«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АТАЙ-ОЛАТАЙҘАРЫБЫҘ КИЛӘСӘКТЕ АЛДАН КҮРГӘН
+  - 

Күренекле шағир, яҙыусы, драматург һәм публицист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡов 2007 йылда, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам иткән көндәрҙә алып килгәйне редакциябыҙға ошо мәҡәләһен. Ошо тарихи датаны, уның әһәмиәтен тағы бер тапҡыр күҙҙән үткәрәйек әле, тип, Ғәзим Ғәзиз улының яҙмаһын ҡабатлап баҫырға булдыҡ.

Ҡушылыумы, берләшеүме?

Әгәр ҙә беҙ 450 йыл элек Рус дәүләтенә ҡушылмаған булһаҡ, бөгөн беҙҙе нимә көтөр ине, тигән һорауҙы хәҙер йыш бирәләр. Был һорауға яуап биреү өсөн, иң тәүҙә, беҙҙең халыҡ өсөн шул осорҙағы тарихи хәлде күҙаллау мөһимдер. Ул саҡтағы Башҡортостан, башҡорт халҡы Себер, Нуғай, Әстрхан, Ҡазан ханлыҡтары уратыуында тороп ҡала. Әлбиттә, иге-сиге булмаған далалары, урмандары, тауҙары, йылғалары йәйрәп ятҡан башҡорт еренә был ханлыҡтар, майлы ҡалъяға ынтылғандай, тамшанып йәшәгән. Бер туҡтауһыҙ теге яҡтан да, был яҡтан да башҡорт еренә һөжүм иткәндәр. Башҡорттар ғүмер-ғүмергә уларға ҡаршы һуғышҡан. Тап шундай мәлдә Рус дәүләтенә ҡушылыу идеяһы тыуған да инде. Дөрөҫөрәге, иң тәүҙә Рус батшаһы Иван Грозный үҙе илселәрен Башҡорт иленә ебәреп, ҡушылыу шарттарын аңлатҡан. Беҙ бына ошо тарихи фактты һәр саҡ күҙ уңында тоторға тейешбеҙ. Юғиһә, тарих бер яҡлы ғына аңлатыла: йәғни, башҡорт бейҙәре Аҡ батшаға баш һалырға Мәскәүгә үҙҙәре барған, тигән фекер нығынған беҙҙә. Тәүге аҙым Мәскәү яғынан эшләнгән дә инде. Ҡазан ханлығын яулаған саҡта Рус батшалығы башҡорттарҙың хәрби ғәйрәтенә таң ҡала. Был хаҡта бик күп тарихи китаптарҙа яҙыла. Мәскәүҙең илселәрен Башҡорт ере ихлас ҡабул итә, ҡунаҡ итеп оҙата. Тәүгеләрҙән булып 1555 йылда Мәскәүгә меңле ырыуы башҡорттары бара. Ун бер кеше була улар. Уларҙың исемдәре билдәле түгел. Артабан инде меңлеләргә юрматылар, бөрйәндәр, үҫәргәндәр, ҡыпсаҡтар һәм тамъяндар ҡушыла. 1557 йылға инде башҡорттарҙың күп кенә ырыуҙары Рус дәүләтенә ҡушылыу идеяһын яҡлай. Рус батшалығы башҡорттарға символик яһаҡ түләү, кәрәк саҡта ғәскәри бурыс үтәү шартын ҡуя. Башҡорттар иһә ерҙәренең аҫабалыҡ хоҡуғын нығыта. Бер яҡтан ҡарағанда, башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылыуы ике яҡлы килешеү нигеҙендә башҡарыла. Бәлки, бында ҡушылыу түгел, бер ни тиклем кимәлдә берләшеү, бер ҡорға инеү хаҡында һүҙ алып барырға ла мөмкин булыр ине. Әммә барыһы ла шыма ғына барған тип әйтеү ҙә дөрөҫлөккә тура килеп бөтмәҫ. Был процесс бик оҙаҡ дауам итә, Урал тауҙарында йәшәүсе ҡайһы бер ырыуҙар оҙаҡ ваҡыт ҡушылыуға ҡаршы көрәшә. Ни өсөн Ислам динен тотоусы мосолман ҡәүемдәре һәм халыҡтары солғанышында йәшәүсе башҡорттар күршеһендәге ҡәрҙәш халыҡ менән берләшеүҙән ҡасып, бөтөнләй сит диндәге Рус дәүләте менән ҡушылыуҙы хуп күргән һуң? Белеүебеҙсә, ул саҡта "Ҡаҙан башҡорттары" тигән төшөнсә лә булған. Улар ниндәй телдә һөйләшкән, артабан ҡайҙа булған? Әлбиттә, улар бер ҡайҙа ла китмәгән, татарҙар тарафынан йотолған. Атай-олатайҙарыбыҙҙың зирәклеге ошонда күренә лә инде. Улар халҡыбыҙҙы башҡаларҙан йотолоуҙан һаҡлауҙың тик ошо ғына юлын иң ҡулайы, берҙән-бер юлы тип күргән, тимәк. Славян телендә һөйләшеүсе, христиан дине тотоусы дәүләтселек яғынан туранан-тура бындай ҡурҡыныстың янамауын улар тәрән аңлаған тип фаразларға ла була. Яугирлыҡ сифаттары буйынса һәм ғөрөф-ғәҙәте яғынан беҙгә яҡын торған мишәрҙәрҙең яҙмышын килтереү ошо урында бик урынлы булыр. Рус дәүләтенә ҡушылмаған булһаҡ, беҙҙе лә мишәрҙәрҙең яҙмышы көтөүе бик ихтимал булған, тип уйлайым. Нуғайҙар ҙа беҙгә бик яҡын халыҡ булған. Уларҙың бер өлөшө башҡорттар тарафынан йотола хатта. Әммә бер генә башҡорттоң да нуғай булғыһы килмәгән.

Үҙ иркең менән...

XVI быуатта Рус дәүләтенә ҡушылырҙан алда беҙҙең уратыуҙа йәшәүсе нуғай, ҡырым, себер ҡәүемдәре Рус дәүләте тарафынан яулана һәм был саҡта инде батшалыҡ башҡорттарға ғәскәри көс булараҡ таяна. Алдараҡ Ҡаҙан ханлығы яулана. Татарҙарҙан тыш, нуғайҙар, ҡырымдар һәм себерҙәр һуңынан халыҡ һәм милләт булараҡ үҫешә алмай, бер нисә өлөшкә бүленеп, башҡа ҡәүемдәр, дәүләттәр тарафынан йотола. Заманында ханлыҡтары һәм дәүләтселектәре булған был ҡәүемдәрҙе беҙ бөгөн айырым халыҡ тип белмәйбеҙ. Ошо урында атай-олатайҙарыбыҙҙың тағы бер зирәклеген билдәләү кәрәктер. Үҙ иркең менән ҡушылыу һәм яуланыу араһында айырма ҙур шул. Яулаусы, баҫып алыусы һәр саҡ яуланған яҡҡа үҙенең дине, тел һәм ер буйынса ҡәтғи шарттарын ҡуя һәм уларҙың мотлаҡ үтәлешен талап итә. Йәғни яуланған территория, халыҡ тулыһынса яулаусының мөлкәт-даирәһенә әүерелә. Ошо урында башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуының тағы бер тарихи сәбәбен асыҡларға булалыр, минеңсә. Монгол-татарҙарҙы, даланың башҡа бәшәнәк кеүек ҙур ғына ҡәүемдәрен юҡ иткән урыҫтарҙың яҡын йылдарҙа ҡеүәтле дәүләт булып аяҡҡа баҫасағын һәм хәрби машинаһын Уралға һәм Себергә табан йүнәлтерен алдан белгәндер ата-олатайҙар.
Рус дәүләте менән башҡорттарҙың үҙ-ара Килешеүе хаҡында документ булғанмылыр-юҡмылыр, әммә башҡорт бейҙәренә, тархандарына биргән грамоталарҙа үҙ-ара килешеү мөнәсәбәте барыбер сағыла. Был иң тәүҙә ергә хоҡуҡ мәсьәләләренә барып тоташа.

(Дауамы. Башы 19-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №20, 22 - 28 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.05.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru