
Гәзитебеҙҙең 14-се һанында Бәҙри Әхмәтовтың "Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙмы?" тип аталған мәҡәләһен оло ҡыҙыҡһынау менән уҡығайным, 16-сы һанда шундай темаға ҡағылышлы Әхмәр Үтәбайҙың да бер яҙмаһы сыҡты. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып, әҙәм балаларын һәр саҡ оҙатып килгән ошо мәсьәлә бөгөнгө көндә лә актуаль. Тарихыбыҙҙы ҡыҫҡаса байҡап, ошо хаҡта халыҡ мәҡәлдәрен дә уңышлы ғына ҡулланып, тәрән фекерләүсе был авторҙарҙың яҙмаһына битараф ҡалыу мөмкин түгел.
"Урлашмайыҡ, алдашмайыҡ, мутлашмайыҡ, әммә хәйлә менән йәшәүҙән дә ваз кисмәйек, милләттәштәр", тип "хитро" ғына тамамлап ҡуйған Бәҙри ағай мәҡәләһен. "Гел тик тураһын ғына һөйләп, хәйләләшмәй йәшәп тә булмайҙыр", тигән фекер ҡуя ул. Яҙыусы Әхмәр уҙаман да "Әҙәм ышанмаҫтайҙы ысын булһа ла һөйләмә" тигән халыҡ мәҡәлен килтереп, ялғанлау тигән нәмәгә ҡағылышлы үҙенең фекерен еткергән.
Атайым мәрхүмдең "Алдамағыҙ, урламағыҙ, эсмәгеҙ, тартмағыҙ...", тигән һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда сыңлай. Бына шул нәсихәттәрен ул беҙгә ғүмеренең ахырына тиклем әйтте. Үҙемдең балаларымды ла шулай тип тәрбиәләргә тырыштым. Атайымдың өгөт-нәсихәттәре араһынан алдашыуҙы тыйыуы хаҡында йыш ҡына уйланам. Бәғзе берәүҙәр "яҡшы ниәт менән алдаштырыуҙың бер ниндәй ҙә насар нәмәһе юҡ", тиҙәр. Икенселәр, әлеге әйтмешләй, "хәйләһеҙ донъя - файҙаһыҙ", тип тә әйтеп ебәрә. Башҡаларҙы алдап, шуның менән "кәсеп итеп" көн күреүселәр ҙә юҡ түгел. Кемдеңдер мутлығы бер-нисә һумлыҡ булһа, икенселәре - миллионлап, хатта миллиардлап та "алдаштырыуҙан" тартынмай. Ҡайһы бер фәйләсүфтәр һәр әҙәм балаһының, үҙе лә һиҙмәҫтән, көнөнә тиҫтәләгән, хатта йөҙәрләгән мәртәбә эреле-ваҡлы алдауы хаҡында яҙа...
Беҙ барыбыҙ ҙа мосолман кешеләре бына ошо һорауға динебеҙ ҡанундарынан сығып яуап эҙләп тапһаҡ, дөрөҫ юлда булырбыҙ. Ислам дине алдауҙы рөхсәт итәме? Әҙәм балаһы ниндәйҙер кимәлдә ҡурҡағыраҡ, ҡыйыуһыҙыраҡ, йә иһә, киреһенсә, дыуамал булыуы, бәғзе кешенең ялҡауыраҡ, йә артыҡ ҡыҙыуыраҡ булыуы ла мөмкин. Башҡа һәр төрлө етешһеҙлектәрҙән дә буш була алмай кеше. Әммә бына алдашыу мәсьәләһенә килгәндә, Бәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әҙәм балаһына уны ҡәтғи тыйған, әммә тормошта була торған тик өс осраҡ өсөн генә алдашыуҙы рөхсәт иткән. Беренсе осраҡ - асыуланышып йөрөгән ир менән ҡатынды, йә иһә башҡа кешеләрҙе яраштырыу маҡсатында кемдеңдер бер аҙ алдап ебәреүе тыйылмай. Иң яҡшы ниәт менән атҡарған бындай алдашыу хәләл икәнен белергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, ике күрше ҡасандыр, ниндәйҙер сәбәп менән асыуланышып, ыҙғышып киткән дә, ошоғаса бер-беренә һүҙ ҡушмай, хатта иҫәнләшмәй ҙә йөрөйҙәр икән, ти. Ә өсөнсө күр-ше быларҙың икеһе менән дә яҡшы мөнәсәбәттә, һәм уларҙың икеһен дә яҡын күрә. Бәхәстә булған күршеләрен йәлләй, улар өсөн ифрат та борсола, нисек итеп дуҫтарын яраштырырға берәй ысул эҙләй торғас, уның башына бер уй килә:
- Күрше, яңыраҡ Ғәлиәхмәт ҡорҙаш менән һөйләшеп ултырғайным, һинең менән ни өсөндөр бәхәскә ингәненә шундай ныҡ үкенә, нисек итеп һинән ғәфү үтенергә белмәй. "Эй, уңайһыҙланам Мөхтәр күршенән, минең өсөн уның менән һөйләшеп ҡара әле", тип әйтте Ғәлиәхмәт... Үҙе һинең фәлән-фәлән эштәреңде хатта маҡтап та алды... - тип һүҙ араһында әйтеп ебәрә был. Халыҡса әйткәндә, Мөхтәрҙең "һалпы яғына һалам ҡыҫтырыштырып", уның күңеленә уйланыуға "аҙыҡ" бирә. Оҙаҡҡа һуҙмай, икенсе күршеһенә барып, шундай уҡ "орлоҡ" сәсеп, "алдаштырып-һолдаштырып, бер аҙ ғына һуған тураштырып", Ғәлиәхмәттең йөрәгенә лә бер аҙ "орлоҡ" сәсеп китә. Унан инде башҡаса һис бер кемгә лә был хаҡта өндәшмәй генә үҙенең "боҙоҡлоғоноң" нәтижәһен көтә башлай. Ғәлиәхмәт бер көн иртән көтөү ҡыуғанда Мөхтәргә хатта сәләм биреп тә үтә. Икенсе тапҡыр Мөхтәр күрше тегеһен алдараҡ сәләмләп өлгөрөргә ашыға!.. Күпмелер ваҡыт выждандары ғазапланып көн күргән был ике күрше, бынан ары, әлбиттә, күңелдәре бушанып, тыштан әйтешмәһәләр ҙә, эстән генә бер-береһен ғәфү итә... Айырылышҡан ир менән ҡатынды ла шундай уҡ ысул менән яраштырыу мөмкин. Ике кешенең татыулашыуына булышлыҡ итеү, әлбиттә, бик сауаплы ғәмәл булғанғалыр, Аллаһ рәсүле ғәләйһис-сәләм, ошондай осраҡта хатта бер аҙ алдаштырыуҙы ла рөхсәт иткән.
Алдау тыйылмаған икенсе осраҡ - үҙеңдең хәләл ефетеңә, бәғзе мәлдәрҙә ысынбарлыҡҡа әллә ни тап килеп етеңкерәмәгән яҡшы һүҙҙәр, урыҫса әйткәндә, комплименттар әйтеү. Быға, әлбиттә, бер ниндәй миҫал килтермәгәндә лә була. Быны беҙ, айырыуса ир-аттар һәр кемебеҙ ифрат та яҡшы беләбеҙ. "Был донъяла һинән дә матурыраҡ ҡатын юҡтыр, Ғәлимә, йәнем", йә иһә, "Русланым, һин ысынбарлыҡта торғаның менән арыҫлан да баһа!", йә булмаһа, "Сөнәғәт, һин бит - аҡыл эйәһе!" Был ысул, әлбиттә, ир менән ҡатыңдың бер-береһе менән татыу йәшәүенә этәргес булып тора.
Өсөнсөнән, Бәйғәмбәр (с.ғ.с.), һуғыш ҡырында дошмандарыңды алдауҙы ла, әлбиттә, рөхсәт иткән. Үлән төҫөндәге маскировкалы хәрби кейемдән алып, һәр төрлө хәйлә ярҙамында атҡарылған маневрҙар, дошмандар ишетһен, тип ебәрелгән "утка", йәғни дезинформация кеүек һанһыҙ ысулдарҙы һанап китеүҙең хатта кәрәге лә юҡтыр. Был хаҡта әрме хеҙмәтендә булған, хатта булмаған кешеләр ҙә бик яҡшы белә.
Бына ошоларҙан башҡа осраҡтарҙа һәр төрлө алдау - хәрәм. Хатта бала кешене "Кил, балам, кәнфит бирәм", тип яныңа саҡырһаң, уға вәғәҙә ителгән кәнфитте мотлаҡ бирергә бурыслыһың. Тик тормош тигән нәмә ифрат та ҡатмарлы, төрлө мәлдәр була. Ҡайһы бер осраҡта нимәнелер кемгәлер әйтергә ярамай. Бындай ваҡыттарҙа, әлбиттә, ана шул "ярамаған" нәмәне әйтмәй генә ҡалдырыу хәйерле.
Уйлап сығарып, "Бына шулай булған хәл", тип һөйләү - гонаһ икәнен беләйек. Ә бына Аллаһы Тәғәлә хаҡында, Уның китабы, фәрештәләре, бәйғәмбәрҙәре турында, ғөмүмән, дингә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә Ҡөрьәндә лә, Бәйғәмбәр хәҙистәрендә лә булмаған нәмәләр, үҙеңдең шәхси фекереңә генә таянып ниҙер сығарып һөйләү айырыуса ҡурҡыныс ялған һәм ололарҙан-оло гонаһ! "Бәйғәмбәр шулай, йә былай тип әйткән", тигән мәғлүмәттәрҙе сәхих хәҙистәр йыйынтығынан үҙең уҡып, йә мәҙрәсә белеме булған имамдарҙан ишетеп кенә һүҙ алып барыу мөмкин. "Минең хаҡта ялған һөйләгән кешенең гонаһы башҡа кеше хаҡында һөйләгән ише генә түгел. Ундай кеше Ахирәттә Утта (тамуҡ уты күҙ уңында тотола) буласаҡ", тип әйткән рәсүлуллаһ.
Үкенескә, бәғзе кешеләр Раббыбыҙ тураһында, йә иһә Уның илсеһе хаҡында һәр төрлө уйҙырма хикәйәттәр, хатта көләмәстәр һөйләүҙән дә тартынмай. Нисек кенә көлкөлө тойолһа ла, нисек кенә башҡаларҙы көлдөргөң килһә лә, бындай гонаһлы эштән тыйылып тороу мотлаҡ. Ҡиәмәт көнөндә һәммәбеҙ ҙә ҡылған эшебеҙ өсөн генә түгел, ә һәр бер әйткән һүҙебеҙ өсөн хисап бирәсәкбеҙ. "Ә уйыбыҙ өсөн?" тип һорай бәғзеләр. Күңелгә килгән уй өсөн генә кеше яуаплы түгел, сөнки әҙәм башына ниндәй генә уйҙар килмәүе мөмкин... Әлеге мәкерле шайтан кешенең аңына һәр төрлө үәсүәсә ҡылырға йәтеш йөрөй. Ул ишеттермәй генә кешенең күңеленә "шыбырлай" торған һәләткә лә эйә. Бына шуның өсөн дә уйыбыҙға баш булырға тырышырға тейешбеҙ. Ниндәйҙер берәй шундайыраҡ анекдот, йә иһә ғәйбәт булырҙай хәбәр ҡасандыр ишеткән булһаң да, иҫеңә төшөү менән "әғүҙубилләһи минәшшәйтәниррәжим" тип уны онотоу яйын ҡарау кәрәк. Ә шул насар хәбәр ауыҙыңдан сыҡты икән, һин үҙең уйлап сығармаған булыуға ла ҡарамаҫтан, был мәғлүмәт һинең ғәмәл дәфтәреңә яҙыла. Был хаҡта мотлаҡ ҡасандыр яуап бирергә һәм уның язаһын алырға тура киләсәк. Бына нимә өсөн, алдау - бик насар нәмә. Ялған шаһитлыҡ ҡылыуҙың да Аллаһ Тәғәләгә тиңдәш биреү һәм ата-әсәне ҡәҙер итмәү һымаҡ иң оло гонаһтарға һаналғанлығы хаҡында Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) әйткән хәҙис бар.
Кемделер ҡурҡытыу юлы менән дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте һөйләргә мәжбүр итеү осраҡтары ла булыуы мөмкин. Бындай мәлдәрҙең, әлбиттә, үҙенсәлектәре бар. Мәжбүри рәүештәге алдашыу тураһындағы мәғлүмәтте махсус белемле ҡазыйҙар Ҡөрьән һәм Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) сөннәтенә таянып яуап бирә ала. Бына ошо хаҡта ине әйтер һүҙем. Аллаһы Тәғәлә һәммәләребеҙгә тик хаҡ һүҙҙәр генә һөйләп ғүмер кисерергә насип ҡылһын.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 22 - 28 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА