
Мауыҡтырғыс был һөйләшеүҙе тупһа яғынан килгән тауыш бүлде.
- Рәшиҙәәәү, һин ҡайҙа? Һине күрәйем дә, хуш итәйем тигәйнем...
Йорт тупһаһына килеп сыҡҡан Сәлимә апай тауышын ишетеп, аласыҡтан әсәйем килеп сыҡты.
- Бер һүҙем дә бар ине. Шуны әйтәйем дә... - тип Сәлимә апай йәһәтләп аласыҡҡа яҡынлашты. Әсәйем иһә, уны аласыҡҡа индермәҫкә теләп, ҡулдарын йәйеп ебәрҙе лә:
- Әйт, әйт шул. Әйҙә, - тип, баҡса рәшәткәһе буйындағы эскәмйәгә ыңғайланы. Сәлимә апай бер аҙ аптырап торҙо ла, уның артынан эйәрҙе. Баҡса алыҫыраҡ шул. Уларҙың хәбәрен ишетмәнем. Әммә тағы ла мейестән ҡүҙ алырға тип ингәндә, әлегә таныш булмаған инәй, танауын мырш-мырш тартып илап ултыра ине. Уны йәлләп :
- Инәй, әсәйемдең бөгөн эше күп шул. Үпкәләмәгеҙ, хәҙер инер, - тинем.
- Беләм, беләм, балам, уның эше күп. Алты баланы ла, ирен дә, йәнә мал-тыуарҙы ла бер үҙе тигәндәй нисек ҡарап өлгөрһөн ти. Мин дә ул өлгөрмәгәндә, уның бәләкәй балаларына күҙ-ҡолаҡ булырға тырышам. Әле лә берәй ярҙамым теймәҫ микән тип килдем, ҡыҙым. Ҡайтырмын хәҙер. Оҙаҡламам. Атайың да тиҙҙән ҡайтыр эшенән. Апайың менән ағайың ҡайттымы әле мәктәптән? - тип әйтеп ҡуйҙы.
Шулай инде. Ваҡыт аяуһыҙ. Олоғайғас, шулай иләҫ-миләҫ итеп тә ҡуя. Йәшлеген хәтерләй торғас, шулай яңылышып та китәлер инде оло кешеләр. Уны тынысландырырға теләп:
-Юҡ әле, береһе лә ҡайтмаған, - тигән булдым. Уның сәйгә лә, теленгән тәмле бәлештәргә лә ҡағылмағаның күргәс, йәнә ғәжәпләнеп: - Сәй эсегеҙ, инәй, һыуына бит, - тинем, үҙем тәҙрәгә күҙ һалам. Тиҙерәк инһен ине әсәйем, инәйҙе яңғыҙ ҡалдырғы ла килмәй. Хәбәре ҡыҙыҡ та, тыңларға ваҡыт тар. Их, диктофоным булһа ине? Әйткәндәй, вәт аҡыл, смартфонда ла диктофон бар бит. Исмаһам, шунда яҙып алырға кәрәк. Аҙаҡ яҡшылап тыңлармын. Үҙҙәренә әйтмәй генә аласыҡҡа һалайым да китәйем. Әйҙә, яҙһын. Минең ҡунаҡ һыйлайһым бар бит әле. Кеҫәмдән смартфонымды алып, уның диктофонын тоҡандырып, кәштәлә ятҡан таҫтамал аҫтына тыҡтым да, ҡаҙанға һыу өҫтәп ҡойҙом һәм мейестәге утты яңыртырға керештем. Ҡайнар һыу кәрәк булыр әле. Был инәй яҡшылап күрмәй ҙә шикелле. Эйелеп мейес болғай башлауым булды, мине әсәйем менән бутап, ахыры, һүҙен дауам итте:
- Шунан теге ир-аттарҙан уларҙың кемдәр булыуын һораным. Башҡорттар беҙ, тинеләр. Төрөктәр менән һуғыш тамамланыуға бара. Беҙгә ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Шулай урман-тау аша яҡындағы паромға китеп барабыҙ, тинеләр. Иртәнсәк миңә утта ҡайнатып сәй эсереп, бер телем икмәк биреп, ауылым күренгәнсә оҙата барып, тороп ҡалдылар. Әсәйемә улар хакында һөйләмәнем. Аҙашып йөрөнөм, тинем. Бынан ары яңғыҙ ебәрмәйем һине урманға, тине ул, асыуланып. Күршеләге, минән өс йәшкә оло һонтор Хәким менән барҙыҡ тағы ике көн шул урманға, сытыр йыйырға. Өсөнсө көн дә киттек шулай. Бер яланға сығып, ял итергә булдыҡ. Алып килгән бер телем икмәгемдең ситен генә һындырып өлгөрҙөм, ҡалғанын, ҡулымдан тартып алып, Хәким тиҙ генә ауыҙына тыҡты. Ул да әсәһе менән яңғыҙ йәшәй. Инде ир ҡорона етеп килә, асығалыр, тип, өндәшмәнем. Бик ныҡ арытҡайны шул, ятып ҡына торайым, тигәнсә, йоҡлап киткәнмен. Түшемдән буйлап йылан шыуышып килә икән тип, төш күрәм. Бына ул йылан аяғым араһына ла шыуыша башланы. Ҡапыл өҫтөмә бер ағас ҡоланы икән тип, уянып киттем. Өҫтөмдә бер ҡулын түшемә, икенсеһен бот араһына ҡуйған, үҙе йыш-йыш тын алған Хәким ята. Ҡурҡышымдан ҡысҡырырға иткәйнем, Хәким ауыҙымды ҡапланы. Шулай күпмелер ваҡыт бар көсөмә Хәкимдең ауыр кәүҙәһен ситкә алырға маташҡанмындыр, белмәйем, "Туҡта!" тигән тауыш ишетелде. Хәким уны ишетмәне лә буғай, һаман үҙе теләгәнен алырға маташты. Бер мәл ул ауыҙымды ҡаплаған ҡулын ысҡындырҙы һәм мин, "Ҡотҡарығыҙ!" тип ҡысҡырып өлгөрҙөм. Күп тә үтмәй Хәким хәлһеҙ булып яныма тәгәрәне. Теге урман ситенән килеп сыҡҡан, өс көн элек мине ауылға сығарып ҡуйған егет һуйыл ағас менән Хәкимде иҫәңгерәткән икән. Мин тиҙ генә тороп баҫтым да, сытырҙарымды алып ҡайтырға ашыҡтым. Теге ҡотҡарыусы егет тә йәһәт кенә урман эсенә инеп юғалды. Уларға урындағы халыҡ менән аралашырға ярамаған, күрәһең. Ул арала Хәким дә иҫенә килде лә, һин барыбер минеке буласаҡһың, барыбер, тип һөйләнә-һөйләнә минең арттан эйәрҙе. Әсәйемә йыртылған күлдәгем мажараһын һөйләмәнем. Әммә башҡа Хәким менән урманға бармайым, тинем. Әсәйем бик ныҡ асыуланды, мине "Икмәк яуы, тиҙерәк кейәүгә лә сыҡмайһың бит, исмаһам, кибеп ҡатҡан йолҡош. Һинең урынға бер малай тапһамсы", тип битәрләне. Бер ғәйебем дә булмағанға бик ғәрләндем. Бигерәк тә апайым алдында йәберләүенә оялдым. Йәнә кис менән Хәкимдең әсәһе инеп, уға нимәлер һөйләп китте. Әсәйемдең быға тиклем шулай ныҡ ярһығанын күрмәгән инем әле. Ҡулына нимә эләгә, шуның менән миңә һелтәп, күҙемә күренмә, тапҡанһың кем менән уйнаш итергә, тип, өйҙән ҡыуҙы. Төнө буйы һарай артында иланым да иртән урманға киттем. Ҡайҙа киткәнемде күрмәһендәр, тип, саҡ ҡына ситкәрәк, Оло йылға ярына яҡын урманға ыңғайланым. Былай йәшәгәнсе, үлеүең артыҡ, тип, йылға ярына атланым. Хоҙай ҡушҡандыр, йылғала бер ҡалҡып, бер батып барғанда кемдеңдер көслө ҡулдары күтәреп алды. Күҙҙәремде асһам, йәнә шул егет. Ул бер һүҙ ҙә әйтмәне. Күтәреп, урман ситендәге аты өҫтөнә һалды ла, ары киттек. Үҙҙәре менән шулай мине алып киттеләр. Кесе һеңлеләре кеүек ҡәҙерләп кенә, яратып ҡына йөрөттөләр. Икмәктәре, ҡорот, талҡан, ҡаҙылары ла бар ине. Мин уларға, үлән ҡушып, тәмле аштар бешерҙем. Йылғала өҫ кейемдәрен йыуҙым. Бына шулай килеп юлыҡтым мин был ауылға, -тине таныш булмаған инәйем.
Уның һөйләүе бигерәк ҡыҙыҡ булғас, бер ҙә бүлдермәнем үҙен. Әммә ҡунаҡтар көтәлер? Дөрләп киткән мейестә ҡуҙ күренде, бер һоҫҡо тултырып, самауырға һалдым да, ҡунаҡтар янына ашыҡтым. Ул арала әсәйем дә килеп инде аласыҡҡа. Инәй уның менән ҡалды.
...Ҡунаҡтарға сәй яһай-яһай һөйләгәндәренең айышына төшөнөргә тырышам. Иҫке йорттарҙы емереү хаҡында түгел, инде ер йөҙөндә кешелек нисек барлыҡҡа килгәнен һөйләйҙәр.
- Ер йөҙөнә иң тәүҙә Хоҙай фәрештәләрҙе төшөргән ти бит, - арғы ос Факиһа апай, дөп-дөрөҫ әйтәм, тигәндәй, һауалы ҡарап ҡуйҙы барыһына ла.
- Юҡ, юҡ, яңылышаһың, Факиһа, фәрештә түгел, иң тәүҙә ергә Әҙәм төшкән, ти, - күршеләге Разия апай үҙ фекерен әйтә һалды. Шәмсиә генә ризаһыҙлыҡ менән:
- Бәй-бәй, бер бөртөк кенә ир төшкәс, ҡалған кешеләр ҡайҙан тыуа ул, - тип һөйләшеүҙе көлкөгә борорға маташты. Тик уға бер кем дә ҡушылманы.
- Хәҙер аңлатам, - быныһын дини белеме менән айырылып торған Бибикамал апай әйтте. Уның һөйләгәнен барыһы ла тыңларға ярата. Шуға шым ҡалдылар. - Аллаһы Тәғәлә Әҙәм менән уның ҡатыны Һауаны барлыҡҡа килтерә лә, улар бәхетле йәшәһен тип, ожмахҡа индерә. "Унда бер баҡса бар, шунда инмәгеҙ, бер емешен дә ашамағыҙ", ти. Ә улар баҡсаға инә лә, алмағастың бер алмаһын ашай ҙа ҡуя икәүләп. Аллаһы Тәғәлә уларҙы, Үҙен тыңламағас ни, ожмах баҡсаһынан ҡыуа ла Ергә төшөрә...
- Хөрмә булһа бер хәл, алма бит әле ул, уны нимә тип ашанылар икән? - тип Шәмсиә апай тағы бүлдерҙе уны. Үҙе өҫтәлдәге бер хөрмәне алып, тәмләп ашап ҡуйҙы.
- Атыу Әҙәм менән Һауа төшкән инде Ергә иң тәүҙә. Шунан балалары тыуған, - тине күрше Разия апай.
- Тыуған-тыуған, шулай киткән кешелек ырыуы. Ана, Һауа инәй беҙҙең ауылда ла йәшәгән бит әле? Уның балалары булған микән? - Хәмдиә апайҙың был һүҙенән табын геү итеп ҡалды. Һәр кем үҙе нимә белгәнен тиҙ генә һөйләп ҡалырға ашыҡты. Мин дә күргәнем бар ул йортто. Бәләкәй генә. Емерелеп бөтөп барһа ла бер яңғыҙы тау битендә ғорур ултыра бирә...
- Хәмдиә йәшерәк, белмәйҙер, Һауаның балалары булманы. Бер бөртөк тә. Сәлимйәне менән бик татыу йәшәнеләр. Балалары булмаһа ла, үҙе нисек ярата ине балаларҙы. Урамдан үтеп барған һәр береһенә, колхоз юллап алып биргән әҙ генә пенсия аҡсаһына алған тәмле кәнфиттәрен таратыр ине. Арҡаларынан һөйөр ҙә илар ине, илар ҙә һөйөр ине, бахырҡайың... - Разия апай яулыҡ осо менән күҙҙәренән сыҡҡан йәштәрен һөртөп алды.
- Уны Төркиәнән килгән ти торғайнылар, шул ысынмы? - Хәмдиә апай һаман төпсөнөп, күберәк белеп ҡалырға ашыҡты.
- Минең апһыным Яңылбикә һөйләгәйне, ҡайныһы алып ҡайтҡан бит ул ҡыҙҙы һуғыштан. Урламаным, үҙе эйәреп ҡайтты, тигән. Бик ныҡ яратышҡандар ҙа икән, хатта мулланан никах та уҡытҡандар, ти. Тик балалары булмаған. Шунан икенсегә ҡатын алған Сәлимйән ҡайныһы. Уныһы өс ул табып биргән дә Һауаға иренән "талаҡ" әйттергән, тиҙәр. Өйҙән ҡыуған. Колхозда күп эшләнең тип, Һауаға бәләкәй булһа ла бер йорт һалып биргәндәр ауылдаштар. Бер үҙе йәшәне... - Бибикамал, тағы ни әйтергә икән тип, туҡтап ҡалды. Шул саҡ әсәйем дә килеп инде. Йөҙөнә сыҡҡан борсолоуҙы мин генә һиҙгәнмендер. Көскә йылмайҙы ла, бер ни булмағандай, хәбәргә ҡушылып та китте.
- Сәлимә күстәнәсһеҙ ҡайтырға сыҡҡан, - тип ҡулындағы йошмаҡ шыптырға өҫтәлдән бәлеш, май икмәк, кәнфит һала башланы. Башҡаларға ла был етә ҡалды. Барыһы ла кеҫәләренә һалып килтергән йомшаҡ шыптырҙарын сығара башланы.
- Ней, теге Сәлимә әйтә, күршеләрендә, тау битендә анау Һауаның ташландыҡ йорто тора бит әле? - тип үҙенекен һөйләй бирҙе әсәйем. Ҡатындар "эйе, эйе", "тора шул һаман, ауыл йәмен боҙоп" тиештеләр.
- Шул йортто әллә ҡасан емерергә кәрәк ине, - тип ҡуйҙы әсе тел Шәмсиә апай. -Иртәгә улым сығам тип тора әле шунда. Тауыҡ кетәгенә ярарлыҡ таҡталары күренә, шуны алам, тине.
Әсәйем һүҙен дауам итте:
-Туҡта әле, Шәмсиә, ана шул йорттоң тәҙрәһендә ут күрҙем, ти Сәлимә. Кисә төндә тышҡа сыҡҡанда күргән. Ул ут бер янып, бер һүнеп торған. Етмәһә, Һауа апай тере саҡта саң-соң килеп һуҡҡан еҙ табаһы ла сыңлап киткән шул төндә... Йөрөмәһен улың!
- Ниңә Сәлимә үҙе һөйләмәне беҙгә?- тип ныҡышты һаман Шәмсиә апай.
- Миңә генә һөйләне шул. Табында әйтһәм, минең аҡылым шылған тиерҙәр йә, төпсөнөп һораша башларҙар, тине. Ярай, ышанған ышана, ышанмаған юҡ инде. Сығарып бирәйем әле күстәнәсен, - тине лә әсәйем ашығып сығып китте. Мин иһә, йәнәш ултырған апайға, сәй яһарһың әле, тинем дә, йәһәтләп әсәйем артынан эйәрҙем. Теге инәй бер үҙе микән? Диктофоным яҙамы, беләйем.
Мин сыҡҡанда ихатала бары тик теге серле инәй ҙә әсәйем генә ине. Сәлимә апай күптән ҡайтып киткән. Ә күстәнәс һалынған моҡсайҙы әсәйем көсләп әлеге инәйҙең ҡара камзулы кеҫәһенә тыға. Инәй:
- Юҡ, алмайым, Рәшиҙәкәй! Һин мине ғүмерем буйы һыйланың. Ул һөтө, ул ҡатығы, ул икмәген гел биреп торҙоң. Алмайым. Балаларыңа бир! Улар бәләкәй бит, - тип ныҡыша инәй. - Һиңә бар изгелектәрең өсөн рәхмәт әйтергә тип килгәйнем бит мин, мине ҡыуандырған кеүек Хоҙай һине лә, балаларыңды ла ҡыуандырһын!
Мин аласыҡҡа индем. Диктофонды тиҙ генә һүндереп ҡуйҙым. Аҙаҡ тыңлармын. Урындыҡта ятҡан ҡулъяулыҡҡа, йәнә аласыҡ мөйөшөндәге теге муйыл таяҡҡа күҙем төштө. Бәй, был бит теге инәйҙең ҡулъяулығы ла, уның таяғы! Онотҡан!
- Әсәй, бына ул ҡулъяулығын да, таяғын да онотҡан! - тип сыҡҡанымда, инәй инде урам ҡапҡаһы төбөнә еткән ине. Артынан йүгерәйем генә тигәндә, әсәйем бик ҡаты итеп беләгемдән тотоп алды ла мине үҙенә тартты. Ебәрмәне.
- Туҡта, ҡыҙым, барма! Эйәрмә! - тине ҡәтғи генә. Бындай ҡырыҫлыҡты көтмәгәс, туҡтап ҡалдым.
- Ниңә, әсәй? Кем ул инәй? Ниңә уны табынға саҡырманың? Бик алыҫтан килгәнгә оҡшаған, асыҡҡан булғандыр әле, аш эсерер инек үҙенә... - тим әсәйемә һораулы ҡараш ташлап.
- Шым, ҡыҙым! Һауа инәйең бит ул. Беҙҙең ауылда йәшәне. Бик күптәнән вафат булғайны, - тине лә әсәйем, башын аҫҡа эйеп, башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алмай, өйгә инеп китте. Ә мин, күҙ йәштәренән сыланған, матур зәңгәр сәскә сигелгән ҡулъяулыҡ һәм әле ҡул йылыһы ла һыуынып өлгөрмәгән, күп тотоноуҙан башы йылтырай башлаған муйыл таяҡты тотоп, ҡатып ҡалдым.
Шулай уйҙарымдың осона сыға алмай, күпме торғанмындыр, бына табындағы инәй, апайҙар күстәнәстәрен алып, рәхмәттәр әйтеп, берәмләп сыға ла башланы. Барыһын да ҡапҡанан сыҡҡансы хөрмәт менән оҙатып ҡалдым. Һуңғы ҡунаҡты оҙатҡас, йорт яғына әйләндем һәм... баҡса буйындағы эскәмйәлә ятҡан бер шыптыр күстәнәсте күрҙем. Бая әсәйем уны Һауа инәйҙең кеҫәһенә һалғайны...
Иртәгәһенә Шәмсиә апайҙың улын, Һауа инәйҙең емерелеп барған йортонан алып ҡайтҡан таҡтаның тутыҡҡан сөйөнә баҫҡан да район дауаханаһына илткәндәр икән, тип ишеттем. Аҙаҡ белдем. Шул китеүҙән ҡайтмаған ул. Столбняк эләктереп, вафат булған.
Ә диктофон һуң... Ҡалаға ҡайтҡас, күпме генә тырышһам да, мин ул яҙыуҙы аңлай алманым. Ярты сәғәттәй нимәлер яҙылған бит! Тик ул яҙыуҙа кемдер "даң-доң" еҙ табаны ҡаға ла, бер туҡтауһыҙ үкһеп-үкһеп илай ҙа илай ине...
(Аҙағы. Башы 19-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №20, 22 - 28 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА