
Етәксе кеше - оркестрҙың һәр тактын, моңон тойоп эшләгән дирижер кеүек, тиҙәр. Ә бына етемлек әсеһен татыған балаларҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу етәксенән дә, уның ҡулы аҫтында эшләгән тәрбиәселәрҙән дә ниндәй ҙур сабырлыҡ, күңел йылыһы талап итеүен күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Бына инде 20 йылдан ашыу ғүмерен ошо эшкә бағышлаған педагог, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге директоры, тәрбиәләнеүселәре өсөн икенсе әсәйгә әүерелгән Фәнисә Малик ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВА менән еңел булмаған хеҙмәтенең нескәлектәре хаҡында әңгәмәләштек.
Ни өсөн педагог һөнәрен һайланығыҙ? Балалар йорто - ҡәҙимге уҡыу йорто түгел, үҙе бер айырым донъя, унда эшкә килергә нисек йөръәт иттегеҙ?
- Мин үҙем Әлшәй районы ҡыҙы, Ибрай ауылында 8 балалы ғаиләлә тыуғанмын. Мин 2-се синыфты тамамлағас, ғаиләбеҙ беҙгә лайыҡлы белем биреү ниәте менән әсәйемдең тыуған ауылы Ҡармышҡа күсеп килә. Ҙур донъя шунда асылды беҙгә. Мәктәптең базаһында пионер лагеры гөрләп торған, ауыл мәҙәниәте йортонда бик затлы шәхестәр - Зәкиә апай һәм Баязит ағай Йәнгировтар эшләгән ваҡыттар ине. 3-сө синыфҡа уҡырға төшкәс, тәү тапҡыр уҡытыусыларыма ғашиҡ булдым мин. Шул ваҡытта минең кескәй генә күңелемдә педагогикаға һөйөү яралғандыр, моғайын.
Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында, башҡорт-рус бүлегендә белем алдым. Беҙҙең төркөмөбөҙ бик көслө, төркөмдәштәрем бар яҡлап та килгән шәхестәр ине. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, мин Нуриман районының Иҫке Күл ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эш башланым. Бер йыл эшләгәс тә директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр, унан һуң директор булып киттем. Ун ете йыл ғүмерем шул мәктәпкә бағышланды. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, мине шулай үҫтергәндәре өсөн коллективҡа әле лә ҙур рәхмәтлемен.
Эшегеҙҙең нескәлектәренә нисек төшөндөгөҙ? Һеҙҙең тәрбиәселәр коллективы нисек формалашты? Башҡорт мөхите менән нисек таныштыраһығыҙ?
- Балалар йорто - кеше аяғы баҫмаған утрау кеүек. Унда эшләргә генә түгел, йәшәргә, һәр баланың аяныслы яҙмышын йөрәк аша үткәрергә кәрәк. Бындай шарттарҙа бөтәһе лә эшләй алмай. Тәүге эш көнөмдә миңә тиклем директор булып эшләп киткән кешенең телефон номерын һорап алып, уға шылтыраттым. Иң беренсе сиратта үҙем менән таныштырҙым, ун йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт әйттем һәм был шарттарҙа нисек эшләргә, нисек түҙемлек һаҡларға тип кәңәш һораным. Балалар йортон йөрөп, ҡарап сыҡҡандан һуң, береһенән-береһе бәләкәй, күҙгә мөлдөрәп ҡарап торған сабыйҙарҙы күреп, күңелем тулып, иланым...
Шәһит Хоҙайбирҙин аслыҡ йылдарында, Граждандар һуғышы осоронда етем ҡалған башҡорт балалары өсөн беҙҙең балалар йортон асҡан. Тәүҙә ул мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн генә тәғәйенләнгән булһа, бөтә райондарҙан бер ғаиләнән генә бишәр-алтышар бала килә башлағас, бер туғандарҙы айырмаҫ өсөн бер нисә балалар йорттарын берләштерәләр. Мине шул милли башланғыслы учреждениела башҡорт мөхитен тергеҙергә ебәрҙеләр. Сөнки уның уставында тәрбиәселәр әҙәби башҡорт телен белергә тейеш тип билдәләнгән, ә ғәмәлдә аралашыу тик русса ғына булған. Шуға күрә үҙ бурысым өҫтөндә ентекле эш башланым. Мин килгән осорҙа балалар менән ҡаты мөғәмәләлә булған, уҫал ҡарашлы урынбаҫар эшләй ине. Миңә лә ул үҙенең ошо уҫал алымдарын тәҡдим итте. Әммә мин уларҙан баш тарттым, тормошта бит ҡурҡытып, әрләп, бер кемде лә ҡулда тотоп булмай. Был балаларҙың яҙмыштары хаҡында уҡыһаң, уларға уҫаллыҡ күрһәтеү, ҡысҡырыу мөмкин дә түгел, шуға күрә яйлап ҡына балалар күңеленә яңы юл һала башланым.
Яҡшы кеше булып үҫһен өсөн баланың күҙ алдында, аралашыу мөхитендә матур өлгөләр булырға тейеш. Коллектив ағзаларына ла эште яғымлы телмәрҙән, үҙеңде килешле итеп тотоуҙан башларға кәрәк икәнен әйтеп торам. Яңыраҡ ҡына күңелемдә уйылып ҡалған бер хәл булды. Эшкә бер йәш ҡыҙҙы ҡабул иткәйнем, баҡтиһәң, был ҡыҙ йәшерен генә вейп ҡуллана икән. Шуны ял көндәрендәге дежурлыҡ ваҡытында беҙҙең оло төркөмдәге бер егетебеҙ күреп ҡалған да, миңә инеп: "Фәнисә Маликовна, ул апай һеҙҙең кеше түгел", - тип ипле генә итеп һөйләп бирҙе. Был һүҙҙәр беҙҙең коллективтағы эш алымына, мөхитенә бер ишара була ла инде.
Осрашыуға килгән рухлы ветеран апайҙарҙың тәүге һорауы: "Ни өсөн балалар башҡортса һөйләшмәй?" - була. "Сөнки хәҙер беҙҙә башҡорт балалары юҡ, шуға ҡыуанырға кәрәк", - тием яуап итеп. Әммә ләкин статусыбыҙ үҙгәреүенә, башҡа милләт вәкилдәре күп булыуға ҡарамаҫтан, электән һаҡланып килгән йола бар - балалар беҙгә "апай" тиеп өндәшә, "һаумыһығыҙ" тип сәләм бирә. Беҙ бит Башҡортостанда йәшәйбеҙ, шуға күрә балаларыбыҙҙы милли йолаларыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, йыр-бейеүгә лә йәлеп итәбеҙ.
Әйтеүегеҙсә, һеҙ етәкләгән учереждение "Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге" тип атала. Был үтә ҙур яуаплылыҡ йөкмәткән атама, шулай түгелме?
- Әлбиттә, шулай. 2021 йылда беҙҙең балалар йортоноң 100 йыллығын билдәләнек. Бындай дата беҙҙең илдә балалар йорттарына һаман да мохтажлыҡ бар, тигәнде аңлатһа ла, уларҙың һаны кәмегәндән-кәмей барыуы бер ни тиклем күңелдәрҙе йыуата. Беҙҙең статусыбыҙ үҙгәреүе лә шуға бер ишара тип әйтергә мөмкин. Хәҙер беҙгә тик Өфө балалары ғына урынлаштырыла, сөнки кеше үҙ тамырҙарынан өҙөлөргә тейеш түгел. Беҙҙең йорт - баланың ваҡытлыса йәшәй торған урыны, ул килеү менән беҙ уны ғаиләле итеү өҫтөндә эшләй башлайбыҙ. Былтыр, мәҫәлән, беҙ ун баланы ғаиләләргә урынлаштырһаҡ, 2026 йылда илле ете бала бындай бәхеткә өлгәште. Был беҙҙең төп эшебеҙ, сөнки бала тик ғаиләлә генә кеше булып китә ала.
Эйе, бындай ғаиләләргә урынлаштырыу хәстәрлеге элегерәк тә беҙҙең бурысҡа инә ине. Мәҫәлән, быға саҡлы патронат тәрбиә хаҡындағы закон бик яҡшы эшләп килде. Хәҙер беҙ ата-әсәлеккә кандидаттарҙы үҙебеҙ әҙерләйбеҙ, үҙебеҙ уҡытабыҙ. Ошо балалар йортонда эшләү дәүеремдә йәмғиәттең дә, хөкүмәттең дә етем балаларға ҡарата булған мөнәсәбәте яҡшыға үҙгәреүен күҙәтәм. Элек атай-әсәй етем балаларҙы ҡыҙлыҡҡа, уллыҡҡа мәжбүр булғандан, йәшереп кенә алһа, хәҙер улар беҙгә үҙҙәренең балалары була тороп та, сабыйҙарҙы бәхетле итеү маҡсатын күҙҙә тотоп, асыҡтан-асыҡ мөрәжәғәт итәләр.
Етем сабыйҙарға ғаилә йылыһын тойорға шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының 481-се ҡарары ла ярҙам итә, унда уларҙың йәшәү шарттарын йорт шарттарына яҡынайтыу тураһында билдәләнә. Шуға ла беҙҙәге үҙәктә лә балалар төркөмдәр менән түгел, ә төрлө йәштәге һигеҙ кешелек "ғаиләләр" менән йәшәйҙәр. Ул ғаиләләрҙе төҙөүҙең үҙ принциптары бар: бер туғандар йә беҙгә килгәнсе бер-береһе менән таныштар бер ғаиләгә туплана. Һәм элек барыһы бергә ҙур ашханала ашаһалар, хәҙер һәр ғаиләгә ашханалары, йыуыныу һәм ял бүлмәләре булған бүлмәләр, тәғәйенләнгән.
Бындай йылы мөхиттә балаларҙы үҙҙәрен-үҙҙәре хеҙмәтләндерергә өйрәтәбеҙ: улар һәр ял һайын генераль йыйыштырыу ойоштора, ашхананан аҙыҡ алып килеп, үҙҙәре табын ҡоралар һ.б. Профориентация сиктәрендә һәр ваҡыт, мәҫәлән, аш-һыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелеп тора. Һәр ғаиләнең туҡланыу бүлмәһенән тыш, бешеренер өсөн йыһазландырылған бүлмәләре бар. Бындай рәсми булмаған шарттарҙа бала ла ниндәйҙер эшкә өйрәнә, тәрбиәселәр менән дә йылы мөнәсәбәт булдырыла.
Ғөмүмән, был донъяла ниндәй ҙә булһа һәләткә эйә булмаған бала юҡ, беҙҙә уларҙың һәләттәрен асыу мөмкинлектәре бихисап. Мәҫәлән, "Мастерица" тигән тегеү цехыбыҙ бар: унда тегенеү менән дә булалар, бисер, сигеү кеүек оҫталыҡты ла үҙләштерәләр. Балалар үҙебеҙҙә булған спорт, бейеү түңәрәктәренә лә, ҡалалағы көрәш, футбол кеүек төрлө секцияларға ла әүҙем йөрөйҙәр. Беҙҙән тәрбиәгә ике бала алған бағыусылар малайҙар өсөн оҫтахана асты. Улар үҙ ҡулдары менән бинала ремонт эшләп, станоктар ултыртып, балаларҙы үҙҙәре үк төрлө оҫталыҡ серҙәренә өйрәтәләр. Шундай әхләҡле, маҡсатлы, изгелекле кешеләр менән аралашыу ҙа балалар өсөн ҙур файҙа.
Ябай мәктәптә хәҙерге ваҡытта тәрбиә яғының аҡһауы хаҡында йыш ишетелә. Балалар йортондағыларға белем биреүҙең үҙ проблемалары барлығы, ҡатмарлы икәнен дә беләбеҙ. Ә һеҙ эшегеҙҙә ниндәй мәсьәләне беренсе урынға ҡуяһығыҙ?
- Мин ғүмерем буйына тәрбиә һәр саҡ беренсе урында булырға тейешлегенә инанғанмын. Беҙгә төрлө-төрлө балалар килә: исемен дә яҙа белмәгән, бер көн дә мәктәпкә йөрөмәгәндәре, мөхиткә сыҡмағандары ла бар улар араһында. Мәктәп партаһы артына барып ултырғанға тиклем мотлаҡ уларҙың тәртибе менән эшләргә, күңелдәренә үтеп инергә кәрәк. Беҙҙең хеҙмәт - Хоҙай Тәғәлә алдындағы яуаплылыҡ. Килгән баланың яҙмышын дөрөҫ "яҙмаһаң", ул һинең ғүмерлек хатаң буласаҡ.
Баланың ниндәй стресс кисергәнен аңлау зарур. Ата-әсәһенән айырылыу, етемлек статусы биргәнсе, приютта булыуы уның өсөн бик ауыр. Ошо шаңҡыуҙарҙан арынып та өлгөрмәйенсә, ул беҙгә килеп эләгә - быныһы тағы бер стресс. Әлбиттә, уның нәфрәте иң тәүҙә беҙгә йүнәлтелгән була, ата-әсәһенән уны тап беҙ айырған кеүек ҡабул итә улар. Әммә, ниндәй генә булһалар ҙа, улар өсөн ата-әсәләре һәр саҡ яҡшы кеше булып ҡала - етем балаларҙың шул сифаты, ысынлап та, таң ҡалдырырлыҡ.
Ә шулай ҙа суд был балаларҙың ата-әсәләрен юҡҡа ғына ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итмәгән бит инде. Әммә бындай яза менән уларҙы төҙәтеп буламы?
- Балалар - мөхәббәтле заттар, "атай" һәм "әсәй" һүҙҙәрен әйтеү улар өсөн бәхет. Һәм шәхсән мин үҙем бер ҡасан да уларҙың ата-әсәләренә яман һүҙ тейҙермәйем. Ул балаларҙың ҡайырылған булһа ла, осор ҡанаттары бар әле, уларҙы күтәрергә, нығытырға ғына кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик һирәк осраҡта ғына уларҙың ата-әсәләрен үҙгәртеп була. Минең тәжрибәмдә биш балаһы беҙгә килеп эләккән бер ғаилә шулай яҡшы яҡҡа үҙгәреп китте. Тәүҙә атаһы эскелектән арынды, эшкә урынлашып, ҡатынына ярҙам итте. Унан һуң бергәләп, ауыл еренә ҡайтып, йорт һалып, балаларын үҙҙәренә алдылар.
Бында беҙҙең учереждениеның шундай ҡағиҙә-шартын телгә әйтеп үтергә кәрәк: балаларҙы ғаиләләренән алғансы, ата-әсәләр менән профилактик эш үткәрелә. Балалар беҙҙең үҙәккә килеп эләккәндән һуң да уларҙың ата-әсәләренә үҙ тәртиптәрен үҙгәртеү өсөн алты ай һынау ваҡыты бирелә. Беҙ шулай уҡ ата-әсәһенән бөтөнләй мәхрүм ҡалған балаларға ниндәй ҙә булһа терәк-таяныс була алырлыҡ туғандарын эҙләү өҫтөндә лә эшләйбеҙ, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре, далалағы ҡамғаҡ кеүек, япа-яңғыҙҙар. Бына ошондай балалар беҙҙән сығып киткәндә йәнебеҙ әсенеп тороп ҡалабыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был донъяла насар юлдан барыусылар бер ҡасан да бөтмәҫ, ахыры, шуға күрә балаларға ошондай мөмкинлектәр асыу дәүләт кимәлендә генә түгел, ғөмүмән, кешелек кимәлендәге мәсьәлә. Шул йәһәттән бөгөнгө көндә балалар йорттарының булыуы бик мөһим эш, шулай бит?
- Тап шулай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә эскелек, наркомания кеүек күренештәр бик күп. Ә насарлыҡ үҙ артынан тағы ла насарлыҡтар барлыҡҡа килтерә. Был йәһәттән беҙ дини ойошмалар: сиркәүҙәр, мәсеттәр менән дә эшләйбеҙ. Бала беҙгә килгәс тә ниндәй динде үҙ итеүе хаҡында ҡыҙыҡһынабыҙ. Бер егетебеҙ беҙгә килгәнсегә тиклем үк храмда уҡып, хорҙа йырлап йөрөй ине, ул балаға беҙ шул юлды дауам итһен өсөн яңы шарттар булдырҙыҡ. Һәр ваҡыт Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре кеүек дини байрамдарҙы үткәреп торабыҙ. Балалар үҙе һайлаған йүнәлештә әхләҡи тәрбиә ала.
Балалар һеҙҙең йорттан 16-18 йәштәрҙә сығып китеп, уҡырға ингәндән һуң да һеҙҙән йөрөп уҡыйҙармы? Ғаиләгә алынғандар, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡандар менән бәйләнеш өҙөлмәйме?
- Күбеһе туғыҙынсы синыфты тамамлағас та колледждарға китә, ун беренсе синыфҡа бик һирәктәр генә ҡала. Уҡырға ингәндә ятаҡхана ҡаралмаған булһа, бала артабан да беҙҙән йөрөп уҡый. Һәр сығарылыш алдынан консилиум йыябыҙ: баланың психологик йәһәттән әле нығынмағанын, оло тормошҡа әҙер түгел икәнен белһәк, әлбиттә, уны үҙебеҙҙә ҡалдырабыҙ. Хатта, мәҫәлән, бала 18 йәшкә етеп тә, йәшәр ерһеҙ ҡалһа, беҙҙә йәшәү мөмкинлеге биргән программа бар. Уларға айырым бүлмә бирелә. Шулай уҡ йыраҡтан килгән ата-әсәләр балалары менән аралашһын өсөн дә айырым бүлмә булдырғанбыҙ.
Ҙурайған балалар беҙҙе хәтерләй генә түгел, ғүмерлеккә беҙҙең менән бергә ҡала, тип әйтһәң дә була. Улар һәр ваҡыт шылтыратып, хәлдәребеҙҙе һорашып торалар, рәхмәт әйтәләр, осрашыуҙарға ғаиләләре менән киләләр. Ҡунаҡҡа килгән, хәҙер инде үҫкән балаларыбыҙҙан ҡайһы бер хәлдәрҙе иҫкә алып, беҙҙең эшмәкәрлектә етешмәгән нимәләр хаҡында ла һорашам. Мәҫәлән, беҙҙең бер малайыбыҙ үҙе тәртипһеҙ ҙә түгел, әммә һәр саҡ урлаша ине. Эш контролдән сыға башлағас, был баланы Мәскәү тарафтарына махсус учреждениеға ебәрҙеләр. Беҙгә кире әйләнеп ҡайтҡанда ул ҙурайған, үҙен тотошо йәһәтенән яҡшы яҡҡа үҙгәргән, йәғни бөтөнләй икенсе кеше ине. Беҙ уның теге ҡылығы тураһында ла иҫкә алдыҡ. Уның аҡланыуға түгел, ә төплө һығымталарға нигеҙләнгән яуабы уйландырҙы.
Эйе, бына ошондай аралашыуҙарҙан һуң тыуған фекер, уйланыуҙар аша дөрөҫ тәрбиә алымдары формалаша ла инде. Етем баланы тәрбиәләүҙең әҙер генә рецебы юҡ. Ул йылдар буйы түккән хеҙмәтең, тырышлығың менән булдырылған хәҡиҡәт. Һәм беҙҙең коллектив ошо хәҡиҡәткә тоғро ҡала.
Айһылыу ДАУЫТОВА менән
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ
әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА