
Өфө районы Шамон ауылының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында балалар күңелендә, хәтерендә оҙаҡҡа иҫтә ҡала торған "Башҡорт хазинаһы- дебет шәл" исемле фольклор байрамы үтте.
Балалар ябай ғына күренгән кәзә малының кеше тормошондағы әһәмиәте тураһында бик ҙур белем алды был көндө. Ә был белемде уларға Шамон ауылының ағинәйҙәре еткерҙе. Улар балаларға кәзәне тарап та, кәзә дебетен эшкәртеп, иләп тә, шәл бәйләп тә күрһәтте. Бер үк ваҡытта эш барышын шаян таҡмаҡтары менән йәмләне.
Артабан иһә тамашаға балалар үҙҙәре ҡушылды: дебет шәл тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, йомаҡтар сисеп, зирәклектәрен дә иҫбатланылар. "Көтөүсе" малайҙар кәзә-һарыҡ роленә ингән балаларҙы бейетеп, күңелдәрҙе елкендерҙе. Шунан ҡыҙ балалар дебет шәл менән бейеүгә төшөп, байрамды сағыу күренешкә әйләндерҙе.
Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм әсәйҙәр ҙә тамаша ҡылып ҡына ултырманы. Улар "Кәзә һауыу" тигән шаян бейеү башҡарҙы. Аҙаҡ иһә ҡыҙ балалар, тәрбиәселәр һәм әсәйҙәр, ағинәйҙәр йомшаҡ, күпереп торған башҡорт дебет шәлен мода подиумына күтәрҙе.
Шулай итеп, тәрбиәләнеүселәрен халыҡ кәсептәре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырып, туған телгә, туған халҡының йәшәйешенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу, илһөйәрлек тәрбиәләү алымы тип баһаларға була "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы коллективының был байрамын. Һәр хәлдә, ауылдың ағинәйҙәре һәм ата-әсәләре шундай һығымта яһаны.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|