул ике арала һуғышты туҡтатыу тураһында Америка планына Ирандың яуап тәҡдимдәрен уҡып сығыуы һәм уны кире ҡағыуы хаҡында белдерҙе. Иран Ормуз боғаҙын һаман биктә тота, ә был үҙ сиратында нефткә донъя хаҡтарының артабан күтәрелеүенә килтерә. АҠШ иһә Тегеранды үҙенең шарттарына күндермәксе булып, Иран порттарын блокадала тота. Шулай ҙа Axios баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса ошо араларҙа АҠШ менән Иран үҙ-ара аңлашыу меморандумына ҡул ҡуйыр, Ормуз боғаҙы асылыр һәм шунан һуң ғына Ирандың ядро программаһы хаҡында һөйләшеүгә күсерҙәр, тигән ышаныс белдерелә.
Күҙәтеү аҙағында Ер йөҙөнә йәшен тиҙлегендәй таралған хәүефле хәбәр хаҡында. Тажзәхмәттән арынып өлгөрмәнек, бына һиңә - мә: донъя мәғлүмәт каналдары береһенән-береһе уҙҙырып, яңы үлемесле штамм - хантавирус хаҡында яҙа. Нимә был? Замана афәтеме, әллә ҡайһы бер ҡеүәтле финанс даирәләренең йәшерен эшеме? Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Геннадий Онищенко АиФ-Мәскәү аҙналығына һөйләүенсә, 2023 йылда хәүефле хантавирус, Хендра вирусы, ҡотороҡ штамына оҡшаш лиссавирус һаҡланған 323 пробирканы Австралияның Квинсленд лабораторияһынан урлайҙар, имеш. Биологик ҡорал булараҡ түгел, бәлки, коммерция маҡсаттарынан сығып, тигән фекерҙә академик. Бөгөнгө вирус менән шул пробиркалар араһында бәйләнеш бармы - был махсус тикшеренеү талап итә. Ихтимал, был хәл суднолағы уңайлы шарттарҙы файҙаланып, "кешеләр өҫтөнән яуыз тәжрибә" булыуы ла ихтимал, ти Онищенко. Нисек кенә булмаһын, беҙгә бөгөнгөһө ҡиммәт: Рәсәйгә ниндәй кимәлдә янай был? Рәсәй вирусолог - ғалимдары төрлө фекерҙә. Электән дә билдәле булған ҡыр сысҡандарынан йоға торған геморрагик биҙгәктән был ханта кешенән кешегә йоғоусы үҙенсәлеге менән күпкә хәүефле, ти берәүҙәр; икенсе бер эксперттар фекеренсә, круиз судноһының ябыҡ, сикләнгән территорияһына ҡарағанда, асыҡ һауала пандемияның киң таралыу хәүефе кәмерәк. Донъя ғилми-медицина лабораторияларында вирусты өйрәнеү дауам итә: ябай хантамы был, әллә "хана"вирусмы?..

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.05.26 | Ҡаралған: 13

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru