
"Известия" хәбәр итеүенсә, 17 май төнөндә Һауа һөжүменә ҡаршы оборона көстәре Мәскәү һәм баш ҡала яны күгендә 120-нән ашыу Украина Ҡораллы көстәре дронын бәреп төшөрҙө, тип хәбәр итте мэр Сергей Собянин. Шартлатҡыс аппараттар һөжүме һөҙөмтәһендә 12 кеше йәрәхәттәр алған, өс кеше һәләк булған, торлаҡ йорттар зыян күргән. Йыл эсендә был баш ҡалаға иң ҙур һөжүм булған.
Шул уҡ төндө Севастополь ҡалаһына ла украин дрондары һөжүме һөҙөмтәһендә 66 торлаҡ йорт һәм 34 машина зарарланған. РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, ошо тәүлек эсендә Рәсәй төбәктәренә йүнәлтелгән 500-ҙән ашыу дрон юҡ ителгән, ә тотош үткән аҙна эсендә беҙҙең хәрби көстәр ил биләмәләре өҫтөндә 3124 дронды атып төшөргән. Шулай уҡ үткән аҙнаның шәмбе көнөндә Рәсәй Ҡораллы Көстәре Харьковҡа ынтылыш яһаны һәм уның Боровая менән Кутьковка тораҡ пункттарын азат итте. News.ru каналы беҙҙең яугирҙарҙың Чайковка ауылынан 159-сы мехбригаданың һуңғы төркөмдәрен бәреп сығарыуы һәм ауылды тулыһынса боевиктарҙан таҙартыуы хаҡында яҙа. Сумы йүнәлешендә ВСУ байтаҡ юғалтыуҙар кисерҙе. Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге бәрелештәр һөҙөмтәһендә Боровая тораҡ пункты беҙҙең яугирҙар ҡарамағына күсте. Запорожье йүнәлешенең Степногорск районында ла ҡаты һуғыштар бара. РФ Ҡораллы Көстәре ВСУ төркөмдәрен ҡуласаға төшөрөү маҡсатында көнбайыш тарафтан һөжүмгә күсте.
Үткән аҙнала донъя йәмәғәтселеге иғтибары АҠШ президенты Дональд Трамп һәм уның командаһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына рәсми визитына төбәлде. Сәйәсмән Георгий Бовт яҙып сығыуынса, был визит ваҡытында "пафос - күберәк, һөҙөмтә әҙерәк" булды. Телгә алырлыҡ ҙур килешеүҙәр төҙөлмәне, тариф проблемаһы "һауала эленеп" ҡалды, ә төп мәсьәләләр - һирәк ҡаҙылма металдан алып, ярымүткәргестәргә тиклем - хәл ителмәне. Осрашыу күбеһенсә ихтимал булған компромистар сиген барлап ҡарауҙан ғибарәт булды һәм шуның менән ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙең яңы битен асты, шулай уҡ сауҙа-иҡтисади ҡаршылыҡтарҙың артабан киҫкенләшеүен туҡтатырға ярҙам итте. Ҡытай тарафынан 200 Boeing самолеты һатып алыу хаҡындағы килешеү Дональд Трамп менән Си Цзиньпиндың осрашыуында өлгәшелгән күп булмаған аныҡ һөҙөмтәләрҙең береһе булды.
Ә бына ниндәй өлкәләрҙә килешеүгә өлгәшелмәне? Төп проблема булып торған тарифтар мәсьәләһе бөтөнләй ҡаралманы. Эксперттар билдәләүенсә, NvidiaH200 чиптары буйынса ла һөйләшеү килеп сыҡмаған. Ә бына АҠШ-тан нефть һәм ауыл хужалығы продукттары һатып алыу - күптән яйланған мәсьәлә. Ҡытай был йәһәттән Американан энергия ресурстары һәм соя һатып алыусы иң эре импортерҙарҙан иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта Ҡытайҙың финанс баҙары американдар өсөн ябыҡ ҡала килә. Citi, Yisa һәм Mastercard башлыҡтары контракттарында Ҡытайҙың түләү инфраструктураһын тулыһынса асыуға өлгәшә алманы.
Ҡытай, күрәһең, Ҡушма Штаттарға етди дәғүәләш булырға иҫәп тотҡан тармаҡтарҙа бойондороҡһоҙлоҡ һәм үҙаллылыҡ һаҡларға тырыша. Си Цзиньпиндың: "Беҙ "көндәштәр" түгел, ә партнерҙар булырға тейешбеҙ", - тигән һүҙҙәре шуны раҫланы ла инде. Ҡытай Трамптың Тайвангә мөнәсәбәтен үҙгәртеүен һораһа, АҠШ яғы Цзиньпиндең Иран конфликтын көйләүҙә ярҙам итеүен теләй. Ҡыҫҡаһы, Трамптың туғыҙ йыл эсендә тәү тапҡыр Ҡытайға визиты ике арала контакттарҙы нығытыуға ынтылыш булды. Һүҙ был осраҡта дуҫлыҡ, тоғролоҡ хаҡында бармай, ә фәҡәт эш, бизнес мәнфәғәттәре алға ҡуйылыуын аңлата. Күҙәтеүселәр был саммитты ысын мәғәнәһендә дипломатик дуэлгә тиңләне.
Әйткәндәй, Аҡ йорт башлығы Трамптан һуң шундуҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҠХР-ға (19-20 май) визиты Ҡытайҙың тышҡы сәйәсәт өлкәһендә кемгә өҫтөнлөк биреүен күрһәтә, тип яҙа Испанияның El Mundo гәзите. Ә бына DialogueWorks YouTube-каналында сәйәсмән Алекс Крайнер Европа - Рәсәй мөнәсәбәттәре хаҡында фекерен белдерә һәм "Европаның ҡайһы бер билдәле русофобтары ла Рәсәй менән диалог кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғата башланы, ләкин Европаның власть башында үҙ илдәре халҡының мәнфәғәтен һанламаған кешеләр тора. Быға миҫал итеп Крайнер Германияның Рәсәйгә агрессив мөнәсәбәте хаҡында яҙа. Foraign Policy америка журналы иҫкәртеүенсә, МХО тамамланғандан һуң Европаны Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлы осор көтә".
Әйткәндәй, донъя матбуғат саралары һәм эксперттар 9 майҙа журналистар менән осрашыуында Владимир Путиндың "Украина конфликты ахырына яҡынлаша, ләкин шулай ҙа был - етди мәсьәлә" тигән һүҙҙәрен төрлөсә юрап, баш вата. Отставкалағы полковник, билдәле хәрби күҙәтеүсе Виктор Баранец дәүләт башлығының был һүҙҙәрен МХО барышындағы иң серле һүҙҙәр тип атаны. Европа миллиардтарса евро күсереп, коррупцияға батҡан Украинаны түгел, ә үҙен - Рәсәйгә ҡаршы үҙенең буласаҡ армияһын инвестициялай һәм һуғышты туҡтатырға йыйынмай. Бындай хәл оҙаҡ дауам итергә тейеш түгел - бәғзеләр Рәсәй Президентының әлеге һүҙҙәрен тап ошо хаҡта әйтелде, тип иҫәпләй, сөнки ахыр сиктә ваҡиғалар үҫеше - стратегик динамика - тиҙҙән барыбер Рәсәй файҙаһына эшләй башлаясаҡ, ти улар.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 22 - 28 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|