«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАЛА САҠТЫҢ ДУҪЫ – ӘКИӘТ
+  - 

15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусыларҙың төбәк-ара VII "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсына йомғаҡ яһалды.

Сара республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан йыл һайын уҙғарыла. Быйыл 15 майға тиклем үткән конкурста Башҡортостандан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 600-гә яҡын мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары ҡатнашты. Сәхнәнән башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва, әзербайжан, белорус, немец телдәрендә әкиәттәр яңғыраны, сәхнәләштерелде, яһалма интеллект ярҙамында буктрейлерҙар һәм видеофильмдар күрһәтелде.
Гран-при яулаусы абсолют еңеүселәр:
- яңғыҙ башҡарыусылар араһында - Өфөнөң 18-се Башҡорт балалар баҡсаһы, Саҡмағош районы Саҡмағош ауылының 5-се балалар баҡсаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы һәм Сибай ҡалаһы гимназияһы;
- әкиәт сәхнәләштергән фольклор коллективтар араһында - Өфөнөң 150-се балалар баҡсаһы, Федоровка районы Федоровка ауылының "Ҡыңғырау" балалар баҡсаһы, Өфө ҡалаһының 161-се лицейы, Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылы мәктәбе, шулай уҡ Өфө ҡалаһының Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһынан Көмөшбаевтар ғаиләһе;
- "Яһалма интеллект күҙлегенән әкиәт донъяһы" тип аталған яңы номинацияла иң яҡшы буктрейлер тип танылыусылар - Өфөнөң 75-се "Аҡбуҙат" Башҡорт балалар баҡсаһы, Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылының 1-се балалар баҡсаһы, Өфө ҡалаһының 163-сө Мәғариф үҙәге, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе.

"Киске Өфө" гәзите, №20, 22 - 28 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.05.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru