«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТАЛПАНДАН ҺАҠЛАН!
+  - 

Көндәр йылыныу менән тәбиғәттә талпан да әүҙемләшә. Был башлыса апрель-октябрь айҙарына тура килә. Иң әүҙем ваҡыттары - май, июнь айҙары. Тап ошо мәлдә урманда талпан ҡаҙалыуы ихтималлығы ҙурая. Талпан энцефалит һәм боррелиоз ауырыуҙарын йоҡтороуы менән хәүефле.

Талпан башлыса үләндә һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа була. Ҡағиҙә булараҡ, ул 1 метрҙан бейегерәк ҡыуаҡ-ағастарға менмәй. Батҡылыраҡ, дымлы, япраҡлы ағастар үҫкән ерҙәрҙе ярата, бындай урындарҙан кешеләр ҙә күберәк йөрөй. Улар шулай уҡ элекке баҫыуҙар, һөрөлгән ерҙәр, бесән ятҡан урын, шишмә һәм йылға ярҙарында күп. Талпан ул ултырған ботаҡҡа тейгәндә кейемгә йәбешеп өлгөрә. Тәбиғәттә үләнгә ял итергә ултырыу хәүефле, был осраҡта талпан ерҙән дә менәсәк. Шулай уҡ ул йышыраҡ аяҡ кейеменә, салбар балағының осона йәбешә. Талпан ҡояшлы, ҡоро көндәрҙә бигерәк әүҙемлек күрһәтә. Һыуыҡ көндәрҙә, ҡырау төшкән мәлдәрҙә, ямғырҙа улар пассив.
Талпандан һаҡланыу өсөн ҡырға сыҡҡанда дөрөҫ кейенергә кәрәк. Салбар балағының осон асыҡ ҡалдырмағыҙ. Күренеп торған асыҡ тән өлөштәре булмаһын. Икенсенән, һәр 2 сәғәт һайын кейемде һәм тәнде ентекләп ҡарарға кәрәк. Тәндең ҡайһылыр өлөшөнә ҡаҙалыр алдынан талпан ярты сәғәттән 2 сәғәткә тиклем үҙенә ҡулайлыраҡ урын эҙләп йөрөүе ихтимал. Ошо ваҡыт эсендә уны тотоп өлгөрөргә мөмкин.
Талпан йорт малына ҡаҙалып та ҡайта. Бесәй, эттәрҙә лә була. Был осорҙа мал ҡарағанда айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Талпандар 2 мм ҙурлыҡтан башлана, инә талпан бер нисә тапҡырға эрерәк була. Тәне арҡа-ҡорһаҡ йүнәлешендә йәйенке. Ҡан һурып туйған талпандың тәне шар формаһын ала һәм ныҡ ҙурая. Төҫө асыҡ һарынан ҡара көрән төҫкә тиклем.
Алда әйтелгән ауырыу талпан тешләүе һәм уның тәнен иҙгәнсе тотоу аша йоға. Ауырыу киҫкен башлана, талпан ҡаҙалғандан 7-12 көн үткәс, температура ныҡ күтәрелә, баш ауырта, тән һыҙлай, күңел болғана. Юғары температура һәм организмдың дөйөм хәлһеҙлеге һөҙөмтәһендә ауырый башлағандың 2-4-се көндәренә геморрагик сабыртма, теш ҡаҙналары ҡанауы, танау ҡанауы күҙәтелә. Тәүге билдәләр күренеү менән табип ярҙамына мөрәжәғәт итергә кәрәк!
Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә талпан ҡаҙалыуҙан һаҡланыу өсөн бер шәп ысул бар. Тәбиғәткә сығыр алдынан кейгән кейемдәрегеҙҙе эфирлы май һөртөлгән ябай валик менән таҙаларға кәрәк. Эвкалипт, лимон, бөтнөк (мята), ала миләүшә (лаванда) һәм ҡытай лимоннигы эфирлы майҙары талпанды ҡурҡытырға яраҡлы. Эвкалипт һәм лимонник эфирлы майҙарын бергә ҡушып, бөтә төрлө бөжәктәрҙе ҡыуыу өсөн ҡулланырға була. Ә бына лимон майы талпан, бөрсә һәм хатта беттәрҙе бөтөрөүҙә файҙалы. Бөтнөк майы бөжәктәр өсөн ағыулы һанала һәм уларҙы ҡыуыусы тәбиғи матдә булып тора. Бөтәһе лә яратҡан ала миләүшә еҫенә талпандар түҙә алмай, себен-серәкәй ҙә был еҫтән ҡаса. Ҡытай лимоннигы майының еҫе аңҡып тора, ул бөрсә һәм талпандарҙан һаҡланырға ярҙам иткән тәбиғи матдә. Эфирлы майҙарҙы һыу менән бутап ҡулланырға ла мөмкин. Тик эҫе көндәрҙә, аллергия ҡуҙғыуын иҫкәртеп, эфирлы майҙарҙы тән тиреһенә һипмәҫкә кәңәш ителә.
Әйткәндәй, миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандан зыян күргән. Уларҙың 35,4 проценты - балалар. Роспотребнадзорҙың республика идаралығы хәбәр итеүенсә, был уҙған йылғы күрһәткестәрҙән бер меңгә тиерлек аҙыраҡ (2025 йылдың ошо уҡ осоронда 2356 кеше). Роспотребнадзор белгестәре халыҡҡа һаҡланыу сараларын күрергә кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрә. Ялан-ҡырҙарға сыҡҡанда репелленттар һәм инсектоакарицидтар ҡулланырға, шулай уҡ махсус кейем кейергә кәрәк. Талпан вируслы энцефалитынан һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы - вакцинация.

"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.05.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru