«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АТАЙ-ОЛАТАЙҘАРЫБЫҘ КИЛӘСӘКТЕ АЛДАН КҮРГӘН
+  - 

Күренекле шағир, яҙыусы, драматург һәм публицист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡов 2007 йылда, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам иткән көндәрҙә алып килгәйне редакциябыҙға ошо мәҡәләһен. Ошо тарихи датаны, уның әһәмиәтен тағы бер тапҡыр күҙҙән үткәрәйек әле, тип, Ғәзим Ғәзиз улының яҙмаһын ҡабатлап баҫырға булдыҡ.

Йәшәйбеҙме, юҡмы?

Халҡыбыҙ тарихын өйрәнгән саҡта, иң тәүҙә, ундағы яҙмышыбыҙ өсөн хәл иткес роль уйнаған мөһим һәм ҡатмарлы мәлдәргә туҡталып китеү кәрәктер. Ул йылдарҙан ҡылыстар сыңлауы, һөңгөләр шартлап һынған, уҡтар шыйылдап осҡан тауыштар ишетелә. Ырыуҙар орандары яңғырай... Тарихтың тап шундай сая йылдарында башҡорт халҡы ауыр һынау үткән: уның рухы, физик, психологик һәм әхлаҡи ныҡлығы һыналған. Артабанғы йылдарға һынылышты ла халҡыбыҙ тап ошондай һынауҙарҙа алған. Тап шундай ауыр һынауҙар аша үткәндә тарҡау ырыуҙарҙан бер халыҡ булып ойошоу ихтыяжын да аңлаған халҡыбыҙ.
Тарихтан аныҡ билдәле тәүге һынау осоро - ярты донъяны Һундар империяһы яулап алған IV быуат. Һундар батшаһы Аттила көнбайышҡа ҡуҙғалған осорҙо тарихсылар "халыҡтарҙың бөйөк күсенеү дәүере" тип атай. Был ҡеүәтле империя күпме көслө дәүләттәрҙе, ғәйрәтле халыҡтарҙы һәм ҡәбиләләрҙе ер йөҙөнән юя, тарих сүплегенә һепереп түгә! Тарихтың ошондай ҡатмарлы һәм аяуһыҙ саҡтарында халҡыбыҙ үҙен-үҙе һаҡлап ҡалыу ғына түгел, бер өлөшө Аттила менән көнбайышҡа табан ҡуҙғалып, боронғо мадьярҙар, хәҙерге венгрҙар йәшәгән дәүләттең бер өлөшөн хасил итә. Дипломатик һәм стратегик планда башҡорт ырыуҙары тарихи фиҙаҡәрлек күрһәтеп, артабан йәшәү өсөн хоҡуҡ та яулай.
Икенсе һынау осоро - Сыңғыҙ хан дәүере. Сыңғыҙ хан юлында осраған һәр бер ҡаршылыҡты, ул халыҡ булһынмы, дәүләтме, бер ни урынына ла күрмәй, тапап үтеп, тәүге етди ҡаршылыҡты башҡорттарҙа осрата. Башҡорттар Сыңғыҙ хан ғәскәрен 14 йыл буйына Урал менән Каспий араһынан үткәрмәй тота, аҙаҡ был ҡаршы тороу килешеү менән тамамлана. Һөҙөмтәлә, Батый хан ғәскәре Башҡортостанды урап үтә һәм Болғар ханлығын ҡыйрата, артабан көнбайышҡа табан китә һәм Европаны яулай. Монголдар сафында күп кенә башҡорт яугирҙары һуғыша. Был хаҡта тәүҙә ошо осор тарихын өйрәнеүсе Лев Гумилев яҙып сыға.
Өсөнсө һынау - Аҡһаҡ Тимер менән Туҡтамыш хандың ҡапма-ҡаршы тороу осоро. Был саҡта ла халҡыбыҙ алдында "Йәшәйбеҙме, юҡмы?" тигән һорау килеп тыуа. XVI быуатта Рус дәүләтенә ҡушылырҙан алда ла башҡорттар шундай һорау алдында тороп ҡала. Бөгөн башҡорт халҡы үҙ республикаһында, үҙ дәүләтселегендә йәшәй икән, атай-олатайҙарыбыҙ был аҙымға барып, дөрөҫ эшләгән. "Йәшәйбеҙме, юҡмы?" тигән һорау тарихта беҙҙең алда бик күп тапҡыр ҡуйыла. Шул уҡ Салауат яуы алдынан да, Рәсәйгә Наполеон, Гитлер ябырылып килгәндә лә...
1917 йылғы Октябрь инҡилабы алдынан да башҡорт халҡы шундай һорау алдында ҡала. Рәсәйҙә ҡыҙыл инҡилап башлаған көстәр Юденич, Врангель, Корнилов һәм башҡалар тарафынан Мәскәүҙә ҡамалып, хәлдәре ҡыл осонда ҡалған саҡта Ленин Башҡорт ғәскәрен иҫенә төшөрә һәм уны йәлеп итер өсөн Башҡорт Автономияһы хаҡындағы Килешеүгә ҡул ҡуйырға мәжбүр була. Константин Федин рус революцияһын Петроградты һаҡларға килгән башҡорт һыбайлылары ҡотҡарҙы, тип юҡҡа ғына яҙмай. Был һуғыштарҙа комбриг Муса Мортазин яугирҙары 26 тапҡыр яуға инеп, 26 тапҡыр еңеп сыға.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.05.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru