«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҠАТМАРЛЫ ВАҠЫТТА ЙӘШӘҺӘК ТӘ ЕР ҺӘМ ИКМӘК ҠӘҘЕРЕН БЕЛЕҮ КӘРӘК
+  - 


Зиннур Ямалетдин улы Бикбов - бала сағы һуғыш осорона тура килгән, һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙың михнәттәрен, башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, һоҫоп "эскән" быуын вәкиле ине. Ул Йылайыр районынында күп йылдар төрлө етәксе вазифаларҙа эшләне, тормошо, ғаиләһе, хеҙмәте, замандаштары һәм үҙ заманы тураһында "Ер кешеһе" тип исемләнгән китап яҙҙы. 2020 йылдың ноябрендә 80 йәше тулған уҙаманды мәкерле ковид арабыҙҙан алып китте. Зиннур Ямалетдин улының китабынан уйлыларҙы уйландырыр өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ:

Быныһы - бала сағындағы бер ваҡиға тураһында: "Бесәнде бөтөрөп ҡайтҡас, үгәй атай менән бер көтөү эре мөгөҙлө заготскот малын Орскиға ит комбинатына ҡыуып киттек. Орскиға еткән ерҙә ике үгеҙ, һөҙөшөп, береһенең аяғын һындырҙы. Миңә бер һыныҡ икмәк тоттороп, иртәгә беҙ килгәнсе үгеҙҙе ҡара, уны тейәп алып китербеҙ, тип малды артабан ҡыуаланылар. Мин дүрт көн буйы шул үгеҙ менән бәләкәй генә йылға буйында йәшәнем. Бик ныҡ асыҡтырҙы. Өсөнсө көнөнә ике саҡрым самаһы алыҫлыҡта сым менән кәртәләнгән ерҙә кешеләр күренгеләне. Шунда табан киттем. Барһам, унда йәшелсә, ҡарбуз баҡсаһы икән. Эт менән ҡарауылсыһы йөрөй. Ҡурҡып, кире үгеҙ эргәһенә киттем дә, аслыҡҡа сыҙамай, кискеһен баҡсаға тағы барҙым. Шыуышып килеп, бер ҡарбузды тәгәрәтеп ҡойма аша сығарғайным, ҡарауылсының эте һиҙеп ҡалды һәм, өрөп, миңә ташланды. Ырғып торҙом да, шаҡ ҡатып һерәйҙем дә ҡуйҙым. Эт килеп мине еҫкәй башланы. Ҡарауылсы, минең йонсоған йөҙөмдө, йыртылып бөткән салбар-кейемемде күреп, эштең ниҙә икәнен шәйләне, буғай. Ул өлкән кеше ине. Будкаһына алып барып, бер һыныҡ икмәк, колбаса бирҙе, ҡарбуз ҡосаҡлатып ҡайтарып ебәрҙе. Ә үгәй атай һаман да килмәй. Бигерәк тә төндәрен шөрләтә. Өшөп, үгеҙ һыртына башымды һалып, таң аттырам..."
Бындай ауырлыҡтар, ыҙа сигеүҙәр, асығыуҙар гел бергә атлаған бәғерһеҙ юлдашы була ул быуын балаларының. Шуға улар тормош, икмәк, ер ҡәҙерен белеп үҫә. Артабан - авторҙың шул турала уйланыуҙары: "Борон аслыҡ ваҡытында әсәйҙәр: "Икмәктең вағын төшөрмәгеҙ, ул алтындан да ҡиммәтерәк", - ти торғайны. Ә ул ҡиммәтле ризыҡты ер бирә. Ер - тыуған өй ул, уны һаҡларға бурыслыбыҙ. Ерҙе әсәйең менән тиңләштереү кәрәк. Кеше ерҙә тыуа һәм донъя ҡуйыу менән ергә әйләнеп ҡайта. Был Йыһан ҡануны, уны бер кем дә үҙгәртә алмай.
Мин үҙемде ер кешеһе, тип һанайым. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә ергә хөрмәт менән ҡараным, уны тере күрҙем. Ысынлап та, был шулай, сөнки ерҙә беҙ күрмәгән әллә күпме микроорганизмдар, минералдар бар. Үҫемлектәр шуларҙың көсө менән үҫә. Һәр кемгә билдәле: әгәр ҙә һыйырҙы насар ҡараһаң, төрләндереп ашатмаһаң, ул һөттө аҙ бирә. Ер ҙә шулай. Әгәр ҙә яҡшы агротехника саралары ҡулланмаһаң, минералдар менән ашламаһаң, фән ҡаҙаныштарын инҡар итһәң, уңышты етерлек кимәлдә алам тимә. Колхоз-совхоздар бөтөрөлөп, хөкүмәт ерҙе арендаға алырға, фермерлыҡ менән шөғөлләнергә рөхсәт биргәс, күптәр иген сәсеүгә тотондо. Тик бер ни ҙә сығара алмай, ерҙе ҡый үләндәре менән баҫтырып, боҙоп ташлап бөттөләр, бик һирәктәре генә фермерлыҡ эшен алып китә алды. Быларҙы күреп, мин ныҡ әсенеп йөрөнөм. Картуф, йәшелсә сәсеп үҫтерә белмәгән кешеләр иген сәсеп байымаҡсы булды. Уны үҫтереү өсөн ер эшенең тәбиғи үҙенсәлектәрен белеү кәрәк, күп йылдар тупланған тәжрибә талап ителә.
Бөгөн агрономия фәненең ҡаҙаныштары инҡар ителә. Минималь эшкәртеү технологияһына күсеп, химия (гербициттар) ҡулланып, орлоҡты уның менән эшкәртеп сәсеп, ашлыҡты зарарлы итәләр, уның менән халыҡ ағыулана, онкология ауырыуҙары күбәйә. Электән беләм - гербицидлы һаламды мал ашамай, ашаһа ла, аслыҡтан ғына. Шуға ҡарамаҫтан, өҫтән бер ниндәй ҙә контроль юҡ. Нисек теләйҙәр, ерҙе шулай мыҫҡыл итәләр. Крәҫтиән хеҙмәте менән шөғөлләнеү өсөн иң элек ерҙә тыуырға кәрәк, шунда ғына хеҙмәттең мәғәнәһен аңларға, уңышлы эшләргә мөмкин.
Беҙҙең Башҡортостан - уңдырышлы ерҙәргә генә түгел, тәбиғәткә, ер аҫты ҡаҙылмаларына ла бай төбәк. Алтын сығарылған төйәк алтындай балҡып торорға тейештер ҙә, ләкин беҙҙең ерҙә табылған алтын, көмөш, баҡыр, нефть, былар ғына түгел, йәшмә, гранит, мәрмәр кеүек, ҡиммәтле таштар ҙа ситкә китеп торған һәм шулай дауам итә. Хаҡ һүҙгә - хөкөм юҡ. Ил тарҡалып, ҡаңғырыҡтар башланғас, "приватизация в пользу народа" тип, ваучерҙар уйлап сығарып, йылдар буйына тир түгеп йыйған халыҡ байлығын өҫтәгеләр үҙҙәренең ҡулына төшөрөп алды. Ябай халыҡҡа үҙҙәренең йәшәгән алама йорттары, Хрущев заманында төҙөлгән фатирҙарҙан башҡа бер нимә лә эләкмәне.
Ата-бабаларыбыҙ элек-электән бәрәкәтле еребеҙҙең ҡәҙерен белеп, уны ҡәҙерләп йәшәгән. Тик үткән осорҙа ямғырҙарҙың аҙ яуыуы, сиҙәм ерҙәр һөрөлөп, тупраҡтың йылға буйҙарына ағып төшөп, ятыуҙарҙы тултырыуы арҡаһында һыуҙың кәмеүе яр ситендәге ҡамыштарҙың, ағастарҙың ҡороуына килтерҙе. Ауыл урамдарында үләндең заты ла ҡалманы. Был - иҫ киткес хәл. Ошоларҙың барыһы ла беҙҙең быуын ғүмере эсендә булды.
Ошоға тиклем эшкәртеп, сәселеп, иген биреп килгән һөрөнтө ерҙәрҙең яртыһы ташландыҡ хәлендә, уларҙы ҡый үләндәре баҫып алды. Мал һаны кәмеү сәбәпле күпме көтөүлектәр, сабынлыҡтар ҡулланылмай. Ауыл халҡының шәхси хужалыҡтарҙа малын ҡыҫҡартыуы ла аңлашылмай.
Ошо хәлде күреүе бигерәк тә беҙҙең быуын кешеләренә бик ауыр. Ауыл хужалығы тармағында агросәнәғәт комплексты төҙөп, эште юлға һалыуы беҙгә еңел бирелмәне. Ни хәтлем байлыҡ булдырылғайны. Ауыл кешеһенең күҙе асылып, тормошо яҡшыра башлағайны, донъяның аҫтын өҫкә әйләндерҙеләр һәм һаман да бөтә ауырлыҡ ябай халыҡ өҫтөнә төшә.
Һуңғы осорҙа донъя ҙур көсөргәнеш кисерә, шул иҫәптән Рәсәй ҙә. Халыҡ күңелендә ҡурҡыу, хафаланыу, бошоноуға бирелеү һәм киләсәктең билдәһеҙлегенән аптырау тойғолары көсәйә. Бының нимә менән бөтөрөн белеп булмай. Беҙ, өлкән быуын кешеләре, үҙебеҙҙең тормошто йәшәп үткәрҙек инде, йәш быуын өсөн борсолабыҙ. Сәйәси хәлдәргә бәйле, сит илдәр менән мөнәсәбәттәр ҡуйырып, санкция иғлан ителгәс тә, илебеҙҙә үҙебеҙҙең тауарға, аҙыҡ-түлеккә, ауыл хужалығына иғтибар артыр, тигән ышаныс тыуҙы. Ауыл хужалығынан тыш йәшәү мөмкин түгеллеген аңлау өсөн әллә ни ҙур аҡыл кәрәкмәй бит.
Ҡатмарлы ваҡытта йәшәһәк тә, киләсәкте яҡшыға юрарға кәрәк, тип уйлайым. Ә ҡасан заманы - еңел, донъя көтөүе рәхәт булған һуң? Ат, үгеҙ егеп ер һөргән, иген сәскән ваҡытта еңел булдымы икән? Атай-әсәйҙәребеҙ шул ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн көрәшмәнеме, аҙ тир түктеме ни? Заман башҡа - заң башҡа. Коллектив хужалыҡтарҙың тарҡалыуынан күптәр байып ҡалды. Хужалыҡтар тарҡалды, ә уның урынына алмаш юҡ. Бар кеше лә фермер йәки эшҡыуар булып китә алмай. Шуға күрә лә, "ваҡыт ҡатмарлы, донъя ауыр", тип йөрөүселәр барлыҡҡа килде лә инде. Мин әлеге заман тураһында, үтә лә ауыр ваҡыт, тип түгел, ә буталсыҡлы, тип әйтер инем. Бындай хәлдә һәр кем үҙ урынын тиҙ генә таба алмай шул. Элек тә ҡайһы берәүҙәр эшкә сығып эшләмәй, хужаларҙы әрләп, буталып йөрөнө. Беҙ ундайҙарға эш хаҡын сәғәт менән ҡуйып, ул ялҡауҙың ғаиләһен уйлап, минималь аҡса түләй торғайныҡ. Тормош гел аҡтан йә ҡаранан ғына тормай. Кем тырыша, хеҙмәт ярата, ул производствола ла алдынғылар рәтендә булды, абруй ҡаҙанды, эш хаҡын да күберәк алды. Егәрленең өйө лә бейегерәк, ҡапҡаһы ла күркәм, үҙе лә ерҙә ныҡлы баҫып тора. Был бигерәк тә ауыл халҡы тормошонда ап-асыҡ күренә.
Хәҙерге ваҡытта, бигерәк тә ауылдарҙа, эш юҡ, тип йөрөүселәр бар. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Эш булмаһа, хәлеңдән килгәнсе күберәк мал тотоп йәшә, шуның файҙаһын күр. Хәҙер сабынлыҡтар, көтөүлектәр етерлек. Техникаң булмаһа, ҡул салғыһы менән бесән әҙерлә. Халыҡ ғүмер буйына эш араһында, ял ваҡыттарын ҡулланып, ҡул салғыһы менән бер-ике һыйырына, 5-6 баш һарығына бесән әҙерләп көн итте. Мин Һабырҙа эшләгәндә, бесән сабырға рөхсәт булғас ҡына, урмандағы бәләкәй яландарҙа, ағас төптәрен салғы менән сабып, бесән әҙерләй торғайнылар. Балалары менән, хатта имсәк балаларын алып, сәңгелдәген ҡайын ботағына элеп ҡуйып, бесән әҙерләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрергә тура килде. Хәҙер был эш онотолдо. Бик булмаһа, күберәк итеп картуф, йәшелсә сәсеп тә аҡса эшләргә мөмкин.
Элегерәк беҙҙең Башҡортостанға Кавказ тарафтарынан килеп, төҙөлөш менән булыша торғайнылар. Улар эшкә бик тырыштар. "Беҙ уйһыу ерҙән ер алып, йөкмәп, ташлы тау башына ташып, үҙебеҙгә кәрәкле ризыҡты үҫтерәбеҙ, ә һеҙ ерҙе тапап йөрөйһөгөҙ, үҫтереп ашай белмәйһегеҙ", - тигәндәре иҫтә ҡалған. Ерҙә ятҡан алтынды эйелеп алырға йыбанабыҙ. "Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан", тип бушҡа әйтмәйҙәр, эшләргә, тырышырға кәрәк, өҫтә ултырғандарға ышанырға ярамай. Улар үҙҙәренең кеҫәләрен ҡалынайталар. Ауыл малын көтөү өсөн көтөүсе таба алмайҙар, ә шул уҡ ваҡытта бер өйөр, типһә, тимер өҙөрҙәй ирҙәр, "эш юҡ", тип йөрөй.
Нисек кенә булмаһын, кешенең тормошо һәм киләсәге үҙенән тора. Заманға һылтанырға ярамай, хәрәкәт итергә кәрәк. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Вайымһыҙ булырға ярамай, шул ваҡытта бәрәкәте лә килер", - "Ер кешеһе" китабын Зиннур Ямалетдин улы ошо уйланыуҙары менән тамамлай.

Рәсүл БАЙГИЛДИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.05.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru