«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ТОРА-БАРА БАШҠОРТТАРҒА РУС ТЕЛЛЕ БУЛЫП ҠАЛЫУ ХӘҮЕФЕ ЯНАМАЙМЫ?
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты мөғәллимдәре - башҡорт әҙәбиәте һәм ватан һүҙ сәнғәте кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор, РФ мәғәриф өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы ГӘРӘЕВА һәм журналистика кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Азамат Абдрахман улы ҒӘЛЛӘМОВ ҡатнашты.

Әңгәмәбеҙ башында үҙегеҙҙе уҡыусыларыбыҙ менән таныштырып китегеҙ әле.

Азамат Ғәлләмов:
Мин Сибай ҡалаһында тыуғанмын, 1958 йылда атайымды, Абдрахман Әбдрәхим улын Өфөгә, Башҡортостандың уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтына эшкә саҡыралар, шуға күрә бала сағым баш ҡалабыҙҙа үтте. Нәҫел тамырҙарыбыҙға килгәндә, ата-бабаларыбыҙ араһында бөрйән, ҡыпсаҡ ырыуҙары вәкилдәре булған, әсәйем яғынан олатайым - түңгәүер ырыуынан.
Гөлфирә Гәрәева: Учалы районының Илтабан ауылында тыуып үҫкәнмен. Инәйем яғынан ата-бабаларыбыҙ хәҙерге Силәбе өлкәһенең Бәғерәк йылғаһы буйын төйәк иткән табын башҡорттары була. Учалы районы башҡорттарының күпселеге ҡара табындарға ҡараһа ла, тыуған яғыбыҙ тарихын бик яҡшы белгән Спартак Ильясов ағайыбыҙ ғаиләбеҙҙең барын табындар нәҫеленән булыуы хаҡында әйткәйне.

Һеҙ филолог һөнәрен һайлағанһығыҙ, бының билдәле бер сәбәптәре барҙыр?

Азамат Ғәлләмов:
Һөнәр һайлауым үҙенән-үҙе килеп сыҡты тип әйтер инем. Әсәйем буйынса олатайым Шакир Мостафин - география һәм тарих уҡытыусыһы, мәрйә өләсәйем Анастасия Сидельникова һәм әсәйем Суфия Мостафина - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Атайым Абдрахман Ғәлләмов башҡорт теле уҡытыусыһы, күренекле методист, ул Башҡортостанда "Әлифба" авторы булараҡ та танылыу тапҡан шәхес. Шуға күрә үҙебеҙҙең университеттың филология факультетын һайлауым бер ҙә ғәжәп түгел.

Азамат Абдрахман улы, һеҙ башҡортса таҙа һөйләшәһегеҙ, ғаиләгеҙҙә башҡортса аралашҡанһығыҙҙыр?

Азамат Ғәлләмов:
Әлбиттә, шулай. Әммә бер үк ваҡытта рус телен белеү зарурлығы ла булды. Өфөнөң 107-се мәктәбендә 6 йыл уҡығас ҡына яңы асылған 20-се башҡорт мәктәбенә күстем. Шуға тиклем Өфө башҡорттары балаларына туған телен өйрәнеү мөмкинлеге булманы. Мин уҡыған кластағы 25 башҡорт балаһынан 5-6-һының ғына туған телендә һөйләшә белеүе ошоға дәлил.
Гөлфирә Гәрәева: Ул заман өсөн ошо 5-6 баланың да туған телен белеүе бик фәһемле факт, тимәк, уларҙың ата-әсәләре балаларын туған теленә үҙҙәре өйрәтә алған.
Азамат Ғәлләмов: Уныһы шулай, әммә бында олатай-өләсәйҙәрҙең йоғонтоһон иҫәпкә алырға кәрәк. Улар ауылдарҙа йәшәй, йәйге каникулдар башланыу менән беҙҙе ауылға оҙаталар. Ул саҡта Баймаҡтан Өфөгә бәләкәй самолет та оса ине, август аҙағында ғына ата-әсә йортона ҡайтып етәбеҙ. Ауылда ололар ҙа, балалар ҙа тик башҡортса ғына һөйләшкәс, туған телебеҙҙе яҡшы ғына үҙләштерә алғанбыҙ.
Гөлфирә Гәрәева: Мин тәүҙә тыуған ауылымда башланғыс мәктәптә, һуңынан Ҡунаҡбай ауылы урта мәктәбендә уҡыным. Уны тамамлағас, БДУ-ның филология факультетына юлландым. Ул саҡта факультеттың башҡорт-рус һәм татар-рус бүлектәренә берәр төркөм, рус бүлегенә 3 төркөм ҡабул ителде.

Университет уҡытыусыларынан студенттарҙың иҫендә ҡалған, улар өсөн бик йоғонтоло булған остаздар була. Үҙегеҙҙе уҡытҡандарҙан кемдәрҙе иҫкә алыр инегеҙ?

Азамат Ғәлләмов:
Мин филфактың рус бүлегендә уҡыным, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерҙем. "Тел белеменә инеш" тигән фән буйынса Нина Дмитриевна Ғарипованың, "Славян филологияһына инеш" буйынса Юлия Петровна Чумакованың, шулай уҡ Давид Семенович Гутмандың лекциялары бигерәк тә ҡыҙыҡлы булып хәтерҙә ҡалды. Ә бына филфактың тере легендаһы Лев Григорьевич Барагты тыңлауы, бигерәк тә уның артынан конспект яҙыуы ауырыраҡ була торғайны: лекцияларында уның үҙе өсөн әһәмиәтле булған лирик сигенеүҙәре йыш ҡабатлана торғайны.
Гөлфирә Гәрәева: Мин университетта 1977-1982 йылдарҙа уҡыным. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың лекцияларын бигерәк тә яратып тыңланыҡ, курсташтарыбыҙ менән осрашҡан саҡта уны хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Оло быуын профессорҙарынан Әхнәф Нурый улы Кирәев (Кирәй Мәргән) бик олпат шәхес булып иҫтә ҡалған. Ул аудиторияға әкрен генә атлап килеп инә, ҡабаланмай ғына ҙур портфелен өҫтәлгә ҡуя, яулыҡ ҙурлығындай ҡулъяулығы менән тирләп киткән битен, танауын ипләп кенә һөртөп алғас, лекцияһын башлап ебәрә. Мәрхүм ғалимыбыҙ Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов Кирәй Мәргәндең, башҡорт фольклористикаһының иң күренекле белгесе булыуына ҡарамаҫтан, етәкселек тарафынан тейешенсә баһаланмауы хаҡында әйтә торғайны. Күрәһең, фронтовик-яҙыусы, олуғ ғалим түрәләргә яҡшатланып бармағандыр. Фольклорҙы уның әлегә тиклем бик ҡиммәтле булған "Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары" тигән китабы буйынса ихлас өйрәндек.
Ә Ғәлләмов Абдрахман ағайыбыҙҙан башҡорт телен уҡытыу методикаһы буйынса һабаҡтар алдыҡ. Уның беҙгә, буласаҡ уҡытыусыларға, киҫәтеп әйткән һүҙҙәре әле лә иҫемдә: "Мәктәп уҡытыусылары шәл ябынып, быйма кейеп, дөп-дөп атлап йөрөйҙәр, һеҙ улай итмәгеҙ!" Ул уҡытыусыны эстән дә, тыштан да матур итеп күрергә теләгән инде. Факультет деканы Марат Вәли улы Зәйнуллин, кафедра мөдире Нәғим Хажғәле улы Ишбулатов, Кирәй Мәргәндән һуң башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире булып ҡалған Роберт Байымов бик көслө уҡытыусылар ине. Яҙыусы һәм ғалим, университет проректоры Миҙхәт Фазлый улы Ғәйнуллин бик абруйлы, һоҡланғыс шәхес булды. Йәшерәк быуын уҡытыусыларынан факультет деканы урынбаҫары Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов та башҡорт студенттарына ҡарата бик иғтибарлы булды.

Уҙған быуатта юғары уҡыу йортонда төп ике белем сығанағы - китап һәм уҡытыусы үҙе, техник мөмкинлектәр юҡҡа иҫәп. Шуға күрә буласаҡ кадрҙарҙың профессиональ кимәле иң элгәре уларҙы уҡытҡан остаздары менән бәйле булыуын билдәләп үтергә кәрәктер...

Гөлфирә Гәрәева:
Тап шулай. Уҡытыусыларыбыҙ беҙҙең аңыбыҙға белем һәм ғилемдең үҙебеҙ һайлаған һөнәр өсөн ни тиклем мөһим булыуын һеңдерә алған. Филология факультетын тамамлағандар араһында күренекле шәхес булып үҫеп киткәндәр бик күп бит ул: ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, мәғариф алдынғылары, атҡаҙанған уҡытыусылар, билдәле етәкселәр. Заманында кешеләрҙе белеменә һәм эшмәкәрлегенә ҡарап үҫтерҙеләр, һәм был етәксе органдар өсөн төп принцип булды.

Совет заманы студенттары менән хәҙерге уҡыусы йәштәрҙе сағыштырһаҡ, ниндәй оҡшашлыҡ йә иһә айырмалар булыуын билдәләр инегеҙ?

Азамат Ғәлләмов:
Беҙҙең йәшлегебеҙ осоронда телевизор ҡарау модала булды, беҙҙе хатта, уның менән мауығып, китапты аҙ уҡыуҙа ғәйепләй торғайнылар. Заманалар үҙгәрҙе, хәҙерге йәштәр интернетта, социаль селтәрҙәрҙә ултыра, төрлө мессенджерҙар менән мауыға, шуға беҙ ҙә уларҙы китап уҡымауҙары өсөн әрләйбеҙ. Был яҡтан ҡарағанда, әллә ниндәй айырма юҡ та һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙән үҙаллы уҡый, эшләй белеү талап ителде. Китапханаға бараһың, кәрәкле китапты эҙләйһең, уҡыйһың, конспект яҙаһың. Хәҙер бит интернет заманы, студенттар шунан әҙер материалдарҙы ҡулланырға әүәҫ. Һуңғы осорҙа яһалма интеллектты ла үҙҙәренә ярҙамсы итеп ала беләләр.
Гөлфирә Гәрәева: Ҡайһы саҡта студенттарға бирелгән эштәрҙе тикшерә башлаһаң, яҙылғандарҙың айышына ла төшөнөрлөк булмай: тегенән-бынан алынған мәғлүмәттәр яһалма рәүештә ялғанып, яҙма ҡорамаға әйләнә. "Интернеттан алынған сүп-сарҙы тапшырып та тормағыҙ, барыбер ҡабул итмәйәсәкмен", - тип киҫәтергә тура килә. Бер яҡтан ҡараһаң, хәҙерге студенттар беҙгә ҡарағанда йылдамыраҡ, киңерәк ҡарашлы булһа, яңы технологиялар менән эш итергә тиҙерәк өйрәнә алһа, икенсе яҡтан хөртөрәк кеүек тә тойола, сөнки уларҙа үҙаллы фекер йөрөтөү, һығымталар эшләй алыу беҙҙең саҡтағынан ҡайтышыраҡ. Шулай ҙа ғилми сығанаҡтарҙы өйрәнеүҙең ни тиклем мөһим булыуын улар ҙа аңлай. Бынан ун йылдар самаһы элегерәк, смартфондар, интернетлы телефондар булмаған саҡта студенттар уҡырға ноутбук менән йөрөй башланы. "Ноутбуктан мәғлүмәт алыуымы, әллә китаптарҙан белем эстәү ҡыҙыҡлыраҡмы?" - тип һорау бирәм. Студенттарым китап менән эшләүҙең күңелгә яҡыныраҡ булыуын белдерҙе шул саҡта. Йәшәйешебеҙгә ниндәй генә яңы мәғлүмәт технологиялары инмәһен, китап барыбер иң мөһим белем сығанағы булып ҡаласаҡ, шуға күрә ҡағыҙға баҫылған китаптың ғүмере бөтмәйәсәк.

20-30 йылға алғараҡ күҙ һала алһаҡ, хәҙерге студенттар араһынан да күренекле шәхестәр, ғалимдар, яҙыусылар, журналистар сығырына ышаныс бармы?

Азамат Ғәлләмов:
Әлбиттә, бар. Һәр бер осорҙоң үҙенә күрә һәләтле студенттары, тырышып уҡығандары була. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, бик һәләтле һәм уртаса уҡығандар араһындағы нисбәт шул килеш ҡала: беҙ университетта уҡыған саҡта 100 студенттың ете-һигеҙе алдынғыраҡ булһа, хәҙер ҙә шулай.
Гөлфирә Гәрәева: Олораҡ быуын кешеләре үҙҙәренең йәш сағын күркәмерәк итеп иҫләй, хәҙерге заман йәштәрен йыш ҡына тәнҡитләргә лә ярата. Элек-электән шулай булған, ә тормош үҙгәрә бара, барыбер алға китеш һиҙелә. Шул уҡ башҡорт журналистикаһын ҡараһаҡ, ниндәй генә ауыр замандар булмаһын, ул бар һәм йәшәйәсәк. Йыл һайын уҡырға инеүселәр араһында һәләтле студенттар табылып тора, ижадҡа ынтылыусылар ҙа бар беҙҙә. Тик шуныһы, ҡайһы берәүҙәр, уҡыуҙарын тамамлағас, ижади үҫеш юлынан ситләшеп тә китә.
Азамат Ғәлләмов: Беҙҙең филфакты мультиплатформа тип нарыҡлап була: беҙҙән филологтар ғына түгел, артистар, йырсылар, бейеүселәр һәм башҡа ижади һөнәр эйәләре лә сыға.
Гөлфирә Гәрәева: Уныһы ла кәрәк, әммә тормошта тик йырлап-бейеп кенә йәшәп булмай. Программалар буйынса ҡаралған белемдәрҙең студенттар тарафынан яҡшы үҙләштерелеүе мотлаҡ. Был яҡтан талапсанлыҡты кәметмәйбеҙ. Ижадҡа килгәндә, факультетыбыҙҙа күп йылдар дауамында студенттарҙың "Шоңҡар" әҙәби түңәрәге эшләп килде. Күренекле уҡытыусы-ғалимдар, яҙыусылар Мирас Иҙелбаев, Әхмәт Сөләймәнов, Зәйтүнә Шәрипова, Аҫылғужа Баһуманов кеүек ижади шәхестәрҙең фатихаһы менән әҙәбиәткә һәм журналистикаға тиҫтәләгән, йөҙәрләгән йәш ижадсылар килде. "Шоңҡар" бөгөн дә әүҙем эшләй, төрлө әҙәби саралар, осрашыуҙар ойошторолоп тора. Студенттарҙың ошо әҙәби берекмәһен бөгөн йәш шағирә Зарина Бағышаева етәкләй.

Йәшерен-батырын түгел, бөгөнгө ваҡытлы матбуғат баҫмаларындағы журналистарҙың күбеһе оло йәштәге кешеләр. Һеҙҙең факультетты тамамлап сыҡҡан йәш белгестәр гәзит-журналдарға эшкә килергә ашҡынып тормай...

Азамат Ғәлләмов:
Бының төп сәбәбе - журналистарҙың эш хаҡының түбән булыуында. Эшләп тапҡан аҡсаң йәшәү өсөн тейешле шарттар булдырыуға етмәй икән, йәш кеше бындай эште һайламаясаҡ.
Гөлфирә Гәрәева: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университетының һәм беҙҙең университетыбыҙҙың филология факультеттарына ауыл балалары уҡырға инә. Уҡыуҙарын тамамлаған йәш белгестәрҙең эш хаҡы бик түбән. Уларҙың ҡалала үҙ фатирҙары юҡ. Шулай булғас, улар ҡалала йәшәү өсөн башҡа сығымдарҙы, төшөмлөрәк урындарҙы һайлай.

Совет осоронда башҡорт мөхитендә ике теллелек өҫтөнлөк итте. Мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡыттылар, рус теленә лә өйрәттеләр. Әлеге ваҡытта башҡортса аралашыу кәмей барып, рус теле өҫтөнлөк итә башланы. Тора-бара башҡорттарға бер телле - рус телле булып ҡалыу хәүефе янамаймы?

Гөлфирә Гәрәева:
Дөрөҫөн әйткәндә, элекке осорҙа уҡыусыларҙың рус телен белеүе мәктәптәрҙә уның нисек уҡытылыуы менән бәйле булды. 10 йыл уҡып та, рус телен йүнләп белмәй сығыусылар була торғайны. Ә туған телебеҙҙе бала саҡтан уҡ үҙенән-үҙе өйрәнә инек. Хәҙер киреһенсә килеп сыға, сөнки ғаиләләрҙә балалар менән русса аралашыу киң таралып китте. Һеҙ әйткән хәүефтән ҡотолоу юлы бер - ата-әсәләр ғаиләләрендә балалары менән тик башҡорт телендә генә һөйләшергә тейеш. Бындай ғаиләләр бар ул, беҙгә уларҙы өлгө итеп ҡуйыу фарыз.
Азамат Ғәлләмов: 90-сы йылдарҙа байтаҡ ҡына башҡорт зыялылары туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу идеяһын күтәреп сыҡты. Улар башҡорт мәктәптәрендә предметтарҙы туған телебеҙҙә уҡытыуҙы талап итте, сөнки 50-се - 60-сы йылдарҙа мәктәптәребеҙҙә шул уҡ математика, физика, химия предметтары башҡортса уҡытылған. Әммә уларҙың һүҙе өҫкә сыҡманы. Хәҙерге көндә ысын башҡорт мәктәптәре бөтөп бара, сөнки башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән башҡа барса предметтар русса уҡытыла.
Гөлфирә Гәрәева: Уныһы шулай, әммә әлеге ваҡытта уҡыу планында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә сәғәттәрҙең бик аҙ бүленеүе лә бәкәлгә һуға. Аҙ ғына ваҡыт уҡытып, күпте талап итеп булмай. Дәрестәр һанын арттырғанда һөҙөмтә яҡшыраҡ булыр ине.
Азамат Ғәлләмов: Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: башҡорт телен ҡулланыу даирәһе үтә тар. Уны нисек итеп киңәйтеү юлдарын эҙләү, табыу һәм тәҡдим итеү бик мөһим.

Ғалим-методист Вәкил Исмәғил улы Хажин хәҙерге мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу методикаһын тамырынан үҙгәртеп ҡороуҙы тәҡдим итә. Уныңса, туған тел дәрестәрендә уҡыусыларҙы грамматика ҡағиҙәләренә генә өйрәтеүҙән ваз кисеп, уларҙың туған телендә фекерләй алыуын үҫтереүсе күнекмәләргә өҫтөнлөк биреү бик һөҙөмтәле буласаҡ. Әүәл башҡорт мәктәптәренә туған телендә иркен һөйләшә белгән балаларға башҡорт әҙәби теленең грамматикаһын өйрәтеү урынлы булһа, бөгөн башҡортса аңлай һәм һөйләшә лә белмәгән балаларға шул уҡ грамматика дәрестәрен индерәбеҙ...

Гөлфирә Гәрәева:
Был мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙар күп булды. Грамматиканың бихисап ҡағиҙәләрен яттан белеүҙең кешенең тормошонда бер кәрәге лә юҡ. Грамматизм принцибын икенсе планға күсереп, һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн яңы дәреслектәр кәрәк буласаҡ. Был осраҡта өлгө сифатында инглиз теле дәреслектәрен күрһәтергә була. Улар уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы итеп төҙөлгән, сағыу иллюстрациялар менән биҙәлгән, төрлө ситуатив әңгәмәләр киң ҡулланыла. Дәреслек балалар тормошон сағылдырырға тейеш. Дәрес һайын ҡатмарлы грамматик конструкцияларҙы дөрөҫ атай алыуға ҡоролған уҡыу процесы балаларҙы ялҡыта, улар был эштәрҙең ниндәй маҡсатта башҡарылыуын аңламай.
Бына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ икенсе бер милләт балаларына уҡытабыҙ, уларға ла грамматика ҡағиҙәләрен тылҡыйбыҙ, ә уның урынына ябай ғына тормош ситуациялары буйынса һөйләмдәр төҙөргә, һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланырға өйрәтергә, уларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә кәрәк бит инде. Миҫал өсөн үҙебеҙгә нисек итеп рус телен уҡытҡандарын иҫкә алырға була. Аҙмы-күпме русса уҡырға, яҙырға өйрәнеү менән аңыбыҙға рус теленең грамматикаһын һеңдерә башланылар: склонение, спряжение кеүек нәмәләрҙе шартлатып ятлап алабыҙ, һөйләмдәрҙе анализлайбыҙ, һәр даим диктанттар яҙабыҙ һ.б. Ә ҡалаға барһаҡ, баҙап ҡалабыҙ, русса ике һүҙҙе ҡушып әйтә алмайбыҙ. Акцент менән булһа ла русса иркен һөйләшергә өйрәтһәләр, русса аралашыусылар мөхитенә тиҙерәк яраҡлашыр инек. Ә бөгөн башҡорт телен мәктәптәрҙә өйрәнеп тә, һөйләү телмәре юҡҡа иҫәп балалар ҙа шундай хәлдә ҡалды. Ҡәҙимге мәктәптәрҙә балаларға сит ил телдәрен өйрәтеү шундай уҡ принципҡа ҡоролған ине, һөҙөмтәлә уҡыусыларҙың бөтәһе лә тиерлек мәктәптән инглизсә йә немецса һөйләшә белмәй сыҡты.

Шуға күрә туған телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу өсөн мөмкин булған барса юлдарҙы, сараларҙы, методтарҙы мотлаҡ ҡулланыу зарурлығын инҡар итеп булмай. Юғиһә, һуңғы башҡорт яҙыусыһының туған телендә донъя күргән һуңғы китабы фантастик күренештән ысынбарлыҡҡа әүерелеүе мөмкин...

Азамат Ғәлләмов:
Һеҙ әйткәндәр менән тулыһынса килешәм. Йәнә тағы ла бер проблеманы атап үтеү фарыз. Һуңғы осорҙа башҡорттарҙың ауылдарҙан күпләп ҡалаға күсеп китеүенә шаһитбыҙ, демографик статистика ла шуны дәлилләй. Был объектив процесс, ул артабан да дауам итәсәк. Теләйһеңме, теләмәйһеңме, ҡала мөхитендә кешенең психологияһы үҙгәрә, уның көнкүрешендә лә, хис-кисерештәрендә лә ауыл кешеһенә хас булмаған сифаттар барлыҡҡа килә. Ә башҡорт яҙыусылары һаман да ауыл тематикаһынан арына алмай. Ҡала башҡорттары тормошон сағылдырған әҙәби әҫәрҙәр ҙә кәрәк беҙгә.

Әҙәбиәт темаһына ҡағылабыҙ икән, бер йәнгә ятмаған күренеш күҙәтелә хәҙер: бәләкәй проза әҫәрҙәренең, шул уҡ хикәйәләрҙең сюжеттарында тормошта ысынлап та була торған кире күренештәр: бәхетһеҙ мөхәббәт, хыянат итеү, көсләү, үс алыу, ыҙғыш-талаштар, үлтереш, эскелек, башҡаларға яманлыҡ ҡылыу кеүек негатив ситуациялар ҙур урын биләй. Быларҙы мин "ҡара проза" әҫәрҙәре тип атар инем. Ә әҙәбиәттең төп маҡсаты - кешеләрҙе яҡтыға, әҙәпкә, изгелеккә өндәү булырға тейеш бит...

Азамат Ғәлләмов:
Бындай сюжеттар прозала элегерәк тә бар ине ул, бигерәк тә уҙған быуаттың 60-сы йылдарында хасил булған "ауыл прозаһында". Быны ауылдарҙың юҡҡа сығыуы, тарҡалыуы менән бәйле кисерелгән ауыр хәлдәрҙең әҙәбиәттәге сағылышы итеп ҡабул итергә кәрәк.
Гөлфирә Гәрәева: Элекке әҙәбиәтебеҙҙә яҙыусы уҡыусыларын алға әйҙәп барһа, хәҙер киреһенсә - яҙыусы уҡыусы артынан эйәрә. Байтаҡ ҡына әҙиптәр уҡыусы нимәне ярата, ни хаҡында уҡырға теләй, әҫәрҙәрен шуға бағышлай. Шуға күрә сенсациялы ваҡиғаларға төп урын бирелә. Был тик башҡорт әҙәбиәтенә генә хас күренеш түгел. Күрәһең, юғары зауыҡлы әҫәрҙәрҙе бөгөнгө уҡыусылар ҡабул итмәҫ, тип уйлайҙарҙыр. Миҫал өсөн ир менән ҡатындың айырылышыуын тасуирлаған сюжетты алайыҡ. Башлыса, бындай әҫәрҙәр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яҙыла, сөнки ир-ат өсөн был ҡыҙыҡ түгел, әҙәби әҫәрҙәрҙе күберәк тәүгеләре уҡый. Ҡатынын ташлап киткән ир аҙаҡтан үкенә, ғаиләһенә кире ҡайтырға уйлай, ғәфү үтенә. Әммә ҡатыны, ғорурлығына барып, уны ҡыуып сығара. Киреһенсә булһа, ҡатын-ҡыҙ уҡыусы быны бер нисек тә ҡабул итмәҫ ине: нисек инде хыянат иткән иргә яңынан ышанып була?
Азамат Ғәлләмов: Ысынлап та, тәрән фәлсәфәле әҫәрҙәрҙе баҫтырыуы ҡыйын хәҙер, сөнки ундай китаптарҙы уҡыусылар берәм бөртөк кенә. Лев Толстойҙы хәҙер күп уҡыйҙармы? Йә иһә Достоевскийҙы? Әммә улар үҙ заманында гениаль яҙыусылар булып таныла, уларҙың философик әҫәрҙәрен бар донъя халҡы уҡый. Хәҙер яҙыусылар нисек итеп булһа ла популярлыҡ яулауҙы ҡайғырта. Әммә хәҙер уҡымаясаҡтар тип, тәрән идеялы әҫәрҙәр яҙыуҙан баш тартыу киләсәктән ваз кисеүгә тиң.
Гөлфирә Гәрәева: Уныһы шулай, яҙыусы бөгөн йәшәй, уға популярлыҡ бөгөн кәрәк. Ул әҫәрҙәрен яҙғанда ошо хаҡта уйлай.
Азамат Ғәлләмов: Мәҫәлән, 90-сы йылдарҙа рус яҙыусыларынан Пелевин бик популяр булды, уның әҫәрҙәре юғары баһаланды. Ул күп яҙа, әммә һуңғы йылдарҙа яҙғандарын уҡырғамы, юҡмы, тигән икеләнеү тыуа уҡыусыларҙа.

Нәфис әҙәбиәт тигән төшөнсә бар. Бик юғары төшөнсә ул. Хәҙерге осор әҙәбиәтенең нәфислеге юғала барған кеүек түгелме?

Гөлфирә Гәрәева:
Популярлыҡ артынан ҡыуған яҙыусылар тормошсанлыҡты үҙҙәренә бер ҡорған итеп алып, тормошта нисек, беҙ шулай яҙабыҙ, тип аҡлана. Ҡаралыҡ, негативлыҡ күренештәрен тасуирлау уҡыусыларҙа бер нисек тә юғары зауыҡ тәрбиәләүгә булышлыҡ итмәй. Был осраҡта яҙыусы үҙенең йәмғиәт алдындағы төп бурысын үтәй алмаясаҡ. Бына яңыраҡ "Ағиҙел" журналы редакцияһы Гөлфинә Сәлимова премияһына яҡты, саф, бәхетле мөхәббәт темаһына арналған хикәйәләр конкурсын иғлан итте, был башланғысты хупларға ғына ҡала. Йәнә әҙәбиәт үҙе тел уҡытыусыһы ролен үтәгәнен оноторға ярамай. Беҙ үҙебеҙ ҙә рус телен рус әҙәбиәтен уҡып, ныҡлап өйрәндек. Бала башҡорт китаптарын ни тиклем күберәк уҡыһа, һөйләшергә лә тиҙерәк өйрәнәсәк. Шуға күрә тағы ла бер һығымта: башҡорт яҙыусылары йәшәһә, башҡорт әҙәбиәте йәшәһә, башҡорт теле лә йәшәйәсәк! Бала зиһене лакмус ҡағыҙы һымаҡ - ул ниндәй әҫәрҙәрҙе уҡый, шуны һеңдерә һәм мәғлүмәтле булыуын күрһәтеп тә тора. Китапханабыҙҙа китаптар аҙыраҡ булғас, Зәйнәп Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" романын әллә нисә ҡат уҡып сыҡҡайным. Шуға бер үкенес ҡалған: башҡорт, рус, башҡа халыҡтарҙың донъя кимәлендә билдәле булған яҙыусыларының әҫәрҙәрен бала саҡта уҡ уҡып, аң һәм мәҙәни үҫешеңде тиҙләтергә була ине бит.

Һис шикһеҙ, башҡорт телен бик боронғо телдәр иҫәбенә индереп була. Уның меңәр йыллыҡ тарихы бар. Шул уҡ ваҡытта туған телебеҙҙең тарихи этимологияһы буйынса ғилми хеҙмәттәр юҡҡа иҫәп. Был эште башлап ебәреүсе ғалимдар табылырмы икән?

Азамат Ғәлләмов:
Башҡорт теленең этимологик һүҙлеген төҙөү хаҡында һүҙ булғайны ул. Был проблема менән күренекле лингвист Талмас Мәғсүм улы Ғарипов та шөғөлләнә башлағайны. Башҡорт теленең этимологияһын ғилми яҡтан РФА ӨФТҮ-нең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары өйрәнергә тейеш, тип уйлайым.
Гөлфирә Гәрәева: Башҡорт теленең килеп сығышы, уның Урал-Алтай һәм башҡа төрки телдәре менән бәйләнеше проблемалары заманында күренекле ғалимыбыҙ Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың ғилми хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡайны. Шул уҡ этимология буйынса ла, телебеҙҙе башҡа бер телдәр менән сағыштырма планда яңы тикшеренеүҙәрҙе дауам итеү зарурлығы бар, быны телселәр үҙҙәре лә әйтә килә. Башҡорт теленең боронғолоғон иҫбатлауға арналған академик хеҙмәттәр милләттәштәребеҙҙең туған телебеҙ менән ҡыҙыҡһыныуын бермә-бер арттырыр ине. Киләсәктә ошо йүнәлештәге ғилми тикшеренеүҙәр әүҙемләшер, тип ышанайыҡ.

Шулай итеп...
Әңгәмәбеҙ аҙағында Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы һәм Азамат Абдрахман улы үҙҙәренең ғилми һәм педагогик эшмәкәрлектәре-нән, яңы быуын башҡорт студенттарын халҡыбыҙға һәм республикабыҙға файҙалы шәхестәр итеп тәрбиәләүҙән ҙур ҡәнәғәтләнеү табыуҙары хаҡында белдерҙе. Уларға тынғыһыҙ хеҙмәттәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 22 - 28 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.05.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru