
Үткән быуаттың 80-се йылдарында бер гәзиттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиҙ эскелеккә бирелеүе тураһында мәҡәлә уҡығайным. Унда ғалимдарҙың алкоголизм сире буйынса тикшеренеүҙәре лә миҫал итеп килтерелә. Билдәләнеүенсә, кеше ашҡаҙанында спиртлы эсемлеккә ҡаршы ферменттар бүленеп сыға, улар ирҙәр ашҡаҙанында күберәк һәм көслөрәк, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа әҙерәк һәм көсһөҙөрәк була икән. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙар, спиртлы эсемлек ҡуллана башлаһа, тиҙ генә туҡтай алмай, тигән һығымта яһала.
Совет осоронда, тип әйтәйек, ауылдар гөрләп торған саҡта, эсеп, тәмәке тартып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар булмай торғайны. Ауылда ғына түгел, ҡалала ла ундай осраҡтар юҡ ине. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең донъя тотҡаһы, балаларҙы тәрбиәләүсе, кейендереүсе, ашатыусы һәм тағы ла әллә күпме эштәр өсөн яуаплы вазифала икәндәрен яҡшы белде. Атайҙар һәр ваҡыт эштә, иртән китә, кис кенә ҡайталар. Был да ғәҙәти күренеш булараҡ ҡабул ителде.
Мин бәләкәй ваҡытта һәр өйҙә бишәр-алтышар бала була торғайны. Кешеләр аралашып, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырышып йәшәне. Әммә шундай мәжлестәрҙән һуң да эсеп, иҫереп йөрөгән ҡатындар булманы. Ә хәҙер иҫереп йөрөгәндәр мөйөш һайын. Коляска этеп китеп барғанда һыра күтәреп эсеп, тәмәкеһен борлатып барған ҡатындар күбәйгәндән-күбәйә.
Ни өсөн шундай көнгә ҡалдыҡ, ни өсөн әсәйҙәр балалары өсөн үрнәк була алмайҙар? Ни өсөн үҙ балаларын ташлап китеүсе әсәйҙәр һаны арта? Минең бер танышымдың улы ике балалы ҡатынға өйләнде. Ике-өс йыл йәшәгән арала уларҙың тағы ике балаһы донъяға килде. Бәләкәй улдарына 1 йәш тә 8 ай тигәндә был ҡатын, тәүге иренән булған балаларын да алып, үҙенең тыуған яғына ҡайтып китте. Һуңынан ишетеүем буйынса, ул балаларын ата-әсәһенә ҡалдырып сығып китә һәм, урлашҡан өсөн, колонияға барып эләгә. Әсә кешенең еңел уйлылығы арҡаһында нисә кешенең яҙмышы насар яҡҡа үҙгәрә, нисә бала етем ҡала.
Мин үҫмерҙәр колонияһында эшләгән ваҡытта малайҙарҙың 70 процент тирәһе тулы булмаған ғаиләнән булып, тәртип боҙған, урлаған өсөн һәм наркотик арҡаһында килеп эләгәләр ине унда. 2000 - 2010 йылдарға тиклем колония-ҡасабаға ир заттары күберәк эләкте. Артабан ҡатын-ҡыҙҙар күпләп килә башланы. Авария яһап ултырғандар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Үҙҙәре аңлы рәүештә эш боҙоп, кейәүгә лә сыҡмаған 18-19 йәшлек ҡыҙҙарҙың насар юлға баҫыуы үкенесле. Колонияға ауырлы көйө йә имсәк балаларын күтәреп килгән ҡатындар ҙа юҡ түгел. Йүнһеҙ әсә арҡаһында бейек ҡойма, сәнскеле тимер сымдар менән уратып алынған төрмә эсендә йөрөгән балаларҙы күреп, йән әсей. Бындай әсәләр иреккә сыҡҡандан һуң яҡшы тормош менән йәшәп китә, тип әйтеп тә булмай бит.
Икенсе яҡтан алып ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа күп үҙгәрештәр күҙәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙар тормошта, йәмғиәттә, эштә, көндәлектә ирҙәр урынын ала бара. Минең күҙәтеүҙәрем буйынса, был ҡайһы бер ирҙәргә оҡшай. Ни өсөн мин генә аҡса табам тип йөрөргә тейеш әле, быны бит ҡатыным да эшләй ала, тигән уйҙа улар. Бәлки, шуғалыр, күп кенә ҡатындар хәҙер Себер яҡтарына вахтаға ла, сит илдәргә лә эшкә сығып китәләр. Ә ирҙәре өй һаҡлай.
Башҡорт халҡының борондан, ғаиләлә ир-ат хужа, тигән яҙылмаған ҡануны бар. Шул ҡанун һанға һуғылмағанға ла ҡатын-ҡыҙ ирҙәр эшен башҡара, үҙен ғаиләлә хужа итеп тоя башлай. Тәмәке тартырға, эсергә, теләгән ваҡытта өйҙән сығып китергә, теләгән ваҡытта ҡайтып инергә була, тип һығымталай. Ә эскелек бер ваҡытта ла яҡшыға алып барғаны юҡ.
Аҙаҡҡы йылдарҙа колонияға наркотик менән мутлашыусыларҙың күпләп килеүе күҙәтелә. Нимә сәсһәң, шуны урырһың, тигән әйтем бар бит. Шуның кеүек, балалар ғаиләләге ҡырын эштәрҙе лә үҙ күҙҙәре менән күреп, белеп, күңелдәренә, фиғелдәренә һеңдерәләр. Ә балалар беҙҙең киләсәк. Шул турала онотмаһаҡ икән.
Булат БАЙМОРАТОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА