«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АЛҒЫ ҺЫҘЫҠТА ҺӘМ ТЫЛДА
+  - 

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре сафын тулыландырыу әүҙем дауам итә.

Рәсәй Ҡораллы көстәренең яңы төр был ғәскәрҙәре подразделениеларына, дөйөм алғанда, операторҙар ғына түгел, ремонтлаусылар, программалаусылар ҙа кәрәк, ти Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктынан яуаплы офицер. Оборона министрлығы бойороғона ярашлы, 18-ҙән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәргә өҫтөнлөк бирелә. Шулай уҡ 45 йәшкә тиклемге йәштәгеләр водитель, сапер, ашнаҡсы кеүек хәрби һөнәр буйынса ҡарала.
Контракт бер йылға төҙөлә, был ваҡыт үткәндән һуң запасҡа сығыу мөмкинлеге бар. Хәрби хеҙмәткәрҙе, уның үҙ иркенән тыш, БПЛА менән идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсереп булмай. Тулы социаль пакет бирелә. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре хеҙмәткәре, алғы һыҙыҡтағы башҡа яугирҙар кеүек үк, бөтә түләүҙәргә, льготаларға һәм социаль гарантияларға хоҡуҡлы.
"Башҡортостан батальоны"ның социаль селтәрҙәрендәге битендә "Сыуаш" позывнойлы яугир тураһында яҙып сыҡтылар. Ул 2024 йылда РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Тейешле әҙерлек үткәндән һуң, МХО зонаһында хеҙмәтен башлай һәм үҙен дрон менән идара итеү буйынса иң яҡшы белгестәрҙең береһе булараҡ таныта. Билдәләнеүен-сә, пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу хәрби операцияларҙың һөҙөмтәлеген бермә-бер күтәрә, шәхси составтың хәүефһеҙлеген тьәмин итә. БПЛА операторы булып хеҙмәт итеү Махсус операция барған урында иң хәүефһеҙ хәрби һөнәрҙәрҙең береһе булып тора, сөнки ҡуйылған бурыстар алыҫтан тороп үтәлә.
Дрондар һуғыш яланында ғына түгел, ә тыныс тормошта ла киң ҡулланыла хәҙер. Шуға белгестәр әҙерләүгә етди иғтибар бирелә. Күптән түгел Өфө фән һәм технологиялар университеты Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар әҙерләүҙең төбәк-ара үҙәге статусын алды. Юғары уҡыу йорто, "Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар" тип аталған федераль проектта ҡатнашып, һайлап алыу һынауҙарын уңышлы үтте. Проектта ҡатнашыуға ил буйынса 57 белем биреү ойошмаһы ғариза тапшырған була. Уларҙың 33-ө генә, шул иҫәптән Өфө фән һәм технологиялар университетының техник базаһы тейешле талаптарға яуап бирә, тип танылған.
"Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар" проекты конкурсында еңеү беҙгә пилотһыҙ авиация системаларының юғары технологиялы тармағын үҫтереү мөмкинлеге бирә. Өфө фән һәм технологиялар университетының пилотһыҙ технологиялар өлкәһендәге тәжрибәһе был перспективалы өлкәлә талап ителгән белгестәрҙе юғары кимәлдә әҙерләүгә юл аса", - тине был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 22 - 28 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.05.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru